Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр һүҙе аң-белем тарата
Һәр һүҙе аң-белем тарата Яратҡан гәзитебеҙ “Башҡортостан”ы­быҙға — ут-ялҡын, нәфрәт-өмөт эсендә, синыф-ара бәрелештәр ҡыҙа башлаған саҡта, милли хәрәкәттең көсәйә барған тулҡынында тыуған баҫмабыҙға — теүәл
бер быуат...


Көндәлек баҫмалар­ҙы, ғәҙәттә, дәүер йыл­ъяҙ­маһы тип атайҙар. Беҙҙең гәзитебеҙ ҙә тейешле мәғлүмәтте ха­лыҡҡа ваҡытында ет­кереү бурысын үтәү менән бергә заман йылъяҙмаһы тигән тәғә­йен­ләнешен дә үтәй. 1917 йыл­дың февраль, унан һуң Октябрь революциялары иғлан иткән, тормошҡа мот­лаҡ ашы­рыласаҡ тип вәғәҙә­ләнгән азат­лыҡ, милли үҙбил­дәләнеш идеялары хаҡында ла, милли үҙаң­дың үҫеүе, милли хәрә­кәттең көсәйеүе, Башҡорт дәүләтсе­леген булдырыу, тулы мәғә­нәһендәге ерле автономия өсөн көрәш тураһында ла бәйнә-бәйнә һөйләп барҙы “Башҡор­тостан”ыбыҙ.
Әлбиттә, уның биттәрендә НЭП осоро ла, аслыҡ та, коллективлаштырыу ҙа, индустриялаштырыу ҙа яҡтыр­тылды. “Вәлидовсылыҡ” тигән ҡот осҡос төшөнсәнең тыуып, көндәлек тор­мошобоҙға вата-емерә килеп кереүе, милли интеллиген­цияның шул мөһөр һуғылып ҡыры­лыуы ла са­ғылыш тапмай ҡалманы. Халҡы­быҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта ла, тылда ла ҡаһарманлыҡ күрһәткән, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙе ки­сергән, ауырлыҡтарҙы еңгән, һуғыш­тан һуң тормошто бөтәйтеү-ҡотайтыу өсөн иҫ китмәле көс түккән көндәре-төндәре лә баҫманың үҙәгендә булды. Шәхес культын фашлау, волюнтаризм һөҙөмтәһенән арыныу. Үҫешкән социализм, үҙгәртеп ҡороу, демократия... Был темалар ҙа гәзит бит­тәренә “ҡунаҡлап”, унан төшөргә ашыҡманы. Тора-бара иле­беҙҙә яңы (яңымы икән?) ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади ҡоро­лоштоң ны­ғыныр­ға тырышыуы, улар тыуҙырған ауыр­лыҡтар, проб­лема­лар түрҙән урын алды. 80-се йыл­дарҙың икенсе ярты­һына халҡы­быҙҙың аңын уятыу, милли дәрәжә, милли бәҫ, милли тел, милләт­тәр тиңлеге – дуҫлығы, респуб­ли­кабыҙ суверенитеты мәсьә­ләләре төп темаға әйләнде. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер быуат ғүме­ребеҙҙең һулышы, йөрәк ҡа­ғышы, шатлыҡ-ҡыуа­ныстары, ауырлыҡ­тары-пробле­малары сағылыш таба килде.Әммә матбуғатты тик йылъяҙмаға ғына ҡайтарып ҡалдырһаҡ, ул үтә лә бер яҡлы булыр ине. Һәр баҫма, теләйһеңме-юҡмы, һәр һүҙе менән аң-белем тарата, тәрбиәүи мәғәнә еткерә, йәшәргә, донъяны аңларға өйрәтә, бер үк ваҡытта бик көслө идеологик ҡорал да ул.
“Башҡортостан” менән минең дә тормошом ныҡ бәйләнгән. Даими уҡыусыһы ғына түгел, 1990—1997 йылдарҙа унда эшләү бәхете лә тейҙе миңә. Ул заман илебеҙ артабанғы үҫеш юлына күсә алмай этләнә, СССР тарҡала башланы, һәр кем үҙ көнөн үҙе күрергә теләне.
Республикабыҙ ҙа, үҙ яҙмышына үҙе хужа булырға ҡарар итеп, иң дөрөҫ һәм иң ҡулай юл суверенитет тип танып, шул үҙаллылыҡ өсөн көрәш йәйелдерҙе. Киң аңлатыу эшен алып барыуҙа, тиңдәр араһында тиң булыу өсөн көрәштә милли баҫмаларҙың һәм, әлбиттә, “Башҡортостан”дың әһәмиәте үтә лә ҙур булды. Ныҡышмалы көрәш үҙ емешен бирҙе: 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың үҙаллылығы иғлан ителде... Тиҙҙән гәзиттең исемен есеменә тап килтереү зарурлығы тыуҙы, һәм шул уҡ октябрь айында гәзит “Башҡортостан” исеме менән сыға башланы. Бер аҙҙан баҫманың тыуған көнөн асыҡлап теүәл датаһы билдәләнде — 1917 йылдың 14 июне.
1990 йылдың декабрендә халҡыбыҙҙың милли рухын тағы ла нығыраҡ күтәргән ҙур тарихи әһәмиәткә эйә ваҡиға булды. Башҡортостаныбыҙға тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә Башҡорт дәүләтселегенә нигеҙ һалған, Рәсәйҙең федератив дәүләт булып формалашыуының башында торған, донъяла киң танылыу тапҡан олуғ ғалим, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди ҡайтты... Әлбиттә, юғарыла һанап үтелгән ваҡиғалар беҙҙең гәзиттең төп йүнәлешен, эстәлеген билдәләне, уның төп темаларының береһенә әйләнде.
Бөгөн дә халҡыбыҙ яҙмышы, уның иртәгәһе, ил, тел, дин киләсәге баҫма битенән төшмәй. Халҡыбыҙҙы бер туҡтамай белемгә, ғилемгә, үҙ дәрәжәң, мәртәбәң өсөн, йәмғиәттәге лайыҡ урының өсөн көрәшкә әйҙәй, ысын азатлыҡтың ни икәнен төшөндөрә, көндәлек ығы-зығыға бирешмәҫкә, оло маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн һүлпәнлеккә юл ҡуймай эшләргә лә эшләргә саҡыра “Башҡортостан”ыбыҙ. Ҡасан ғына әле Өфөбөҙҙә хатта башҡортса һөйләшеү ҙә тәрбиәһеҙлек, яҙыҡ эш тип һанала ине. Шунда уҡ “говорите на понятном языке” тип иҫкәртә һалған кешеләр етерлек ине. Юҡҡа ғына Рәмил Ҡолдәүләт, әсенеүенә түҙә алмай, “...Шып-шым ғына йөрөй торғас юғала яҙҙы телең” тип яҙмағандыр. Хәҙер иһә, шөкөр, иркенләп туған телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Тимәк, беҙ гәзитебеҙ менән бергә был тәңгәлдә хата булған ижтимағи уй-фекерҙе үҙгәртә алғанбыҙ. Шул уҡ ваҡытта көн үҙәгендә әле лә өлгәшелгәндәрҙе юғалтмау, киреһенсә, ишәйтеү бурысы тора. Ул бурысты үтәүҙе гәзитебеҙгә генә йөкмәтеп ҡуймай, бөтәбеҙ бергә эшләргә тейешбеҙ. “Башҡортос­тан”дың телде һаҡлау, илде яҡлау, рухты үҫтереү, милләтеңде ҡурсалау кеүек изге эштәрендә беҙ — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ һанлы гәзит алдырыусылар, әммә, ышанам, күп һанлы уҡыусылар, фекерҙәштәр, теләктәштәр бергә булайыҡ, баҫмабыҙҙың таянысы булайыҡ. Беҙ булмаһаҡ кем һуң? Юҡ-юҡта осраштырған “гәзиттә уҡырлыҡ нәмә юҡ бит” тип дорфа ғына һөйләшеүселәр түгел бит. Улар үҙҙәре беҙҙең ярҙамға мохтаж, аңлатыуға мохтаж, изге эшебеҙгә йәлеп ителеүгә мохтаж.
Халҡыбыҙҙа “Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр, ти” тигән бик тә фәһемле, тап­ҡыр, тәрән мәғәнәле әйтем бар. “Башҡортос­тан” гәзите беҙгә даими ошо фекерҙе һеңдерә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, яҡты киләсәгебеҙгә ышанып йәшәгән-эшләгән милләттәштәр, бер-беребеҙгә “батыр” тиек, яратҡан баҫмабыҙға ла “Батыр” тип оҙон, йөкмәткеле, мәғәнәле матур ғүмер теләйек.

Тәлғәт СӘҒИТОВ,
1990 – 1998 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы

Комментарий өҫтәргә