Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсе һабаҡ булды үткәндәр
Әсе һабаҡ булды үткәндәр Кешенең шәхси мөлкәте гелән булған: тәүтормош осоронда — таш ҡоралы, йәшәр, ғаилә усағын һаҡлар өсөн — мәмерйәһе. Ер эшен үҙләштерә башлағас та биләмәһеҙ тормағандар. Хатта “крепостной хоҡуҡ’’ ваҡытында ла крәҫтиәндең “наделы”, өй ҡаралтыһы (һуңынан ғына күбеһе быларҙың бөтәһенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан) булған. Столыпин реформаһынан һуң крәҫтиәндәргә бөтөнләй юл асыла. Хәллерәктәр айырым ауыл (яңы ауыл, утар) төҙөү мөмкинлеге ала. Бушыраҡ, сәселмәй ятҡан ерҙәр үҙләштерелә башлай.
Совет власы ла, бөтә ерҙәрҙе дәүләт ҡарамағына күсерһә лә, ҡапыл ғына йорт яны участкаларына, шәхси хужалыҡ алып барыуға “ҡыҫылмай”. 1930 йылда ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы артелдәре тураһында”, 1935 йылда колхоздарға тәҡдим ителгән “Яҡынса устав”та ла шәхси хужалыҡтар тураһында тәҡдимдәр бар. Башта 0,5-0,8 гектар ер өлөшө рөхсәт ителһә, яйлап улар ҡыҫҡартыла бара, сөнки ере күп булған һайын крәҫтиән шәхси хужалығына ваҡытын күберәк бүлә, “таяҡ”ҡа ғына эшләгән колхоз эшенә һалҡын ҡарай башлай. Шуға ла ВКП(б) үҙәк комитетының “О мерах охраны общественных земель колхозов от разбазаривания” (1939 йыл, 28 май) тип аталған ҡарары сыға. Уға ярашлы, бөтә “артыҡ” ерҙәр тартып алына.
Һалымдарға килһәк, бөгөнгө (2003 йылда ҡабул ителгән) закон буйынса етештерелгән тауар, аҙыҡ-түлек шәхси мөлкәт һанала, һатылғаны эшҡыуарлыҡҡа тиңләнмәй. Совет осороноң 20 – 30-сы йылдарында ла крәҫтиән “берҙәм ауыл хужалығы һалымы” ғына түләп килә, ул 1923 йылда тормошҡа ашырыла башлай, ләкин 1928 йылда “тигеҙлек” бөтөрөлә, яңғыҙ хужалыҡ менән йәшәгәндәрҙе колхозсыларҙан айыралар. Тәүгеләрен “единоличник” тип атап, һалымды әллә нисәмә тапҡырға арттыралар. Етмәһә, 35 процент ярлыны һалымдан бөтөнләй азат итеп, уларҙыҡын единоличниктар елкәһенә һалалар. Хәллеләренә тағы ла, килемдең күпме булыуына ҡарамаҫтан, шәхси (индивидуаль) һалым да һалына башлай. Был илдә башбаштаҡлыҡҡа, ауыл Советы, колхоз етәкселәренең элекке бай, хәлле, урта хәлле кешеләрҙән шәхсән үс алыуына килтерә.
“Сельхозналог”тан тыш, крәҫтиәнгә күтәрә алмаҫлыҡ йөк – дәүләт заемы таратыу башлана. 1928 йылға тиклем облигациялар крәҫтиәндең теләге менән генә таратылһа, унан һуң мәжбүри бирелә. Етмәһә, самообложение (ауыл Советы үҙ мәнфәғәте өсөн тотонорға тейеш аҡса) түләтеү күтәрелмәҫ һалымға әйләнә. 1927 йылдан ул ауылдағы бөтә хужалыҡтарҙың дөйөм һалымының 35 процентынан арттырылмаҫҡа тейеш булһа, 1930 йылдан 50 процентҡа күтәрелә.
1931 йылдан крәҫтиәнде рәсми рәүештә өс төркөмгә бүләләр: колхозсы, единоличник, кулак. Элегерәк улар бер төрлө, йәғни ки­леменә ҡарап һалым, самообложение түләһәләр (хәллерәктәрҙең килеме күберәк, тимәк, түләмдәре лә күберәк), бынан һуң инде ҡайһы төркөмгә инәләр, шуға ҡарап һалым да төрлөсә һалына. Мәҫәлән, тарихсы Р. Дәүләтшин “Великий перелом” китабында яҙыуынса, 1930 – 1935 йылдарҙа ҡайһы бер еди­ноличник­тарҙың самообложениеһы ауыл хужалығына һалымдың 50–150 процентын тәшкил иткән.
1933 йылдан ауыл Советы, унда йәшәгән халыҡ йыйыны самообложениеға йыйған аҡсаны үҙ ауылдарының юлын төҙәтеү, шишмәләрен таҙартыу һәм башҡа мәшәҡәттәре өсөн тотона алмай — йыйылған сумма район ҡарамағына китә. Самообложение асылда айырым һалымға әйләнә. Ә 1931 йылдан “культсбор” тип аталған аҡса йыйыу башлана. Уны тәүҙә йылына бер тапҡыр түләнә тиһәләр ҙә, һуңынан был шарт юҡҡа сығарыла. Күләме ауыл хужалығы һалымы­ның 40–60 проценты менән билдәләнә.
Крәҫтиәндәр, бигерәк тә единоличниктар, шәхси хужалығы менән йәшәгәндәр, колхозға инергә телә­мәгәндәр кәмендә туғыҙ төрлө һалым һәм башҡа төрлө түләүҙәр түләргә тейеш булған. Шуны иҫкә төшөрөү мөһим: колхозсы “таяҡ”ҡа эшләгән! Ә барлыҡ һалымдар, заемдар аҡсалата йыйылған. Күп колхоздар “тере” аҡса түләй алмағас, бөтә көс шәхси хужалығына төшкән. Унан килгән килем иһә телгә алған һалымдарҙы түләүгә киткән. Шәхси хужалыҡҡа бер һыйыр, бер быҙау, ике һарыҡ, теләгәнсә ҡуян, 20 баш умарта тоторға ғына рөхсәт ителгән. Ат тотоу тыйылған. Етмәһә, натуралата һалым да һалынған. Единоличник гелән колхозсыға ҡарағанда күберәк түләгән.
Әйткәндәй, натуралата һалым үҙгәреп торған. Мәҫәлән, 1933 йылда һәр единоличник 50 килограмм ит тапшырырға тейеш булһа, 1940 йылда — 72! Шәхси хужалығында мал аҫраған колхозсы кәмендә 40 килограмм ит тапшырған. Малы юҡ икән — аҡсалата түләгән. Крәҫтиән ике кварталда ит, һөт, йомортҡа, һарыҡ йөнө тапшырыу һалымын ваҡытында түләй алмаһа, уның малы, йорт-ҡураһы тартып алынып, осһоҙ хаҡҡа һатылған. Единоличниктар, үтәй алмаҫтай һалымдарҙан тыш, иген тапшырыу планын да үтәргә тейеш булған.
Бындай хәл колхозсылар аҡса күрә башлағансы, йәғни үткән быуаттың 60-сы йылдарына саҡлы бара. Ә бына “артыҡ һөттө” хөкүмәткә тапшырыу (асылда тартып алыу) 90-сы йылдарғаса йәшәп килде. Һинең ғаиләңдә бер балаң бармы, 5-8 баламы — тейешенсә тапшыр. Юҡһа фуражын да, һалам-бесәнен, техникаһын да күрмәйәсәкһең. Хатта ауыл советтары һөт йыйыу буйынса ярыша-ярыша йөкләмәләр ҙә ала ине.
Ә 30 – 60-сы йылдарҙы уйлаһаң, 40 килограмм ит тапшырыу ғаиләңдән, балаларыңдан өҙөп, берҙән-бер һыйырыңдың быҙауын һалымға илтеп биреү тигән һүҙ. Һауған һөтөңдө лә тейешһең, тауыҡтарың ҡытҡылдау менән күңелең һыҡрай башлай: балаларың өсөн һаламы улар йомортҡаны, әллә... Һалым ваҡытында түләнмәһә, Енәйәт кодексының 107-се статьяһы ҡулланылған (өлөшләтә йәки тулыһынса мөлкәтен конфискациялау, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә