Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡыл зәғифлеге аяныслыраҡ
Аҡыл зәғифлеге аяныслыраҡМәғлүмәт технологиялары боғаҙҙан алған заман, йәмәғәт: һөйләмеңде аныҡ кешегә түгел, хатта Йыһандағы йондоҙҙарға төбәп әйтһәң дә, уны ишеткән, яҙҙырған ғәмәлдәр табыла, һәм мәғлүмәт елдән дә тиҙерәк, нурҙан да етеҙерәк Интернет селтәрендә таралырға өлгөрә. Әйҙә, унан яуап биреп ҡара – тап шуны әйтергә теләгәйнеңме, тап ошо фекер, турғай һымаҡ, сығып остомо ауыҙыңдан?
Ана шул Интернет селтәрендә “оялаған”, “блогер” тип нарыҡланған кешеләр ифрат популяр хәҙер. Һәр ҡайһыһы хәленән килгәнсә, зиһен-аҡыл кимәленән сығып мәғлүмәт еткерә, аудитория яулай – иң мөһиме иғтибар булһын да дан-шөһрәте артһын. Ә ул дан-шөһрәт лайыҡлымы, шиклеме – уныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә. “Шикле” тиеүем дә шунан: бынан бер нисә көн элек Данилов атлы бер әҙәм Интернет селтәрендә “буран ҡуптарҙы”: “Теге йәки был сәбәптән аяҡ-ҡулһыҙ ҡалғандарға ярҙам итеү кәрәкме? Уйлауымса, юҡ. Был кешеләр беҙҙе мәсхәрә итә, дәүләт иңендәге йөк булып тора... Инвалидтар – хайуандар бит ул...” Әлбиттә, йәмәғәтселек бындай хаяһыҙлыҡты иғтибарһыҙ ҡалдырманы, хайуан кимәлендә фекерләгән әҙәмде шунда уҡ урынына ултыртты, ләғнәт яуҙырҙы. Билдәле булыуынса, табып, туҡмап та киткәндәр икән... Хатта үҙәк каналдарҙың береһендә аҡланырға маташҡанында, бер ҡыҙыуыраҡ оппоненттың йоҙроғона саҡ барып менмәгән. Ҡыҫҡаһы, уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән. Әммә... Әрем ҡапҡандан һуң ауыҙҙа әсе тәм ҡала бит әле? Бына шуның төҫлө, был хәлдән һуң булмышты һыҡратып, йәнде өшөтөп торған ниндәйҙер тәмһеҙ тойғо ҡалды күңелдә...
Иң тәүҙә билдәле милләттәшебеҙ, рухи ҡаһарманлыҡ өлгөһө Ирек Зарипов иҫкә төштө. Мотоциклда аварияға осрап, һау-сәләмәт, күркәм егеттең 17 йәшендә аяҡһыҙ ҡалыуы; уның ғүмерен, физик ҡына түгел, рухи һаулығын да ҡотҡарыу өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәгән, иң мөһиме, ғәзиз балаһының йүнәлеренә бер генә минутҡа ла ышанысын юғалтмаған әсәһе Вәсилә ханым тураһында матбуғат сараларында күп яҙҙылар. Хәйер, ул ҡәһәрле көндәр күптән артта ҡалған. Бөгөн Ирек – данлыҡлы саңғысы һәм биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мас­теры, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы. Бына тигән ғаилә башлығы, балалар атаһы... Йәмәғәт эшмәкәре, “Йыл рәсәйлеһе” Милли премия лауреаты һәм башҡалар, һәм башҡалар...
Ә Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев? Бынан ике йыл элек Омскиҙа казарма ишелгәндә аяҡһыҙ ҡалған егеттең яҙмышы ла Ирек Зариповтыҡына оҡшаш. Түҙеп торғоһоҙ һыҙланыуҙарға ҡарамаҫтан, Рөстәм протезға баҫҡан, спорт менән шөғөлләнә башлаған, парашюттан һикергән. Ул слэдж-хоккей буйынса профессиональ уйынсы, Рәсәй чемпионаттары призеры. Әлеге ваҡытта 2022 йылда үтәсәк Паралимпия уйындарына әҙерләнә. Яратҡан ҡыҙына өйләнгән. Быйыл иһә тормошона йәм һәм мәғәнә өҫтәүсе тағы бер ҙур ваҡиға булған – сентябрҙә ҡыҙы тыуған. Ҡыҫҡаһы, бер нимәгә ҡарамаҫтан, Рөстәм үҙенең бар хыялдарын тормошҡа ашырған. Шулай уҡ яҡташыбыҙ – Рәсәй киңлегендә танылған (эйе-эйе, яңылыш ишетмәнегеҙ) блогер ҙа! Ҡаҙаныштары хаҡында ул Instagram социаль селтәрендә даими һөйләп бара, уның битенә 41 меңдән ашыу кеше яҙылған. Рөстәм фотолар менән бүлешә, ауыр хәлдә ҡалғандарға йылы һүҙ таба, алға, бер нимәгә ҡарамаҫтан, йәшәргә әйҙәй... Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ул NeForum тип аталған Рәсәй блогосфераһының иң абруйлы премияһы өсөн көрәшә, “Иң тормошсан блог” номинацияһында еңеү яуламаҡсы. Афарин, башҡа ни әйтәһең!
Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә була. Һис шикһеҙ, Ирек һәм Рөстәм кеүек кешеләр һау-сәләмәттәргә иҫкәртеү булып та тора – тормош юлдары ҡатмарлы, сәләмәтле­гегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, лайыҡлы, файҙалы, емешле ғүмер юлын үтегеҙ, һынауҙар алдында бирешмәгеҙ!
Ошонан һуң, уйлап ҡарағыҙ: аяғы-ҡулы булып та, күҙаллауымса, аҡыл зәғифлегенән йонсоған, инвалидтарҙы түбәнһетеп, үҙе хайуан кимәленә төшкән Даниловтың һүҙҙәрендә тамсы ғына булһа ла дөрөҫлөк бармы икән? Билдәле әҫәрҙәгесә, Зарипов һәм Нәбиев кеүек батырҙарҙы – фил, ауыҙы ни әйткәнен ҡолағы ишетмәгән Данилов ише әҙәмдәрҙе фил янында өргән сәүек кеүек күрәм, шул ғына... Интернетта буш һүҙ һөйләүҙән уҙа алмаған бушҡыуыҡ Данилов кем дә, егеттәребеҙ ҡайҙа, тигәндәй.
...Кеше – аҡыллы зат, зиһенле йән эйәһе. Донъялағы башҡа тере йәндәрҙән уны айырып торған, башҡаларҙан бер нисә баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәргән ғәмәл дә – тап ошо. Кешелек ҡиммәттәре, йәшәйеш нигеҙе лә – аҡылдан, сөнки инстинкттар һәм рефлекстар менән социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи ҡаҙаныштарға өлгәшеп, Ерҙе сәскәгә күмеп, Йыһанды яулап булмай. Шулай уҡ кешене кеше иткән, хайуандан айырған һыҙаттар – ул да булһа миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек, мәрхәмәт... Тормоштоң был ҡанунын инҡар итерлек көс юҡ.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә