Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Парлы ҡартлыҡ – оло байлыҡ
Һәр ғаиләнең үҙ юлы, үҙ шатлығы, һөйөнөслө тарихы бар. Юлдаш ауылында йәшәүсе Фәниә менән Әҙһәм Әлибаевтарҙың тормош юлынан бергәләшеп атлауына 67 йыл. Уйлап ҡараһаң, был үҙе бер ғүмер. Шул дәүерҙе йәшәй белеү ҙур мәртәбә.


Йылдар уҙған һайын балаларын, туғандарын, күрше-тирәһен нығыраҡ һоҡландыра улар. Тормош юлдары илебеҙ өсөн ауыр заманға тура килгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән михнәттәрҙе, аслыҡ, яланғаслыҡ, бар ғазаптарҙы ла кисерә. 1941 йылда атайҙары һуғышҡа алына, өс бала, апайҙары Маһира һәм ҡустыһы Сабит өс кенә йәштә әсәй ҡосағында ҡала. Әсәләре ел-ямғыр тейҙермәй, тәртипле кешеләр итеп үҫтерә уларҙы. Атайҙарынан “һуғышҡа индем” тигән хат алалар, бүтән бер хәбәр ҙә килмәй. Харьковта ерләнгәнен аҙаҡ ҡына беләләр.
– Эйе, яҙмыш беҙҙе бик иртә тормош арбаһына екте, – ти Әҙһәм ағай. – Бигерәк тә һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булды, бер кешене бишкә бүлгән заманда йәшәнек. Беҙҙең быуын кешеләрен замана үҙе һынаны, ҡайҙа ҡуштылар, шунда эшләнек. Ул ваҡытта бер кемгә лә еңел түгел ине, көсө етер-етмәҫ балалар ололар менән бер рәттән тормош йөгөн егелеп тарттыҡ, – тип һөйләй ул.
1947 йылда 17 йәшендә үк тракторҙа эшләй башлаған. 18 йәшендә ошо ауыл ҡыҙына, егәрлелегенә күҙ һалып, өйләнергә була. 1952 йылда армия сафына алына, дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Ҡайтҡас та тракторға ултыра, ал-ял белмәйенсә пенсияға сыҡҡансы эшләй.
– Ауылда биш тракторсы колхоз эшен алып барҙы. Мин уларҙың араларында иң олоһо инем, – ти. – Иртүк таңғы сәғәт биштә Мәләүез ҡалаһына юл алабыҙ. Унан ташкүмер, брикет ташыныҡ. Сират көтөп, ҡарға батып, төн уртаһында ҡайта торғайныҡ, – тип иҫенә төшөрә Әҙһәм ағай.
Фәниә апай ҙа бала сағынан уҡ башмаҡтар ҡарай, сөгөлдөр утай, ырҙын табағында эшләй. Һәр ҡайҙа ла уңғанлығын күрһәтә. Пенсияға сыҡҡас та аш бешереүсе булып эшләй. Әле лә йорт эштәре менән мәж килеп йөрөй. Йәштәр һымаҡ бар эште лә үҙе башҡара. Икеһе лә йор һүҙле булыуҙары менән эштән ҡурҡмай донъя көтә улар. Дүрт бала үҫтереп, уҡытып, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Үҙ бурыстарын үтәнеләр. Оло улдары Әғләм уҡытыусы һөнәрен алып, ҙур урындарҙа, Мәләүез ҡалаһында ҡала мэры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Икенсе улдары Саҙиҡ Бәләбәйҙә техникумда уҡып, оҙаҡ йылдар электрик булып эшләне, ә ҡыҙҙары Гөлсәсәк уҡытыусы һөнәрен һайлап, Әлшәй районының мәктәбендә уҡытты. Тормош юлдары юғалтыуһыҙ булмай шул. Кесе улдары Ирек ҡаты ауырып, 42 йәшендә мәңгелеккә хушлашты. Балалары үҙҙәре өләсәй-олатай бәхетен кисерә. Үткәндәр нисек кенә ауыр булмаһын, тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле, парлы ғүмер кисереү, ейәндәр ҡыуанысын күреү үҙе оло бәхет түгелме ни? Фәниә апай менән Әҙһәм ағай һаман да көр күңелле, ҡартлыҡҡа бирешмәйҙәр.
Заман менән бергә атлайҙар. Гәзит-журналдар алдыралар, район, республика яңылыҡтары менән танышып баралар. Йорттары төҙөк, күркәм, киләсәктә лә улар һау-сәләмәт, балаларына терәк-таяныс булып тағы ла оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһендәр ине.

Г. КИНЙӘБАЕВА.

Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 7

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 4

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 5

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 5

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә