Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күпереп бешкән әпәкәй һиңә яҙмағанмы ни, Зәки?!
Күпереп бешкән әпәкәй һиңә яҙмағанмы ни, Зәки?! Рәсәй федерализмының “атаһы” Әхмәтзәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге хаҡында ҡат-ҡат китаптар нәшер ителде, уның шәхесе сәхнәлә кәүҙәләндерелде, кинола һынландырылды, һанап бөткөһөҙ саралар арналды. Шуға был абруйлы ата-бабабыҙ тураһында ниндәйҙер яңылыҡ асырға ынтылыу түгел әйтергә теләгән һүҙем. Мин ғалим да түгел, әҙәбиәтсе йөгөн дә тартмайым, унан да бигерәк сәйәсәттән йыраҡ торам. Бары тик бөйөк юлбашсының ябай бер ауылдашы, ул йөрөгән урамдарҙан атлаған, уның һыуһынын ҡандырған шишмәнән һыу уртлаған ауылдашы. Тик шуныһы мәғлүм булһын: Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмышы һәм тормошоноң мәғәнәһе минең өсөн дә ифрат ҡиммәт! Ә әйтергә теләгәнем – Вәлидиҙең быуындаштары булған, тере Зәкиҙе күргән ауылдаштарымдың һөйләгәндәренән.


Был яҙмамда Зәки Вәлидиҙең тыуған ауылына һуңғы тапҡыр ҡайтып, атаһы һәм туғандары менән хушлашып китеүе хаҡында һүҙ бара. Өләсәйемдең һөйләүенә ҡарағанда, Вәлиди һуңғы ҡайтҡанында ауылға еткәс, башта туҡтап тора: бәлки, унда Блюхер армияһы көтөп яталыр, шуға һаҡлыҡ сараларын күрә ул. Алдан килешеү буйынса ауылдың тау урамында йәшәгән бер ҡарт, ҡыҙылдар юҡлығын ишаралап, мейестән төтөн сығара. Башта ауылға Вәлидиҙең атлы разведкаһы килә һәм уның машинаһы үтерлекме-юҡмы икән тип күперҙе ҡарай. Аҙаҡ Зәки Көҙәнгә үҙе инә. Уның ҡайтыуын белгәс, ауыл ҡатындары күстәнәс итеп биреп ебәрергә икмәк бешерә башлай, ризыҡ төйнәй.
...Ҙур ваҡиғалар эсендә ҡайнаған ғына түгел, үҙенең эшмәкәрлеге менән уларға йоғонто яһаған, шул хәлдәрҙең сәбәпсеһе булған шәхес хаҡында, сер түгел, имеш-мимештәр һаман да тынмай. Йәнәһе, ауылдаштары уны күрә алмаған, яратмаған, ҡайтыуын теләмәгән, тип һөйләүселәр бар. Әлбиттә, Вәлидиҙең үҙаллы милли республика булдырыу маҡсатындағы эшмәкәрлеге арҡаһында үҙенә генә түгел, күптәргә советтарҙың “сыбыртҡы башы” эләгә. Яуҙаштарына, дуҫтарына, туғандарына, яҡындарына ла. Шул иҫәптән ауыл өҫтө лә тыныс ҡала тип әйтеп булмай. Уның ҡарауы, йәнә өләсәйем һөйләүенсә, ул ауылға инеү менән “Зәки ҡайтты, Зәки ҡайтты” тип һәр кем ҡабаланып ҡулынан килгәнсә ризыҡ йүнәтергә тотона. “Ул беҙҙең яндан үтеп киткәнде кәртә ярығынан ҡарап ҡалдыҡ. Зәки ағай үтеп китеү менән инәйем ҡайтып икмәк бешерергә тотондо, тик өлгөрмәне, Вәлиди нисек тиҙ ҡайтты, шулай ҡабалан ғына сығып та китте. Блюхер артынан баҫып килә ине”, – тип хәтирә ебен һүтә торғайны ҡартинәйем.
Күренеүенсә, бер кем дә ҡаш та төймәгән, үс тә тотмаған, киреһенсә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп өлгөрөргә тырышҡан. Тик... ауылдаштарының күпереп бешкән икмәген ауыҙ итергә яҙмай шул Зәки Вәлидигә. Ул тиҙ генә атаһы менән һөйләшеп ала, тағы бер нисә туғаны менән аралашырға өлгөрә, тип тә әйтә торғайны ололар. Нисек кенә булмаһын, ҡамауға ҡалмаҫ өсөн йәһәт кенә хәрәкәт итергә тура килә уға.
Был ҡайтыу ваҡиғаһын төрлөсә фаразлаусылар бар. Кемдер хатта Вәлидиҙе митинг йыйған, ауылдаштары алдында сығыш яһаған, халыҡ, йыйылғас, уның ауыҙындағы тәмәкеһен күреп ҡалған да “был бит кафырға һатылған” тип ҡайтып киткән, тигән имештәр ҙә йөрөй. Был фаразлауҙы, минеңсә, бер генә күренеш менән дә инҡар итеп була. Юҡ тигәндә лә икмәк бешерер өсөн сәғәт ярым ваҡыт кәрәк. Тик өләсәйем мәрхүмәнең һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм: “Икмәк мейескә инеп тә өлгөрмәне тиерлек”. Тимәк, бер сәғәт тирәһе генә торған ул ауылда. Был мәлдә нисек атаһы һәм яҡындары менән күрешеп өлгөрөү өҫтөнә, халыҡты йыйып, митинг үткәрергә ваҡыты ҡалғанмы икән?! Икеле. Шуға ауыҙында тәмәке борҡотоп телмәр тотоуын да күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һәр хәлдә, өләсәйем дә, уның быуындаштары ла митингты ла, ауыҙындағы тәмәкеһе тураһында ла һөйләгәне иҫтә ҡалмаған.
Ваҡытҡа килгәндә, Вәлидиҙең яҡындары менән хушлашырға ике сәғәтлек бәхет татымағанына төшөнөп тә йөрәк әрнеп ҡуя. Ул мәлдәрҙең нисек тетрәндергес булғанын инде күҙалларға ғына ҡала.
Ул сығып киткәндән һуң, максим пулеметы менән тырпайып торған мыйыҡлы бер нисә егет тороп ҡала. Улар Блюхер армияһын саҡ ҡына тотоп тороу маҡсатында булғандыр инде.
Әйткәндәй, әлеге мәлдә ауылдан ситтәрәк иҫке окоп соҡорҙары бар. Был ялан һөрөлгәнгә тиклем улар, бәлки, күберәк тә булғандыр. Тик, үкенескә ҡаршы, тере тарихтар, ҙур сәйәси ваҡиғаларҙың шаһиты булған һәйкәлдәр ташландыҡ хәлдә. Вәлиди армияһы нәҡ шул окоптарҙа оборона тоторға була. Бәхеткә ауыл тирәһендәге ваҡиғалар ҡан ҡойошһоҙ үтеп китә.
Ауылдан китеп, Ҡалыу тауына менгәс, Вәлидиҙең армияһы икегә бүленә, бер өлөшө уның менән бергә — Оло Кәбәскә, икенсеһе Брәтәккә юллана. Шулай итеп, эҙ яҙҙырырға тырыша, тип һөйләй торғайны ололар.
Вәлиди китә. Тик ауылда тормош бит дауам итә, шулай уҡ уның яҡындары өсөн дә... Әхмәтшаһты 1936 йылда алырға килгәс, биш ир һәм бихисап ҡатын-ҡыҙ уны яҡлап урамға сыға. Биш-алты кеше алырға килә, әммә көҙәндәр, иманым камил, нисә кеше килһә лә, ҡаршы сығырҙар ине. Йәнә ауылдаштарының уға ҡарата мөнәсәбәтен бысратырға тырышыусыларға был мәғлүмәт тә аяҡ салыр тип ҡыуанам. Вәлидиҙе лә, уның яҡындарын да халыҡ хөрмәт иткән, тимәксемен. Ә өләсәйемдең яҡларға сығыусылар хаҡында: “Улар араһында һинең Абдулла олатайың да булды”, – тип әйтеүе ғорурлыҡ та өҫтәй.
Тик власть вәкилдәре Әхмәтшаһты төндә халыҡ йоҡлағанда килеп алырға бойороҡ бирә... “Йүнле кеше төндә йөрөмәҫ”, – быныһын бер минең өләсәйем генә әйтмәгәндер.
– Биш елле ир сыҡҡан алып ҡалырға, улар араһында Әхмәҙулла, Минһаж һымаҡ бәһлеүәндәр була, – тип һөйләй ауыл аҡһаҡалы Абдрахман Миһранов. — Кешеләр Зәкигә ҡарата кире ҡарашта булһа, уны яҡлап сығыр инеме ни?
Уның арҡаһында көҙәндәр уҡырға керә алмаған, тип һөйләүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә был хәбәрҙең урынһыҙ икәнлеген иҫбатлап, әллә нисәмә дәлил килтерергә булыр ине. Әхмәтзәки Вәлидиҙең үҙенең нәҫеленән дә абруйлы шәхестәр сығып торҙо һәм әле лә дауам итә. Һуңғы ваҡиға уның генетикаһының көслөлөгөн дә иҫбатлай түгелме ни: Әүхәҙи ағай Шәйәхмәтов колхозға, мәктәпкә етәкселек итте, мәҫәлән. Кәрим Фәтҡулла, Шәйәхмәтовтар кеүек шәхестәрҙең дә абруйы ҙур була.
Был яҙмаға тотонорға нимә этәрҙе һуң әле мине? Ҡартинәйемдең һөйләгәндәре, бәлки, күңелемдә генә һаҡланыр ине, тик Вәлидигә ҡарата ҡара яғыуҙарҙың һаман да дауам итеүе йөрәкте әрнетә. Был бер булһа, икенсенән, гөрләтеп республиканың 100 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнгәндә ошо ваҡиғаларҙың башында торған шәхес һаман да иғтибарҙан ситтә ҡалған һымаҡ. Йәшләй генә көйө республикала ғына түгел, ил тарихында әһәмиәтле ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған батырҙың абруйын һаҡлайыҡ.

Әхмәт ЛОТФУЛЛИН.

Ишембай районы,
Көҙән ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән 16.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы үткәрелә

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы үткәрелә 16.09.2026 // Йәмғиәт

Ойоштороусылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һайлаусыларға ......

Тотош уҡырға 1

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 16.09.2026 // Йәмғиәт

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды 16.09.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 3

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә