Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙ күҙле ҡыҙҙар, батыр рухлы егеттәр
Йондоҙ күҙле ҡыҙҙар, батыр рухлы егеттәр Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Тырыштар, дәртлеләр һәм сәмлеләр. Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ.


Фән тауҙары алға әйҙәй

Сибай институты филиалында белемгә ынтылған, заман һулышын тойған йәштәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ғилми йүнәлеш алып барһындармы, ижадҡа ылыҡһындармы, спорт менән шөғөллән­һендәрме, үҙен сәнғәттә һынап ҡарарға теләһендәрме – бөтөн тармаҡтарҙа үҫеш мөмкинлеге бар.
Шуға күрә студенттарҙың йылдан-йыл республика Башлығы стипендияһы лауреаттары исемлеген тултыра барыуы – белем усағына оло мәртәбә. Шулай уҡ улар араһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булғандар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Салауат Бәрәкәтов.
Йондоҙ күҙле ҡыҙҙар, батыр рухлы егеттәрСибай егете ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алып, артабан уҡыуын технология факультетында дауам итә. Киләсәктә яҡшы инженер булырға ынтылған егет әле үк төрлө ғилми эштәр менән шөғөлләнә, форумдарҙа ҡатнаша, конференцияларҙа сығыш яһай, олимпиадаларҙа призлы урын яулай. Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында практика үтеү Салауат Бәрәкәтовҡа буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауын йәнә бер тапҡыр иҫбатлаһа, икенсенән, ул башҡарған ғилми эштәр киләсәктә тау-байыҡтырыу өлкәһендә файҙалы булыуын дәлилләгән. Шуға күрә тырыш студент артабан да был йүнәлештә ентекле шөғөлләнергә, фәнни эштәрен дауам итергә хыяллана.
Буласаҡ юристар – Айһылыу Танһыҡҡужина, Лена Ваһапова, Роза Мортазина һәм Сулпан Фәтҡуллиналар – республика Башлығы стипендияһы лауреаттары. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Яҙ улар Дәүләт Думаһының, Мәскәүҙәге бер нисә уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә булған.
– Мәскәү беҙҙе йылы ҡаршы алды, үҙенең матурлығы менән һоҡландырҙы, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Айһылыу. – Дәүләт Думаһы менән танышыу, закон сығарыуҙың ни ҡәҙәр ҡатмарлы, нескә эш икәнен, проекттарҙың ҡабул ителер алдынан ниндәй юлдар үткәнен яҡындан белдек.
Айһылыуҙың тәьҫораттарын дауам итеп, Лена Ваһапова Владимир Жириновский менән яҡындан танышыуҙары, уның тыуған көнөнә тап килеүҙәре, депутаттың Сибай студенттарына бүләк­тәрен биреүе хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Бер аҙналыҡ сәфәрҙән буласаҡ юрис­тар бай тәьҫораттар, яңы идеялар, сәм, дәрт туплап ҡайтҡан.
Йондоҙ күҙле ҡыҙҙар, батыр рухлы егеттәр– Һайлаған һөнәрҙәребеҙҙең ни ҡәҙәр яуаплы икәнлегенә йәнә бер тапҡыр төшөндөк, – ти улар. – Хоҡуҡ тармағына ҡарата ихтирамыбыҙ артты, ҡыҙыҡһыныу көсәйҙе. Эшеңде юғары кимәлдә баш­ҡарыу өсөн тәү сиратта уның үҙенсә­лектәрен ныҡлы өйрәнеү мөһимлегенә инандыҡ. Иң ҡыуандырғаны – беҙ уҡыған Сибай институтындағы белем сифаты илдең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарынан һис тә ҡалышмай. Киреһенсә, матди-техник хәл яҡшы, тәрбиә юғары кимәлдә, белем алыу өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған.
Айһылыу Танһыҡҡужина ҡулына диплом алғас, белемен артабан камиллаштырырға уйлаһа, башҡа ҡыҙҙар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә күрә. “Бөгөн күптәр үҙ хоҡуғын белмәй, шунлыҡтан проблемаларға юлыға. Мохтаждарға ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ”, – ти улар.

Игеҙәктәр, илгәҙәктәр

Белем усағында бер нисә игеҙәктең уҡыуы асыҡланды. Уларҙың барыһы ла бейеү түңәрәгенә йөрөй, яҡшы билдәләргә өлгәшә. Бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Әлиә менән Зәлиә Сәлиховалар – буласаҡ филологтар. Ҡыҙҙар әле IV курста белем ала. Әлиә ситтән тороп ошо уҡ уҡыу йортоноң технология бүлегендә уҡый. Ул 10 минутҡа алдараҡ тыуған, шуға күрә үҙен апай һанай. Әммә Зәлиә, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, лидер.
Йондоҙ күҙле ҡыҙҙар, батыр рухлы егеттәрБейеү – игеҙәктәрҙең уртаҡ шөғөлө. Мәктәп йылдарынан уны үҙ иткән ҡыҙҙар институттың “Сармат” бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Илдар Хәтмуллин етәкселегендәге коллектив яңыраҡ “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, финалға үткән.
Бер-береһенә серҙәш, дуҫ һәм иптәш игеҙәктәр өсөн тормоштағы бар ауырлыҡтар ҙа еңел бирелә, сөнки яныңда һәр саҡ һиңә ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ, ышаныслы һыңарың бар икәнлеген яҡшы тояһың. Әйткәндәй, береһенең саҡ ҡына булһа ла ауырығанын икенсеһе шунда уҡ һиҙә икән. Күңел кисерештәре, уйҙары ла тап килә Әлиә менән Зәлиәнең.
I курста уҡып йөрөгән Баймаҡ һылыуҙары – Әлиә менән Әлфиә Вәлиевалар ҙа игеҙәк булыуҙары менән бәхетле. “Бер-беребеҙгә әхирәт, серҙәшбеҙ. Башҡа ҡыҙҙар менән ныҡлап дуҫлашып та китә алмайбыҙ, нисектер хыянат булыр кеүек. Игеҙәк булһаҡ та, оҡшамағанбыҙ”, – тиһәләр ҙә, уларға ҡарап күҙ ҡамаша, кемеһе Әлиә, ҡайһыһы Әлфиә икән, тип уйлай башлайһың.
Ағайҙары Илшат игеҙәк һеңлекәштәрен бик ярата, уларҙы һәр саҡ ҡурсалап, хәстәрлек күрә. Баймаҡ лицей-интернатын тамамлап, Сибай институтының технология факультетына белем алырға килгән ҡыҙҙар бар яҡлап та һәләтле. Бала саҡтан “Саптар” балалар ансамбленә йөрөү, һүрәт төшөрөү, музыка буйынса махсус мәктәптә уҡыу – былар барыһы ла игеҙәктәргә һәләттәрен асырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә буласаҡ һөнәр һайлауға оло этәргес бирә. Талантлы ҡыҙҙар бында ла юғалып ҡалмаған, бейеүгә булған һөйөүҙәре артабан да уҡыу йортонда шөғөлләнеүҙе дауам итергә яңы мөмкинлектәр асҡан.
Ҡыҙҙар бер төрлө кейенергә ярата. “Кейемде һайлап алғанда ҡайһы саҡта бәхәсләшеп тә китәбеҙ, әммә икебеҙҙең дә күңелгә хуш килгән әйбер һатып алыу яҡлыбыҙ”, – ти улар. Әйткәндәй, Әлфиә 15 минут алдараҡ тыуған, шуға күрә ул апай булараҡ, күберәк яуаплылыҡты үҙ иңенә алыусан. Туғандары игеҙәктәрҙе ата-әсәһенә оҡшатып, Әлиәне – әсәһенең ҡыҙы, Әлфиәне атаһыныҡы тип йөрөтә.
Юридик факультетта белем алған Сибай ҡыҙҙары – Азалия менән Камилла Кейекбаевалар бала саҡтан бейеүгә ғашиҡ, күптәр уларҙың был ҡыҙыҡһыныуы сәнғәт юлына илтер тип фаразлаһа ла, игеҙәктәр етдиерәк һөнәр һайлай. “Киләсәктә юрист буласаҡбыҙ, ә бейеү беҙҙең яратҡан шөғөл генә”, – тип йылмайҙы ҡыҙҙар. Әйткәндәй, игеҙәктәр алты йәшенән “Гөлдәр” өлгөлө балалар бейеү ансамбленә йөрөй, Сибай сәнғәт мәктәбенең “Хореография” бүлеген тамамлай. Шулай уҡ тырыш ҡыҙҙар ҡаланың һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡырға ла өлгөрә. Азалия менән Камилла ҡылҡәләм ярҙамында тыуған яҡтарының тәбиғәтен сағылдыра, яҡын кешеләренең портреттарын эшләй. Бөгөн ҡыҙҙар – факультетта сығарылған стена гәзитенең иң әүҙем мөхәрририәт ағзалары. Шулай уҡ әҙәбиәт менән дә ҡыҙыҡһыналар. Улар яҙған мәҡәләләр уҡыу йортонда сыҡҡан “Юлдаш” һәм “Сибайский рабочий” гәзиттәрендә даими баҫыла.
– Киләсәктә алған белемебеҙҙе файҙаланып, халыҡҡа хоҡуҡи яҡтан ярҙам күрһәтергә хыялланабыҙ. Иң ҙур теләгебеҙ – судья булыу, – ти улар.

Йүгерек батыр

Бөгөнгө йәш быуындың спортты үҙ итеп, сәләмәт тормош яҡлы булып үҫеүе һоҡландыра. Спортҡа булған ҡыҙыҡһы­ныуҙары физкультура дәресендә генә түгел, көндәлек тормошта ла сағыла. Педагогика факультетының II курс студенты Рәмзил Булатовты уҡыу йортонда “йүгерек” батырҙарҙың береһе булараҡ беләләр.
Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуып үҫкән Рәмзил йүгереү менән үҙаллы шөғөлләнә башлай. Мәктәпте тамамлағас, 80-се Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға керә. Артабан әрме сафында үҙ бурысын үтәй. Хәрби хеҙмәттә сынығыу мәлендә егет спорттың һаулыҡ өсөн генә файҙалы булыуын түгел, ә үҙеңдә ышаныс тойоу, рух ныҡлығы кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүен ныҡлап төшөнә. Юғары белемгә эйә булыу теләге уны Сибай институтына алып килә.
– Беҙҙә спорттың ниндәй төрөн һайлаһаң да, шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, – ти Рәмзил Булатов. – Тренерҙар иҫ киткес яҡшы, бар мөмкинлектәр булдырылған. Күбеһенсә кис йүгерәбеҙ. Көнөнә 15 километр араны үтәм, төрлө күнекмәләр яһайым. Бүлмәләш егет Илгизде лә алып сығырға тырышам, иптәштәремде әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәйем.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙерге йәш­тәрҙең күбеһе сәләмәт тормош яҡлы. Ҡасандыр ҡулында һыра шешәһе һәм ауыҙында тәмәке ҡабыҙған “текә” геройҙарҙы бөгөн сәләмәт йәшәүҙе үҙ иткән, физик һәм рухи яҡтан ныҡ, көслө ихтыярлы заман геройҙары алмаштырған. Рәмзил Булатов та тап һуңғылар рәтендә. “Йүгерек” батыр район, ҡала, республика ярыштарында һәр саҡ призлы урын яулай, уҡыу йортоноң данын күтәрә.

“Бейеү –
минең тормошом”


тип ҡаршыланы беҙҙе Сибай институтының “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбле солисы, педагогика факультеты студенты Фәйез Үҙәнбаев. Уның был һүҙҙәренә һис тә аптырап ҡалманыҡ, киреһенсә, бейеүсенең улы тап шундай фекерҙә булырға тейеш тигән уй нығынды. Ысынлап та, Фәйездең атаһы Закир Үҙәнбаев – Әбйәлил районында данлыҡлы бейеүселәр төйәге Атауҙынан.
Сибайҙар уны оҫта бейеүсе генә түгел, ә талантлы педагог булараҡ та яҡшы хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙан бик иртә китте, әммә уның юлын өс улы, өс бейеүсе вариҫы дауам итә. Шуларҙың иң төпсөгө Фәйез киләсәктә атаһы нигеҙ һалған, бөгөн уның исемен йөрөткән Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында эшләп килгән Закир Үҙәнбаев исемендәге өлгөлө бейеү ансамбленә етәкселек итергә хыяллана, уның рухына тап төшөрмәй, ҡасандыр ул һалған бейеүҙәрҙе ҡайтанан сәхнәгә алып сығыу теләге менән яна. Теләгенең тормошҡа ашырына һис тә шик юҡ, әммә егеткә изге ниәттәрен маҡсатҡа еткереү өсөн әлегә тырышып уҡырға кәрәк.
Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тигәне хаҡтыр, күрәһең. Фәйез Үҙәнбаев – һәләтле студент. Ҡулына гитараһын тотоп, сәхнәгә сыҡһынмы, йырлаһынмы, бейеһенме йә булмаһа йөрәктәргә үтеп инерлек шиғыр һөйләһенме – барыһын да килештерә.
– Тәүге тапҡыр тыпырлатырға атайым өйрәтте, – тип хәтерләй ул. – Тәүҙәрәк уның бейегәненә иҫем китеп ҡарап ултыра торғайным, артабан үҙемдең дә уның кеүек булғым килде. Ағайҙарымдың да сәхнәлә сығыш яһауҙары миндә лә бәләкәй саҡтан ҡомар уятмай ҡалмағандыр, моғайын. Артабан мәктәптә Әнүәр Шафиҡов етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Ә инде атайым вафат булғас, мотлаҡ уның юлынан барырға теләнем. Бейеүһеҙ йәшәй алмайымдыр, ул – тормошом, булмышым, йәшәйешем.
Уҡыу йортонда бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй тиһәк тә була. Алып барыусы булһынмы, бейеһенме, йырлаһынмы – һәр сығыштың уртаһында Фәйез Үҙәнбаевты күрергә мөмкин. “Уҡырға ваҡыт ҡаламы һуң?” – тигән һорауыма ул, йылмайып: “Әлбиттә! Һәр ерҙә өлгөрөргә тырышам, мин бит егет кеше!” – тип яуапланы.

Көнләшерлек
көнкүреш шарттары


Тырышып белем алыу өсөн теләк кенә аҙ, көнкүреш шарттарының яҡшы булыуы ла мотлаҡ. Был йәһәттән дә Сибай инс­титуты студенттарынан көнләшерлек: улар заман талаптарына яуап биргән матур бүлмәләрҙә йәшәй, бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Күбеһе – икешәр, ҙурыраҡ бүлмәлә өсәр урынлашҡандар. Уҡыу йортоноң профком рәйесе Илдус Зарипов менән ике ятаҡтағы йәшәү шарттарын ҡарап, студенттарҙың көнитмеше менән яҡындан таныштыҡ. Һәр бүлмәлә һыуытҡыс, телевизор урынлаштырыу рөхсәт ителгән, Интернет селтәре эшләй. Шулай уҡ душ, ял, кухня, уҡыу бүлмәләре бар, теләгәндәр өсөн тренажер, шашка, шахмат түңәрәге эшләй. Шашка түңәрәге етәксеһе Ришат Ғәфүровты ҡалала иң зирәк һәм оҫта шашкасы булараҡ беләләр. Шахмат сере менән студенттарҙы Зиннаф Бәҙретдинов таныштыра. Беҙгә лә зирәктәр уйынын бер аҙ күҙәтеп торорға мөмкинлек булды.
Илдус Әлим улы әйтеүенсә, заманса уңайлыҡтары булған дүрт ятаҡта бөтәһе 500-ҙән ашыу студент йәшәй. Белов урамында урынлашҡанында иһә урын тик ғаиләле студенттарға бүленгән. Йыл һайын уҡыу йорто ятаҡтарының республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурста призлы урын яулауы үҙе үк әйткәндәребеҙгә ҡеүәт өҫтәй. Студент үҙидаралығы рәйесе Руслан Төхфәтуллин, уның урынбаҫарҙары Илнар Замалетдинов, Нурғәли Кенжибулатовтың тырышлығы менән бында йәшәгәндәрҙең уҡыуҙан тыш тормошо юғары кимәлдә ойошторола. Һәр ҡаттың үҙ старостаһы бар, улар тәртип, таҙалыҡ буйынса ла яуаплы. Ял, байрам көндәрендә ятаҡта төрлө саралар, дискотека ойошторола.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беренсе ҡатта студенттар өсөн буфет эшләй. Уның хужабикәһе Нәсимә Лотфуллина әйтеүенсә, сәғәт дүрттән алып киске һигеҙгә тиклем йылы аш, төрлө салаттар, тәмлекәстәр тәҡдим ителә. Ас студенттың уҡыуға ҡарата ниндәй теләктә булыуын иҫәпкә алғанда, буфеттың эшләүе күптәр өсөн бик уңайлы. Ваҡыт булмағанда йәки бешеренергә иренгәндә бында кереп, арзан хаҡҡа бик тәмле итеп ашап сығырға мөмкин.
Йылайыр егеттәре Вилдан Дистанов менән Рәзил Ғәлләмов икеһе лә Матрай ауылынан. Бер класта уҡығандар, дуҫтар. Әле уҡыу йортоноң технология факультетында белем алыуҙарын дауам итәләр, бер бүлмәлә йәшәйҙәр. “Көн һайын булмаһа ла, йыш ҡына бында төшөп, ашарға тырышабыҙ. Бешергән ризыҡтары тәмле, сифатлы. Хаҡы ла юғары түгел”, – ти егеттәр.

Гитараның
сихри моңдары


Йәшлекте – гармунһыҙ, студентты гитараһыҙ күҙ алдына килтереп буламы?! Юҡтыр, күрәһең! Гитара ҡылдарын оҫта сирткән егеттәрҙе һәр ятаҡта ла ихтирам итәләр, көтөп алынған ҡунаҡ булараҡ, уларға урынды ла гел түрҙән бирәләр.
Беҙгә лә ошондай оҫталар менән танышырға насип булды. Баймаҡтарҙың гитара уйнауы күп ҡыҙ һәм егеттәрҙе бергә туплаған. Беренсе Этҡол ауылы егете Илсур Сәғитов менән Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Гүзәл Яхинаның тилбер бармаҡтары гитараны шул тиклем оҫта сиртә, хатта йөрәктең иң нескә ҡылдарын сирттергәндәй тойола...
Сибай студенттарының уҡыу һәм көнкүреш шарттары менән ике көн буйы яҡындан танышҡас, күңелдә бер генә фекер тыуҙы: иң дәртле, иң сәмле, иң ғәмле, белемле һәм талантлы йәштәр бында, Сибайҙа, йәшәй.



Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872