Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәрҙе дөрөҫ һайларға нимә ҡамасаулай?
Һөнәрҙе дөрөҫ һайларға нимә ҡамасаулай?Искәндәр мәктәптә уртасанан саҡ ҡына түбәнерәк уҡыны, шулай уҡ ҡойроҡта ла һөйрәлмәне. Бүтән предметтарҙан айырмалы, физкультура дәресенә бик теләп йөрөнө. Йыш ҡына мәктәпкә спорт кейемендә килгәс, хатта ҡайһы берәүҙәр уны уҡытыусы тип тә уйлай торғайны. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, ҡалын тауыш... Класс етәксеһе үҫмерҙең хәрби училищеға барыуын теләне, физрук иһә: “Минең ише уҡытыусы бул”, – тине. Уның ҡарауы, мәғариф системаһында эшләгән әсәһенең күрһәтмәһе буйынса егет табип һөнәрен һайларға ҡарар итте. “Ғаиләлә бер врач булырға тейеш тә инде”, – тип хужабикә һеңдергәнсе әйткәс, “техник вузға барһа, нисегерәк булыр...” тип икеләнгән атаһы ла уйынан кире ҡайтты. Ҡыҫҡаһы, кәләшенә ҡаршы торорға көс тапманы.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре, бигерәк тә биология менән химиянан яҡшы уҡ булмаһа ла, Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының ГТО (“Хеҙмәткә һәм Оборонаға әҙер”) значогы күрһәткестәре ҡушылғас, дөйөм иҫәп юғарыны күрһәтте. Шулай итеп, бер нисә өҫтәмә балл яҙмышты үҙгәртте лә ҡуйҙы һәм Искәндәр, һис көтмәгәндә, ысынлап та медицина университеты студенты сафын тулыландырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көскә уҡып бөткән егет һөнәре буйынса эшләмәне, тимәк, кемдеңдер урынын биләне тигән һүҙ. Хәҙер ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөй, юғары белеме була тороп та...
Таһыллыҡ, ғәйрәтлелек тигәндән, әле ГТО значогы ҡайһы бер абитуриенттарҙың яҙмышын хәл итә. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар, Ватаныбыҙҙың йыйылма командаһында сығыш яһаусылар һәм тағы бер нисә категорияға ҡарағандарҙың вузға конкурстан тыш ҡабул ителеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Юғары уҡыу йортона ингәндә хатта волонтер хәрәкәтендә ҡатнашыу, БДИ һөҙөмтәләренән профилле предметтар менән бергә аттестаттың уртаса балы, шәхси ҡаҙаныштар ҙа иҫәпкә алынасаҡ, тиҙәр.
Шул хөрмәткә лайыҡ, өс йыл элек Президент Владимир Путин ГТО-ны тергеҙеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. СССР заманында белем усаҡтары һәм спорт ойошмалары йәштәр күңеленә илһөйәрлек тойғоһон һалыу һәм граждандарҙа сәләмәт тормошто таратыу маҡсатында ошо йүнәлештә һөҙәмтәле саралар уҙғарҙы. Ғәмәлдә иһә ГТО 1931 йылда уҡ барлыҡҡа килгән.
ГТО-ның алтын значогын күкрәккә тағыу өсөн 16-17 йәшлектәргә 100 метрҙы – 13,8 секунд эсендә, ә өс саҡрым араны 13,10 минутта йүгереп үтергә кәрәк, шулай уҡ урындан тороп алыҫлыҡҡа һикереүҙә, турникта күтәрелеүҙә, мылтыҡтан атыуҙа, саңғыла уҙышыуҙа, йөҙөүҙә һәм башҡа бер нисә көсөргәнешле бәйгелә юғары һөҙөмтәләр күрһәтәһең икән, күңелле студент тормошон күҙаллай башларға ла мөмкин.
Әҙәм балаһының төрлө холоҡ-фиғелгә эйә булыуы бәхәсһеҙ, берәү ҙә икенсе кешене ҡабатламай ҙа, алмаштыра ла алмай. Юҡҡа ғына ҡырҡ атаның ҡырҡ төрлө балаһы, тимәйҙәр. Бәләкәй генә коллективта ла меланхолик, сангвиник, флегматик һәм холериктар бар.
Ошолар тураһында уйланғанда, ғәмһеҙ бала саҡҡа, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайттым. Кластағы 15 егеттең өстән ике өлөшөнән күберәге физкультура дәресенә теләп йөрөнө, кис йоҡлар алдынан спорт майҙансығына сығып әйләнеүҙе ғәҙәткә индерҙе, был йәһәттән төрлө сәмле уйындар ойошторҙо, ҡыҫҡаһы, спорт яратып үҫте. Былар барыһы ла төп эшебеҙ – уҡыу менән бергә матур итеп үрелеп барҙы.
Бер иптәшебеҙ ГТО значогын алды, шул ваҡытта уның нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Әммә был ваҡытта уның көсө юҡ ине. Әгәр ҙә уҡытыусы бүтәндәр хаҡында ла шундай атайҙарса хәстәрлек күрһә, иманым камил, уларҙың бер нисәүһе значокты алыр ине. Шулар араһында йөрөгән бер нисә “ботаник”тан еңелсә көлөү, шаяртыуҙар-төрткөләүҙәр булманы түгел, булды. Көн буйы партала ултырыуҙары етмәгән, утты һүндергәс тә, улар китап ҡосаҡлап ятты, хатта уның менән бергә уянды. Ошо йомробаштар олимпиадаларҙа ҡатнашып, мәктәп данын яҡланы, артта һөйрәлеүселәргә дәфтәрҙәрен күсерергә бирҙе, иң мөһиме, уҡыу алдынғыһы тигән маҡтаулы исемде йөрөттө. Вуздарға тәүге йылда уҡ инеүҙәре белем кимәлдәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй ине. Уның ҡарауы, сибек булып буй еткерҙеләр, физкультура дәресендә сафтың аҙағында баҫып торҙолар. Әле лә иҫләйем, ғинуар айының ҡаты һыуығында беҙҙең ише урамда саңғыла шыуманылар, ә йылыла спорт залында шөғөлләнделәр. Кем әйтмешләй, теплицалағы ҡыяр шикелле йылыла ултырҙылар. Эйе, улар тәүге йылда уҡ вуз студенты ине, шул уҡ ваҡытта белеүемсә, икенсе, хатта өсөнсө ынтылышта уҡырға ингәндәр ҙә был тормошта үҙ урынын тапты.
– Илебеҙҙең мәғариф системаһы реформа артынан реформа кисерә, – ти танышым. – Был тармаҡҡа берҙәм дәүләт имтиханы индерелә икән тигән хәбәр таралғас, йәмәғәтселектә әллә күпме шау-шыу тыуҙырҙы. Заман менән бергә атлаусылар үҙгәреште бер тауыштан хупланы, ә мәсьәләнең асылына төшөн­мәүселәр иһә утҡа кәрәсин һибеүен дауам итте. Имеш, уның буйынса ғына ғилемле булыу мөмкин түгел, тест ысулы ысын шәхес тәрбиәләй алмай, баланың интеллектуаль потенциалын тапауға тиң һәм башҡа кәмселектәрҙе эҙләп таптылар. Ҡыҙыҡлы хәлдәр осрап тора, унан бигерәк, ГТО килеп ингәс, ғәҙеллек тураһында уйланам. Был осраҡта бер генә фекер тыуа, элекке йылдарҙан айырмалы, кемдер артыҡ яфаланмайынса ғына уҡып, шәп йүгергәне йәки оҫта туп тибеп йөрөгәне өсөн студент булыу шатлығын кисерһә, икенселәр ныҡ тырышып белем эстәп тә көскә вузға уҡырға инмәҫме? Ә ундай шатлыҡтан бөтөнләй мәхрүм булһа?!
Мәғлүм булыуынса, ГТО значогын ябай мәктәптә түгел, ә махсус үҙәктә генә алырға мөмкин икән, ул тулыһынса донъя­уи талаптарға яуап бирергә тейеш. Значок абитуриенттың БДИ һөҙөмтәләренә ун балл өҫтәргә мөмкинлек биреүенә фекерҙәр төрлөсә. Ә һаулығынан кинәнмәгәндәргә был осраҡта ни эшләргә? Ҙур булмаған ауыл мәктәбен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Мәҫәлән, унда йөҙ тирәһе уҡыусы иҫәпләнә. Мөғәллимдәр һәр береһенә төплө белем биреү менән бер рәттән тәрбиә мәсьәләһен дә иғтибар үҙәгендә тота. Төштән һуң төрлө фәһемле саралар үткәрелә, спорт секцияларын берәү ҙә ҡалдырмай. Әлбиттә, һәр кем ғәзизенең һау-сәләмәт үҫеүен теләй. Эйе, спорт менән дуҫ ауыл балалары ниндәй аҙымды яһарға тейеш, был йәһәттән унда шарттар тыуҙырылғанмы? Бөтә балаларҙы ла значок алып була торған белем усағында уҡытыу мөмкин түгел йәки значок бирелгән махсус үҙәктәрҙе бөтә мәктәптәрҙә лә эшләп булмай ҙа инде! Йәшерен-батырын түгел, ауыл балалары ГТО тураһында белгән осраҡта ла бер нимә лә эшләй алмаясағы көн кеүек асыҡ.
Мәҡәләнең башына тағы ла әйләнеп ҡайтайыҡ. Бәхәскә урын юҡ, врач булыу өсөн ифрат тәрән белем кәрәк, егет-ҡыҙҙарҙы бындай яуаплы һөнәргә тиккә генә бик оҙаҡ уҡытмайҙар. Ҡайһы бер отличниктар күпме генә тырышмаһын, бер нисә балы етмәүе арҡаһында ниәтенә өлгәшә алмай. Ә ундай осраҡта ГТО значогы ҡотҡара ала.
Һүҙ ҙә юҡ, ГТО кәрәк, һәр беребеҙгә лә. Абитуриент яҙмышын хәл итеүҙән тыш, күкрәгеңдә значок сыңлаған хеҙмәткәрҙең отпуск көндәрен оҙонайтыу тураһында ла һүҙ йөрөй. Ә иң мөһиме, сәләмәт тормош алып барыуҙы күҙ уңында тотоп, уның яңынан тергеҙелеүен иҫтән сығармайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873