Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған яҡтың ите лә, һөтө лә тәмле
Тыуған яҡтың ите лә, һөтө лә тәмлеҠайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән, тиҙәр. Был һүҙҙәр Марат Ғәбделмалик улы Ғәбиҙуллинға ҡарата әйтелгән кеүек. 1993 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, тыуған яғы – Балтас районының Һикеяҙ ауылында урынлашҡан “Сигнал” колхозына эшкә ҡайта. Алты йыл хужалыҡ рәйесенең мал аҙығы әҙерләү буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Һуңынан уны Һикеяҙ ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала 17 йыл эшләгәндән һуң, 2015 йылда Марат Ғәбделмалик улына тағы ла ауыл хужалығы тармағына әйләнеп ҡайтырға насип була.

Булдыҡлы етәксе яңы дәрт, ҙур теләк менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Бөгөн “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биш ауыл халҡын эш менән тәьмин итә. Хужалыҡтың уңышлы эшмәкәрлек алып барған өс бригадаһы бар. Унда әле 70 кеше үҙенә шөғөл тапҡан, ҡыҙыу миҙгелдә иһә уларҙың һаны күпкә арта икән. Шунһыҙ ҙа булмай, сөнки предприятиеның эшкәртәһе ере күп: һөрөнтө баҫыуҙары – 4500 гектар, иген культуралары өсөн яландар 2300 гектар тәшкил итә.
– Быйыл тәбиғәт шарттары әллә ни ҡыуандырмаһа ла, шөкөр, игенселәр яҡшы уңыш йыйып алыуға өлгәште, ашлыҡ заманса аҙбарҙа һаҡлана, мал аҙығы ла етерлек күләмдә әҙерләнгән, – ти хужалыҡ рәйесе Марат Ғәбиҙуллин.
Эш хаҡы ваҡытында түләнгәс, коллективта тотороҡлоҡ һаҡлана, кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Халыҡты ашлыҡ, бесән менән дә тәьмин итәләр, теләгәндәргә мал да бүленә.
Тыуған яҡтың ите лә, һөтө лә тәмлеҠайҙа ғына булмаһын, предприятиеның уңышлы эшләүе ундағы тырыш һәм эш һөйгән кешеләргә бәйле. “Нур” хужалығында алдынғы механизатор Ғәзнәүи Шәйхуллинды башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырға була. Тырыш, техника йәнле, сос, йорт та һалып инде, ти хеҙмәттәштәре уның хаҡында. Механизатор Илдар Фаманов та һынатмай – уңыш йыйыу ваҡытында ең һыҙғанып комбайнда ла йөрөй, кәрәк икән “тимер ат”ын үҙе йүнәтеп ала. Уңған егет хужалыҡта 10 йыл эшләй. Илнур Саҙретдинов тураһында ла етәкселәр йылы һүҙҙәр генә әйтә. Йәш ғаилә башлығы матур итеп өй һалып ята, шул уҡ ваҡытта хужалыҡ эшендә лә алдынғылыҡ күрһәтә. Өлфәт Дауытов – тәжрибәле водитель, уның “ЗиЛ”ы һәр саҡ сафта. Хужалыҡтың баш инженеры Рәйес Ғәлиханов һәр техниканың һулышын тоя тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки 20 йыл буйы ул алмаштырғыһыҙ белгес булып ҡала. Алдынғы механизатор Йәмил Сафин быйыл 1300 гектар ерҙе туңға һөргән.
Хужалыҡта 1100 һыйыр мал аҫрала, шул иҫәптән 315-е һауын һыйыры, 80-дән ашыу йылҡы тоталар. Һауым буйынса юғары күрһәткестәргә ирешәләр, тәүлегенә дүрт мең килограмға яҡын һөт һауып алалар. Уны Балтас һәм Тәтешлегә һөт заводына тапшыралар.
Әле йәмғиәт ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Ҡураларын ремонтлағандар, мал аҙығына борсолаһы түгел, уны ике йылға етерлек күләмдә әҙерләгәндәр. Малдың именлеген даими күҙәтеп тороуҙы тәьмин итеү өсөн хужалыҡта ветеринар тоталар, яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған. Егерме биш йыл стажы булған Миҙхәт Закиров үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
“Нур” хужалығы малсылары менән дә ғорурлана, бында республика конкурсында өсөнсө урын алған Гөлфая Хәсбиева кеүек тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уңған һауынсы бында 10 йылға яҡын хеҙмәт итә. Быҙау ҡараусының эше үтә лә яуаплы, сөнки сабый кеүек малҡайҙар һәр саҡ яҡшы тәрбиә талап итә. Был йәһәттән Рузилә Хәйҙәршина, Вәзилә Ғәзизова һынатмай, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡаралар. Һауынсылар Клара Ғәйнетдинова, Динара Зәйтуғанова, мал ҡараусылар Вадим Шәймөхәмәтов, Филүс Нәсибуллин, Рәфис Шәфиев, ат ҡараусы Шәрифйән Низаметдинов хужалыҡта алдынғылар рәтендә.
Бөгөн умартасылыҡ менән айырым кешеләр шөғөлләнһә лә, ҙур хужалыҡтар был эшкә тотонорға әллә ни баҙнат итмәй. Ә бит элек колхоз-совхоздарҙа был тармаҡҡа иғтибар ҙур булған, бихисап умарталыҡ тотҡандар. “Нур” йәмғиәте лә, ошо тәжрибәгә таянып, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әле хужалыҡтың 106 ҡорт күсе бар. Уларҙы тәжрибәле умартасы Йәмил Исламов ҡарай.
Республикабыҙҙа ошондай алдынғы хужалыҡтар һәм ауыл тип янып эшләгән етәкселәр булыуы ҡыуаныслы. Тимәк, төбәк халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән ит һәм һөт ризыҡтарынан айырылмаясаҡ. Ә бит үҙ ереңдә етештерелгән аҙыҡ-түлек барыбер күпкә сифатлы һәм күңелгә лә яҡын.

Балтас районы.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы

Комментарий өҫтәргә