Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
АслыҡТөлкөгә ҡапҡан һалыу өсөн ҡулай урындарҙы мин алдан ҡарап, билдәләп сығам. Шулай иткәндә күпкә еңелерәккә тура килә: һис юғында, ауыр ҡапҡандарҙы бушҡа йөкмәп йөрөмәйһең. Урманға бөгөнгө сәфәремдең дә маҡсаты ошо. Ҡайҙандыр һиҙә һалып алған Аҡтырнаҡ та эйәрҙе. Ғәҙәттә, эҙҙәрҙе тапап бөтә, тип мин уны алып йөрөмәйем, был юлы, нисектер, ҡаршы килмәнем. Эт күңеле – бер һөйәк, рәхәтләнеп йөрөп ҡайтһын әйҙә. Лайка тоҡомло эттәргә хәрәкәт кәрәк. Хәрәкәтһеҙ торһалар, һунар ҡомарын юғалталар. Еңеллекте артығыраҡ теләнем, ахыры, ҡушкөбәгемде лә алып торманым. Белһәм икән аҙаҡ үкенеремде...
Ауылыбыҙҙан ике саҡрым самаһы арауыҡта ултыртылған матур ҡарағайлыҡ бар. Ана шунда етеүгә күптән түгел генә үтеп киткән бүре эҙенә тап булдыҡ. Яңғыҙ йыртҡыс, күкрәге менән йомшаҡ, тәрән ҡарҙы йырып, ҡайҙалыр, төпкөлгә тартҡан. Бүре бының ише ҡараңғы шырлыҡтарҙы урап үтеүсән. Ул тирә-йүн яҡшы күренеп торған алаңғыр һырттарҙы үҙ итә. Унда ҡурҡынысһыҙыраҡ. Аҙым һайын әжәл һағалап торған аҡыллы йыртҡысты, күрәһең, тормош үҙе шулай өйрәткән.
Бүре эҙенә, бигерәк тә ошоноң кеүек ҡараңғы урындарҙа тап булғанда, өҫтәүенә яурыныңда мылтығың юҡ саҡтарҙа, теләйһеңме-теләмәйһеңме, күңелде икеле-микеле уйҙар солғап алыусан. Уйламаҫҡа тырышып ҡарайһың, барыбер шомландыра. Был юлы ла әлеге тойғоларҙан ҡотолоп булманы. Бүренең иң ас мәле, ә миндә асмалы бәкенән башҡа ҡорал юҡ. Ошондай ваҡытта ҡоралдың кәрәклеһе өйҙә ҡалды. Яҡшы беләм: аслыҡ үҙәгенә үткән бүре йәнен аяп тормай – әжәлдән ҡурҡмай. Аҡылын юйған ас бүренең хатта ажғырып килгән трактор тәгәрмәсе аҫтына ташланған осраҡтары билдәле. Шулай булғас уға яңғыҙ кешең нимә ул? Ярай әле янымда этем бар, тип үҙемде тынысландырған булам, барыбер япа-яңғыҙ һымаҡ түгел. Хафаланып мин уны эргәмә саҡырҙым: иҫ итмәҫтән йыртҡыс тешенә тәл булыуы бар.
Көпшәк ҡарҙы борхотоп өргән киҫкен ел таңға ҡарай ғына баҫылды. Урман йәнлеге әле эҙ сығарырға өлгөрмәгән. Тимәк, бүре яңыраҡ ҡына уҙған. Ҡапыл ғына һунарсы ҡомары уяныуҙан урманға ни өсөн сыҡҡанымды ла оноттом, буғай, эҙ буйлап киттем.
Саңғыларым ярайһы уҡ яҫы булһа ла, ултырып өлгөрмәгән өрпәк ҡарҙа ныҡ бата, барыу ауыр. Уның ҡарауы, ошондай ҡарҙа төлкөһө лә, бүреһе лә үҙҙәренең элекке эҙҙәренә генә баҫып йөрөргә ярата. Былай еңелерәк, көс аҙыраҡ сарыф ителә. Еңелен еңел дә ул, әммә иҫке эҙ аҫтында ҡапҡан ятыуы бар. Эйе, йышылған һунарсы кейектәрҙең ошо ғәҙәтенән оҫта файҙалана. Әле ҡапҡан менән һунар итеү өсөн уңайлы осор – яңы яуған өлпәрәм ҡар тәрән. Ҡапҡанды урын-еренә еткереп һала белеү генә кәрәк. Бары шул ғына. Бары шул ғына, тиһәм дә, ҡапҡан һалыу – үҙе бер ғилем ул. Тик был турала икенсе юлы, хәҙергә беҙ бүре эҙәрлекләйбеҙ.
Аҡтырнаҡ ярылып ятҡан эҙ буйлап алдан төштө. Бүре еҫе килә! Ҡан дошманының, ҡайҙалыр, яҡында ғына икәнлеген һиҙеүҙән уның елкә йөндәре хәтәр тырпайышҡан, күҙҙәре ут булып яна. Үҙе ара-тирә сыйнаштырып ҡуя. Ҡулымда мылтыҡ булғанда, әлбиттә, уға был иркенлек эләкмәҫ ине. Эт арттан эйәреп кенә килер ине.
Бына бүре йәйәүле кеше анһат ҡына йырып сыға алмаҫлыҡ сәнскеле гөлйемеш ҡыуаҡтары араһына инеп киткән. Мин ҡыуаҡтарҙы урап үттем. Күп тә барманым, ҡарағайлыҡтың ситенә, асығыраҡ урынға килеп сыҡтым һәм... көтөлмәгән күренештән шып туҡтап, ҡатып ҡалдым. Ваҡ уҫаҡлыҡ эсендә күкшел-һары төҫтәге кейек мөкиббән китеп ниҙер кимерә ине. Бүре бит! Ул әлегә бер ни һиҙмәй ҙә, күрмәй ҙә. Ара ун-ун биш аҙым. Их, мылтыҡ булғандамы! Ә эт ҡайҙа?!
Аҡтырнаҡ был мәлдә ҡыуаҡтар араһынан сыҡҡан да, һөмһөҙлөккә ғәжәпләнгән һымаҡ, уяулығын бөтөнләй юғалтҡан бүрегә ҡарап тора. Минең тәнем зымбырлап китте, арҡам буйлап әллә һалҡын, әллә ҡайнар тулҡын үтте. Борсолоуым тиккә түгел: лайкалар – ҡурҡыу белмәҫ ауан эттәр. Бигерәк тә айыу, мышы кеүек януарға өйрәтелгәндәре. Әле эт, хужаһы алдында шәбәйеп, йыртҡысҡа ташланған хәлдә өҫтөнлөк, һис шикһеҙ, бүре яғында. Ул күпкә көслөрәк тә, сосораҡ та. Ул – йыртҡыс, ул – ҡырағай кейек.
Этем ниндәйҙер эскерһеҙлек менән миңә мәғәнәле ҡараш ташланы ла һаҡ ҡына баҫып, әкрен-әкрен генә бүрегә бара башланы – һөжүмгә әҙерләнә, һантый! Мин инде артабан битараф ҡала алманым. Урман яңғыратып ҡысҡырған тауышҡа, ҡапылғара ни булып ятҡанлығын аңлап өлгөрмәгән кейек, ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, яҡындағы һаҙға атылды. Ныҡышмал Аҡтырнаҡ, әлбиттә, уның артынан төштө. Бүрене, ахыры, үҙенән ҡурҡып ҡасты тип уйланы. Ә ҡасҡанды мотлаҡ ҡыуып тоторға кәрәк – эт ҡануны шулай. Теге икәүҙең артынан мин төштөм. Үҙем ҡысҡыра-ҡысҡыра барам, иҫенә килергә өлгөргән бүре әйләнеп эткә ырғымаһын тип ҡурҡам. Шулай өсәүләшеп йән фарманға ҡыуышабыҙ ғына. Хәҙер хатта ҡарҙың тәрәнлеге лә, йомшаҡлығы ла беленмәй. Шул ҡәҙәре ҡыҙғанмын. Башымда бары бер генә уй: ҡапыл тертләгән йыртҡыс этемде тәләфләй күрмәһен. Ҡарҙа йөҙөп тиерлек барғанлыҡтан, бүре ыратып китә алмай, ә эткә күпкә еңелерәк – ул әҙер бураҙнанан саба. Уларҙың араһы күҙгә күренеп ҡыҫҡара төҫлө. Бәлки, миңә, этем тип хафаланған кешегә, шулай күренәлер генә. Юҡ, күренмәй, Аҡтырнаҡ бына-бына тегенең ҡойроғона баҫасаҡ! Мәгәр шулай икән, артабанғы хәлдәрҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
Бәхетебеҙ бар икән: бер аҙҙан бүре, ҡырҡа боролоп, тәрән ҡарлы һаҙҙан сыҡты ла кәбән тартҡан юлға төштө. Тәпәйе ҡатыға эләккәнен тойған һоро юлбаҫар артабан уҡ ише атылды. Бар, ҡыуып етеп ҡара уны хәҙер. Мин, бар көсөнә һыпыртҡан йыртҡысты күреп, һунар итеү дәүеремдә тәүге тапҡыр үкенес тойғоһо кисермәнем. Киреһенсә, оло бәләнән ҡотолғандай, иркен һуланым – этем һау ҡалды. Аҙаҡ аптырап ҡуйҙым: шул мәлдә нисектер үҙем тураһында уйламағанмын. Шулай ҙа, бер сама иҫемде йыйғас, анһатты ҡыуып мылтығымды алмағанға үҙемде үҙем һуңғы һүҙҙәр менән битәрләнем. Әммә, ни фәтүә – эш үткән. Осраҡтың бындайы, кейектең юлыңа үҙе сығып торғаны, һунарсы ғүмерендә бер, уҙа барһа, ике тапҡыр булалыр – ошоноһо үкенесле ине.
Бер аҙ тын алғандан һуң йыртҡысты тап иткән урынға ҡабат килдем – кимереп ятҡаны нимә икән? Уныһы әллә ҡасанғы, кибеп бөткән ҡыу һөйәк булып сыҡты. Мин шул ҡәҙәре ҡаты һөйәктә ҡалған теш эҙҙәренә хайран ҡалып та, һоҡланып та ҡарап торҙом. Ҡайһы аралалыр килеп еткән Аҡтырнаҡ һөйәкте еҫкәштерҙе лә, вайымһыҙ ҡиәфәттә артҡы тәпәйен күтәреп, үҙенсә “билдә” һалды. Эт телендә был ҡәҙерле табыш хәҙер уныҡы һанала. Йәнәһе, башҡаса бында яҡын юлайһы булма, бүре!
Ҡайтып барышлай өтөп барған үкенес тойғоһо мине һаман ташламаны. Нисек инде үкенмәйһең? Аслыҡтан аңрайған бүре менән минең ара, ана, күпме генә булған! Ҡаҡ маңлайына төбәп ат та ал. Шулай, аслыҡ уйын эш түгел. Астан кәкрәймәҫ өсөн, мәле менән, ғүмереңде лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһыңдыр ул. Шуныһы үкенесле: бындай мәлдәр, хатта беҙ – кешеләр араһында ла булғылай.


Әбйәлил районы.


Автор: Иҙрис НОҒОМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Комментарий өҫтәргә