Ырымбур – ҙур һәм данлы өлкә. Ошо төбәктең йылъяҙмаһы, йәшәйеше менән бөйөк Александр Пушкин, шағир-философ Тарас Шевченко, мәшһүр рус яҙыусыһы Сергей Аксаков, донъяла беренсе космонавт Юрий Гагарин, дирижер, музыкант Мстислав Ростропович кеүек атаҡлы уҙамандар шәхсән таныш булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың иртәгәһенә үк патриот-шағир Муса Йәлил дә Шарлыҡ военкоматына инеп, доброволец ғаризаһын ҡалдыра. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙиптәренән Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, Зиннур Ураҡсин, замандаштарҙан Рауил Бикбаев, Хисмәт Юлдашев һәм башҡалар – Ырымбурҙан сыҡҡан шәхестәр.
Түбәндәге яҙмаларҙың авторы – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, С. Т. Аксаков исемендәге йорт-музей һәм фонд етәксеһе, билдәле сәйәхәтсе М.А. Чванов. Әйткәндәй, уның “Ғәҙел Далде ебәрегеҙ!” тигән мәҡәләһе Мәскәү нәшриәтендә баҫыласаҡ китабына тулыһынса ингән.Әгәр Владимир Иванович Даль Ырымбурға килмәһә, Ватаныбыҙҙың милли байлығы булған “Йәнле бөйөк рус теленең аңлатмалы һүҙлеге” төҙөлөр инеме? Минеңсә, бындай һорау ҡуйыуҙың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Һорауҙың үҙендә лә фәстереү юҡ. Тормошта осраҡлыҡ тигән нәмә, ай-һай, хикмәтле лә шул!
...Владимир Иванович һүҙ йыйыу менән беҙҙең тирәгә килерҙән күпкә элегерәк шөғөлләнергә тотона. “Автобиографик яҙмалар”ында ул былай тип теркәй: “1819 йылдың 3 мартында... беҙ мичман итеп сығарылғанбыҙ, һәм теләгем буйынса мин Ҡара диңгеҙгә, Николаевҡа, тәғәйенләндем. Русь буйлап ошо тәүге сәфәремдә мин, бығаса ишетмәгән һәр һүҙҙе тәбиғи рәүештә яҙа барып, аңғармаҫтан үҙемдең буласаҡ һүҙлегемә нигеҙ һалдым. Әммә Ырымбур тарафтарында, халыҡтарҙы унда-бында күсереүҙең сәскә атҡан осоронда, күпме һөйләш һәм диалект, һәр халыҡтың күпме йырҙары һәм әкиәттәре булған!”
В.И. Даль йәнә түбәндәгеләрҙе билдәләй: “Борон-борондан ят бауырҙар, күберәген күсмә халыҡтар төйәкләнгән Ырымбур губернаһы һуңғы йөҙ йыл эсендә егерме губерна рустары менән тулды”. Ысынлап та, бер өйәҙҙә генә тиҫтәләгән яҡтан килгән кешеләрҙе осратырға мөмкин булған. Әүәле төпләнгән рустарҙың да һөйләштәре төрлөсә. Урал казактарының балыҡсылыҡ кәсебендә ҡулланған һүҙҙәре бигерәк тә ҡыҙыҡлы: рус атамаларына төрки халыҡтарҙың һүҙҙәре йыш ҡушыла.
В.И. Далдең Ырымбурға ебәрелеү сәбәптәре һаман да ныҡлап асыҡланмаған әле. Ошо тәңгәлдә бер аҙ фекер йөрөтәйек.
1833 йылда Ырымбурға яңы хәрби губернатор тәғәйенләнә – Василий Алексеевич Перовский... Ҡатмарлы шәхес, ул Ырымбур, Урал итәктәре һәм Урал алды халыҡтары тарихында тәрән эҙ ҡалдырған. (Бөгөн Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарындағы “Перовский” бейеүе хәсрәтле Хиуа походын да иҫкә төшөрә). Хәрби губернатор В.А. Перовскийҙың яҙмышы бер яҡлы ғына түгеллеге хаҡында йәнә бер дәлил: Лев Толстой хатта уны “Декабристар” тигән романында төп герой итеп алмаҡсы була, үкенескә ҡаршы, әҫәр яҙылмай.
Перовский үҙ эргәһенә айырым йомоштар буйынса чиновник вазифаһына отставкалағы диңгеҙ лейтенанты Владимир Далде саҡыра. (Владимир кадет корпусында буласаҡ адмирал Нахимов менән бергә уҡыған була). Тағы ниҙәр белгән генерал-губернатор Даль хаҡында? Санкт-Петербург госпиталенең элекке ординаторы, атаҡлы Пироговтың дуҫы, йәнә килеп Казак Луганский ҡушаматы менән баҫылып, юғары даирәләрҙә шау-шыу тыуҙырған “Рус әкиәттәре”нең авторы. Был китабы өсөн В. Даль Өсөнсө бүлексәгә саҡыртыла, әммә көнөндә үк батшаның үҙенән ярлыҡау таба: баҡһаң, ғәли йәнәптәре уның, йәғни элекке хәрби табиптың, Висла йылғаһын кискәндә Ридигер ғәскәрен поляк баш күтәреүселәре ҡыҫымынан ҡотолдороу өсөн тиҙ арала ғәҙәти булмаған күпер һалдырғанын онотмаған икән. Нәҡ Ырымбурға киткән йылда Петербургта отставкалағы лейтенант һәм медицина докторы В. Далдең “Генерал-лейтенант Ридигер отряды сыҡһын өсөн Висла аша һалынған күперҙең тасуирламаһы” тигән китабы баҫылып сыға, тиҙҙән ул Парижда ла нәшер ителә.
Ихтимал, Далде Перовскийға шағир Жуковский тәҡдим иткәндер. Уны үҙ янына алырға Перовскийҙы өлкән ағаһы, яҙыусы Алексей Алексеевич Перовскийҙың (ҡушаматы Анатолий Погорельский) да өгөтләүе бик мөмкин. Ә бына Даль хаҡында китап яҙған Владимир Порудоминский ошолайыраҡ раҫлай: “Василий Перовскийға... бәлки, доктор Даль дә кәрәк булған, сөнки генералды Варна янында күкрәгенә алған яраһы борсой ине”. Генерал менән табип бер үк яуҙа йөрөй – был уйҙырма түгел.
Шулай булғандыр. Әммә тағы бер хикмәтле фекергә иғтибар итәйек. “Беҙҙә бөтәһе лә — Пушкиндан...” Достоевскийҙың был һынамыштарын Даль файҙаһына ла бороп булмаҫ инеме ни? Эйе-эйе, бер сығанаҡҡа таянһаҡ, Перовскийға айырым йомоштар чиновнигы итеп В. Далде нәҡ Пушкин тәҡдим иткән булып сыға. Ә генерал менән шағирҙы дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләгәне бәхәсһеҙ. Ысынлап та, әгәр Даль бары табип булараҡ ҡына кәрәкһә, Перовский уны шул һөнәре буйынса ла саҡырта алған бит.
Ҡапыл ғына зиһенде башҡа һыймаҫлыҡ уй томалай: әйтәйек, шағир быны эскерһеҙ хәйлә менән эшләһә? Сөнки шул осорҙа уҡ уға Пугачев хаҡында яҙыу, бола уҙған урындарҙы үҙ күҙҙәре менән күреү теләге тынғы бирмәй. Пушкин аңлағандыр: сәфәр сығырға рөхсәт бирелгән хәлдә лә (асылда хәрби министр Пушкиндың: “Пугачевты тикшереү эше” менән танышырға ине” тигән һорауын кире ҡаға), әллә ни оҙаҡ йөрөй һәм күп нәмә йыя алмаҫ ине. Бына шуға күрә лә Пушкин хәрби губернаторға үҙенең ышаныслы кешеһен эйәртеп ебәреүгә өлгәшкәндер. Ҡабатлап әйтәм, был фараз итеү генә.
Нисек кенә булмаһын, флот ветераны В.И. Даль 1833 йылда Ырымбурға юллана. Ә һигеҙ йылдан һуң арҙаҡлы яҙыусы һәм ғалим булып ҡайта. Һигеҙ йыл... Күпме был, аҙмы? Бүтән чиновниктар кеүек үк, Далдең дә Ырымбур яҡтарын һигеҙ йыл буйы тапауы, вә ләкин күҙенә бер нәмәне лә элмәүе мөмкин ине. Урындағы халыҡтың серле лә, ауыр ҙа тормошон битараф ҡына күҙәтеп йөрөүе лә бар ине.
Һигеҙ йыл... Был йылдар тирә-йүн тормошто танһығы ҡанмаҫтай булып өйрәнергә тырышҡан Даль өсөн үҙе бер дәүер була. Хеҙмәткә тәғәйенләнеүенең тәүге йылында уҡ ул киң далаларҙы, күкшел армыттарҙы һыбай гиҙеп, ике мең ярым самаһы саҡрым юл үтә: Уральск, Өфө һәм Стәрлетамаҡ, Александров һәм Ҡалмыҡ ҡәлғәһе, Бүкәй урҙаһы, бихисап станциялар, ауылдар, утарҙар, йәйләүҙәр һәм ҡышлауҙар...
***
Даль йыл аҙағына уҡ башҡортса һәм ҡаҙаҡса иркен һөйләшә башлай. Уның ҡыҙыҡһыныу даирәһе ифрат киң: тарихсы ла, филолог та, ботаник та, юрист та, табип та ул һәм, әлбиттә, яҙыусы. Дала айҡап йөрөгәнендә үк Далгә, эйәрҙән төшөп, ауырыу-сырхауҙарға ҡатмарлы операциялар яһарға, урындағы халыҡҡа теге йәки был кәңәштәрен бирергә, ырыуҙар араһын күптән борсоған низағтарҙы көйләргә, әле тегендәге, әле бындағы болаларҙы һыуындырырға тура килә. Ыҙғыштар башланырға тора, бына-бына ҡан ҡойошло карателдәр экспедицияһы ла юлға әҙер. Ләкин Даль пәйҙә була икән, бәхәстәр һәүетемсә ослана. Юҡҡа ғынамы ни дала халҡы уны “Ғәҙел” тигән ҡушамат менән ололап йөрөтә. Мәҫәлән, 1837 йылда ҡаҙаҡтар инде нисәнсе мәртәбә баш күтәргәс, “төп боласы”, “түрәләр ихтыярын һанламаған” Исатай батыр Тайманов хәрби губернаторға түбәндәгесә мөрәжәғәт итә: “Беҙҙең үтенестәр һәм ялыуҙар бер кем тарафынан да ҡабул ителмәй. Беҙ һәр саҡ ҡурҡып йәшәйбеҙ. Бөтә халыҡ күреп торһон өсөн беҙгә намыҫлы чиновниктарҙы ебәрегеҙ. Ялыуҙарыбыҙҙың ғәли йәнәптәре подполковник Даль ҡулына эләгеүен теләйбеҙ. Ғәҙел Далде ебәрегеҙ!”
Даль иһә үҙ сиратында ерле халыҡҡа ҙур хөрмәт менән ҡарай, хатта ул баш балаһына Лев-Арыҫлан тип русса-башҡортса исем ҡуштыра. Ырымбурҙа йәшәү осоронда Владимир Иванович был төбәктең күп тарафтары менән таныша, ундағы тормошто тәфсирләп яҙа. Башҡорт ерҙәренең рәхимһеҙ таланыуы, түрә-байҙарҙың башбаштаҡлығы, оңҡотлоғо хаҡында Перовскийға мәғлүмәттәр бирә.
1834 йылда уҡ әле В.И. Даль Германияла сыҡҡан фәнни журналда башҡорттарға арналған мәҡәләһен баҫтыра. Автор уны Башҡортостан тәбиғәтен тасуирлауҙан башлап ебәрә: “Был халыҡ төйәкләгән ерҙәрҙе һис арттырыуһыҙ иң матур һәм иң бай ерҙәр иҫәбенә индерергә мөмкин. Тәбиғәт уларҙы үҙ бүләктәре менән артығынса тәьмин иткән. Тауҙар, урман шырлыҡтары, бик күп оло һәм бәләкәй йылғалар, инештәр, күлдәр, бәрәкәтле көтөүлектәр – төрлө яҫылыҡтарҙы биләүенә ҡарап, уларҙы йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә файҙаланырға мөмкин. Аҙаҡ килеп, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ер аҫты хазиналары – алтын һәм платина, уларын тәбиғәт ерҙең өҫтөнә үк тиерлек һирпкән...”
Артабан башҡорт еренең административ бүленеше һүрәтләнә, башҡорттарҙың килеп сығышына ҡағылышлы төрлө раҫлауҙар килтерелә. В.И. Даль башҡорт ихтилалдарын һанап ҡына уҙмай, ә һәр береһенең тоҡаныу сәбәптәрен дә һөйләп бирә. Әйтәйек, 1707 йылдағыһы, уның фекеренсә, “Өфөгә тәғәйенләнгән Сергеевтың ни ҡылһам да хаҡым бар, тип эш итеүе” сәбәпле, башбаштаҡлыҡҡа, кәмһетеүҙәргә ҡаршы ғәҙел реакция рәүешендә ҡабына. “Был бола ваҡытында, – тип тәүәккәл хәбәр итә В. И. Даль, – утыҙ меңдән ашыу ир-ат һәләк ителә; һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға үҙ-ара бүлешеп алына; 696 ауыл туҙҙырыла”. Башҡорттарҙың көн итешенә, холоҡ-фиғеленә ҡағылышлы күҙәтеүҙәр ҙә ифрат ҡыҙыҡлы. “Яу мәлендә башҡорт йәйәһен биленән күкрәгенә күтәрә, ике уҡты теше менән арҡыры тешләп ала, ә ҡалған ике уҡты янға һала ла күҙ асып йомғансы береһе артынан икенсеһен атып ебәрә. Һөжүм ваҡытында аты өҫтөнә ныҡ иңкәйә, күкрәге асыҡ һәм еңе терһәгенә тиклем һыҙғаныулы көйөнсә, зәһәр тауыш сығарып, дошман өҫтөнә ташлана”. “Әммә ғәҙәти тормошта башҡорттар булмыштары менән тыныс, – тип тә билдәләй яҙыусы. – Тотош Башҡортостан буйынса оло Мәскәү юлы буйлап йөрөгәндәге кеүек сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Башҡорттар итәғәтле һәм яғымлы”.
Ниһайәт, 1833 йылдың 18 сентябрендә Ырымбур тупрағына Пушкин аяҡ баҫа. Һуңынан Даль яҙғанса, ул “көтөлмәгәнсә һәм ҡапыл ғына килеп төштө”. Экипажы бик шәп елдерә, хатта жандармерия ебәргән ҡағыҙ шағир Ырымбурҙан ҡайтып китеүгә ай тулғас ҡына алына. Ҡағыҙ тигәнебеҙ – “78-се номерлы дело. Йәшерен: Ырымбурға ваҡытлыса килеүсе титуляр советник Пушкин өҫтөнән йәшерен полиция күҙәтеүе булдырыу тураһында”. Шулай ҙа бер ҡағыҙ Ырымбурҙа Пушкин килмәҫ борон алына. Түбәнге Новгород губернаторы Ырымбурҙағы әшнәһен иҫкәртә: титуляр советниктың әҙәби эшмәкәрлеге, йәнәһе, күҙ буяу ғына, ҡарағыҙ унда, Пушкин – ул аҫтыртын ревизор... “Ревизор”ҙың йөкмәткеһе бына ошолай тыуа: аҙаҡ мәшһүр әҫәрҙең идеяһын Пушкин Гоголдең ҡолағына төшөрә.
Ошо тәңгәлдәге иҫкәртеү ҡағыҙҙарынан шөрләгәндәй (бәлки, шулай ҙа булғандыр), Пушкин бик тә ҡабалана. Иртәгәһенә үк Бәрҙе ҡалаһына юллана, уны В.И. Даль оҙатып бара. Ул үҙенең белгән-күргәндәрен, пугачевсыларҙың Ырымбурҙы нисегерәк ҡамауын, Яйыҡ боҙо өҫтөнән крепосты алырға маташыуын, фетнәселәрҙең ҡалаға бер тапҡыр картечь урынына... биш тинлек аҡсалар менән атыуҙары һәм башҡа күп нәмәләр хаҡында һөйләй.
Бәрҙелә әҙиптәр Бунтова тигән ҡарсыҡ менән осраша. Әлбиттә, Пугачевты хәтерләгән башҡа ҡарт-ҡоро менән дә күрешәләр, әммә үҙенең аҡылы, хәтере менән Пушкинды әлеге Бунтова әбей ныҡ һоҡландыра. Нәҡ ул Пугачев армияһы тарафынан Түбәнге Озерный ҡәлғәһенең алыныуын, халыҡтың нисек итеп уға ант биреүен, аҙаҡ инде, бола баҫтырылғас, баш күтәреүселәр мәйеттәренең Яйыҡ буйлап ағыуын хикәйәләй, һуңынан В. Даль ошо әңгәмәнең ҡайһы бер һыҙаттарын Пушкиндың “Пугачев тарихы” һәм “Капитан ҡыҙы” тигән әҫәрҙәрендә төҫмөрләй.
19 сентябрь кисендә Пушкин дуҫының өйөндә була. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, йәнәһе, ике туташ мәшһүр шағирҙы күреп ҡалыр өсөн, баҡсаға инә лә ағас башына менә. Әлбиттә, тәҙрә аша ҡыҙҙарға хужа менән ҡунағының һөйләшеүенән бер ни ҙә ишетелмәгән... Даль дә үҙенең иҫтәлектәрендә әлеге осрашыуҙы телгә алмай.
Пушкин Ырымбурҙан 20 сентябрҙә иртүк китә. Ҡайтыр юлы Яйыҡтың уң яҡ яры буйлап һуҙыла – Чернореченск, Татищев, Рассыпная станциялары, Түбәнге Озерный, Илек ҡәлғәләре... Владимир Иванович Пушкинды Яйыҡ ҡаласығына тиклем оҙата. Был ҡала элегерәк Екатерина фарманы буйынса Уральск тип йөрөтөлә башлай, хәҙер ҙә шулай атала.
Александр Сергеевич Пушкинға күп кенә архивтар биген аса һалып бармай, шуға күрә лә был төбәкте яҡшы ғына өйрәнгән Далдең Пугачев яуы хаҡында әйткән һәр һүҙе уға танһыҡ була. Ә инде Далдең беҙҙең яҡтарҙы яҡшы белеүен, минеңсә, хәрби губернатор тарафынан уға бирелгән таныҡлыҡ та раҫлай: “Янымда айырым йомоштар чиновнигы булып торған коллегия советнигы Далгә... исправниктарға, городничийҙарға, кантон, дистанция башлыҡтарына, солтандарға һәм бүтән начальниктарға, тау-завод, граждандар һәм земство полицияларына һәм ауыл түрәләренә һәр төрлө булышлыҡ итергә, уның һорауы буйынса бөтә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе оҙаҡҡа һуҙмай табып бирергә”. Тимәк, әгәр В.И. Даль Ырымбурҙа йәшәмәһә, Пушкинды әҙәби сәфәрендә оҙатып йөрөмәһә, “Пугачев тарихы” менән “Капитан ҡыҙы”ның икенсе айыштараҡ ижад ителеүе ихтимал түгел инеме ни, тип тә фараз итергә мөмкин. Әйткәндәй, был фекергә лә ҡеүәт бар. Мәҫәлән, Далдең ҡомартҡылары араһында: “Бына тағы пугачевщинаға ҡағылышлы бер нәмә, быны мин мәлендә Пушкинға еткерергә өлгөрә алманым”, – тигән билдә ҡуйылған яҙма һаҡлана.
Улар Уральскиҙа хушлаша һәм бер нисә аҙнанан Пушкин шәхсән Даль адресына “Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт” исемле китабын һала, имзаһын ҡуя: “Һиңә – һинекеләрҙән. Әкиәтсе казак Луганскийға – әкиәтсе Александр Пушкин”.
Киләһе осрашыу – Петербургта. Бында Даль Хиуа походын хәстәрләп йөрөгән Перовскийға эйәреп килә. Бер нисә көндән бөйөк шағирҙың үлемесле яранан йөрәге туҡтауына шаһит буласағын ул әлегә күҙ алдына ла килтермәй.
***
Ырымбурҙа Даль менән Жуковский ҙа осраша. Ул ҡалаға кенәз Александр Николаевичты – буласаҡ батша Александр Икенсене – ил буйлап оҙатып йөрөгәнендә һуғыла. Һирәк тейгән буш ваҡыттарында Даль Жуковскийға башҡорт риүәйәттәрен – Йылҡысыҡҡан күле мажаралары, Заятүләктең һыу аҫты батшаһының ҡыҙына мөхәббәте хаҡында, Асылыкүл менән Ҡандракүлгә бәйле легендаларҙы – һөйләй. Хушлашҡанда Жуковский Далдән бер нисә ҡомартҡыны яҙып биреүен үтенә, һуңынан шағир уларҙың сюжетын Көнсығыш балладаларында һәм поэмаһында файҙаланырға теләй. Жуковскийҙың талантын ихтирам итеүгә ҡарамаҫтан, Даль итәғәтле генә баш тарта: “Мин... вәғәҙәмде онотманым. Моғайын, Һеҙ киткәне бирле шул хаҡта уйламаған көнөм булмағандыр... Мине үҙегеҙ хөкөм итегеҙ: хикәйәткә урындың биҙәген бирергә кәрәктер, халыҡтың тормошон да... белергә кәрәк, юғиһә, Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ яртылаш юғаласаҡ. Әҫәрҙе Башҡорт йәки Урал поэмаһы тип тә атарға мөмкин, ләкин ул беренсеһе лә, икенсеһе лә, өсөнсөһө лә булмаҫ. Ә мин шуларҙы нисек итеп хат аша еткерә алырмын һуң? Бер нисә тапҡыр башлап ҡараным, оҙон-оҙон повесть килә лә сыға”. Ҡыҫҡаһы, Даль, талантыңа ҡарамай-нитмәй, бары тик үҙең яҡшы белгән, йөрәгең аша үткән әйберҙәрҙе генә яҙырға кәрәк, тип иҫәпләгән.
Ырымбур төбәген өйрәнеүҙәге оло хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Академияһы 1838 йылда В.И. Далде үҙенең мөхбир ағзаһы итеп һайлай.
1839 йылда ғалим аҙағы фажиғәле тамамланған Хиуа походында ҡатнаша. Унда ул осорҙа меңдәрсә Рәсәй әсире ғазап сиккән була. Һирәк-мирәк ҡасаҡтар ғына ҡайта ала иленә. Әсирҙәр, үҙҙәрен ҡотҡарыуҙы һорап, туғандарына, кенәздәргә йәшерен хаттар ебәрә. Уларға ярҙам ҡулы һуҙыу, әлбиттә, походтың бер генә маҡсаты була әле. Асылда Рәсәй батшаһы Урта Азияла инглиздәрҙең йоғонтоһо көсәйеүҙән шөбһәләнә.
Перовскийҙы Даль, походҡа киләһе яҙҙан ҡуҙғалайыҡ, тип өгөтләй. Хәрби губернатор уны тыңламай, ноябрь айында ауыр сәфәргә әйҙәй ғәскәрҙәрен. Ҡыш ҡаты килә, ҡарлы-ҡомло ыжғыр бурандар ҡотора. Ғәскәрҙең өстән бер өлөшөн юғалтып, ярты юлдан кире боролорға тура килә. Яйыҡ казактары, башҡорттар, ҡаҙаҡтар күңелендә яманатлы поход йән әрнеүе булып тәрән эҙ ҡалдыра.
Үрҙә әйткәнемсә, Владимир Иванович Даль Ырымбурға аҙ билдәле чиновник булып килә, ә танылған яҙыусы һәм ғалим булып ҡайтып китә. Ырымбурҙа саҡта ул “Мичман Поцелуев”, “Вакх Сидор Чайкин”, “Һыу буйындағы бәләкәй өй” тигән автобиографик повестарын ижад итә, күп очерктар, хикәйәләр яҙа. Әммә урындағы мәғлүмәттәргә таянып яҙған “Боҙ ярсығы”, “Герата ҡәлғәһен ҡамау хаҡында бәйән”, “Урал казагы”, “Майна”, “Бикәй менән Мәүләнә”, “Башҡорт һыуһылыуы” кеүек әҫәрҙәре В.И. Даль шөһрәтенә баҙыҡ һиммәт өҫтәй.
Йәнә бер мәсьәлә буйынса уйҙарым менән уртаҡлашырға теләйем. Минеңсә, әгәр Ырымбурҙа Даль йәшәмәгән булһа, үҙенең әҫәрҙәре аша был төбәктең булмышы менән илдең алдынғы кешеләрен таныштырмаһа, башҡорт далаларына Толстой менән Чеховтың ҡымыҙ дауаһына килмәүҙәре лә ихтимал ине.
“Рәсәйҙәр өсөн ҡымыҙҙың шифалы эсемлек икәнен иң тәүҙә кем асты?” – тигән һорау ҡуя тарихсы А. Кишкин. Үҙе шунда уҡ яуабын да теркәй: “Владимир Иванович Даль”.
Владимир Даль – яҙыусы, этнограф һәм лексикограф, фольклор йыйыусы, хәрби табип. Ырымбурҙа сағында ул үҙенең иң яҡшы повестарын һәм хикәйәләрен яҙа... Иң мөһиме, үҙенә ғәҙел һәм олуғ шөһрәт өҫтәйәсәк “Йәнле бөйөк рус теленең аңлатмалы һүҙлеге” тигән хеҙмәтенә ныҡлап тотона. Хәҙер инде мәғлүм: академик баҫмала 200 мең һүҙ аңлатмаһы менән туплана, ә шуларҙың 80 меңдән ашыуы лексикография фәненә тәүләп индерелә.