Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бабич рухы йәшәй йәштәрҙә
Бабич рухы йәшәй йәштәрҙә Берҙәмлек көнө алдынан 2015 – 2016 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә ирешкән ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм һәләтле йәштәргә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Наградаларҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев тапшырҙы.


– Тәҡдим ителгән һәр эш лайыҡлы ине, улар араһынан иң-иң яҡшылары һайлап алынды. Бөгөн беҙ йәш сағында уҡ әҙәбиәт, сәнғәт үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙе тәбрик­ләйбеҙ, – тине Марат Шәриф улы.
Был көндө “Хыялға ҡаршы” спектаклен юғары профессиональ кимәлдә ҡуйған һәм башҡорт сәнғәтен пропагандалаған өсөн Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәре Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов награда алып ҡыуанды.
– Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалап, иңдәребеҙгә ҡанат өҫтәгән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был премия – коллектив хеҙмәт емеше. Премияға бәйле театрҙың исеме яңғырауы, абруйы артыуы менән бәхетлебеҙ, – тине актер Фәнис Рәхмәтов.
Бүләкләнеүселәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, республиканың Т. Сәйфуллина исемендәге дәүләт академик хор капеллаһының баш дирижеры Алһыу Хәсбуллина.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаттары исемлегендә һәр саҡ әҙә­биәт өлкәһенә тос өлөш индергән йәштәрҙең булыуы һөйөнөслө. “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабы өсөн был бүләккә лайыҡ булған шағир Алмас Шаммас сығышында үҙенең бынан егерме ике йыл элек, һигеҙ йәштә, шиғыр яҙа башлауы тураһында һөйләне.
Һәләтте үҫтереү өсөн кешенең үҙенең тырышлығы кәрәк һәм уңайлы мөхит, шарттар тыуҙырылырға тейеш. Тырышлыҡ йәштәрҙең үҙенән торһа, республикабыҙ етәкселеге иһә төрлө премиялар, гранттар аша һәр яҡлап шул мөхитте булдырырға тырыша.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә