Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ хәбәрсенең үҙ юлымы?
Үҙ хәбәрсенең үҙ юлымы? “Һиңә рәхәт – иртән аяғыңа тәпешкә кейеү менән хеҙмәт көнөң башлана”, – тип йыш ҡына шаярталар редакциялағы егеттәр. Һәр шаяртыуҙа саҡ ҡына булһа ла хаҡлыҡ бар, ти. Ысынлап та, үҙ хәбәрсенең эш өҫтәле өйөндә шул. Ғөмүмән, “тәпешкә кейеп” эшләүҙең үҙ йәме менән бер рәттән үҙ мәшәҡәте, бурыстары, яуаплылығы һәм башҡа үҙенсәлектәре етерлек. Бәлки, иң ауыры шул азатлыҡтыр ҙа әле – һиңә бит сыбыртҡы шартлатыусы ла, прәник ҡаптырыусы ла үҙең. Әммә һүҙем әлегә ул хаҡта түгел. Үҙ хәбәрсенең редакциялағы роле – бына ниндәй һорау борсой. Гәзиттә ул – төбәктең, төбәктә гәзиттең йөҙө булып тора. Әлеге журналист күпселек осраҡта темаларҙы, йүнәлештәрҙе үҙе һайлай, төбәк тормошон яҡтыртыу өсөн йәнә ул яуап­лы... Тик был үҙ хәбәрсенең үҙ юлы тигәнде лә аңлатмай. Ул – төбәк менән гәзитте тоташтырыусы, нығытыусы кеше.


...Стәрлетамаҡ – Башҡорт­останда Өфөнән һуң иң ҙур ҡала. Бында ил кимәлендә әйтер һүҙе булған сәнәғәт магнаттары эшләп килә, республиканың көньяҡ төбәге өсөн юғары белемле бел­гестәр башлыса бында әҙерләнә. Ҡаланы республикала шулай уҡ иң ҙур муници­палитеттарҙың береһе булған Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары уратып алған. Ә утыҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан Салауат ҡалаһы йәнә сәнәғәт үҙәге булараҡ билдәле. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: был төбәктең гәзит өсөн тарихи әһәмиәте ҙур. Баҫма 1919 – 1922 йылдарҙа “Башҡортостан хәбәр­ҙәре” һәм “Ҡыҙыл ҡурай” исеме менән нәҡ Стәрлетамаҡта донъя күрә.
Мәҙәниәт, спорт, иҡтисад, белем биреү, ауыл йәшәйеше, урман донъяһы. Бар яҡлап та тормош ҡайнаған ошо төбәктә үҙ хәбәрсе сүрәтендә ҡулыма ҡәләм алған саҡта ниндәй бәхеткә эйә булғанымды ҡапыл ғына аңлап та бөтмәгәнмендер әле. Бында төбәктең бай тормошо хаҡында ғына һүҙ бармай, әлбиттә, бәхет күп ҡырлы икән ул...
Беренсенән, миңә тиклем ошо йөктө (әлеге зона буйынса үҙ хәбәрсе йөгөн) тартып килгән ағайҙарҙың эҙен дауам итеү яуаплы ла, кинәнесле лә. Мәҫәлән, Рәлиф Кинйәбаев, Флүр Ғәлимов һымаҡ шәхестәр “Башҡортостан” тарихы ғына түгел, Башҡортостан тарихы ла бит! Эйе, нәҡ ошондай күренекле ағайҙар эшләгән үҙ хәбәрсе булып.
Шулай ҙа “Башҡортостан”дың Ишембай тарафтарындағы үҙ хәбәрселәр тарихы был егеттәр эшләгән дәүерҙән күпкә алдараҡ башлана. Яугир-журналист Мөхтәр Тимербулатов яра был эҙҙе һәм ул ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен (хаҡлы ялға киткәнсе) ошо зона менән баҫманы бәйләүсе булып тора.
Йәшерәк етәкселәр һуғыш юлын үткән шәхесте, әлбиттә, хөрмәт итә, шөрләй ҙә. Әммә үҙ хәбәрсенең көсө уның үткәндәре менән генә бәйле түгел. Мөхтәр Тимербулатов геройҙарына, хәл-ваҡиғаларға ҡарата һәр саҡ ғәҙел була: уларҙың уңыштары менән бер рәттән етешһеҙ­лектәрен дә күрә белә һәм барыһы ла мәҡәләлә сағыласағын алдан иҫкәртергә лә ҡурҡмай. Әлбиттә, мәҡәлә донъя күргәнсе ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлөп тә өлгөрә. Уның ҡарауы, шылтыратып янаған саҡтар ҙа аҙ булмай. Үҙ хәбәрсе йөгөнөң шундай сетерекле яҡтары ла сығып тора.
– Дөрөҫлөк хаҡына әйтергә кәрәк, атай эшләй башлағансы был төбәк менән гәзит араһында мөнәсәбәт һалҡын булған, нәҡ Мөхтәр Тимербулатов килгәс, баҫманың баһаһы күтәрелә, данаһы ла арта, партияның урындағы комитеттары һәр саҡ уның һүҙенә ҡолаҡ һала башлай, – тип хәтерләй атаһының хеҙмәт юлын бөгөн журналистика ветераны, билдәле шәхес Зөфәр Тимербулатов. – Уның менән үҙ хәбәрсе йөгө хаҡында йыш ҡына һөйләшә торғайныҡ, үҙем дә ҡайһы бер эштәренә хәбәрҙар булдым: мәҫәлән, “Башҡортос­тан” гәзитендә атайҙың бер нисә тәнҡит мәҡәләһенән һуң Стәрлета­маҡтағы бер заводтың директорын эштән ебәрҙеләр. Ебәрмәҫлек тә түгел ине шул, ғәҙелһеҙлектәре етерлек булған. Һәр хәлдә, журналист дөрөҫлөктө яҡлап сыҡҡан!
Ниндәй ҡөҙрәткә эйә булған һүҙ! “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе булып Рәлиф Кинйәбаев та үткән быуаттың 90-сы йылдарында, атап әйткәндә, Совет власы осоронда эшкә килә. Шулай уҡ тормошто телевидение менән Интернет та баҫып алмаған. Әммә үҙ хәбәрсенең юлы гелән еңел бармай. Бөгөнгө дәүер булһынмы, совет осоромо, журналисҡа ҡат­марлы мәсьәләләрҙе сисеү эше һәр заманда ла етерлек була. Был йәһәттән үҙ хәбәрсенең хеҙмәт юлы бер мәҡәләгә генә һыйырлыҡ материал түгел, әл­биттә. Төпләмәләрҙе аҡтарһаң, унда әлеге журналистарҙың урындағы йәшәйеште сағылды­рыуы ғына түгел, шул йәшәйешкә (атап әйткәндә, ҡайһы бер мәсьәләләргә) йоғонтоһон да күҙалларға була. Газ үткәреү, юлдар, мәктәп автобусы, эшселәрҙең социаль хәлен яҡшыртыу...
– Бер заман оҙон ғына буйлы йәш ир килеп инде, – тип хәтерләй Ишембай районындағы бер почта бүлексәһен оҙаҡ йылдар етәкләгән апай. – “Мин “Башҡорт­ос­тан” гәзитенән Рәлиф Кинйәбаев булам, ауылда күпме дана гәзит алдыралар?” тип ҡыҙыҡһынды. Ҡаушап ҡалдым, әммә тиҙ генә үҙемде ҡулға ала һалып, тулы­һынса отчет бирҙем, шундай зыялы, әҙәпле кеше менән аралашыуым бөгөнгөләй хәтерҙә.
Ә күпме ябай эшселәр, хеҙмәт­кәрҙәрҙән алып район һәм ҡала етәкселәренә тиклем аралаша үҙ хәбәрсе үҙенең бурысын атҡар­ғанда.
– Ҡайһы берҙә беркетелмәгән район­дарға сығып китергә тура килгеләне хатта, – тип хәтер ебен һүтә Сибәғәт Рах­ман­­ғолов. – Бер генә миҫал: Иглиндәге юлһыҙ бер ауылға барып ҡайттыҡ, аҙаҡ унда асфальт түшәнеләр, Силәбеләге, Ырымбур­ҙағы милләттәштәр менән тығыҙ аралашыу бәхете лә тейҙе “Башҡортос­тан”да эшләгән осорҙа.
Тимәк, үҙ хәбәрсенең геогра­фияһы беркетелгән төбәк менән генә сикләнмәй, шулай уҡ темалар ҙа, геройҙар ҙа.
Үҙ хәбәрсе йөҙәр километр алыҫта эшләһә лә, уның күңеле, уйҙары редакцияла, коллектив араһында. Шунһыҙ, хәйер, үҙеңде хеҙмәткәр итеп күҙ алдына баҫтырыу ҙа мөмкин түгелдер.
– Биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә бер ғаиләләй булдыҡ, журналистан, корректорҙан алып баш мөхәрриргә тиклем тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында шылтыратып борсоған һорауҙарҙы бирә ала инем, – тип хәтерләй хеҙмәт йылдарын Вәдүт Исхаҡов. – Редакция менән үҙ хәбәрсе араһындағы йыраҡтағы яҡын аралар үтә лә мөһим, – тигән фекерҙе лә еткерә журналист. – Әлбиттә, редакция менән элемтәнән күп нәмә тора, шулай ҙа үҙ хәбәр­сенең, һөҙөмтәлә гәзиттең уңышы корреспонденттың урындағы бәйләнешенә барып тоташа.
Нисек һине ҡабул итәләр, нисек мәҡәләләреңде ҡабул итәләр? Бына ҡайҙа ята төп һорау. Әммә, әйтергә кәрәк, бында барыһы ла журналистың оҫталығынан ғына тормайҙыр. Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән район-ҡалаларҙа гәзиткә, һүҙ көсөнә иғтибар кимәле уңыш нигеҙен дәлилләй. Аллаға шөкөр, был йәһәттән яҡташтарым өсөн ҡыҙараһы түгел – Юрматыла рухлы халыҡ йәшәй. Кендек ҡаны тамған ер – Ишембай районында ла, төйәк иткән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла әлегә гәзиттең ҡәҙерен белә, һүҙ ҡөҙрәтен хөрмәт итә. Бигерәк тә ишембайҙар өсөн шатмын. Әүҙем ижад емештәрен дә ебәрәләр, төрлө һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итәләр һәм, әлбиттә, иң мөһиме – сығып торған мәҡә­лә­ләргә үҙ ҡараш­тарын, үҙ баһа­һын еткерәләр. Рәхмәт уларға. Шулай уҡ яҡташтарымдың әүҙем гәзит алдырыусылар икәнен дә билдәләгем килә. Был йәһәттән райондың “Башҡортос­тан” гәзитен иң күп дана алдырыусы­ларҙың береһе икәнлеген күҙ уңында тотҡанда ла күпте күҙалларға мөмкин. Социаль-иҡтисади тәң­гәлдә үҫеш йүнә­лешендә барған был муниципалитеттың етәкселе­генән алып ябай гәзит уҡыусыға тиклем хәстәрлек-хөрмәт күрһәтә белеүе ошо төбәкте яҡтыртыусы журналист өсөн үтә лә мөһим.
Үҙ хәбәрсе мәктәбе – көслө мәктәп һәм журналист булараҡ үҫешеү өсөн генә түгел. “Баш­ҡортостан”дың Ишембай, Стәр­летамаҡ, Стәрлебаш райондары, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалала­ры буйынса үҙ хәбәрсе йөгөн тартҡан журналистарҙың хеҙмәт биографияһына күҙ һалһаң, шундай картина хасил була: Рәлиф Кинйәбаев үҙ хәбәрсе булып эшләгәндән һуң баҫманың баш мөхәррире итеп үрләтелә, Вәдүт Исхаҡов – Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры, “Торатау” гәзитен етәкләй, Флүр Ғәлимов – билдәле яҙыусы, эшҡыуар, Сибәғәт Рахманғолов – Салауат мәғлүмәт үҙәге директоры, “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире. Тик хикмәт вазифала ғына түгел, әлбиттә. Күпме тормош багажы, тәжрибә туплайһың халыҡ араһында йөрөгәндә. Был тәңгәлдә редакцияла көс түккән журналистарға ҡарағанда, үҙ хәбәрсе бер баҫҡысҡа бәхетлерәк һымаҡ – ауылдарға, хужалыҡ­тарға сығыу өсөн ябай халыҡ менән аралашам тип махсус командировка көтөргә кәрәкмәй, “тәпешкәңде сисеп” тупһа аша атланыңмы – һин командировкала!
Эйе, халыҡ араһында йөрөп күп багаж, материал туплана, һәм улар киләсәктә мәҡәлә нигеҙе булып ҡына сикләнмәй.
– Әҫәрҙәремдәге күп герой­ҙарҙы нәҡ үҙ хәбәрсе булып эшләгәндә таптым, – ти Рәлиф Кинйәбаев. Геройҙарҙың прототиптары ғына был төбәктә йәшәмәй, ә ундағы тәбиғәт ҡомартҡылары ла әҫәрҙәрҙең ҡуйынына һыйынған. Флүр Ғәлимов романдарында ла геройҙарҙың Стәрлетамаҡта йәшәүен беләбеҙ. Бына ниндәй бәхеткә эйә ул үҙ хәбәрсе!
...Тормош менән бергә гәзиттең йөҙө лә, эш алымы ла үҙгәрә. Мәғлүмәт еткереү, оперативлыҡ күпкә еңелләште. Ниндәйҙер сара хаҡындағы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында уҡ донъя күрһен өсөн ҡайта һалып ҡулдан яҙырға, машинкала баҫырға, шунан фотопленканан һүрәт эшләтергә йүгерергә, ә мәҡәлә күтәреп факс эҙләргә кәрәкмәй, гаджеттар ярҙамында материал яуаплы сәркәтиптең эш өҫтәленә (был осраҡта компьютерҙағы “эш өҫтәле” күҙ уңында тотола) сарала аҙаҡҡы ҡунаҡ сәхнәнән төшөп өлгөрмәҫ борон барып ятыуы бер ни түгел. Быға Интернет сәбәпсе. Әммә шул уҡ Интернет үҙ хәбәрсегә, бер яҡтан, ярҙам итһә, икенсе яҡтан, ярҙан этәрә бара.
Мәғлүмәт табыуы еңелләшеүе, иҡтисади еңеллек... “үҙ хәбәрсе кәрәкме?” тигән һорау килтереп ҡуя, һәм һүҙем “Башҡортостан” гәзите хаҡында түгел. Ил кимәлендә донъя күргән ҡайһы бер баҫмалар, мәҫәлән, төбәктәрҙәге генә түгел, башҡа дәүләттәрҙәге вәкиллектәрен дә яба. Тик шуныһы – нисек кенә технология үҫешмәһен, ниндәй генә иҡтисади күренеш хасил булмаһын, теге-был ваҡиғаны Интернеттан килгән мәғлүмәт түгел, журналист баһалай, алда әйтеп киткәнсә, ваҡиғалар эсендә лә нәҡ ул үҙе ҡайнай. Бөгөнгө көндә “Башҡортостан” гәзитенең, Ишем­байҙан тыш, Учалы, Сибай, Нефтекама тарафтарында ла үҙ хәбәрсе пункттары булыуы әйтелгәндәрҙе дәлилләмәй ҡалмайҙыр.
Шуныһын да билдәләү зарур: үҙ хәбәрсенең бурыстары ла матур-матур геройҙар табыу, ваҡиғалар һүрәтләү йә иһә тәнҡит мәҡәләләре яҙыуға ғына ҡайтып ҡалмай хәҙер. Сер түгел: ижади һәләт менән йәнәш менеджментҡа ла етди талап ҡуйыу заманында йәшәйбеҙ. Хәйер, былар инде бер журналистикаға ғына ҡағылмай...
– Хәбәрсе тәү сиратта материалдар яҙыр­ға тейеш, минеңсә, гәзит данаһын һаҡ­лау, үҫтереү закон тарафынан нығы­тыл­һын ине, – тигән фекерен еткерә, мәҫәлән, Флүр Ғәлимов. Ысынлап та, заман талаптары ваҡыты менән заманса ижад итеүҙе талап иткән һымаҡ.
Башҡортостандың йылъяҙмаһы “Баш­ҡортостан” үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тағы ла илле йылдан ошондай сәбәп булырмы – уныһын инде бер Хоҙай белә. Хәйер, өмөтһөҙ булмайыҡ әле: Мөхтәр Тимербулатов, Флүр Ғәлимов, Рәлиф Кинйәбаевтай алмаштар килһә, уларҙы күтәргән төбәктәр­ҙең рухы һү­рел­мәһә, йәнә оло юбилейға ла сират етер.

Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 136

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 486

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 930

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 697

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 274

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 595

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537