Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ БАР”
Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы Рәйсә ИЛИШЕВА – фәнни-педагогик йәмғиәттә киң билдәле уҡытыусы, әҙәбиәтсе-ғалимә, бихисап тәнҡит мәҡәләһе авторы. Уның менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ шулай ҙа юғары белем биреү, педагогика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә генә ҡағылмай, ғөмүмән, мәғариф, йәмғиәт проблемалары ла күтәрелә.

– Рәйсә Хәким ҡыҙы, һеҙ һәр ваҡыт яңылыҡтар, яңыса үҫеш эсендә ҡай­най­һығыҙ, шул процесты етәкләй­һегеҙ, ойоштораһығыҙ.
– Ысынлап та, осраҡлымы-түгелме, хеҙмәт юлымда ҡасандыр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт әҙәбиәте кафедраһы, уның базаһын булдырыу эшендә әүҙем ҡатнаша башлағандан алып бөгөнгәсә ниндәйҙер боролоштар осрап торҙо. Әҙәбиәт кафедраһына килгәндә, уны бөртөкләп булдырырға тура килде.
Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы быға тиклем уңышлы эшләп килде. Иң мөһиме – хәҙер ҙә эшебеҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы составында дауам итәбеҙ һәм бөгөнгәсә нисәмә студенттың күңелендә башҡорт әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уяна, күпме йәш шағирға ҡанат үҫә. Студенттарҙың әҙәбиәтте ихлас яратыуына ҡыуанмау мөмкин түгел. Башҡорт әҙәбиәте – яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәүсе шундай илаһи күренеш бит ул!
– Һеҙ, ошо өлкәне өйрәнгән, студент­тарҙы уның серҙәренә төшөн­дөргән шәхес булараҡ, әҙәбиәтебеҙгә саҡ ҡына һуңыраҡ ныҡлабыраҡ туҡталып үтербеҙ. Кафедра мөдире тигәс, күп осраҡта фән докторы дәрәжәһендәге кеше күҙ алдына баҫа...
– Мин бит хәҙер кафедраға етәкселек итмәйем (көлә-авт.). Әҙәбиәт кафедра­һында эшләп йөрөгәндә, педакадемия составында ғилми эҙләнеүҙәр үҙәге асылды. Шул үҙәкте етәкләргә тәҡдим иткәс, ғалим, уҡытыусым (бында белем биреү тураһында ғына һүҙ бармай), фән кандидатлығы яҡлағанда етәксем Роберт Байымов: “Рәйсә, һин унда барма, фәнни эҙләнеүҙәр эсендә ҡайнап, фәндән йыраҡ торасаҡһың”, – тип шаяртҡайны. Был шаяртыу, күрәһең, күрәҙәлек булғандыр. Әммә ғилми үҙәккә директор булып барыуыма үкенәм тигән һүҙ түгел был – үҙемде һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡтарға ынтылыусы булараҡ беләм. “Ә ни өсөн эшләп ҡарамаҫҡа?” тигән девиз менән йәшәйем.
Үҙәктең тәү маҡсаты Баш­ҡортостандың көньяҡ төбәгендәге мәктәптәр менән бәйләнеш булдырыу ине. Беҙҙә уҡытыу­сылар кинәнеп белемен камиллаштыра башланы, институт педагогтары уларҙы уҡытып ҡына ҡалманы, ә яңылыҡтары менән таныштырҙы, тәжрибәләрен уртаҡ­лашты, үҙҙәренең фәнни эшмәкәрлеген ғәмәлдә һынаны... Ошо эштәр эсендә ҡайнап, әлбиттә, докторлыҡ диссерта­цияһы иғтибарҙан ситтәрәк ҡалды. Ләкин башҡорт әҙәбиәте үҫеше ғилеменә ҡарата әйтер һүҙем бар. Ул докторлыҡ диссерта­цияһы сүрәтендә булмауы ла ихтимал, әммә ғилми эш менән шөғөлләнеүсе ҡасандыр барыбер ҙә үҙенең төп һүҙен әйтерлек кимәлгә етә. Был, минеңсә, фән өлкәһенә йәки әҙәбиәткә генә ҡағылмай, әҙәм балаһы барыбер ҡасан да булһа төп ғәмәлен атҡарырлыҡ булып “бешә”. Кешенең әйтер һүҙе булырға тейеш – был тормош ҡануны, тормош талабы!
– Бынан биш йыл элек БДУ-ның Стәрле­тамаҡ филиалы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәү­ләт педагогия академияһы ҡушы­лып, бер структураға әйләнде. Һеҙҙе шул йәнә һынылыш осоронда, яңы­лыҡ­тарға күмелгәндә төп ваҡиға­ларҙың эсендә ҡайнарға, белем усағы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйен­ләнеләр.
– Яңы вазифала ситтән тороп уҡыу бүлеге, ситтән тороп (дистанцияла) белем алыу системаһы һәм, ҡулдарына диплом алғас, кисәге студенттарҙы эшкә урынлаштырыу, профессиональ йүнәлеш биреү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тура килде.
Кисәге студенттарҙың бөгөнгө мәшғүллеге тураһында айырым һүҙ әйтеп китеү урынлылыр. Билдәле, ауылдан килгән йәштәр ҡалала ҡалырға тырыша, Стәрлетамаҡта тыуып үҫкәндәр Өфөгә ашҡына, Мәскәүгә юл тота. Бының сәбәптәре лә, әлбиттә, етерлек: яҡшыраҡ йәшәү, реалләшеү шарттары эҙләү, хеҙмәт хаҡы. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла үҙ һөнәре буйынса эшләргә ашҡынып тормай. Быларҙы мәғариф системаһында, хеҙмәт баҙарында ентекле өйрәнәһе мәсьәләләр бар икәнлеген билдәләр өсөн генә әйтәм.
– Йәш белгестең эшкә урынлашыу проблемалары хаҡында йәмғиәттә йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатыла, ә бына дистанцияла белем алыу тураһында күптәр белмәйҙер әле...
– Мәғлүмәт технологиялары уҡыу процесын еңелләштерергә, ҡулайлаштырырға тейеш. Ситтән тороп уҡыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Уҡытыу сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеү, уҡыу әсбаптарын, уҡыу буйынса кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм үҙләштереүҙә дистанцияла белем биреү технологиялары ярҙамға килә лә инде. Махсус шарттар нигеҙендә студент уҡытыусы менән виртуаль донъяла аралаша, лекция тыңлай, һабаҡ ала, остазы биргән мәсьәләләрҙе сисә. Был уҡыу процесынан артта ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, атап әйткәндә.
– Ә студенттың уҡыу йортона бө­төнләй килеп тормай, ошо ысул менән белем алыуы мөмкинме?
– Был тәжрибә күптән донъя кимәлендә ҡулланыла. Бер тапҡыр ҙа сик аша сыҡмаған кешеләр сит ил университеттарын тамамлай ала. Беҙҙә иһә был система әлегә киң таралмаған, беҙҙең менталитет та башҡаса, инглиз телен белеү ҙә кәрәк. Уҡытыусы менән уҡыусы бер тапҡыр ҙа күҙгә-күҙ ҡарашмай тороп, белем алыуҙы күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн социалләшеү ҙә мөһим күренеш булып ҡала.
– Әле һеҙ етәкселек иткән башҡорт һәм төрки филологияһы факульте­тының хәҙер атамаһы ла, бурысы ла башҡасараҡ. Был яңылыҡ, был күренеш сикләнеүме, әллә, киреһенсә, яңы мөмкинлектәр асыумы?
– Билдәле ғалим Зиннур Ураҡсиндың ҡасандыр әйткән һүҙе хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Факультетты асҡан мәлдәрҙә ул: “Башҡорт филологияһы түгел, ә көнсығыш телдәре факультеты асығыҙ”, – тип кәңәш биргәйне. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, башҡа илдәр менән бергә эшләү, ғәрәп, фарсы, ҡытай телдәрен белгән кадрҙар үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡайны ул. Ә нисек хаҡ булған бит ул! Тик шул саҡта ҡиммәттәр башҡасараҡ, йүнәлеш бүтәнсәрәк ине. Ғалимдың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ошо телдәрҙе өйрәнгәндә, кадрҙар үҫ­тергәндә, нисек отор инек, ниндәй кимәлдә алда барыр инек тә бит.
Бер яҡтан, глобалләшеү һымаҡ күренһә лә, икенсе яҡтан, бәйләнештәр булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, шул нигеҙҙә үҫешеү – заман талабы. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап ҡына әллә ни йыраҡ китеп булмай.
Ваҡыт тарыраҡтыр, бәлки, шулай ҙа Зиннур Ғәзиз улының инде аманатын бер ни тиклем кимәлдә атҡарып сығырға мөмкинлек тыуҙы. Бының өсөн факультет нигеҙендә булдырылған база көслө. Башҡорт теле буйынса тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ бар.
– Тел буйынса үҫеш тураһында әйтеп үттегеҙ. Ә бына әҙәбиәт ғилеме үҫеше, һеҙҙеңсә, нисек бара? Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтен күҙ уңында тотам.
– Ошо көндәрҙә Салауат Әбү­зәровтың “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабын уҡып сыҡтым. Бик ҡыҙыҡ фекерҙәр яҙылған. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбайҙың әҫәрҙәре һоҡландыра. Ринат Камал, Әмир Әминевтең яңылыҡтарға, яңы алымдарға бай ижадын күҙәтеп барам. Ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙ бер урында ғына тапана тип әйтеп булмай.
Уның ҡарауы, үкенескә ҡаршы, был эҙләнеүҙәр, артыҡ мауығып кителеп, ниндәйҙер айырым төркөм уҡыусылар өсөн тәғәйен генә әҫәрҙәр тыуҙырған һымаҡ. Яңылыҡ тигәс тә, минеңсә, ул ҡатмарлылыҡты аңлатмай. Һәммәһенә яҡын, ябай ғына аңлайышлы булһын улар. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәт романдары, детектив, инде килеп балалар өсөн әҫәрҙәр етешмәгән һымаҡ. Ғөмүмән, уҡыусының зауығын да уйлау фарыз. Тәнҡитсегә лә ҡытлыҡ ҙур. Беҙ вуз уҡытыусылары фән менән шөғөлләнеү йәһәтенән әҫәрҙәргә, әлбиттә, тәнҡит мәҡәләләре яҙырға бурыслыбыҙ. Тик былар ғына аҙ шул, фән, көндәлек тәнҡит менән махсус шөғөлләнгән авторҙарҙың күберәк булыуы кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙең әҙәбиә­тебеҙ матур. Нәфис, ипле, тормоштоң төп ҡиммәттәренән ситкә тайпылмай.
– Ә үҙегеҙ әҙәбиәткә ҡасан ғашиҡ булдығыҙ?
– Бишенсе класта уҡығанда уҡ киләсәктә уҡытыусы булырымды белә инем инде. Шиғырҙар яҙҙым, гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек иттем. БДУ-ны тамамлағанда баҫмаға үҙемдең шиғыр йыйынтығымды ла әҙерләп бөткәйнем. Үкенескә ҡаршы, ул ҡулъяҙма кимәлендә генә ҡалды. Тормош иптәшем һөнәре буйынса агроном-уҡытыусы булһа ла, ул да шиғри күңелле кеше, фекерҙәшем, рухташым, ҡыҙым менән улым да әҙәбиәткә битараф түгел... Ғөмүмән, ғүмерем буйы башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡмын һәм был һөйөү тәрәнәйә генә бара.
– ...Әҙәбиәт. Уҡытыусы. Кадрҙар әҙерләүсе. Ғаиләләге тәрбиә хаҡында һүҙ ҡуҙғаттығыҙ. Бындай темалар үҙенән-үҙе артабанғы һорауға юл яра. Бөгөн, билдәле булыуынса, башҡорт телен уҡытыу буйынса ҡыҙыу бәхәстәр, төрлө ҡараштар һәм боролоштар барлыҡҡа килде. Әңгәмәне ошо мәсьәләгә ҡарата һеҙҙең феке­регеҙ менән тамамлау ғәҙел булыр, минеңсә.
– Был һорауға төрлө яҡлап яуап бирергә булыр ине. Билдәле шиғырҙа әйтелгәнсә:
“Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан,
Балаларың башҡорт булмағас?”
Шунан да күп нәмә аңлашылыр, моғайын.

Рәмил ӘБДРӘШИТОВ әңгәмәләште.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872