Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡайта алмаһам, онотмағыҙ”
Миңлеғәле Шайморатов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнгәс, 1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә ҡайтып төшә. Ул йылдарҙағы тәртипкә ярашлы, беренсе сиратта уны партия Өлкә Комитетына саҡыралар. “Берәй танышым осраһа ярар ине”, — тип уйлағандыр, бәлки, сөнки ауылдаштарын, бала саҡ дуҫтарын бик һағынған. Шуныһын да самалай ул: биштәкәләр — элек-электән уҡымышлы халыҡ, улар юғары урындарҙа ла эшләмәй булмаҫ...


Һанаулы ғына кешеләр ҡаршы ала уны. Арала бер ирҙең текәлеп ҡарауын тойомламау мөмкин түгел. Ләкин Шайморатов уға түгел, Өлкә Комитет секретарына төбәгән күҙ ҡарашын. Тик бер аҙҙан танып ала: “Был бит Мәхмүт, бала саҡ дуҫтарының береһе”. Ике яҡтың үткер күҙҙәре осраша, баштар һиҙелер-һиҙелмәҫ һелкенә биреп ҡуя. Мәскәүҙән ҡайтарылған юғары дәрәжәле командир Шайморатовтың шатлығы эсенә һыймай. Шулай ҙа рәсми танышыу мәлендә ауылдашыңды иркенләп сәләмләп булмай бит инде!..
Мәхмүт Хафизов йәшкә ҡайтышыраҡ, ике үҫмерҙе гармунда уйнау дуҫлаштыра. Партия йортонда пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй икән. Үҙ-ара аралашҡанда әйтә һала: “Һинең “Башкирия” ҡунаҡханаһындағы бүлмәң тәҙрәһе беҙ йәшәгән бер ҡатлы ағас йортҡа ҡарап тора. Йыш осрашабыҙ”.
Миңлеғәле Шайморатов һигеҙ йәшендә әсәһе вафатынан һуң ҡыйынлыҡта һәм мохтажлыҡта үҫә. Мәхмүттең ата-әсәһе хәлле булғас, ауыл мәктәбендә өҙлөкһөҙ уҡый. Ара-тирә бергә ултырып гармунда яңынан-яңы көйҙәр өйрәнеү берләштерә уларҙы. Аңлашыла, бала саҡта башланған йылы аралашыу ғүмерлек дуҫлыҡҡа тиң. Уның һәр миҙгеле ҡәҙерле булып тойола һуңынан.
Ярлылығы ярылып ятҡан Миңлеғәлене бай ғаиләлә йәшәгән Мәхмүт тиң күрер ине, шулай ҙа айырымлыҡтары һиҙелеп тора. Әйтәйек, Миңлеғәле шуҡлығы, шаянлығы менән танылған малайҙарҙы үҙ тирәһенә туплағанда, Мәхмүт булмаҫ ине. Нисек кенә тимә, Мәхмүтте осратыу – ҙур шатлыҡ. Яҡын көндәрҙә ултырып һөйләшеү теләге йөрәкте дәртләндерә лә тора.
Насип ҡылған икән, Миңлеғәле хөрмәтенә Мәхмүттәр ҡунаҡ йыйырға барған 1942 йылды ҡаршылау кисәһенә. Хужабикә Хөриҙәнең теләгенә ярашлы, фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Хәйер, ир-ат халҡы һуғышҡа алынып бөткән.
Оло ҡунаҡты көткәндә, уның полковник дәрәжәһендә дивизия командиры сифатында Өфөгә ҡайтарылыуы, һуғыш яланына, ут эсенә үҙ яҡташтарын алып барасағы тураһында ла, ҡасандыр ауыл урамында ялбыр кейемдә зыҡ ҡубып йөрөүе тураһында ла һүҙҙәр булып ала. Арала иң хәбәрҙар булған Мәхмүт аңлатма бирә: “Эйе, ауылдашыбыҙ юғары дәрәжәгә өлгәшкән, яҡын киләсәктә генерал буласағы көн кеүек асыҡ. Булдыҡлы ир, юлды дөрөҫ һайлаған. Миңә лә дивизияға яҙылырға кәрәк, унда сәйәси хеҙмәткәрҙәр етмәй әле”.
“Ни өсөн уның ҡайҙа, кем булып хеҙмәт иткәнен беҙ белмәнек?” тигән һорау тыуа. “Хәрби разведчик бит ул!” тип аңлатҡас, Мәхмүткә тағын әллә күпме һорау яуа. Ләкин артыҡ төпсөнмәйек, үҙе әйтер әле, тигән һығымтала туҡталып торорға булалар. Шулай ҙа ауылдаштың хәрби академияны тамамлап, сит илдәрҙә оҙайлы булыуы, хатта ҡытай телен һыу кеүек эсеүе, Генштабта хеҙмәт итеүе кеүек сифаттары берсә һоҡландыра, берсә әйтеп бөтмәгән һорауҙар тыуҙыра. Хәрби разведчиктың кем икәнлеген бер сама күҙаллаған ауылдаштарҙың Миңлеғәле менән осрашыуға бәйле белергә теләгәндәре һәр кемдең тиерлек тел осонда эленеп тора. Шуға күрә уның мәжлескә ризалыҡ биреүе шатландыра.
Ҡәҙерле ҡунаҡ һуңлап килә. Ишекте киң асып кереүе, оҙон сабыулы шинелен сисә-сисә көр тауышы менән йылмайып сәләм биреүе өйгә йәм өҫтәй, бөтәһен дә һоҡландыра. Мәхмүт менән Хөриҙә уның алдында өлтөрәп тора. Алдан килеп, көтөп ултырыусылар, тыйнаҡлыҡ һаҡлап, тауышланып ала һәм, Шайморатов ситкәрәк ҡунаҡлап алғас, шым була. Ул үҙе һүҙ башлар тип өмөтләнеүҙәре. Бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән шәхестәрҙең береһе бит ул! Мәскәү янындағы һуғыштарҙа ҡатнашып өлгөргән, ана, ике ордены бар. Нимә эшләй ул Генштаб хәтле серле урында? Немец ғәскәрҙәренә ҡаршы ниндәй көстәр ҡулланып еңеп сыға алған?..
Ләкин Шайморатов сиселеп бармай. Ял итәйем форсат тейгәндә тигәндәй, еңелсә һорауҙар биреп аралашыуҙы башлап ебәрә, әммә бөтәһе лә бер тауыштан тиерлек фронт хәлдәре менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә.
Һорау артынан һорау. Шайморатов үҙен имтихан тотҡандай тоя. Тик бөтәһенә лә яуап биреү мөмкин түгел. Бындай иркен шарттарҙа ауыҙ тултырып һөйләшер кеше түгел бит ул. Ғүмер эсендә бер осрашҡан ауылдаштар булһа ла.
“Мин һеҙҙе һағынып ҡайттым, был мәжлескә саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәтлемен”. “Бик һағынған булғас, ниңә бер ҙә ҡайтмай йөрөнөң, нисек түҙҙең?” — тине бер әсе теллеһе.
Һүҙҙе шаяртыуға борорға теләпме, Хөриҙә ҡушыла: “Ҡайтҡылап йөрөгән булыр инең, ана беҙҙә ниндәй сибәр ҡыҙҙар һиңә баға!” Тура һүҙле Хөриҙә ярып һалыусан. Ул арала Миңлеғәле баян һорап ала. Дуҫының гармунда яҡшы уйнағанын белгән Мәхмүт баҙап ҡала, баянда ла уйнарға өйрәнгәнме икән ни?
Миңлеғәле, былай ҙа ҡайғы-хәсрәтле тормоштоң моңһоулығын арттырып, боронғо көйҙө уйнап ебәрә. Һағышлы моң үҙәктәрҙе өҙгәндәй яңғырай. Көйҙән көйгә күсә килеп, шаян көйгә лә сират еткәс, ҡунаҡтар яңынан йәнләнә төшә. Ул арала Хөриҙә телгә килә: “Аш янына ултырырға ваҡыт”.
Аш-һыуҙан ләззәтләнеү күпмелер дауам иткәндең һуңында Хөриҙә ханым күптән әҙерләп ҡуйған һорауын асып һала: “Хөрмәтле Миңлеғәле, әйтсе, ниңә һин кәләш һайларға үҙ илеңә ҡайтманың?” Оло ҡунаҡ аш ҡалағын ҡуйып, буй-һынын турайта. Уңайһыҙланыуы йөҙөнә сыға, ләкин тиҙ генә телгә килмәй. Хөриҙә ул арала дауам итә: “Сибәрҙәр беҙҙә аҙ түгел, күреп тораһың. Ә һин ситтә мәрйә алғанһың. Береһе айырылып киткәс, икенсеһен дә”. Башҡа ҡунаҡтар ҙа тын ҡалып көткәндә, Хөриҙә һүҙен йәнә дауам итә: “Бөтәһе лә тотанаҡлы. Береһен һайлап алған тәҡдирҙә ул һиңә бер ҡыҙ түгел, өс ир бала бүләк итер ине, үҙеңде бәхетле тойор инең”.
Мәхмүт урынынан ҡуҙғалып ҡуя. Уңайһыҙлана. “Арттырып ебәрҙең түгелме? Улай ярамаҫ ине”, – ти кемдер. “Бер ҙә арттырманым, дөрөҫө шул. Ана, үҙебеҙҙең сибәркәйҙәрҙе бәхетле итмәҫ инеме?”
Миңлеғәле, турая биреп, йылмая. “Ситтә оҙаҡ йөрөү. Хеҙмәт ҡайҙа, тормош та шунда бит. Йәш саҡта артыҡ ҡыйыу инем, ҡыҙҙар минән ситләшә ине. Араларында күҙ атып йөрөгән бер ҡыҙ бар ине, ләкин минең бәхеткә яҙмаған булып сыҡты”.
Был ауыр һөйләшеүҙән һуң Хөриҙә мәжлесте яйға һалыу сараһын күрә. Йырлап ебәрә. Миңлеғәле баянға тотона. Унан үҙе йырлай. Яңы йыл мәжлесе оҙаҡҡа һуҙылыусан булһа ла, Шайморатов сәғәтенә күҙ һалып, рәхмәттәр яуҙыра, шинеленә тотона.
“Бик шатмын. Бындай ихлас күңелле кешеләр менән бер ҡасан да осрашмағанмын икән. Мең рәхмәт һеҙгә”, – тип йәһәт сығып китә.
Уның Өфөләге һанаулы көндәре үтә лә китә. Башҡорт атлыларының фронтҡа китер көндәре. Апрель ҡояшы йылыта, иртәләгән сәскәләр боҙ ҡатламын тишеп морон төртә. Бер көн иртә таңда Хөриҙә һәм Мәхмүт Хафизовтар йәшәгән йорт янында һыбайлы пәйҙә була. Ат кешнәгәнгә баш һуҙып ҡараһалар, Шайморатов. Ярһыу аты алғы аяҡтарын күтәрә. “Хушығыҙ! Хуш, дуҫтарым!” — ти ул тәҙрә аша. “Өйгә кер!” тип саҡыралар уны, ләкин ул аттан төшмәй. “Онотмағыҙ мине, ҡайта алмаһам!” — ти, иртәнге тынлыҡты яңғыратып. Мәхмүт менән Хөриҙә йәшен тиҙлегендә урамға атылып сыға. Ләкин ҡайҙа ул, һыбайлы Шайморатов Ленин урамы буйлап китеп өлгөрә. Артынан йүгереп ҡарайҙар ҙа сәйерһенеп туҡтайҙар. “Хушығыҙ!” тигән көр тауышы урамда яңғырап торғандай була.
Мәхмүт үҙен дивизияға алһындар өсөн әллә күпме тырышып ҡараһа ла, рөхсәт бирелмәй. Дөрөҫ, алдына алған эштәре былай ҙа муйындан, өҫтәүенә ул рус-башҡорт һүҙлеген әҙерләүҙә ҡатнаша. Был мөһим баҫма һуғыштан һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә сығарыла. Мәхмүт Хафизов — уның төп авторҙарының береһе. Унан тыш, ул Китап нәшриәтендә марксизм-ленинизм әҫәрҙәрен тәржемә итеү эшен үҙ иңенә ала. Хөриҙә Хафизова “Ҡыҙыл Башҡортостан”, һуңынан “Кызыл таң” гәзиттәре редакцияларында яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларында көс түгә. Мәхмүт бер нигә ҡарамай фронтҡа, Башҡорт дивизияһына алыныуҙы маҡсат итеп ҡуя, ләкин рөхсәт бирелмәгәнлектән үҙен үҙе ғәйепле һанап йәшәй бирә. “Мин янында булған тәҡдирҙә Миңлеғәле ҡурсаланған хәлдә булыр ине, хәүефле хәлдәргә осрамаһа ине”, — тип хәүефләнеп йәшәй.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Бер көн генерал Шайморатовтың һәләкәте тураһында хәбәр алына. “Билдәһеҙ юғалған”. Мәхмүт һәм Хөриҙә тәрән ҡайғы кисерә. Ни гонаһым шомлоғо, был хәбәрҙе аңлатыусы, асыҡлаусы ләм-мим һүҙ ишетелмәй. Мәхмүт, нимә эшләһен, ҡайғы-хәсрәт йотоп йәшәй. Шулай иртән ҡырынғанында битен бритва менән йәрәхәтләп ебәрә. Анһат үтеп китер кеүек булһа ла, хәл ҡатмарлана. Врачтар ҡаны зарарланған тип белдерә. Бәлә — аяҡ аҫтында. Мәхмүт яҡты донъянан китеп бара. Ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ул дуҫы Миңлеғәле алдында үҙен бурыслы һәм ғәйепле һанай. Тик шуныһы үкенесле: дивизия командиры генерал-майор Шайморатовтың даны илгә, Ватанға сағыу биҙәктәрҙә ҡайтҡанын күрә, ишетә алмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872