“Һиңә рәхәт – иртән аяғыңа тәпешкә кейеү менән хеҙмәт көнөң башлана”, – тип йыш ҡына шаярталар редакциялағы егеттәр. Һәр шаяртыуҙа саҡ ҡына булһа ла хаҡлыҡ бар, ти. Ысынлап та, үҙ хәбәрсенең эш өҫтәле өйөндә шул. Ғөмүмән, “тәпешкә кейеп” эшләүҙең үҙ йәме менән бер рәттән үҙ мәшәҡәте, бурыстары, яуаплылығы һәм башҡа үҙенсәлектәре етерлек. Бәлки, иң ауыры шул азатлыҡтыр ҙа әле – һиңә бит сыбыртҡы шартлатыусы ла, прәник ҡаптырыусы ла үҙең. Әммә һүҙем әлегә ул хаҡта түгел. Үҙ хәбәрсенең редакциялағы роле – бына ниндәй һорау борсой. Гәзиттә ул – төбәктең, төбәктә гәзиттең йөҙө булып тора. Әлеге журналист күпселек осраҡта темаларҙы, йүнәлештәрҙе үҙе һайлай, төбәк тормошон яҡтыртыу өсөн йәнә ул яуаплы... Тик был үҙ хәбәрсенең үҙ юлы тигәнде лә аңлатмай. Ул – төбәк менән гәзитте тоташтырыусы, нығытыусы кеше....Стәрлетамаҡ – Башҡортостанда Өфөнән һуң иң ҙур ҡала. Бында ил кимәлендә әйтер һүҙе булған сәнәғәт магнаттары эшләп килә, республиканың көньяҡ төбәге өсөн юғары белемле белгестәр башлыса бында әҙерләнә. Ҡаланы республикала шулай уҡ иң ҙур муниципалитеттарҙың береһе булған Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары уратып алған. Ә утыҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан Салауат ҡалаһы йәнә сәнәғәт үҙәге булараҡ билдәле. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: был төбәктең гәзит өсөн тарихи әһәмиәте ҙур. Баҫма 1919 – 1922 йылдарҙа “Башҡортостан хәбәрҙәре” һәм “Ҡыҙыл ҡурай” исеме менән нәҡ Стәрлетамаҡта донъя күрә.
Мәҙәниәт, спорт, иҡтисад, белем биреү, ауыл йәшәйеше, урман донъяһы. Бар яҡлап та тормош ҡайнаған ошо төбәктә үҙ хәбәрсе сүрәтендә ҡулыма ҡәләм алған саҡта ниндәй бәхеткә эйә булғанымды ҡапыл ғына аңлап та бөтмәгәнмендер әле. Бында төбәктең бай тормошо хаҡында ғына һүҙ бармай, әлбиттә, бәхет күп ҡырлы икән ул...
Беренсенән, миңә тиклем ошо йөктө (әлеге зона буйынса үҙ хәбәрсе йөгөн) тартып килгән ағайҙарҙың эҙен дауам итеү яуаплы ла, кинәнесле лә. Мәҫәлән, Рәлиф Кинйәбаев, Флүр Ғәлимов һымаҡ шәхестәр “Башҡортостан” тарихы ғына түгел, Башҡортостан тарихы ла бит! Эйе, нәҡ ошондай күренекле ағайҙар эшләгән үҙ хәбәрсе булып.
Шулай ҙа “Башҡортостан”дың Ишембай тарафтарындағы үҙ хәбәрселәр тарихы был егеттәр эшләгән дәүерҙән күпкә алдараҡ башлана. Яугир-журналист Мөхтәр Тимербулатов яра был эҙҙе һәм ул ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен (хаҡлы ялға киткәнсе) ошо зона менән баҫманы бәйләүсе булып тора.
Йәшерәк етәкселәр һуғыш юлын үткән шәхесте, әлбиттә, хөрмәт итә, шөрләй ҙә. Әммә үҙ хәбәрсенең көсө уның үткәндәре менән генә бәйле түгел. Мөхтәр Тимербулатов геройҙарына, хәл-ваҡиғаларға ҡарата һәр саҡ ғәҙел була: уларҙың уңыштары менән бер рәттән етешһеҙлектәрен дә күрә белә һәм барыһы ла мәҡәләлә сағыласағын алдан иҫкәртергә лә ҡурҡмай. Әлбиттә, мәҡәлә донъя күргәнсе ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлөп тә өлгөрә. Уның ҡарауы, шылтыратып янаған саҡтар ҙа аҙ булмай. Үҙ хәбәрсе йөгөнөң шундай сетерекле яҡтары ла сығып тора.
– Дөрөҫлөк хаҡына әйтергә кәрәк, атай эшләй башлағансы был төбәк менән гәзит араһында мөнәсәбәт һалҡын булған, нәҡ Мөхтәр Тимербулатов килгәс, баҫманың баһаһы күтәрелә, данаһы ла арта, партияның урындағы комитеттары һәр саҡ уның һүҙенә ҡолаҡ һала башлай, – тип хәтерләй атаһының хеҙмәт юлын бөгөн журналистика ветераны, билдәле шәхес Зөфәр Тимербулатов. – Уның менән үҙ хәбәрсе йөгө хаҡында йыш ҡына һөйләшә торғайныҡ, үҙем дә ҡайһы бер эштәренә хәбәрҙар булдым: мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитендә атайҙың бер нисә тәнҡит мәҡәләһенән һуң Стәрлетамаҡтағы бер заводтың директорын эштән ебәрҙеләр. Ебәрмәҫлек тә түгел ине шул, ғәҙелһеҙлектәре етерлек булған. Һәр хәлдә, журналист дөрөҫлөктө яҡлап сыҡҡан!
Ниндәй ҡөҙрәткә эйә булған һүҙ! “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе булып Рәлиф Кинйәбаев та үткән быуаттың 90-сы йылдарында, атап әйткәндә, Совет власы осоронда эшкә килә. Шулай уҡ тормошто телевидение менән Интернет та баҫып алмаған. Әммә үҙ хәбәрсенең юлы гелән еңел бармай. Бөгөнгө дәүер булһынмы, совет осоромо, журналисҡа ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеү эше һәр заманда ла етерлек була. Был йәһәттән үҙ хәбәрсенең хеҙмәт юлы бер мәҡәләгә генә һыйырлыҡ материал түгел, әлбиттә. Төпләмәләрҙе аҡтарһаң, унда әлеге журналистарҙың урындағы йәшәйеште сағылдырыуы ғына түгел, шул йәшәйешкә (атап әйткәндә, ҡайһы бер мәсьәләләргә) йоғонтоһон да күҙалларға була. Газ үткәреү, юлдар, мәктәп автобусы, эшселәрҙең социаль хәлен яҡшыртыу...
– Бер заман оҙон ғына буйлы йәш ир килеп инде, – тип хәтерләй Ишембай районындағы бер почта бүлексәһен оҙаҡ йылдар етәкләгән апай. – “Мин “Башҡортостан” гәзитенән Рәлиф Кинйәбаев булам, ауылда күпме дана гәзит алдыралар?” тип ҡыҙыҡһынды. Ҡаушап ҡалдым, әммә тиҙ генә үҙемде ҡулға ала һалып, тулыһынса отчет бирҙем, шундай зыялы, әҙәпле кеше менән аралашыуым бөгөнгөләй хәтерҙә.
Ә күпме ябай эшселәр, хеҙмәткәрҙәрҙән алып район һәм ҡала етәкселәренә тиклем аралаша үҙ хәбәрсе үҙенең бурысын атҡарғанда.
– Ҡайһы берҙә беркетелмәгән райондарға сығып китергә тура килгеләне хатта, – тип хәтер ебен һүтә Сибәғәт Рахманғолов. – Бер генә миҫал: Иглиндәге юлһыҙ бер ауылға барып ҡайттыҡ, аҙаҡ унда асфальт түшәнеләр, Силәбеләге, Ырымбурҙағы милләттәштәр менән тығыҙ аралашыу бәхете лә тейҙе “Башҡортостан”да эшләгән осорҙа.
Тимәк, үҙ хәбәрсенең географияһы беркетелгән төбәк менән генә сикләнмәй, шулай уҡ темалар ҙа, геройҙар ҙа.
Үҙ хәбәрсе йөҙәр километр алыҫта эшләһә лә, уның күңеле, уйҙары редакцияла, коллектив араһында. Шунһыҙ, хәйер, үҙеңде хеҙмәткәр итеп күҙ алдына баҫтырыу ҙа мөмкин түгелдер.
– Биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә бер ғаиләләй булдыҡ, журналистан, корректорҙан алып баш мөхәрриргә тиклем тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында шылтыратып борсоған һорауҙарҙы бирә ала инем, – тип хәтерләй хеҙмәт йылдарын Вәдүт Исхаҡов. – Редакция менән үҙ хәбәрсе араһындағы йыраҡтағы яҡын аралар үтә лә мөһим, – тигән фекерҙе лә еткерә журналист. – Әлбиттә, редакция менән элемтәнән күп нәмә тора, шулай ҙа үҙ хәбәрсенең, һөҙөмтәлә гәзиттең уңышы корреспонденттың урындағы бәйләнешенә барып тоташа.
Нисек һине ҡабул итәләр, нисек мәҡәләләреңде ҡабул итәләр? Бына ҡайҙа ята төп һорау. Әммә, әйтергә кәрәк, бында барыһы ла журналистың оҫталығынан ғына тормайҙыр. Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән район-ҡалаларҙа гәзиткә, һүҙ көсөнә иғтибар кимәле уңыш нигеҙен дәлилләй. Аллаға шөкөр, был йәһәттән яҡташтарым өсөн ҡыҙараһы түгел – Юрматыла рухлы халыҡ йәшәй. Кендек ҡаны тамған ер – Ишембай районында ла, төйәк иткән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла әлегә гәзиттең ҡәҙерен белә, һүҙ ҡөҙрәтен хөрмәт итә. Бигерәк тә ишембайҙар өсөн шатмын. Әүҙем ижад емештәрен дә ебәрәләр, төрлө һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итәләр һәм, әлбиттә, иң мөһиме – сығып торған мәҡәләләргә үҙ ҡараштарын, үҙ баһаһын еткерәләр. Рәхмәт уларға. Шулай уҡ яҡташтарымдың әүҙем гәзит алдырыусылар икәнен дә билдәләгем килә. Был йәһәттән райондың “Башҡортостан” гәзитен иң күп дана алдырыусыларҙың береһе икәнлеген күҙ уңында тотҡанда ла күпте күҙалларға мөмкин. Социаль-иҡтисади тәңгәлдә үҫеш йүнәлешендә барған был муниципалитеттың етәкселегенән алып ябай гәзит уҡыусыға тиклем хәстәрлек-хөрмәт күрһәтә белеүе ошо төбәкте яҡтыртыусы журналист өсөн үтә лә мөһим.
Үҙ хәбәрсе мәктәбе – көслө мәктәп һәм журналист булараҡ үҫешеү өсөн генә түгел. “Башҡортостан”дың Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондары, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсе йөгөн тартҡан журналистарҙың хеҙмәт биографияһына күҙ һалһаң, шундай картина хасил була: Рәлиф Кинйәбаев үҙ хәбәрсе булып эшләгәндән һуң баҫманың баш мөхәррире итеп үрләтелә, Вәдүт Исхаҡов – Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры, “Торатау” гәзитен етәкләй, Флүр Ғәлимов – билдәле яҙыусы, эшҡыуар, Сибәғәт Рахманғолов – Салауат мәғлүмәт үҙәге директоры, “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире. Тик хикмәт вазифала ғына түгел, әлбиттә. Күпме тормош багажы, тәжрибә туплайһың халыҡ араһында йөрөгәндә. Был тәңгәлдә редакцияла көс түккән журналистарға ҡарағанда, үҙ хәбәрсе бер баҫҡысҡа бәхетлерәк һымаҡ – ауылдарға, хужалыҡтарға сығыу өсөн ябай халыҡ менән аралашам тип махсус командировка көтөргә кәрәкмәй, “тәпешкәңде сисеп” тупһа аша атланыңмы – һин командировкала!
Эйе, халыҡ араһында йөрөп күп багаж, материал туплана, һәм улар киләсәктә мәҡәлә нигеҙе булып ҡына сикләнмәй.
– Әҫәрҙәремдәге күп геройҙарҙы нәҡ үҙ хәбәрсе булып эшләгәндә таптым, – ти Рәлиф Кинйәбаев. Геройҙарҙың прототиптары ғына был төбәктә йәшәмәй, ә ундағы тәбиғәт ҡомартҡылары ла әҫәрҙәрҙең ҡуйынына һыйынған. Флүр Ғәлимов романдарында ла геройҙарҙың Стәрлетамаҡта йәшәүен беләбеҙ. Бына ниндәй бәхеткә эйә ул үҙ хәбәрсе!
...Тормош менән бергә гәзиттең йөҙө лә, эш алымы ла үҙгәрә. Мәғлүмәт еткереү, оперативлыҡ күпкә еңелләште. Ниндәйҙер сара хаҡындағы мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында уҡ донъя күрһен өсөн ҡайта һалып ҡулдан яҙырға, машинкала баҫырға, шунан фотопленканан һүрәт эшләтергә йүгерергә, ә мәҡәлә күтәреп факс эҙләргә кәрәкмәй, гаджеттар ярҙамында материал яуаплы сәркәтиптең эш өҫтәленә (был осраҡта компьютерҙағы “эш өҫтәле” күҙ уңында тотола) сарала аҙаҡҡы ҡунаҡ сәхнәнән төшөп өлгөрмәҫ борон барып ятыуы бер ни түгел. Быға Интернет сәбәпсе. Әммә шул уҡ Интернет үҙ хәбәрсегә, бер яҡтан, ярҙам итһә, икенсе яҡтан, ярҙан этәрә бара.
Мәғлүмәт табыуы еңелләшеүе, иҡтисади еңеллек... “үҙ хәбәрсе кәрәкме?” тигән һорау килтереп ҡуя, һәм һүҙем “Башҡортостан” гәзите хаҡында түгел. Ил кимәлендә донъя күргән ҡайһы бер баҫмалар, мәҫәлән, төбәктәрҙәге генә түгел, башҡа дәүләттәрҙәге вәкиллектәрен дә яба. Тик шуныһы – нисек кенә технология үҫешмәһен, ниндәй генә иҡтисади күренеш хасил булмаһын, теге-был ваҡиғаны Интернеттан килгән мәғлүмәт түгел, журналист баһалай, алда әйтеп киткәнсә, ваҡиғалар эсендә лә нәҡ ул үҙе ҡайнай. Бөгөнгө көндә “Башҡортостан” гәзитенең, Ишембайҙан тыш, Учалы, Сибай, Нефтекама тарафтарында ла үҙ хәбәрсе пункттары булыуы әйтелгәндәрҙе дәлилләмәй ҡалмайҙыр.
Шуныһын да билдәләү зарур: үҙ хәбәрсенең бурыстары ла матур-матур геройҙар табыу, ваҡиғалар һүрәтләү йә иһә тәнҡит мәҡәләләре яҙыуға ғына ҡайтып ҡалмай хәҙер. Сер түгел: ижади һәләт менән йәнәш менеджментҡа ла етди талап ҡуйыу заманында йәшәйбеҙ. Хәйер, былар инде бер журналистикаға ғына ҡағылмай...
– Хәбәрсе тәү сиратта материалдар яҙырға тейеш, минеңсә, гәзит данаһын һаҡлау, үҫтереү закон тарафынан нығытылһын ине, – тигән фекерен еткерә, мәҫәлән, Флүр Ғәлимов. Ысынлап та, заман талаптары ваҡыты менән заманса ижад итеүҙе талап иткән һымаҡ.
Башҡортостандың йылъяҙмаһы “Башҡортостан” үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тағы ла илле йылдан ошондай сәбәп булырмы – уныһын инде бер Хоҙай белә. Хәйер, өмөтһөҙ булмайыҡ әле: Мөхтәр Тимербулатов, Флүр Ғәлимов, Рәлиф Кинйәбаевтай алмаштар килһә, уларҙы күтәргән төбәктәрҙең рухы һүрелмәһә, йәнә оло юбилейға ла сират етер.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.