Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡурайҙы тыңлаһам, бөтә мәшәҡәттәрем онотола”
“Ҡурайҙы тыңлаһам, бөтә мәшәҡәттәрем онотола” Кеше ғүмеренең оҙонлоғон йылдар билдәләһә, уның мәғәнәһе һәм йөкмәткеһе ҡылған эштәре, изге ғәмәлдәре менән баһалана. Мәҫәлән, тәү ҡарауҙан бик талапсан, ҡырыҫ күренһә лә, Олег Иванович һәр саҡ алсаҡ, иғтибарлы, ғәҙел, тынғыһыҙ, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ. Студентмы, уҡытыусымы, ябай хеҙмәткәрме – бөтәһенә лә тигеҙ ҡарай. Ғалимдарға ла хөрмәте ҙур, сөнки ул үҙе лә ғалим. Юғары вазифаға тәғәйенләнгәнгә ҡәҙәр байтаҡ тормош баҫҡыстары үткән. Хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, техник фәндәр кандидаты, Өфө автотранспорт колледжы директоры Олег КОБЕЛЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Оло юбилейығыҙға әҙерләнәһе­геҙ, һеҙгә – 60 йәш! Ир-егет өсөн матур ваҡиға, уны ниндәй кәйефтәр менән ҡаршылайһығыҙ? 
– Үҙемде шул тиклем һәйбәт тоям, әйтерһең дә, миңә 50 йәш! Иртән эшемә ашҡынып торам, кис ғаиләм янына йүгерәм. Ошо матур ваҡиғаға арнап ҙур фотоальбом рәүешендә китап сығарҙым. Ни тиһәң дә, иҫтәлек бит.
– Ниндәй спорт төрө менән шөғөл­ләнәһегеҙ?
– Спортты яратам. Йүгереү, саңғыла уҙышыу, волейбол, гандбол һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Хәҙер, олпатланғас инде, барыһына ла өлгөрөп булмай, башлыса йөҙөүгә өҫтөнлөк бирәм. Балыҡ ҡармаҡларға, яратҡан почта маркаларын йыйырға, атай-әсәйемдең шәхси йортонда уларҙан мираҫ булып күскән күгәрсендәрҙе лә ҡарарға кәрәк.
– Ә иртәләрегеҙ нисек башлана икән? 
– Бик иртә торам. Көн дә һыуыҡ һыу менән ҡойонам, шулай сынығам. Мин бит үлсәү йондоҙлоғонда тыуғанмын, бөтә нәмәне ете ҡат үлсәгәс кенә ҡарар ҡабул итәм. Бөтәһен дә иртәнсәк хәл итәм.
– Һеҙҙе ниндәй музыка хисләндерә, тынысландыра, илһамландыра? Бәлки, йырлайһығыҙҙыр йәки берәй музыка ҡоралында уйнайһығыҙҙыр? 
“Ҡурайҙы тыңлаһам, бөтә мәшәҡәттәрем онотола”– Шул тиклем халыҡ көйҙәренә, йырҙарына, фольклорға ғашиҡмын. Башҡорт халыҡ йырҙарын да яратам, улар шул тиклем тәрән мәғәнәле. Шулай уҡ “Ант” төркөмөнөң, “Каруанһарай” ансамбле егеттәренең сығышы оҡшай, Нәзифә Ҡадированы йыш ҡына тыңлайым. Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан яңылыҡтарҙы көн дә ҡарайым, башҡорт спектаклдәренә йөрөйөм. Ҡурайҙы тыңлаһам, бөтә мәшәҡәттәрем онотола, моңо йөрәгемә үтә, хатта өйөмдә ҡурай һаҡлана. Улым Дмитрий ҙа башҡорт йырҙарын, музыкаһын ярата. Йыл һайын Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт һабантуйын үткәреүгә өлөшөн индерә. 
Әйткәндәй, ул Санкт-Петербург Кино һәм телевидение академияһын уңышлы тамамланы, бөгөн “Ленфильм”да – кинооператор.
– Донъяға фәлсәфәүи йәки логик күҙлектән ҡарайһығыҙмы? 
– Әлбиттә, логик күҙлектән ҡарайым. Әгәр ҙә донъяға фәлсәфәүи күҙлектән ҡараһам, бөгөнгө дәрәжәләргә етмәҫ тә инем. 
– Олег Иванович, бала сағығыҙ, үҫмер йылдарығыҙ нисек үтте, атай-әсәйегеҙ кем? Ғөмүмән, тормош баҫҡыстарығыҙға байҡау яһап үтһәгеҙ ине. 
– Өфөлә ябай эшсе ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгәнмен. Атайым үҙе лә ишле ғаиләлә тәүге бала, 43 йыл Өфө моторҙар эшләү заводында фрезлаусы йөгөн тартҡан. Әсәйем дә ошо заводта шымартыусы булып эшләгән. Урта мәктәпте яҡшы тамамлағас, уға педагогия училищеһына йүнәлтмә биреп сығаралар, ләкин оло йәштәге атаһы менән әсәһен ҡарарға тейеш булғас, белем эстәү тәтемәй.
Балалар баҡсаһына йөрөмәгәнмен. Физик яҡтан ныҡ булып үҫтем, бик иртә уҡырға-яҙырға өйрәндем. Бәләкәй генә килеш йорт-ҡура эштәренә иртә ылыҡтым – утын ярыу, ҡар көрәү, картуф сәсеү-утау һәм башҡа көндәлек мәшәҡәттәр минең өҫтә ине. Үҫә төшкәс тәбиғәткә сығып, балыҡ ҡармаҡларға ла әүәҫләнеп алдым, аҙаҡ ул иң яратҡан шөғөлдәремдең береһенә әйләнде. Етешһеҙ, ярлы йәшәгәнебеҙгә күрә, хатта сәй эсергә шәкәребеҙ ҙә булмай торғайны, атайым менән әсәйем көнө-төнө эштә булһалар ҙа, төп туҡланған аҙығыбыҙ картуф, тоҙланған ҡыяр ине. Хрущевтан һуң ил етәксеһе булып Брежнев килгәс, нисектер тормош еңеләйгәндәй тойолдо. Аҙыҡ-түлеккә, кәрәк-яраҡҡа магазиндарҙа ҡытлыҡ бөттө.
“Ҡурайҙы тыңлаһам, бөтә мәшәҡәттәрем онотола”Ғәҙәттәгесә, башҡа үҫмер малайҙар кеүек йә летчик, йә космонавт булғым килде. Әсәйемдең яңы йылға космонавт костюмы бүләк иткәне әле лә хәтеремдә. Техника менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуым да нәҡ шул осорҙан башланғандыр. Мәктәпте тамамлағас та, атай-әсәйем юлын дауам итеп, шул уҡ заводта электрик өйрәнсеге булып хеҙмәт юлын башланым. 18 йәшем тулғас, әрме хеҙмәтенә алындым. Приморье крайында ракета ғәскәрҙәрендә өлгөлө хеҙмәтем өсөн старшина дәрәжәһен бирҙеләр. Әрмелә йәштәрҙе өйрәттем, ул ваҡытта донъяла хәлдәр киҫкенләшкәйне. Хеҙмәт иткән частан миңә юғары уҡыу йортона йүнәлтмә биреп ҡайтарҙылар. Өфө авиация институтының әҙерлек курсын үтеп, уңышлы ғына унда инеп киттем. Ул ваҡыттарҙа техник йүнәлешле уҡыу йорттарында белем алыу бәхете меңдәр араһынан берәүгә генә тәтегәндер.
Юғары уҡыу йортонда ла һынатманым, факультеттың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайландым, студент отрядтарына ла етәкселек иттем. Шулай итеп, уҡыу менән бер рәттән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәнем. Юғары белем тураһында диплом алғас, институтҡа эшкә төштөм. Колледж директоры вазифаһына тиклем дәүләт хеҙмәтендә байтаҡ эшләнем.
– Колледж инде күп йылдар рәттән иң алдынғылар сафында, бының сере нимәлә? 
– Колледждың уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ төҙөлгән бинаһы ныҡ иҫкергән, шуға күрә бөтә сантехниканы, түбәне, иҙәнде, парталарҙы, ҡорамал­дарҙы яңыртырға тура килде. Китапхананы киңәйттек, музей астыҡ. Уҡыу лабораториялары, практика үтеү өсөн гараждар, интерактив таҡта, интернет, компьютер бүлмәләре заманса. Төп маҡсат – ҡыҙ һәм малайҙарға төплө белем биреү.
– Студенттарҙың мәҙәни кимәлен үҫтереү өсөн нимәләр эшләйһегеҙ? 
– Милли костюмдар алдырттым, ҡурайсылар ансамбле, казак хоры төҙөттөм, Рәсәй ҡалалары аша автоуҙыш ойошторабыҙ. Йыл һайын Башҡортостан йылғалары буйлап сәйәхәт итәбеҙ, Ҡыҙыл Ярҙағы Чапаев музейына йыш барабыҙ. Бер ыңғай шул мәлдәрҙә юлдарҙың төҙөклөгөн дә, техниканы ла күҙәтәбеҙ, һығымталар яһайбыҙ. 
– Юлдар, юлдар, ҡайҙа илтәһегеҙ беҙҙе, тиҙәр. Яҡын киләсәктә транспорт өлкәһендә, атап әйткәндә, машиналар эшләү тармағында, ниндәй яңылыҡтар көтөлә? 
– Ысынлап та, яҡын киләсәктә беҙҙең илдә лә экологик яҡтан таҙа электромо­билдәр етештереләсәк. Улар ҡояш энергияһы ярҙамында йөрөйәсәк. Ҡайһы бер ҡалаларҙа тиҙ йөрөшлө троллейбустар, трамвайҙар барлыҡҡа киләсәк. Профессор Александр Спивактың проекты буйынса Өфөлә Комсомол урамы буйлап Волгоградтағы кеүек тиҙ йөрөшлө трамвай йөрөй башларға тейеш. Ҡайһылай шәп булыр ине, ошо проект тормошҡа ашһа.
– Юлдар төҙөк булһын өсөн иң беренсе нәүбәттә нимәгә иғтибар итергә кәрәк? 
– Беренсенән, бер ҡасан да юл төҙөү технологияһын боҙорға ярамай, һәр нәмә иҫәптә тотолорға тейеш. Ремонтты ла юлдар бөтөнләй эшлектән сыҡҡас түгел, ә ваҡытында башҡарыу зарур. Тәбиғәт шарттарын да иҫәпкә алыу шарт. Тағы ла юлдарҙы һәм күперҙәрҙе махсус белгестәр генә һалһын һәм ремонтлаһын ине, ә ялланып эшләүселәр түгел.
– Беҙҙә юл торошо улай уҡ насар түгел шикелле?
– Хәҙер беҙҙә лә асфальт түшәүҙә яңы алымдар ҡулланыла. Күперҙәр ҙә заманса итеп төҙөлә. Тротуарҙар эшләнә. Ғөмүмән, бөтәһе лә халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.
– Яҡшы юлдар – илдең иҡтисад билдәһе. Һеҙҙеңсә, төҙөк юлдар нисек була ул? Хатта ки шундай хәбәрҙәр йөрөй, имеш, оҙаҡламай беҙҙә лә аҫылмалы канат юлдарҙан ғына машиналар йөрөйәсәк. Һеҙ быға ышана­һығыҙмы? 
– Юҡ, быларҙың барыһы ла фантастика. Бына күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле, беҙҙә бит бөтөнләй юлһыҙ, хатта ҡырсынташ та һалынмаған ҙур-ҙур ауылдар бар. Канат юлдар иһә Американың Нью-Йорк ҡалаһында ғына барлығын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, ә донъяның башҡа бер төбәгендә лә улар юҡ. Шуға унда аэропорт юлында бөтөнләй тығындар күҙәтелмәй.
– СССР-ҙың тарҡалыуын нисек кисер­ҙегеҙ? Илебеҙ машиналар эшләү буйынса үҫешәсәкме? Ни өсөн рә­сәйҙәр сит ил машиналарына өҫтөн­лөк бирә? 
– СССР-ҙың тарҡалыуын шул тиклем ауыр кисерҙем, сөнки минең бик күп дуҫтарым Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Украинала ҡалды. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәс, шунда танышып, дуҫлашҡан егеттәрем күп ине. Ил тарҡалыу тигәндән, шул осорҙа күп кенә машина эшләү заводтары ябылды. Улар өсөн двигателдәр беҙҙә Өфө моторҙар эшләү заводында етештерелде. Түбәнге Новгородта заводты яптылар.
Сит ил машиналарына яғыулыҡ әҙ кәрәк, экологик яҡтан таҙа улар, ә был бигерәк тә хәҙер мөһим. Биҙәлеше яғынан да айырылып торалар. Сит ил машиналары тулыһынса электроникаға ҡорол­ған. Шулай ҙа ватан автомобиль етештереү тармағы ла һис ҡалышмай. Айырыуса һуңғы йылдарҙа икенсе һулышын кисерә.

Нәҡиә ИСҠУЖИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872