Ҡала шарттарында милләттәрҙең хәл-торошо хаҡында хеҙмәттәр байтаҡ. Сыуаш, татар, яҡут, кавказ халыҡтары, башҡа милләт ғалимдары был мәсьәләне йыш күтәрә. Ҡалаға ауылдан килеп төпләнгән аҙ һанлы милләт вәкилдәре тулыһынса рус телле мөхиткә эләгә. Уларҙың алдында ошо мөхиткә яраҡлашыу, шул уҡ ваҡытта үҙ телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен онотмау бурысы тора. Ғәҙәттә, ауылдан күсенеп килеүселәрҙең балалары башлыса урыҫ теле өҫтөнлөк иткән балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә белем ала, әсә телен әпәй-тоҙлоҡ ҡына белә. Ейәндәр иһә тулыһынса урыҫса һөйләшә, телде бөтөнләй белмәй. Тел юғалыу менән улар ата-бабалары милләтенә, уның ҡиммәттәренә, мәҙәниәтенә йүнәлеш тотмай, уларҙы тулыһынса икенсе мәҙәниәт-тел мөхите үҙенә солғап ала.
Халыҡ һанын алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙәге урыҫ халҡының 76,7 проценты, татарҙарҙың – 68,3 проценты, башҡорттарҙың 47,5 проценты ҡалаларҙа йәшәй. “Милләттәр тәбиғәткә яҡыныраҡ булған һайын улар мәрхәмәтлерәк, изгерәк күңелле”. Был һүҙҙәрҙе Жан-Жак Руссо әйткән. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө глобалләшеү шарттарында ҡалаларға күсенеү тәбиғи процесс булып тора.
Әлбиттә, боронғо башҡорт ҡалалары хаҡында тарихи мәғлүмәттәр күп. Әммә беҙ һүҙҙе бөгөнгө хәл тураһында алып барабыҙ. Егерменсе быуат башында башҡорттар ҡалаларҙағы төрлө милләт, башлыса урыҫ халҡы араһында һибелеп, әкренләп йотолоуға дусар ителеп йәшәй. 1920 – 1940 йылдарҙа ауылдарҙан ҡалаларға күсеүселәрҙең тәүге ҙур миграцияһы күҙәтелә. Илде индустриялаштырыу көсәйгән һайын, башҡорттар араһынан эшселәр, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, милли интеллигенция вәкилдәре арта бара. Уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында башланған миграцияның яңы тулҡыны 70 – 80-се йылдарҙа айырыуса көсәйә. Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалаларында башҡорт көнкүреш мәҙәниәте комплексы тиҙерәк формалаша, сөнки улар башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә урынлашҡан. Был процесс Өфөлә әкренерәк бара, сөнки 60-сы йылдарҙа ла баш ҡалала башҡорттар һаны дөйөм халыҡтың 11 проценттан әҙерәген тәшкил итә. Нефтекама, Октябрьский, Туймазы ҡалаларында ла башҡорттар һаны бик әкрен арта. Бөгөн иһә ҡала башҡорттарының яртыһы – ҡалаларҙа тыуған милләттәштәребеҙ. Махсус тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың 60 проценты самаһы өләсәләре менән башҡортса һөйләшһә, ире йәки ҡатыны менән 24 проценты ғына туған телдә аралаша. Ә бына балаһы мәктәпкә төшкәнсе 19 процент уның менән әсә телендә һөйләшһә, һуңыраҡ был һан 12 процентҡа тиклем кәмей. Тимәк, ун башҡорттоң бер-икеһе генә балаларын туған телгә ылыҡтыра.
Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең 27 проценты ғына ете һәм унан да күберәк башҡорт яҙыусыһы хаҡында ишеткәне бар, алты проценты берәүҙе лә белмәй. Баш ҡалала йәшәүсе башҡорт егеттәренең 38 проценты башҡа милләт вәкиленә өйләнһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 48 проценты сит-яттарға кейәүгә сыға. Бындай күңелһеҙ статистиканы бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин.
Башҡорттан да, татарҙан да
Урыҫ тыуа, үәт, бәлә,
Бына ҡайҙа мәсьәлә! –
тип яҙғайны Әнғәм Атнабаев. Ҡалаларыбыҙҙа башҡорттан башҡорт тыуһын өсөн ғаиләләге тәрбиәнән башларға кәрәк.
Күп ата-әсәләр, үҙҙәре башҡорт булһа ла, балалары менән русса һөйләшергә ынтыла. Бала беҙҙең һымаҡ телде белмәй, аралаша алмай йөрөмәһен, тиҙәр. Телде белмәгәс, үҙ халҡының рухи ҡиммәттәре, тарихы менән танышмағас, ул маңҡортҡа әүерелә. Нисек кенә тырышһа ла, уны урыҫ тип ҡабул итмәйәсәктәр, үҙ милләтенә лә хөрмәт менән ҡарамаясаҡ. Уларҙы ла хәстәрлек менән солғап алырға кәрәк беҙгә. Әйтәйек, телевидениела башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә махсус тапшырыуҙар ойоштороп, “һеҙ русса һөйләшһәгеҙ ҙә – башҡорттар” тигән фекерҙе үткәреп, уларҙы халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре менән әүҙемерәк таныштырырға кәрәк, әлбиттә. Япондар был мәсьәлә менән яҡындан шөғөлләнә бит. Үткән быуаттың етмешенсе – һикһәненсе йылдарында уҡ бик күп япон йәштәре Европаға, Америкаға уҡырға, эшләргә юлланған. Уларҙың күбеһе 10 – 15 йылдан тыуған яҡтарына күсеп ҡайтҡас, балаларының япон телен дә, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен дә самалы белеүе асыҡланған. Япон хөкүмәте ошондай балалар өсөн махсус курстар аса, япон телен өйрәнгән өсөн аҡса түләй, телде белмәһәгеҙ ҙә, һеҙ бөйөк япон халҡының айырылғыһыҙ өлөшө, тигән фекерҙе зиһендәренә һеңдерә.
Бөгөн ҡалаларҙа башҡорттар һаны арта бара. Улар һәм айырыуса уларҙың балалары үҙ милләтенә хөрмәт менән ҡараһын өсөн башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, башҡорт ҡала мәҙәниәте элементтарын булдырырға тейеш. Мәҫәлән, ҡала йәштәрен үҙе белгән, үҙе йәшәгән мөхит ҡыҙыҡһындыра. Танһығын ҡандырырҙай тамашалар, уйландырырлыҡ әҫәрҙәр булмаһа, үҙҙәренә яҡын мәҙәниәткә ылығып, тулыһынса ассимиляцияға дусар буласаҡтары көн кеүек асыҡ. Һуңғы осорҙа һирәкләп булһа ла күренгән башҡортса фильмдар, сериалдар ҡыуандыра. Башҡортса КВН-дар, “Һылыуҡай” конкурстары, концерттар, башҡортса дискотекалар – былар барыһы ла үтә кәрәкле саралар.
Мәскәү аҙ һанлы милләттәр проблемалары менән ихлас шөғөлләнә, тип әйтеп булмай. Кремлде әлеге мәлдә Украина, Ҡырым, санкциялар мәсьәләләре нығыраҡ борсой. Милләттәр эштәре буйынса комитетта биш кеше ҡалған, бер ниндәй эшмәкәрлек алып барылмай. Ә ҡайһы бер ҡыҙыу баштарҙың фекеренә ҡарап, Рәсәйҙе тулыһынса губерналарға бүлеү, илдең милли-территориаль ҡоролошон үҙгәртеү кеүек аҙымға бер кем дә бармаҫ, тип өмөтләнергә ҡала. Милли мәсьәлә ул бик сетерекле: бында киҫкен аҙымдар яһарға ярамай.
Халҡыбыҙҙың Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди кеүек аҫыл улдары хаҡында Интернетта, матбуғатта бысраҡ уйҙырмалар күренгеләй. Әлбиттә, беҙ теләһә кемдең уйҙырмаларына иғтибар итергә тейеш түгел. Бына чечендар өсөн Шамил милли герой, урыҫтар уны бандит, тиҙәр. Әммә ул тау халыҡтары өсөн – батыр кеше. Степан Разин менән Емельян Пугачев та бит берәүҙәр өсөн – халыҡ азатлығы өсөн көрәшеүсе, икенселәр өсөн – батшаға ҡаршы сыҡҡан йүнһеҙ әҙәмдәр. Салауат Юлаев та, Зәки Вәлиди ҙә беҙҙең өсөн изге исемдәр. Каруан барғанда сәүек эттәр өргөләй ул. Ләкин башҡорттоң уларҙан башҡа ла ҙур шәхестәре күп булыуын, улар хаҡында күберәк яҙыу, күрһәтеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Башҡорттар яугир халыҡ булған, һәр һуғыш үҙ батырҙарын тыуҙырған. Кинйә Арыҫлановтың шәхесе генә ни тора! Ул бит восстание башланғанда старшина, ил ағаһы була, уның абруйы, башҡарған эштәре Салауаттыҡынан һис кәм түгел. Салауаттың башҡа көрәштәштәре хаҡында ла бик аҙ беләбеҙ.
1812 йылғы, Беренсе донъя, 1941 – 1945 йылдарҙағы Ватан һуғыштары ниндәй генә батырҙарҙы тыуҙырмаған. Советтар Союзы Геройҙары һаны буйынса беҙ ҙурыраҡ милләттәрҙән дә уҙҙырғанбыҙ бит. Ҡараһаҡал, генерал Ҡарамышев, Хоҙайбирҙин һәм башҡа бик күп шәхестәребеҙҙе һанап сығыу ғына бик күп ваҡытты алыр ине. Хәйер, ниңә беҙ яугирҙәрҙе генә һанайбыҙ. Башҡорт Исмәғил Тасимов Санкт-Петербургта Тау институтын астырыуға өлгәшкән. Дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр әҙме ни? Әйтәйек, Ҡаҙағстанда сәсәндәребеҙҙе беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ беләләр. Элек бит башҡорт-ҡаҙаҡ бәйләнештәре иҫ киткес тығыҙ булған. Башҡорт сәсәнен туйҙарға саҡырыу, башҡорт менән туғанлашыу мәртәбә һаналған.
Йыйып ҡына әйткәндә, беҙгә үҙ тарихыбыҙҙы яҡшыраҡ өйрәнергә, сағыу шәхестәребеҙҙе асыҡлау, күтәреү өсөн байтаҡ эш башҡараһы бар.
Башҡорттар – боронғо халыҡ. Бик алыҫҡа ҡарашты йүнәлтмәй бынан 300 йыл элек йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошон күҙ алдына килтерәйек. Йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрен, аттар өйөрөн күҙҙән үткәреп, башҡорт иркен йәйләүендә ҡабаланмай ғына сәй эсеп ултыра. Уға ҡайҙа ашығырға, уның бөтәһе лә бар. Ваҡыт үҙгәрҙе. Бөгөн башҡорттоң ере лә, мал өйөрҙәре лә, йәйләүе лә юҡ, әммә быуаттар буйына килгән һәлкәүлеге, хуш күңеллелеге менталитетында ҡалған. Беҙ ҡунаҡсыл, тыныс холоҡло. Күптәребеҙ аҡса таба белмәй. Кеше тапап үҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшергә ынтылыу ят күренеш беҙгә. Әммә етешһеҙлектәребеҙ лайыҡлы яҡтарыбыҙҙың дауамы бит, уларҙан нисек ҡотолаһың? Кеше алдап аҡса эшләнек, ярлы туғаныбыҙҙы, дуҫыбыҙҙы тишек шоманға ултыртып киттек йәки ташлап ҡастыҡ, ти. Бындай милләттәштәребеҙ күбәйһә, бер ҙә ғорурланмаҫ инек, моғайын.
Ә бына тарҡаулыҡ сифатынан ҡотолаһы ине, әлбиттә. Башҡорт тауға артылһа, байыһа, ниңәлер милләттәштәре күрә алмай, аяҡ сала, шул тауҙан һөйрәп төшөрөргә ынтыла. Беҙҙәге теләктәшлек ауылдаш, уҙа барһа райондаш кимәлендә генә сағыштырмаса көслө. “Һин – миңә, мин – һиңә” тигән ҡағиҙәгә ярашлы йәшәү, берҙәмлек юҡ. Был йәһәттән беҙгә чечен кеүек халыҡтарҙан өлгө алырға кәрәк. Улар ниндәй ҙур һуғыш кисерҙе, әммә халыҡ һаны буйынса яҡын киләсәктә башҡорттарҙы уҙып китәсәктәре көн кеүек асыҡ. Ә беҙҙең милләттәштәребеҙҙең бер өлөшө – урыҫса, икенсе өлөшө татарса һөйләшә. Башҡорт ҡыҙы татарға кейәүгә сыҡһа, икенсе көнөнә ире теленә күсә. Ә бит татар ҡыҙы башҡорт ауылында йәшәп ҡартайһа ла, үҙ телен онотмай.
Шишмәләр Ағиҙел кеүек ҙур йылғаны бар иткән кеүек, башҡорт ауылдары ҡалаларыбыҙҙы милләттәштәребеҙ менән даими тулыландырып тора. Башҡорт милләте мәңге йәшәһен өсөн, барыбыҙҙың да берҙәмлеге, тырышлығы талап ителә. Башҡорт теленең урыны кухняла йәки ишек алдында түгел, өй түрендә, күңел түрендә булырға тейеш.