“ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ БАР”17.11.2017
Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы Рәйсә ИЛИШЕВА – фәнни-педагогик йәмғиәттә киң билдәле уҡытыусы, әҙәбиәтсе-ғалимә, бихисап тәнҡит мәҡәләһе авторы. Уның менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ шулай ҙа юғары белем биреү, педагогика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫешенә генә ҡағылмай, ғөмүмән, мәғариф, йәмғиәт проблемалары ла күтәрелә.
– Рәйсә Хәким ҡыҙы, һеҙ һәр ваҡыт яңылыҡтар, яңыса үҫеш эсендә ҡайнайһығыҙ, шул процесты етәкләйһегеҙ, ойоштораһығыҙ.
– Ысынлап та, осраҡлымы-түгелме, хеҙмәт юлымда ҡасандыр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт әҙәбиәте кафедраһы, уның базаһын булдырыу эшендә әүҙем ҡатнаша башлағандан алып бөгөнгәсә ниндәйҙер боролоштар осрап торҙо. Әҙәбиәт кафедраһына килгәндә, уны бөртөкләп булдырырға тура килде.
Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы быға тиклем уңышлы эшләп килде. Иң мөһиме – хәҙер ҙә эшебеҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы составында дауам итәбеҙ һәм бөгөнгәсә нисәмә студенттың күңелендә башҡорт әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уяна, күпме йәш шағирға ҡанат үҫә. Студенттарҙың әҙәбиәтте ихлас яратыуына ҡыуанмау мөмкин түгел. Башҡорт әҙәбиәте – яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәүсе шундай илаһи күренеш бит ул!
– Һеҙ, ошо өлкәне өйрәнгән, студенттарҙы уның серҙәренә төшөндөргән шәхес булараҡ, әҙәбиәтебеҙгә саҡ ҡына һуңыраҡ ныҡлабыраҡ туҡталып үтербеҙ. Кафедра мөдире тигәс, күп осраҡта фән докторы дәрәжәһендәге кеше күҙ алдына баҫа...
– Мин бит хәҙер кафедраға етәкселек итмәйем (көлә-авт.). Әҙәбиәт кафедраһында эшләп йөрөгәндә, педакадемия составында ғилми эҙләнеүҙәр үҙәге асылды. Шул үҙәкте етәкләргә тәҡдим иткәс, ғалим, уҡытыусым (бында белем биреү тураһында ғына һүҙ бармай), фән кандидатлығы яҡлағанда етәксем Роберт Байымов: “Рәйсә, һин унда барма, фәнни эҙләнеүҙәр эсендә ҡайнап, фәндән йыраҡ торасаҡһың”, – тип шаяртҡайны. Был шаяртыу, күрәһең, күрәҙәлек булғандыр. Әммә ғилми үҙәккә директор булып барыуыма үкенәм тигән һүҙ түгел был – үҙемде һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡтарға ынтылыусы булараҡ беләм. “Ә ни өсөн эшләп ҡарамаҫҡа?” тигән девиз менән йәшәйем.
Үҙәктең тәү маҡсаты Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге мәктәптәр менән бәйләнеш булдырыу ине. Беҙҙә уҡытыусылар кинәнеп белемен камиллаштыра башланы, институт педагогтары уларҙы уҡытып ҡына ҡалманы, ә яңылыҡтары менән таныштырҙы, тәжрибәләрен уртаҡлашты, үҙҙәренең фәнни эшмәкәрлеген ғәмәлдә һынаны... Ошо эштәр эсендә ҡайнап, әлбиттә, докторлыҡ диссертацияһы иғтибарҙан ситтәрәк ҡалды. Ләкин башҡорт әҙәбиәте үҫеше ғилеменә ҡарата әйтер һүҙем бар. Ул докторлыҡ диссертацияһы сүрәтендә булмауы ла ихтимал, әммә ғилми эш менән шөғөлләнеүсе ҡасандыр барыбер ҙә үҙенең төп һүҙен әйтерлек кимәлгә етә. Был, минеңсә, фән өлкәһенә йәки әҙәбиәткә генә ҡағылмай, әҙәм балаһы барыбер ҡасан да булһа төп ғәмәлен атҡарырлыҡ булып “бешә”. Кешенең әйтер һүҙе булырға тейеш – был тормош ҡануны, тормош талабы!
– Бынан биш йыл элек БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ҡушылып, бер структураға әйләнде. Һеҙҙе шул йәнә һынылыш осоронда, яңылыҡтарға күмелгәндә төп ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнарға, белем усағы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр.
– Яңы вазифала ситтән тороп уҡыу бүлеге, ситтән тороп (дистанцияла) белем алыу системаһы һәм, ҡулдарына диплом алғас, кисәге студенттарҙы эшкә урынлаштырыу, профессиональ йүнәлеш биреү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә тура килде.
Кисәге студенттарҙың бөгөнгө мәшғүллеге тураһында айырым һүҙ әйтеп китеү урынлылыр. Билдәле, ауылдан килгән йәштәр ҡалала ҡалырға тырыша, Стәрлетамаҡта тыуып үҫкәндәр Өфөгә ашҡына, Мәскәүгә юл тота. Бының сәбәптәре лә, әлбиттә, етерлек: яҡшыраҡ йәшәү, реалләшеү шарттары эҙләү, хеҙмәт хаҡы. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла үҙ һөнәре буйынса эшләргә ашҡынып тормай. Быларҙы мәғариф системаһында, хеҙмәт баҙарында ентекле өйрәнәһе мәсьәләләр бар икәнлеген билдәләр өсөн генә әйтәм.
– Йәш белгестең эшкә урынлашыу проблемалары хаҡында йәмғиәттә йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатыла, ә бына дистанцияла белем алыу тураһында күптәр белмәйҙер әле...
– Мәғлүмәт технологиялары уҡыу процесын еңелләштерергә, ҡулайлаштырырға тейеш. Ситтән тороп уҡыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Уҡытыу сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеү, уҡыу әсбаптарын, уҡыу буйынса кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм үҙләштереүҙә дистанцияла белем биреү технологиялары ярҙамға килә лә инде. Махсус шарттар нигеҙендә студент уҡытыусы менән виртуаль донъяла аралаша, лекция тыңлай, һабаҡ ала, остазы биргән мәсьәләләрҙе сисә. Был уҡыу процесынан артта ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, атап әйткәндә.
– Ә студенттың уҡыу йортона бөтөнләй килеп тормай, ошо ысул менән белем алыуы мөмкинме?
– Был тәжрибә күптән донъя кимәлендә ҡулланыла. Бер тапҡыр ҙа сик аша сыҡмаған кешеләр сит ил университеттарын тамамлай ала. Беҙҙә иһә был система әлегә киң таралмаған, беҙҙең менталитет та башҡаса, инглиз телен белеү ҙә кәрәк. Уҡытыусы менән уҡыусы бер тапҡыр ҙа күҙгә-күҙ ҡарашмай тороп, белем алыуҙы күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн социалләшеү ҙә мөһим күренеш булып ҡала.
– Әле һеҙ етәкселек иткән башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының хәҙер атамаһы ла, бурысы ла башҡасараҡ. Был яңылыҡ, был күренеш сикләнеүме, әллә, киреһенсә, яңы мөмкинлектәр асыумы?
– Билдәле ғалим Зиннур Ураҡсиндың ҡасандыр әйткән һүҙе хәтерҙә һаҡланып ҡалған. Факультетты асҡан мәлдәрҙә ул: “Башҡорт филологияһы түгел, ә көнсығыш телдәре факультеты асығыҙ”, – тип кәңәш биргәйне. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, башҡа илдәр менән бергә эшләү, ғәрәп, фарсы, ҡытай телдәрен белгән кадрҙар үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡайны ул. Ә нисек хаҡ булған бит ул! Тик шул саҡта ҡиммәттәр башҡасараҡ, йүнәлеш бүтәнсәрәк ине. Ғалимдың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ошо телдәрҙе өйрәнгәндә, кадрҙар үҫтергәндә, нисек отор инек, ниндәй кимәлдә алда барыр инек тә бит.
Бер яҡтан, глобалләшеү һымаҡ күренһә лә, икенсе яҡтан, бәйләнештәр булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, шул нигеҙҙә үҫешеү – заман талабы. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап ҡына әллә ни йыраҡ китеп булмай.
Ваҡыт тарыраҡтыр, бәлки, шулай ҙа Зиннур Ғәзиз улының инде аманатын бер ни тиклем кимәлдә атҡарып сығырға мөмкинлек тыуҙы. Бының өсөн факультет нигеҙендә булдырылған база көслө. Башҡорт теле буйынса тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ бар.
– Тел буйынса үҫеш тураһында әйтеп үттегеҙ. Ә бына әҙәбиәт ғилеме үҫеше, һеҙҙеңсә, нисек бара? Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтен күҙ уңында тотам.
– Ошо көндәрҙә Салауат Әбүзәровтың “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабын уҡып сыҡтым. Бик ҡыҙыҡ фекерҙәр яҙылған. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбайҙың әҫәрҙәре һоҡландыра. Ринат Камал, Әмир Әминевтең яңылыҡтарға, яңы алымдарға бай ижадын күҙәтеп барам. Ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙ бер урында ғына тапана тип әйтеп булмай.
Уның ҡарауы, үкенескә ҡаршы, был эҙләнеүҙәр, артыҡ мауығып кителеп, ниндәйҙер айырым төркөм уҡыусылар өсөн тәғәйен генә әҫәрҙәр тыуҙырған һымаҡ. Яңылыҡ тигәс тә, минеңсә, ул ҡатмарлылыҡты аңлатмай. Һәммәһенә яҡын, ябай ғына аңлайышлы булһын улар. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәт романдары, детектив, инде килеп балалар өсөн әҫәрҙәр етешмәгән һымаҡ. Ғөмүмән, уҡыусының зауығын да уйлау фарыз. Тәнҡитсегә лә ҡытлыҡ ҙур. Беҙ вуз уҡытыусылары фән менән шөғөлләнеү йәһәтенән әҫәрҙәргә, әлбиттә, тәнҡит мәҡәләләре яҙырға бурыслыбыҙ. Тик былар ғына аҙ шул, фән, көндәлек тәнҡит менән махсус шөғөлләнгән авторҙарҙың күберәк булыуы кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙең әҙәбиәтебеҙ матур. Нәфис, ипле, тормоштоң төп ҡиммәттәренән ситкә тайпылмай.
– Ә үҙегеҙ әҙәбиәткә ҡасан ғашиҡ булдығыҙ?
– Бишенсе класта уҡығанда уҡ киләсәктә уҡытыусы булырымды белә инем инде. Шиғырҙар яҙҙым, гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек иттем. БДУ-ны тамамлағанда баҫмаға үҙемдең шиғыр йыйынтығымды ла әҙерләп бөткәйнем. Үкенескә ҡаршы, ул ҡулъяҙма кимәлендә генә ҡалды. Тормош иптәшем һөнәре буйынса агроном-уҡытыусы булһа ла, ул да шиғри күңелле кеше, фекерҙәшем, рухташым, ҡыҙым менән улым да әҙәбиәткә битараф түгел... Ғөмүмән, ғүмерем буйы башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡмын һәм был һөйөү тәрәнәйә генә бара.
– ...Әҙәбиәт. Уҡытыусы. Кадрҙар әҙерләүсе. Ғаиләләге тәрбиә хаҡында һүҙ ҡуҙғаттығыҙ. Бындай темалар үҙенән-үҙе артабанғы һорауға юл яра. Бөгөн, билдәле булыуынса, башҡорт телен уҡытыу буйынса ҡыҙыу бәхәстәр, төрлө ҡараштар һәм боролоштар барлыҡҡа килде. Әңгәмәне ошо мәсьәләгә ҡарата һеҙҙең фекерегеҙ менән тамамлау ғәҙел булыр, минеңсә.
– Был һорауға төрлө яҡлап яуап бирергә булыр ине. Билдәле шиғырҙа әйтелгәнсә:
“Ни мәғәнә башҡорт булыуыңдан,
Балаларың башҡорт булмағас?”
Шунан да күп нәмә аңлашылыр, моғайын.
Рәмил ӘБДРӘШИТОВ әңгәмәләште.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.