Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән, тиҙәр. Был һүҙҙәр Марат Ғәбделмалик улы Ғәбиҙуллинға ҡарата әйтелгән кеүек. 1993 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, тыуған яғы – Балтас районының Һикеяҙ ауылында урынлашҡан “Сигнал” колхозына эшкә ҡайта. Алты йыл хужалыҡ рәйесенең мал аҙығы әҙерләү буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Һуңынан уны Һикеяҙ ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала 17 йыл эшләгәндән һуң, 2015 йылда Марат Ғәбделмалик улына тағы ла ауыл хужалығы тармағына әйләнеп ҡайтырға насип була. Булдыҡлы етәксе яңы дәрт, ҙур теләк менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Бөгөн “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биш ауыл халҡын эш менән тәьмин итә. Хужалыҡтың уңышлы эшмәкәрлек алып барған өс бригадаһы бар. Унда әле 70 кеше үҙенә шөғөл тапҡан, ҡыҙыу миҙгелдә иһә уларҙың һаны күпкә арта икән. Шунһыҙ ҙа булмай, сөнки предприятиеның эшкәртәһе ере күп: һөрөнтө баҫыуҙары – 4500 гектар, иген культуралары өсөн яландар 2300 гектар тәшкил итә.
– Быйыл тәбиғәт шарттары әллә ни ҡыуандырмаһа ла, шөкөр, игенселәр яҡшы уңыш йыйып алыуға өлгәште, ашлыҡ заманса аҙбарҙа һаҡлана, мал аҙығы ла етерлек күләмдә әҙерләнгән, – ти хужалыҡ рәйесе Марат Ғәбиҙуллин.
Эш хаҡы ваҡытында түләнгәс, коллективта тотороҡлоҡ һаҡлана, кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Халыҡты ашлыҡ, бесән менән дә тәьмин итәләр, теләгәндәргә мал да бүленә.
Ҡайҙа ғына булмаһын, предприятиеның уңышлы эшләүе ундағы тырыш һәм эш һөйгән кешеләргә бәйле. “Нур” хужалығында алдынғы механизатор Ғәзнәүи Шәйхуллинды башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырға була. Тырыш, техника йәнле, сос, йорт та һалып инде, ти хеҙмәттәштәре уның хаҡында. Механизатор Илдар Фаманов та һынатмай – уңыш йыйыу ваҡытында ең һыҙғанып комбайнда ла йөрөй, кәрәк икән “тимер ат”ын үҙе йүнәтеп ала. Уңған егет хужалыҡта 10 йыл эшләй. Илнур Саҙретдинов тураһында ла етәкселәр йылы һүҙҙәр генә әйтә. Йәш ғаилә башлығы матур итеп өй һалып ята, шул уҡ ваҡытта хужалыҡ эшендә лә алдынғылыҡ күрһәтә. Өлфәт Дауытов – тәжрибәле водитель, уның “ЗиЛ”ы һәр саҡ сафта. Хужалыҡтың баш инженеры Рәйес Ғәлиханов һәр техниканың һулышын тоя тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки 20 йыл буйы ул алмаштырғыһыҙ белгес булып ҡала. Алдынғы механизатор Йәмил Сафин быйыл 1300 гектар ерҙе туңға һөргән.
Хужалыҡта 1100 һыйыр мал аҫрала, шул иҫәптән 315-е һауын һыйыры, 80-дән ашыу йылҡы тоталар. Һауым буйынса юғары күрһәткестәргә ирешәләр, тәүлегенә дүрт мең килограмға яҡын һөт һауып алалар. Уны Балтас һәм Тәтешлегә һөт заводына тапшыралар.
Әле йәмғиәт ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Ҡураларын ремонтлағандар, мал аҙығына борсолаһы түгел, уны ике йылға етерлек күләмдә әҙерләгәндәр. Малдың именлеген даими күҙәтеп тороуҙы тәьмин итеү өсөн хужалыҡта ветеринар тоталар, яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған. Егерме биш йыл стажы булған Миҙхәт Закиров үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
“Нур” хужалығы малсылары менән дә ғорурлана, бында республика конкурсында өсөнсө урын алған Гөлфая Хәсбиева кеүек тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уңған һауынсы бында 10 йылға яҡын хеҙмәт итә. Быҙау ҡараусының эше үтә лә яуаплы, сөнки сабый кеүек малҡайҙар һәр саҡ яҡшы тәрбиә талап итә. Был йәһәттән Рузилә Хәйҙәршина, Вәзилә Ғәзизова һынатмай, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡаралар. Һауынсылар Клара Ғәйнетдинова, Динара Зәйтуғанова, мал ҡараусылар Вадим Шәймөхәмәтов, Филүс Нәсибуллин, Рәфис Шәфиев, ат ҡараусы Шәрифйән Низаметдинов хужалыҡта алдынғылар рәтендә.
Бөгөн умартасылыҡ менән айырым кешеләр шөғөлләнһә лә, ҙур хужалыҡтар был эшкә тотонорға әллә ни баҙнат итмәй. Ә бит элек колхоз-совхоздарҙа был тармаҡҡа иғтибар ҙур булған, бихисап умарталыҡ тотҡандар. “Нур” йәмғиәте лә, ошо тәжрибәгә таянып, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әле хужалыҡтың 106 ҡорт күсе бар. Уларҙы тәжрибәле умартасы Йәмил Исламов ҡарай.
Республикабыҙҙа ошондай алдынғы хужалыҡтар һәм ауыл тип янып эшләгән етәкселәр булыуы ҡыуаныслы. Тимәк, төбәк халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән ит һәм һөт ризыҡтарынан айырылмаясаҡ. Ә бит үҙ ереңдә етештерелгән аҙыҡ-түлек барыбер күпкә сифатлы һәм күңелгә лә яҡын.
Балтас районы.