Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңдан яралғандыр был күңел
Моңдан яралғандыр был күңел Рауил Харрасов. Халыҡсан моң, тәрән тынлы тауыш. Уның менән гәзит уҡыусыларҙы әңгәмә аша таныштырырға иҫәп бар ине. Бына форсат сыҡты. “Башҡортостан”дар үҙҙәре мөрәжәғәт итте. “Рауил ағай Харрасов менән яҡындан танышһың, яҙып ҡына ебәр әле”, – тинеләр. Ике яҡтың да ихлас теләгенән тыуған һөйләшеүҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
– Интернет биттәрендә һинең ижа­дың тураһында мәғлүмәт етерлек, ә бына Рауил Харрасов­ты шәхес булараҡ асҡаны юҡ кимәлендә. Үҙең тураһында ҡыҫ­ҡаса ғына һөйлә әле...
– 1961 йылда Баймаҡ райо­ны­ның Ишмөхәмәт ауылында тыуған­мын. Бала саҡтан совхоз эшендә ҡатна­шып үҫтек. V клас­та ғына уҡы­ған са­ғымда уҡ атайымдың ком­бай­нының бункерына йәше­ренеп, эшкә бара торғайным. Аҙағыраҡ үҙе лә ултыртып алып китер булды, комбайнсы ярҙам­сы­һы булып эшләнем. Шуға ла урта мәк­тәпте тамамлау ме­нән, оҙаҡ уйлап тормай, хеҙмәт юлымды Ленин орденлы “Йылайыр” совхозында механизатор булып башлап ебәрҙем.
1986 йылда БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Ошо осорҙа Йылайыр ауыл хужалығы техникумында тәрбиәсе булып та эшләп алдым. Юғары белем тураһында диплом алғас, 1992 – 1998 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым.
– Йыр менән мауығыуың ҡасан һәм нисек башланды?
– Башҡорт халыҡ йырҙарын бәлә­кәйҙән яратып тыңланым. Тамыр­ҙа­рымда ла йыр­сылар булды. Атайым эштән буша­ған­да, ҡулынан гар­муны төшмәне. Шулай уҡ мандо­линала ла бик оҫта уйнай тор­ғай­ны. Әлбиттә, мине лә ошо музыка ҡо­­рал­дарында уйнарға өйрәтте. Әсәйем мәр­хүмә шул тиклем моңло итеп “Ҡара урман”ды йырлай ине. Был көй күңелемә тап әсәйем баш­ҡарыуында һеңеп ҡалған.
Олатайым Мәхмүтйән Харрас улы Ғәлин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, гвардия капитаны, Сталинград, Курск дуғаларын үтеп, иҫән ҡайт­ҡан батальон командиры, Александр Невский ордены кавалеры шул тиклем шәп ҡурайсы булды. Ғү­меренең аҙағына тиклем йәштәрҙе уйнарға өйрәтеп, сәхнә түрендә йөрөнө.
Атайымдың бер туған ағаһы Иб­раһим олатайым да – шулай уҡ Бө­йөк Ватан һуғышы ветераны, Берлинғаса барып етеп, Рейхстагтың стенаһына исемен яҙып киткән яугир. Ул да оҙон көйҙәрҙе яратып башҡара торғайны. Унан отоп алған “Сибай” йыры минең дә репертуарымда иң түрҙән урын алды.
Тамырҙарым тураһында һүҙ башлағас, ҡартатайымды ла телгә алайым. Ул хажи хәҙрәт булды. Репрессияға эләгеп, 14 йыл буйы Сталин лагерҙарында ағас йығыу эшендә йөрөп, ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән-аман ҡайтып төшкән. Партияның тыйыуына, эҙәрлеклә­үе­нә ҡарамай, дин тотоп, ха­лыҡты дөрөҫ юлға ылыҡ­тырып, ауыл ҡарттарын берләштереп, өйө­бөҙҙә генә булһа ла намаҙҙар уҡып ултырған иманлы кеше ине. Ул аят­тарҙы шул тиклем моңло итеп көйләп, ойотоп уҡый торғайны.
Һорауыңа йәнә әйләнеп ҡайтайым әле. Тәүге тапҡыр бәләкәй сағымда ниндәйҙер бер йыйылышта сығыш яһағаным хәтерҙә. Күренергә оялып, нимәнеңдер артына боҫоп ҡына йырлағайным. Һорап-һорап йырлаттылар ул саҡта.
Беренсе класҡа уҡырға барғас, тәүге уҡытыусым Хазина апай Байгилдина минән “Шайморатов генерал”ды йырлатты. Бала саҡта оял­сан булаһың бит, битемде фуражкам менән ҡаплап башҡарҙым уны.
Үҫә төшкәсерәк, беренсе тапҡыр ысын баянсыға ҡушылып, Баймаҡ ҡалаһы сәх­нә­һендә сығыш яһаным. Радик ағай Иҫән­ғолов ине ул шәп баянсы, ихлас, ярҙамсыл кеше бу­ла­раҡ уйылып ҡалған хәтеремдә. Та­уышымды маҡтап, миңә сәнғәт юлын һайлау зарурлығын тәүгеләр­ҙән булып ул әйткәйне. Аҙағыраҡ Радик ағай, шулай уҡ оҫта баянсы Санъяр Мәүлетҡоловтар менән агитпоезд составында Урал аръяғы ра­йон­дары буйлап ырҙын табаҡта­рын­да, сабынлыҡтарҙа күп тапҡыр сы­ғыш яһарға насип итте миңә. Колхоз-совхоздар гөрләп торған замана­ларҙы хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды...
– Хәҙер радиола, телевидениела аш-һыу әҙерләү буйынса тапшырыуҙар күп. Ир-атты был юҫыҡта оҫтараҡ тип тә ебәрәләр. Рауил Харрасов берәй кеше йәшә­мәгән утрауға барып эләкһә, аслыҡҡа бирешмәй, йәшәп китә алыр инеме?
– Үлгең килмәһә, берәй яйын табаһың инде. “Робинзон Крузо”ны мин мауығып китеп бер тынала уҡып сыҡҡайным. Шуға күрә, кеше йәшә­мәгән утрауҙа уҡ булмаһа ла, ҡы­йы­ныраҡ тормош боролоштарын ла­йыҡлы үтә алырмын, тип уйлайым. Иң мөһиме – бер ваҡытта ла йә­шәүгә, еңеүгә өмөтөңдө өҙөргә ярамай. Шул ваҡытта ғына барлыҡ ҡы­йынлыҡтарға ла түҙергә, ауырлыҡ­тарҙы еңеп сығырға була. Аш-һыу әҙерләүгә килгәндә, тәмле итеп бе­шеренә лә беләм. Гастролдәрҙә, коман­дировкаларҙа был һөнәремдең йыш ҡына кәрәге тейеп тора.
– Яҙмышыңдан ризаһыңмы? Яңынан тыуыу мөмкинлеге булһа, уны бер аҙ “төҙәткеләр” инеңме?
– Иң ауыр һорауҙарҙың береһен бирҙең бит әле. Ғүмер тигәндәрең үтә лә китә икән ул. Яҙмышты төҙәт­келәп булһа, берәү ҙә хата яһамаҫ, бөтәһе лә бәхетле генә булыр ине. Ысынбарлыҡ улай түгел шул. Эшмә­кәрлегемдән башлайыҡ. Мин, моға­йын да, профессиональ сәхнә юлын һай­лар инем. Барлыҡ маҡсатым­ды ошо өлкәгә йүнәлтеп, юғары белем алыр инем. Ниндәй көс­лө вокалсылар әҙерләп сығар­ған арҙаҡлы Миләүшә Мортази­наның иләгенән үтеп, сәнғәт институтының беренсе кур­сын тамамлап тороп, уҡы­уым­ды ташлауымды хәҙер ҙә аң­лата алмайым. 30 йәштә саҡ уҡып бөтәсәгем оҡшаманы, ахыры.
Шәхси тормошома килгәндә лә, яңы­лыш­лыҡтар булғандыр инде... Улым музыка мәктәбендә бер аҙ уҡып алһа ла, бизнес юлынан китте. Быйыл матур ғына итеп өйләндереп ебәрҙек. Үҙ юлдарынан ышаныслы атлайҙар. Шуға бик ҡыуанам.
– Уңыштарыңды барла­йыҡ әле һүҙ араһында: 1990 йылда Ғәзиз Әлмө­хә­мәтов исемендәге республика үҙеш­мә­кәр йырсылар, 1997 йылда “Дуҫлыҡ йыры” халыҡ-ара, 1998 йылда “Уралым” республика, 1999 йылда “Ирәндек моңда­ры” төбәк конкурстарында – лауреат исемдәрен, 2007 йылда Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” төбәк-ара ярышында Гран-при яу­ланың. 2004 йылда “Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡтаулы исем­­гә, Баймаҡ районының Батыр Вәлит исемен­дәге премияға ла­йыҡ булдың. Ике аудиоальбо­мың сыҡҡан... Бер ни­мә­не лә онотоп ҡалдыр­ма­ным­мы?
– Күберәк һанап ташламаһаң, онот­маның шикелле (көлә).
– Себер яҡтарына йыйынаһың. Ул яҡтарҙа ла сығыш яһарға тура килдеме?
– Барғас та башҡорт, татар диаспораһы менән танышып алдым. Беҙҙең яҡ халҡы күп бит Себерҙә. Үҙ телебеҙҙә гәзиттәр сы­ғарып, концерттар ойоштороп, матур итеп йә­шәп яталар. Ҡала көнөн үткәргәндә минең дә йырлауымды үтенгәйне­ләр. Сит ерҙә килешерме, тыңлар­ҙармы икән, тип ҡурҡыңҡырап ҡына ризалашҡайным, бик йылы ҡабул иттеләр. Унда күпме милләт бар, бөтәһе лә бик дуҫ йә­шәй, бер-береһенең миллә­тен, мәҙә­ниәтен ихтирам итә.
– Йәнә традицион һорау – килә­сәккә пландарың һәм “Баш­ҡортостан” гәзи­тен уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрең, те­ләктәрең?
– Иң мөһиме – һынмаҫҡа, би­реш­мәҫ­кә. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сы­ғыр­ға, ижад менән шөғөл­ләнергә. Йыр­ҙарымды башҡарып, кешеләргә күңел ризығы таратып, үҙем дә тормоштан ҡәнәғәтлек алып йәшәһәм, миңә шул етә. Профессиональ композиторҙар Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Салауат Низамет­диновтың йырҙары менән бер рәттән һәүәҫкәр композиторҙар Дамир Солтанов, Азат Исҡужиндарҙың яңы әҫәрҙәрен дә башҡарырға, уларҙы күтәрешергә теләйем. Шулай уҡ әле­гә берәү ҙә ишетеп белмәгән, композитор булараҡ тәүге аҙым­дарын ғына яһаған бер танышымдың ижадын халыҡҡа ишеттерергә ине ниәт. Өфөләр өсөн баян, ҡурай моңдарын ҡушып бер матур концерт бирергә лә иҫәп бар.
“Башҡортостан” гәзитенә һәр баш­ҡорт ғаиләһе, милләт тип янған һәр шәхес яҙы­лырға тейеш. Ә матбуғат хеҙмәт­кәрҙәренә халҡыбыҙ­ҙың рухын күтәрерлек яҙмалар баҫтырыуын, ҡәләмдәренең тағы ла үтке­рерәк булыуын, халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлауын теләйем.
Насип ҺАҠМАРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872