Яратҡан гәзитебеҙ “Башҡортостан”ыбыҙға — ут-ялҡын, нәфрәт-өмөт эсендә, синыф-ара бәрелештәр ҡыҙа башлаған саҡта, милли хәрәкәттең көсәйә барған тулҡынында тыуған баҫмабыҙға — теүәл
бер быуат...Көндәлек баҫмаларҙы, ғәҙәттә, дәүер йылъяҙмаһы тип атайҙар. Беҙҙең гәзитебеҙ ҙә тейешле мәғлүмәтте халыҡҡа ваҡытында еткереү бурысын үтәү менән бергә заман йылъяҙмаһы тигән тәғәйенләнешен дә үтәй. 1917 йылдың февраль, унан һуң Октябрь революциялары иғлан иткән, тормошҡа мотлаҡ ашырыласаҡ тип вәғәҙәләнгән азатлыҡ, милли үҙбилдәләнеш идеялары хаҡында ла, милли үҙаңдың үҫеүе, милли хәрәкәттең көсәйеүе, Башҡорт дәүләтселеген булдырыу, тулы мәғәнәһендәге ерле автономия өсөн көрәш тураһында ла бәйнә-бәйнә һөйләп барҙы “Башҡортостан”ыбыҙ.
Әлбиттә, уның биттәрендә НЭП осоро ла, аслыҡ та, коллективлаштырыу ҙа, индустриялаштырыу ҙа яҡтыртылды. “Вәлидовсылыҡ” тигән ҡот осҡос төшөнсәнең тыуып, көндәлек тормошобоҙға вата-емерә килеп кереүе, милли интеллигенцияның шул мөһөр һуғылып ҡырылыуы ла сағылыш тапмай ҡалманы. Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта ла, тылда ла ҡаһарманлыҡ күрһәткән, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙе кисергән, ауырлыҡтарҙы еңгән, һуғыштан һуң тормошто бөтәйтеү-ҡотайтыу өсөн иҫ китмәле көс түккән көндәре-төндәре лә баҫманың үҙәгендә булды. Шәхес культын фашлау, волюнтаризм һөҙөмтәһенән арыныу. Үҫешкән социализм, үҙгәртеп ҡороу, демократия... Был темалар ҙа гәзит биттәренә “ҡунаҡлап”, унан төшөргә ашыҡманы. Тора-бара илебеҙҙә яңы (яңымы икән?) ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади ҡоролоштоң нығынырға тырышыуы, улар тыуҙырған ауырлыҡтар, проблемалар түрҙән урын алды. 80-се йылдарҙың икенсе яртыһына халҡыбыҙҙың аңын уятыу, милли дәрәжә, милли бәҫ, милли тел, милләттәр тиңлеге – дуҫлығы, республикабыҙ суверенитеты мәсьәләләре төп темаға әйләнде. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер быуат ғүмеребеҙҙең һулышы, йөрәк ҡағышы, шатлыҡ-ҡыуаныстары, ауырлыҡтары-проблемалары сағылыш таба килде.Әммә матбуғатты тик йылъяҙмаға ғына ҡайтарып ҡалдырһаҡ, ул үтә лә бер яҡлы булыр ине. Һәр баҫма, теләйһеңме-юҡмы, һәр һүҙе менән аң-белем тарата, тәрбиәүи мәғәнә еткерә, йәшәргә, донъяны аңларға өйрәтә, бер үк ваҡытта бик көслө идеологик ҡорал да ул.
“Башҡортостан” менән минең дә тормошом ныҡ бәйләнгән. Даими уҡыусыһы ғына түгел, 1990—1997 йылдарҙа унда эшләү бәхете лә тейҙе миңә. Ул заман илебеҙ артабанғы үҫеш юлына күсә алмай этләнә, СССР тарҡала башланы, һәр кем үҙ көнөн үҙе күрергә теләне.
Республикабыҙ ҙа, үҙ яҙмышына үҙе хужа булырға ҡарар итеп, иң дөрөҫ һәм иң ҡулай юл суверенитет тип танып, шул үҙаллылыҡ өсөн көрәш йәйелдерҙе. Киң аңлатыу эшен алып барыуҙа, тиңдәр араһында тиң булыу өсөн көрәштә милли баҫмаларҙың һәм, әлбиттә, “Башҡортостан”дың әһәмиәте үтә лә ҙур булды. Ныҡышмалы көрәш үҙ емешен бирҙе: 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың үҙаллылығы иғлан ителде... Тиҙҙән гәзиттең исемен есеменә тап килтереү зарурлығы тыуҙы, һәм шул уҡ октябрь айында гәзит “Башҡортостан” исеме менән сыға башланы. Бер аҙҙан баҫманың тыуған көнөн асыҡлап теүәл датаһы билдәләнде — 1917 йылдың 14 июне.
1990 йылдың декабрендә халҡыбыҙҙың милли рухын тағы ла нығыраҡ күтәргән ҙур тарихи әһәмиәткә эйә ваҡиға булды. Башҡортостаныбыҙға тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә Башҡорт дәүләтселегенә нигеҙ һалған, Рәсәйҙең федератив дәүләт булып формалашыуының башында торған, донъяла киң танылыу тапҡан олуғ ғалим, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди ҡайтты... Әлбиттә, юғарыла һанап үтелгән ваҡиғалар беҙҙең гәзиттең төп йүнәлешен, эстәлеген билдәләне, уның төп темаларының береһенә әйләнде.
Бөгөн дә халҡыбыҙ яҙмышы, уның иртәгәһе, ил, тел, дин киләсәге баҫма битенән төшмәй. Халҡыбыҙҙы бер туҡтамай белемгә, ғилемгә, үҙ дәрәжәң, мәртәбәң өсөн, йәмғиәттәге лайыҡ урының өсөн көрәшкә әйҙәй, ысын азатлыҡтың ни икәнен төшөндөрә, көндәлек ығы-зығыға бирешмәҫкә, оло маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн һүлпәнлеккә юл ҡуймай эшләргә лә эшләргә саҡыра “Башҡортостан”ыбыҙ. Ҡасан ғына әле Өфөбөҙҙә хатта башҡортса һөйләшеү ҙә тәрбиәһеҙлек, яҙыҡ эш тип һанала ине. Шунда уҡ “говорите на понятном языке” тип иҫкәртә һалған кешеләр етерлек ине. Юҡҡа ғына Рәмил Ҡолдәүләт, әсенеүенә түҙә алмай, “...Шып-шым ғына йөрөй торғас юғала яҙҙы телең” тип яҙмағандыр. Хәҙер иһә, шөкөр, иркенләп туған телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Тимәк, беҙ гәзитебеҙ менән бергә был тәңгәлдә хата булған ижтимағи уй-фекерҙе үҙгәртә алғанбыҙ. Шул уҡ ваҡытта көн үҙәгендә әле лә өлгәшелгәндәрҙе юғалтмау, киреһенсә, ишәйтеү бурысы тора. Ул бурысты үтәүҙе гәзитебеҙгә генә йөкмәтеп ҡуймай, бөтәбеҙ бергә эшләргә тейешбеҙ. “Башҡортостан”дың телде һаҡлау, илде яҡлау, рухты үҫтереү, милләтеңде ҡурсалау кеүек изге эштәрендә беҙ — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ һанлы гәзит алдырыусылар, әммә, ышанам, күп һанлы уҡыусылар, фекерҙәштәр, теләктәштәр бергә булайыҡ, баҫмабыҙҙың таянысы булайыҡ. Беҙ булмаһаҡ кем һуң? Юҡ-юҡта осраштырған “гәзиттә уҡырлыҡ нәмә юҡ бит” тип дорфа ғына һөйләшеүселәр түгел бит. Улар үҙҙәре беҙҙең ярҙамға мохтаж, аңлатыуға мохтаж, изге эшебеҙгә йәлеп ителеүгә мохтаж.
Халҡыбыҙҙа “Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр, ти” тигән бик тә фәһемле, тапҡыр, тәрән мәғәнәле әйтем бар. “Башҡортостан” гәзите беҙгә даими ошо фекерҙе һеңдерә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, яҡты киләсәгебеҙгә ышанып йәшәгән-эшләгән милләттәштәр, бер-беребеҙгә “батыр” тиек, яратҡан баҫмабыҙға ла “Батыр” тип оҙон, йөкмәткеле, мәғәнәле матур ғүмер теләйек.
Тәлғәт СӘҒИТОВ,
1990 – 1998 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире.