Берҙәмлек көнө алдынан 2015 – 2016 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә ирешкән ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм һәләтле йәштәргә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Наградаларҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев тапшырҙы.– Тәҡдим ителгән һәр эш лайыҡлы ине, улар араһынан иң-иң яҡшылары һайлап алынды. Бөгөн беҙ йәш сағында уҡ әҙәбиәт, сәнғәт үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙе тәбрикләйбеҙ, – тине Марат Шәриф улы.
Был көндө “Хыялға ҡаршы” спектаклен юғары профессиональ кимәлдә ҡуйған һәм башҡорт сәнғәтен пропагандалаған өсөн Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәре Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов награда алып ҡыуанды.
– Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалап, иңдәребеҙгә ҡанат өҫтәгән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был премия – коллектив хеҙмәт емеше. Премияға бәйле театрҙың исеме яңғырауы, абруйы артыуы менән бәхетлебеҙ, – тине актер Фәнис Рәхмәтов.
Бүләкләнеүселәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, республиканың Т. Сәйфуллина исемендәге дәүләт академик хор капеллаһының баш дирижеры Алһыу Хәсбуллина.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары исемлегендә һәр саҡ әҙәбиәт өлкәһенә тос өлөш индергән йәштәрҙең булыуы һөйөнөслө. “Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабы өсөн был бүләккә лайыҡ булған шағир Алмас Шаммас сығышында үҙенең бынан егерме ике йыл элек, һигеҙ йәштә, шиғыр яҙа башлауы тураһында һөйләне.
Һәләтте үҫтереү өсөн кешенең үҙенең тырышлығы кәрәк һәм уңайлы мөхит, шарттар тыуҙырылырға тейеш. Тырышлыҡ йәштәрҙең үҙенән торһа, республикабыҙ етәкселеге иһә төрлө премиялар, гранттар аша һәр яҡлап шул мөхитте булдырырға тырыша.