Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, сәйәсмәндәр “йылыныу йылдары” тип атаған дәүерҙә, республикабыҙҙың әҙәбиәт, фән, сәнғәт һәм ижтимағи тормошона ҙур бер төркөм әүҙем йәштәр эркелеп килеп инде. Улар аяуһыҙ һуғыш осоронда тыуған, шул арҡала быуындары иртә ҡатҡан, ватансылыҡ тойғоһон, рух ҡөҙрәтен тәрән тойған дәүер балалары булды. Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов, Әхмәт Сөләймәнов, Барый Ноғоманов, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Миҙхәт Мәмбәтов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рафаэль Аҙнағолов һәм башҡаларҙың исемдәре үҙҙәре генә лә ни тора! Заман уны үҙе үҫтерҙеҺуғыш осоро балалары. Ҡарамаҡҡа уларҙың күпселеге миңә бер төҫ-ҡиәфәтле, характерлы, буй-һындары оҡшаш төҫлө. Ҡараштары үтә һынамсыл, ҡабаланып буш хәбәр һөйләмәҫ, күңелдәре менән бер аҙ йомшағыраҡ, әммә кәрәгендә ҡаты ихтыярлы, буй менән алдырмаһалар ҙа, ҡаҡса тәндәрендә көс тигәнең бер кем алдында ла һынатмаҫлыҡ. Был баяғы аяуһыҙ һуғыш касафаты: кескәйҙән йүнле ризыҡ, әсә наҙы күрмәү, урамда бер ҡайғыһыҙ уйнап йөрөү урынына бик иртә йорт, колхоз эшенә егелеү арҡаһында. Уның ҡарауы, йөрәктәре оло, күңелдәре мәрхәмәтле, рухтары ныҡ ошо быуындың.
Халҡыбыҙҙың күренекле улдарының береһе, киң билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов 1941 йылда илебеҙ күген һуғыш һөрөмө ҡаплаған мәлдә донъяға килә. Булыр бала булғанғалыр, сабый күҙҙәрен асыуға донъя ни тиклем ауырлыҡтар, кәртәләр тыуҙырмаһын, Миҙхәт йәшәүгә, тормошҡа сат йәбешә, тәҡдиренә яҙғанды күреү, ғүмер юлының боролмалы-ҡатмарлы һикәлтәләрен, тигеҙ һәм татлы арауығын ирҙәрсә үтеү өсөн яратылған ул. Өс айлыҡ тигәндә атаһын, Әхмәтхан Хужанияз улын, Хәйбулла районының “Йәш быуын” колхозы рәйесен, фронтҡа, Ватанды илбаҫарҙарҙан азат итеү өсөн изге яуға саҡыралар. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се полкының артиллеристар взводында алыша политрук Мәмбәтов. Яугир хатынан: “Вазифа! Минең тормош иптәшем Ватан һуғышында йөрөй, ил өсөн көрәшә, тип маҡтанып ҡуяһыңдыр әле. Дөрөҫ, маҡтанырға, ғорурланырға урын бар. Мин бит гел алғы сафта, өлөшөмә төшкән бурысты намыҫ менән үтәйем. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәҫ тип ышанам. Атайым өгөт-нәсихәттәрендә былай ти торғайны: һыуға төшһәң төш, утҡа инһәң ин, әммә бурысыңды үтә! Был талапты мин үҙем үтәргә тырышам, һалдаттар менән һөйләшкәндә лә аңлатырға тырышам. 1942 йыл, 8 сентябрь”.
Бурысын үтәй политрук. Сталинград өсөн барған аяуһыҙ һуғыштарҙа, утҡа сыҙамай ҡорос иреп аҡҡан мәхшәрҙә, 1942 йылдың 5 декабрендә батырҙарса һәләк була. Вазифа инәй улдары Әсхәт, Рәфхәт, Миҙхәт һәм ҡыҙы Гөлнур менән яңғыҙ ҡала. Утты-һыуҙы кисә һалдатка, ауыҙынан өҙөп, балаларын аслыҡтан ялмап ҡала. Ярай әле бәхеттәренә данлыҡлы һунарсы Әһлиулла олатай бар, аҡмаһа ла тамыҙып тора бүлерҙәй ризығын. Аяҡҡа ла һуңлап баҫа Миҙхәт. Гөлнур апайҙың туғаны тураһындағы хәтирәһенән: “Үҙең тып-тыртыҡ, эсең көптәй, аяҡтарың ептәй генә булып тупһала: “Әмәй, тотоҡ эсәм”, — тип бәүелеп илап ултырғаның мәңге оноторлоҡ түгел”.
Терәкһеҙ ҡалһалар ҙа, бирешмәй Мәмбәтовтар. Вазифа инәй ғүмере буйы күмәк хужалыҡта тир түгә, хаҡлы ялға сығып, уртансы улында килен бәхете татып, йөҙ йәшен тултырғансы рәхәттә ғүмер кисерә. Ғүмере буйы Әхмәтханын онотмай, маҡтанып, ғорурланып йәшәй ил инәһе. Туп гөрһөлдәүҙәре күптән тынып, йән яралары уңала биргәндәй иткәс, яугирҙең кесе улы “Хәтер” китабында Әхмәтхан Мәмбәтовҡа хат яҙа: “...Атай, балаларың күптән инде һинең йәшеңде уҙған. Һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе, яратып эшләгән һөнәре бар. Гөлнурың үҙе күптән өләсәй. Әсхәттең дә өс ҡыҙы тормошта. Ейән-ейәнсәрҙәреңдең балалары хәҙер егермегә етеп бара. Әсәйебеҙ өлкәнәйҙе. Шулай ҙа, шөкөр, ҡулынан килгән йорт эштәрен бөтөрөп йөрөй. Шәплегенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Һуғыш йылдарында күргән михнәттәрҙе, унан һуңғы аҙаптарҙы һөйләргә бик яратмай. Күрәһең, үҙәгенә үткәндер. Белһәң ине, атай, нисек көттө ул һине! Нисек беҙ көткәнде белһәң ине!.. Миҙхәт Мәмбәтов, 1980 йыл, май”.
Заман үҙе үҫтерҙе Миҙхәт Мәмбәтов кеүек һуғыш осоро балаларын. Улар, атай йөҙөн күрмәгән һалдат улдары, ике ғүмер кисерә, минеңсә. Береһе – 20 – 30 йәшлек көйөнә илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған һалдат ғүмере, икенсеһе – уларҙың уй-хыялын тормошҡа ашырып, нәҫел ебен киләсәккә бәйләр ғәзиз уландар ғүмере. Икеләтә ғүмерле булғандары өсөн рухтары ныҡлы, ир намыҫы көслө был быуындың. Ошо хәҡиҡәтте яҡшы тойомлаған Миҙхәт Мәмбәтов Мәмбәт мәктәбенән үк тырышлығы, намыҫсан, рухлы булыуы, белем донъяһына ынтылыуы менән айырылып торҙо. Ауылында ете йыллыҡты тамамлағас, Аҡъярға урта мәктәпкә килә.
Тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған балалар берәм-берәм, ауырлыҡҡа һылтанып, уҡыуҙы ташлағанда ла һабағын ҡалдырмай. 1959 йылда яҡшы билдәләргә урта мәктәпте тамамлай. Йыл тирәһе райондың “Маҡан” совхозында эшләй, буш ваҡытта сәхнә түрендә өҙҙөрөп бейей, йор һүҙе менән ауылдаштарҙың күңелен күрә егет. Тормош университеттары үҙенә бик ярап ҡала, кешеләрҙе өйрәнә, улар менән аралашыуға оҫтара.
1960 – 1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый Миҙхәт. Милләтебеҙҙең рухи мәркәзе икән дәбаһа БДУ! Уҡытыусылар кемдәр, тиһең! Атаҡлы Жәлил Кейекбаев, Лев Бараг, Вера Синенко, Валериан Прокшин, Игорь Распопов, Кирәй Мәргән, Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғәли Сәйетбатталов, Марат Зәйнуллин, Мөсәлиә Хәйруллина, Нәғим Ишбулатов, Марат Минһажетдинов, Абдрахман Ғәлләмов, Хәнифә Зиннәтуллина һ.б. Студенттар ҙа һынатҡандарҙан түгел. Араларында йәш шағирҙар Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Ғәзим Шафиҡов, Булат Рафиҡовтар күҙгә салынып тора. Егеттәрҙән яҡташы Ҡәҙим Аралбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Данис Тикеев, Борис Әхмәтшин, Фәнил Фәйзуллин, Әхмәт Сөләймәнов, Вәли Байморатовтар нисектер айырылып торғандай. Яҡынлаша, үҙ итә уларҙы Миҙхәт Мәмбәтов, күптәре киләсәктә эйәрләгән атты бүлешер серҙәштәренә әйләнә. БДУ-ла һынатманы үҙен Миҙхәт Мәмбәтов. Фәндең гранит ҡаяларын “кимерҙе”, йәмәғәт эшенең уртаһында булды. Шулай ҙа иң яратҡан шөғөлө университеттың халыҡ бейеү ансамбле булды, солист Миҙхәт күпме ҡалалар гиҙҙе...
“Кирәй гвардеецтары”ның береһеБурысыңды намыҫ менән үтәү, яугир аманаты һәм ата аҡылы булып, йәштән үк ҡанына һеңгән уның. Иҫәнгилде мәктәбендә эшләй башлаған 1965/66 уҡыу йылын ғына ал. Уҡытыусылар “Был йәш кенә егет ни ҡылыр икән?” тип торғанында, ҙур ойошҡанлыҡ, яңы тәртип менән башлап ебәрә директор үҙ эшен.
Ә башынан бер уй сыҡмай: “Ватаным алдында һалдат бурысымды үтәмәнем, быны атайым һис хупламаҫ ине бит!” Хәрби комиссариат тупһаһын аҙ тапаманы йәш педагог. Үҙенекен итте – бер йыл булһа ла һалдат бутҡаһының һәм ил һаҡлауҙың ни икәнен белде. Һалдат улы башҡаса булдырамы ни?!
Ул 1967 йылда бер ни тиклем ваҡыт Хәйбулла район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан ВЛКСМ Өлкә комитетында сектор мөдире вазифаһын үтәй. 1970 – 1971 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәткә мөкиббән бирелгән белгес Мәскәүҙәге ГИТИС-та юғары режиссерҙар курсында яңы һөнәр үҙләштерә. Һис шикһеҙ, шунда алған белеме бик оҙаҡ йылдар уға ышаныслы хеҙмәт итә. Нефтехимиктарҙың өлкә профсоюзында, Башҡортостан Хөкүмәте аппаратында, Президент ярҙамсыһы һәм Өфө ҡалаһы башлығы урынбаҫары булып эшләгәндә, уның сәнғәт һәм ижад кешеләре хеҙмәтенең бар нескәлектәрен яҡшы белеүе республикабыҙ өсөн үтә файҙалы булды. Опера һәм балет театрында хөкүмәт концерттарын ойоштороуҙы ғына ал. Үҙе лә сәнғәткә яҡын етәксенең ҡулынан ғына килгән яуаплы эш ине ул...
Егет кешенең күкрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр. Әле генә Мәскәүҙә юғары курс тамамлаған, мәркәз мәҙәниәтен үҙләштерергә өлгөргән әҙерлекле белгес уҡыуын артабан дауам итеү, ғалим булыу теләге менән янып йөрөй икән. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. 1972 йылда Миҙхәт Мәмбәтов БДУ-ның көндөҙгө аспирантураһына инә, атаҡлы фольклорсы, профессор Кирәй Мәргән (Ә.Н. Кирәев) етәкселегендә “Рус ғалимдарының Башҡортостандағы фольклористик эшмәкәрлеге (XVIII быуатта һәм XIX быуат башында башҡорт фольклористикаһы тыуыуға һәм формалашыуға ҡарата)” темаһы буйынса ғилми эҙләнеүҙәр алып бара. Атаманан уҡ күренеүенсә, диссертация тикшеренеүсенән дөйөм филологик әҙерлек, рус һәм башҡорт фольклористикаһы тарихын тәрән белеүҙе, быға тиклем билдәле булған дәлилдәрҙе бер системаға туплау, анализлау һәләтен, ғәйәт тырышлыҡ һәм ваҡыт талап иткәне асыҡ тойомлана.
Ғалим рус тыуған яҡты өйрәнеү белгестәренең мираҫын ентекле өйрәнә. Мәскәү, Ленинград, Өфө, Ырымбур, Силәбе ҡалалары архивтарында байтаҡ туҙан һулай, киң мәғлүмәт йыя. Тупланғанды бер системаға һалыу һөҙөмтәһендә ошондай ғилми һығымта-постулаттар барлыҡҡа килә:
1. Башҡорт фольклоры өлгөләрен бик боронғо сығанаҡтарҙан табырға мөмкин.
2. Башҡорт фольклорын фән мәнфәғәттәренән сығып өйрәнеү, уны халыҡтың яҙылмаған тарихы итеп ҡарау XVIII быуатҡа ҡайтып ҡала.
3. Рус ғалимдарының эшмәкәрлеге принципиаль әһәмиәткә эйә.
4. Фольклор материалы башҡорт халҡының уй-теләктәрен, өмөт-хыялдарын, ынтылыштарын һәм мәнфәғәттәрен алдынғы рус йәмәғәтселегенә еткереү сараһы булып хеҙмәт иткән.
5. Крайҙағы фольклористик ҡыҙыҡһыныуҙар Рәсәйҙәге азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге этабына ингәнгә тиклем үк ижтимағи әһәмиәтле фәнни күренеш төҫөн ала, ауыҙ-тел ижадына фәнни мөнәсәбәттең демократик йүнәлештә дауам иттерелеүенә сәбәпсе була.
Хеҙмәте 1974 йылда БДУ-ның Ғилми советында уңышлы яҡлана, фольклорсы һәм әҙәбиәтселәрҙең иғтибарын яулай, төркиәт донъяһында оло бер ваҡиғаға әйләнә. Шуныһы мөһим: был фәнни эш әле лә үҙенең көнүҙәклеген, ғилми әһәмиәтен юғалтмаған. Бик күп диплом эштәре һәм диссертацияларға методологик нигеҙ булып торҙо. Ул фәнни хеҙмәттең юғары кимәлдә башҡарылыуы, эҙләнеү методологияһы, стиле һәм фәнни теле менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
Билдәле булыуынса, ғалимдарҙың фәнни эшмәкәрлеге диссертация яҙыу, уны яҡлау менән генә бөтмәй. Ғилеме ғәмәлле ғалим, ғәҙәттә, уны артабан тағы ла тәрәнерәк планда дауам итеүсән. Доцент М.Ә. Мәмбәтов үҙ темаһы буйынса “Советская тюркология” журналында, фәнни конференциялар йыйынтыҡтарында бик күп ғилми хеҙмәттәр баҫтыра. Үҙе эшләгән башҡорт әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһында “Башҡорт фольклористикаһының формалашыу тарихы” (БДУ. 1978) исемле махсус курс программаһын төҙөй. Университет студенттары бик оҙаҡ йылдар ошо программаға ярашлы рәүештә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады тарихын өйрәнә. Уның ҡайһы бер бүлектәре атамаһына ғына иғтибар итәйек: 1. Башҡорт фольклористикаһы тарихын өйрәнеүҙең торошо. 2. Башҡорт фольклорын йыйыу һәм өйрәнеү эшендәге тәүге аҙымдар. 3. XIX быуаттың тәүге яртыһында башҡорт фольклорын йыйыу һәм өйрәнеүҙең торошо. 4. XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү. 5. Халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеүҙә тәүге башҡорт ғалимдары. Ни әйтәһең, системалылыҡ, тарихилыҡ, ғилми эҙмә-эҙлелек күҙгә бәрелеп тора бит! Фән шулай теүәллекте, концептуаль фекерләүҙе талап итә.
Ошондай юғарылыҡтағы ғилми хеҙмәт тип, минеңсә, авторҙың тағы “Башҡорт балалар әҙәбиәте” программаһын (Стәрлетамаҡ, 1988. – 38 б.) алырға кәрәк. Ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн төҙөлгән. Хеҙмәттең фәнни әһәмиәтен мин бөгөн шунда күрәм: әле ул ваҡытта башҡорт филологияһында башҡорт балалар әҙәбиәте ғилми проблема төҫөн алмағайны, фәнни хеҙмәттәр, диссертациялар юҡ ине. Тимәк, Миҙхәт Мәмбәтов ошо бушлыҡты алдан уҡ һиҙә белгән, уның фәнни күренеш булыуын нигеҙләй алған. Икенсенән, Стәрлетамаҡта шундай факультет асылыуы, юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү проблемаһы ла мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүен талап иткән. Был бурысты доцент М.Ә. Мәмбәтов, кафедра мөдире, уға ғына хас аныҡлыҡ, теүәллек менән оҫталарса башҡарып сыға. Ғалим былай тип билдәләй: “Ҡатмарлы әҙәбиәт донъяһына бала үҙенең иң яратҡан китабы менән килеп инә. Артабан ул әҙәби әҫәрҙең сюжетынан, образдар системаһынан, ҡатмарлы кисерештәр тыуҙырған башҡа художество табыштарынан сығып, үҙе дөрөҫ һығымта яһарға өйрәнергә тейеш була. Быға ул башланғыс кластарҙа уҡ уҡытыусы ярҙамында өлгәшә башлай. Буласаҡ уҡытыусылар башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш закондарын һәм үҙенсәлектәрен белергә, ундағы төрлө стиль, жанр, формаларҙы өйрәнергә, анализларға, авторҙарының ижад алымдарын төҫмөрләргә, танырға тейеш”. Атап үтелгән программа башҡорт балалар әҙәбиәте буйынса үҙе бер тамамланған фәнни хеҙмәт төҫөн ала.
Күренеүенсә, доцент М.Ә. Мәмбәтов, ниндәй генә фәнни эшкә тотонмаһын, уны юғары кимәлдә башҡарып сыға, бында уға хас булған принципиаллек, концептуаль фекерләү, сит ил һәм рус әҙәбиәттәрен яҡшы белеү, фәнни стиль үҙенсәлектәрен тәрән үҙләштереү кеүек сифаттар булышлыҡ итә. Ошо йүнәлештәрҙә генә эшләһә, беҙ уны илебеҙ ғилмиәтендәге күренекле фән эшмәкәре, академик кимәлдәге фольклорсы һәм әҙәбиәт белгесе, БДУ-ның юғары профессиональ оҫталыҡҡа эйә ғалим-педагогы тип таныған булыр инек. Әммә ғүмер юлы уны тағы ҡатмарлыраҡ, яуаплыраҡ йүнәлештә алып китә.
Остазымдың юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология факультетының декан урынбаҫары булып эшләү дәүерен, бәхетемә күрә, беҙ ишетеп кенә түгел, шәкерте булараҡ, яҡындан күреп беләбеҙ. Оҫта педагог тип нарыҡлауым уның йөкмәткеле лекцияларын тыңлау, практик эштәрендә шәхсән ҡатнашыуҙан, тартынмайым, хатта үҙ күргән студенттарының береһе булыуҙан килә. Кешелекле, һәр кемгә иғтибарлы булыуы менән арбаны беҙҙе уҡытыусыбыҙ. Ул күрһәткән изгелекте бер ваҡытта ла оноторлоҡ түгел. Шәхсән үҙебеҙгә лә университетта ул үткән юлдан барырға яҙҙы, ниндәй генә мәсьәлә тыуһа ла, уның менән кәңәшләшергә, остазыма оҡшарға тырышылды.
Ә бына быныһы икенсе олуғ уҡытыусым, танылған ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, профессор, академик Әхмәт Сөләймәновтың әйткәне: “Аспирантураны тамамлау менән шундай көсөргәнешле шарттарға эләгеүе Миҙхәткә еңелдән булманы, әлбиттә. Көн һайын лекция яҙ, көн дә тиерлек уҡы. Шуның өҫтөнә, заманында мәктәп директоры булып эшләгән кеше булараҡ, студенттарҙың педагогик практикаһын етәклә, факультеттың, университеттың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаш, декан урынбаҫары вазифаһын да атҡар. Әммә студент сағында уҡ университеттың комсомол комитетында, әрменән ҡайтҡас, комсомолдың Өлкә комитетында туплаған тәжрибәһе үҙенекен итер булды, моғайын. Шуға ла үткән йөҙ йыллыҡтың 80-се йылдары башындараҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты коллективында үҙ урынын тиҙ тапты. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта башланғыс кластар факультетында кафедра мөдире булып эшләй башланы”.
Рухи мәккәбеҙ Башҡорт дәүләт университетында уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында “Кирәй гвардеецтары” тигән лаҡап йөрөнө. Был башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы ағзаларына ҡарата шаяртып әйтелгән һүҙ булыр. Профессор Ә.Н. Кирәев заманында үҙ янына аҫыл егеттәрҙе йыйып ала. Аҡыллы һәм йәш Роберт Байымов, Әхмәт Сөләймәнов, “41-селәр” Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм Миҙхәт Мәмбәтов улар. Киләсәктә башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры ғилмиәтендә улар барыһы ла яҡты йондоҙ булып балҡый, фәнде үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Донъя кимәлендә танылыу яулаған олуғ ғалим фән әһелдәрен генә түгел, ысын мәғәнәһендәге шәхестәр формалаштырғаны инде һәр кемгә мәғлүм.
...Утҡа инһәң ин, бурысыңды үтә!Заман Миҙхәт Мәмбәтовтар быуынын юҡҡа үҫтермәне. Улар – яуаплылыҡтың ни икәнен яҡшы аңлап үҫкән зат. Миҙхәт Әхмәтхан улы иңдәренә яуаплы вазифалар иртә ятты. Кисәге студенттың мәктәп директоры йөгөн тартып алып китеүен, йә булмаһа район хакимиәтенең мәғариф бүлеге инспекторы, комсомолдың Өлкә комитетындағы яуаплы вазифалар, шуларҙы үтәүгә бәйле хөкүмәт ҡуйған талаптар, авиация студенттарының Болгарияға гастролдәрен, йә булмаһа 1967 йылда Башҡортостан йәш яҙыусылары делегацияһының Ҡазандағы конференцияға сәфәрен етәкләүҙе генә ал. Етәксе үҙе лә һынатманы: йәш шағир Сафуан Әлибаев иң яҡшы йырсы тип танылһа, бейеү номинацияһында Миҙхәткә етеүсе табылманы. Лидер һәр йәһәттән алдынғы була.
Кеше яҙмыштары, ғүмер юлы төрлөсә була. М.Ә. Мәмбәтов, тормош нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ғүмер һуҡмағын түтә юлдан, бер маҡсатҡа илтер хаҡлы юлдан үтергә ынтылды. Ә был дөрөҫ маҡсат ҡуя, уға ирешер иң дөрөҫ юлды таба һәм уны тайпылышһыҙ үтә белеүгә бәйле. Ул 1967 йылда Аҡъярҙан баш ҡалаға эшкә саҡырыла, шөғөлө – ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетында масса-мәҙәни эштәр секторы мөдире. Өс йыл дауамында вазифаһын ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарҙы ул. Ниндәй генә эштәрҙең башланғысында торманы. Мәҫәлән, йәш яҙыусылар өсөн республиканың Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһын булдырыу, данлы йырсыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге вокаль конкурсын ойоштороу, тальянсылар ярышын башлап ебәреү һ.б.
– Яратҡан, үҙ күргән уҡытыусыбыҙ булды Миҙхәт Әхмәтхан улы, башҡорт фольклоры, әҙәбиәте, уның тарихын рус краеведтары, ғалимдары нисек өйрәнеүе, ғилми хеҙмәттәре хаҡында төплө белем бирҙе. Әҙәбиәтте үҙ иткәнбеҙ икән, бында остазыбыҙҙың шәхси роле ҙур, – ти билдәле шағир һәм әҙәби тәнҡитсе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев.
Ғалим-педагог, оҫта ойоштороусы Миҙхәт Мәмбәтов 1990 йылда Башҡортостан Хөкүмәте аппаратына халыҡ мәғарифы һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп эшкә саҡырыла. 1994 – 1995 йылдарҙа ул Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын үтәй. Үтә яуаплы эште Миҙхәт Әхмәтхан улы, ғәҙәтенсә, намыҫ менән башҡара.
Уның ойоштороу һәләте айырыуса 1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәргән осорҙа асыҡ сағылды. Республика етәкселеге был сараны үткәреүҙе уға ышанып тапшырҙы. Ҡоролтай дирекцияһы әлегә тиклем бер ваҡытта ла күрелмәгән ҙур эш башҡарҙы. Донъялағы барлыҡ башҡорттарҙың иҫәбе алынды, иң-иңдәр ҡоролтайға делегат сифатында килде, субъекттар етәкселәре, ҡунаҡтар күп булды. Ҡоролтайҙың хәтерҙән бер ваҡытта ла сыҡмаҫлыҡ быуат сараһына әүерелеүҙә Миҙхәт Әхмәтхан улының да роле ҙур булды.
1995 йылда М.Ә. Мәмбәтовты Башҡортостан Президенты янына саҡыртып алалар.
– Миҙхәт Әхмәтхан улы, һеҙгә яуаплы эш йөкмәтергә торабыҙ. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһы ул. Бөгөн ҡаланың гуманитар өлкәһендә һеҙҙән дә ҡулай кешене күрмәйем, — ти етәксе. – Ниҙән башларға икәнен өйрәтәһе түгел. Өфө ҙур саралар үҙәгенә әйләнергә тора, аҡыл менән эш итеү кәрәк!
Ысынлап та, был дәүерҙә Ҡала, Республика көндәрен уҙғарыу, Башҡортостандың рус дәүләтенә ҡушылыу, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында Республика көндәрен үҙғарыу, хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙы заманса форматта ойоштороу буйынса ғәйәт киң эштәр йәйелдерелде, был саралар юғары сәйәси-мәҙәни кимәлдә үтте. Төп дирижер таяҡсығы кем ҡулында икәнлеге, әлбиттә, билдәле. Байтаҡ йылдар тартты был яуаплы йөктө М.Ә. Мәмбәтов, эштәр ҙә яйға һалынған кеүек. Шуға М.Ғ. Рәхимов бүлмәһендә йәнә етди һөйләшеү булды.
– Рәхмәт, – тине Президент. – Баш ҡаланың йөҙөн үҙгәрттең, саралар һәйбәт үтә. Риза булһаң, ярҙамсым итеп алам...
– Булдырырбыҙмы икән һуң?..
2005 йылдың июнендә булды был һөйләшеү. Булдырҙы М.Ә. Мәмбәтов. Бер нисә йыл үткәс, йәнә һөйләшеү ҡабатланды.
– Бына, Миҙхәт Әхмәтхан улы, Павел Рюрикович үҙеңде Өфөгә кире ҡайтыуыңды һорап йонсота, һинһеҙ ауыр, — ти. – Качкаевты тыңламай булмаҫ, ахыры. Әммә үҙең хәл итәһең!
Эйе, юғарыраҡ вазифала ҡалһа ла була ине, ләкин ул баш ҡала хәстәрлектәрен иңенә алырға ҡарар итте. Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына әҙерлек алып барыу кәрәк, милли мәғариф көндәлек иғтибар талап итә, кадрҙар сәйәсәтен аңлап тормошҡа ашырыу зарур. “Кәрәктәр” күбәйеп киткән шул. Байтаҡ башҡарҙы яуаплы вазифаны Мәмбәтов. Ҡала кимәлендә уның үҙ мәктәбе, эш стиле формалашты, тиҫтәләрсә кадрҙар үҫтерҙе.
Ниндәй һуң ул Мәмбәтов мәктәбе? Беренсе сиратта, ул — етәкселәге оло яуаплылыҡ тойғоһо, маҡсатҡа ынтылыш, теүәллек, яңы идеялар табыу һәләте, һәр эштә асыл күреү оҫталығы, ваҡыт менән иҫәпләшмәү, йәнә килеп, фиҙакәрлек, остаз режимында эшләү. Был мәктәп талаптарына яуап бирә алмағандар ҙа булманы түгел. Ә иң-иңдәр дәүләт һәм муниципаль органдарҙа ең һыҙғанып эшләй, республикабыҙ үҫешенә тос өлөшөн индерә. Ошо идара мәктәбенең бер вәкиле, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе булып эшләгән Елена Родина былай ти:
– Уның менән эшләү бәхет кенә түгел, ә оло һынау булды. Бында үлсәүгә һинең эш һәләтең, рух ныҡлығы, яуаплылығың һалына, һәр кем бындай тиҙлектә эшләй ҙә алмай. Тәбиғәте менән Миҙхәт Әхмәтхан улы — эшмәкәр романтик һәм сағыу новатор. Стандарт булмаған ҡарар, табыштар, һәр саҡ ҡыҫҡа юл менән көтөлгән һөҙөмтәләргә килеү, вариациялар тәҡдим итеү – уның идара сәнғәте, эске донъяһы. Беҙ, уның уҡыусылары, оҫталыҡ һәм биргән тәжрибәһе өсөн уға бурыслыбыҙ, ҡайҙа эшләһәк тә, кем мәктәбен үткәнебеҙҙе онотмайбыҙ...
Арҙаҡлы фекерҙәрҙән. Республикабыҙҙың элекке Премьер-министры Р. И. Байдәүләтов: “Компетентлыҡ, үҙеңә, башҡаларға талапсанлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо Һеҙҙе абруйлы етәксе, оло шәхес итеп танытты!” Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К.Б. Толкачев: “Һеҙ иң юғары бүләк – халыҡ һөйөүенә лайыҡ булдығыҙ!” Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты П.Р. Качкаев: “Һеҙгә хас булған кешелеклелек, күңел киңлеге, тормошто яҡшы белеү, башҡаларҙың зарын аңлау, ярҙам итергә ынтылыу оло шәхес тип атарға булышлыҡ итә”.
Миҙхәт Мәмбәтовтың фиҙакәр хеҙмәте республикабыҙҙа һәм Рәсәй кимәлендә юғары баһаланды. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, республика мәғарифы алдынғыһы, “Рәсәй почетлы урта белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Башҡортостандың “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Үҙенең данлы 75 йәшлек юбилейын Миҙхәт Әхмәтхан улы ғүмер юлынан, ғаиләһенән, үҫтергән балаларының миһырбанлығынан, дуҫтарының, ҡорҙаштарының ышаныслы дуҫлығынан ҡәнәғәт булып ҡаршылай. Шәхесте шулар бөйөк итәлер.
Хаҡлы ялда ла тик ятмаҫКүренекле дәүләт эшмәкәре, ғалим-педагог Миҙхәт Мәмбәтов хаҡлы ялда ла әүҙем тормош менән йәшәй. Һәр көнөн ҡыуанып ҡаршылай, бихисап мәшәҡәттәрен ырамлы үтәп, файҙалы үткәрә белә. Ғалим булыу, яҙышҡанда үҙ ҡәләмең, донъяны үҙеңсә күреү, аңлау булғанда, шуларҙы теркәү, фекерҙәреңде замандаштарың менән уртаҡлашып барыу үҙе бер һөнәр, хеҙмәт икән. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған атаһы Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтовтың тормошо, тыныс осорҙағы эшмәкәрлеге, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышыуын өйрәнеүгә ваҡыт таба, ә был үҙенән-үҙе тотош данлы дивизияның ил азатлығы өсөн көрәш юлын байҡауға килтерә. Дивизияға ҡағылышлы бай мәғлүмәт туплай, Димдәге Дан музейында күп тапҡыр була, Сәғит Әлибаев, Вәзих Исхаҡов әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡый. Йөҙ йәшенә тиклем хәтеренә зарланмаған әсәһе Вазифа инәйҙән, Гөлнур апаһы, Әсхәт ағаһынан һуғыш йылдары хәтирәләрен тыңлай.
Ошо эҙәрмәнлек шөғөлө үҙен яҙыу-һыҙыуға, журналистикаға алып килә. Уныһы, хаҡлы ялға туҡтағас, бик тә ҡулай һәм башҡалар өсөн дә әһәмиәтле нәмә икән. Байтаҡ күҙәтеүҙәре, хәтернамәләре, уйланыуҙары “Башҡортостан”, “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзиттәрендә донъя күреп тора, уҡыусыларҙың иғтибар үҙәгендә. Шуның менән бергә был яугир атаһы аманатына тоғролоҡ, уны һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу ҙа бит!
Автор Хәйбулла районының “Знамя труда” (1985 йыл, 13 апрель), “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзиттәрендә (2013 йыл, 7 май) “Солдаты не умирают, солдаты бессмертны”, “Беҙҙең атай хәбәрһеҙ юғалманы” (2011 йыл, 30 апрель), “Атайһыҙ тормош иркәләмәһә лә, мәрхәмәтле булды” тигән мәҡәләләрен баҫтыра. Ә улар донъя күргәнсе, Миҙхәт Мәмбәтов Волгоград өлкәһенең “Государственный архив Волгоградской области” дәүләт учреждениеһына атаһы тураһында һорашып хат яҙа, ә бер аҙҙан ошондай яуап ала: “Сообщаем, что в имеющейся на хранении в научно-справочной библиотеке ГКУВО ГАВО, Всероссийской книге Памяти по г. Волгограду (Сталинграду), в архивной коллекции документов о призыве граждан в армию военными комиссариатами г. Сталинграда и области в имеющихся списках военнослужащих, погибших и умерших от ран в период ВОВ и захороненных на территориях области, Мамбетов А.Х. не значится. Главный хранитель В.М. Кадашова”. Ҡағыҙ дөрөҫлөгөнән тыш, тормош, йәшәйеш дөрөҫлөгө, ысынбарлыҡ та бар бит әле. Ана шуны иҫбат итеп йәшәй яугир улы яҙмалары, эҙләнеүҙәре аша. Иҫән ҡалған һалдаттарҙан ваҡытында һорашып, Дан музейында, Сәғит Әлибаев яҙмаларынан, унда Әхмәтхан Мәмбәтовҡа ҡағылышлы аҙ ғына булһа ла дәлилдәрҙе сүпләп, әсәһенә яҙған хаттарҙы яттан тиерлек хәтерләп иҫбат итә. Күпме сабырлыҡ, түҙемлек, дөрөҫлөккә, хәҡиҡәткә ышаныс кәрәк быға?! “Беҙҙең атай хәбәрһеҙ юғалманы” тигән һүҙҙәрҙең артында үҙе бер тарих һәм көрәш ята. Эйе, политрук Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтов һәм уның кеүектәр бер ҙә хәбәрһеҙ юғалмаған, юғалыуы мөмкин булмаған. Улар Ватан өсөн, киләсәк быуын өсөн изге яуҙа ғәзиз ғүмерен биргән.
2010 йылда Еңеү паркында башҡорт генералдарында асылған һәйкәл янында ҡулына олатаһының портретын тотоп торған студент ҡыҙ Гөлназ Мәмбәтова нимә ти: “Олатайым 1941 йылдың ноябрендә һуғышҡа алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы ал-ял белмәй һуғышыуы күңелемдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Хаттары һаҡланған. Үлеп ҡалһам, тигән һүҙҙәр юҡ. Ул иҫән-һау йөрөп ҡайтырмын тип ышанған. Олатайым Сталинград өсөн һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була...”
Былтыр “Башҡортостан” гәзитендә Миҙхәт Мәмбәтовтың “Нимә генә теләһәм дә аҙ кеүек” (2016 йыл, 10 май), “Атайһыҙ яҙмыш иркәләмәһә лә...” исемле яҙмалары бер-бер артлы ташҡа баҫылды. Уларҙа ла автор үҙ инаныуҙарын, атаһы менән ғорурланыуын, уның ысын Совет һалдаты булыуын яҙа. Яугир ғаиләһенең иҫ киткес ауырлыҡтарға бирешмәй донъя көтөүен, барыһының да кеше булыуын, Вазифа инәйҙең Хәйбулла районында иң хөрмәтле ағинәй булып, оҙаҡ йылдар йәшәүен һүрәтләй. Ерҙә атаһының эҙҙәрен юллай. Ә улар ҡалған. Ана, Ивановканан бер ағай килеп: “Беҙҙә атайығыҙ өйөп ҡуйған таштар бар. Үҙем иҫән саҡта күрһәтәйем, тигәйнем”, — тип хәбәр биреп китә. Әсхәт, Рәфхәт, Миҙхәт уҙамандар дала ҡыҙыра, таш өйөмдәрен эҙләй. Ҡыҙыу ҡояш аҫтында байтаҡ ыҙаланғас ҡына, аталары өйөп ҡуйған таштарға юлығалар. Һәр ташты тотоп ҡарай, унан атайҙарының ҡул йылыһын тоя аҡһаҡал уландары. Хәбәрһеҙ юғаламы ни һалдат?! Хатта таштар ҙа, ана, 75 йыл буйы атай ҡулдарының, йөрәгенең йылыһын һаҡлап, сал далала һибелеп ятҡан дәбаһа!..
Миҙхәт Мәмбәтовтың “Башҡортостан”да “Яҙмыштан табып уҙмышты...” (2016 йыл, 29 апрель) тигән күләмле мәҡәләһе хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтке килә. Алдараҡ яҙыуыбыҙса, автор 1995 йылда 1-се Ҡоролтайыбыҙға әҙерлек һәм уны киң ҡолас менән үткәргән көндәрҙә сит ҡитғаларҙа йәшәгән байтаҡ милләттәшебеҙ менән осраша, яҡындан танышыу бәхетенә эйә була. Күп исем-шәрифтәр ҡуйын дәфтәренә теркәлә. Мәҡәләнән күренеүенсә, эҙәрмәнлек һәм төплө анализлау маһирлығына эйә автор тәүге юлдарҙан уҡ уҡыусыны тарих, кеше яҙмыштары бөгөлдәренә алып инеп китә, мауығып уҡый башлайһың. Аҙмы ни милләттәштәребеҙ араһында Америка кеүек ҡитғаларҙа донъя көткән, балалары шунда төпләнгән башҡорт. Улар тураһында беҙ бит бик аҙ беләбеҙ. Орҡоя һәм Даян Сафалар, Усман Байғужалар милләтебеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, сит мәмләкәттәрҙә намыҫлы, уңышлы кешеләр булып йәшәгән һәм әле лә йәшәй. Тимер ҡоршауҙар алынғас, беҙ улар хаҡында белергә, ғорурланырға хаҡлы.
Эйе, замандашым, арҡаҙашым һәм олуғ уҡытыусым Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов һәр ваҡыт ҡайнап торған тормошта йәшәй, тынғылыҡ белмәй. Ул бынамын тигән донъя ҡороп, дүрт балаһын кеше итте, һәр береһе юғары белемле, башлы-күҙле. Атайҙарына оҡшап, үҙ эштәрен ихлас башҡаралар, шуға күрә Нәфисә Мәрүән ҡыҙы менән бәхетле көндәр кисереп йәшәй Миҙхәт атлы уҙаман.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү
институты доценты.