Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡорт совет матбуғатының тыуыуы
Башҡорт совет матбуғаты буш урында тыуманы. Башҡорт АССР-ы ойошторол­ғанға тиклем, 1918 йылда Ырымбур һәм Өфөлә Совет власы урынлашҡас та, татар һәм башҡорт нәшриәттәре эшләй башланы. Шул уҡ йылда Ырымбурҙа “Мөхбир”, “Башҡортостан”, Өфөлә “Ҡыҙыл юл” тигән большевистик гәзиттәр сыҡты.


Билдәле булыуынса, Октябрь революция­һының беренсе көндәренән үк ҡыҙыу башланған социалистик төҙөлөш Америка, Англия империалистары тарафынан ойошторолған хәрби интервенция, граждандар һуғышы башланғас өҙөлөп торҙо. Был осорҙа Көнсығыш фрон­тындағы башҡорт, татар хеҙмәтсәндәрен һәм ҡыҙылармеецтарын Беренсе, Бишенсе Ҡыҙыл Армиялары по­литбүлектәре янында ойош­торолған “Ҡыҙыл маяҡ”, “Ҡыҙыл яу”, “Ҡыҙыл йон­доҙ” тигән гәзиттәр хеҙмәтләндерҙе. Был ар­миялар Көньяҡ Уралды һәм Башҡортостанды Колчак бандаларынан таҙар­тыуҙа хәл иткес роль уйнаны, уларҙың башҡорт совет мәҙәни­ә­тен барлыҡҡа килтереүҙә лә әһәмиәте ҙур булды.
“Башҡортостан хәбәрҙәре”нең яуаплы урындарында (мин мөхәррир булған ваҡытта) Ярлы Кәрим, Мөхәммәт Бикбулатов, Ис­хаҡ Зәйни, Барый Әминев, Дауыт Юлтый, Хәйҙәр Йосопов иптәштәр эшләне. Петроград фронтына киткән башҡорт совет журналистарының байтаҡ өлөшөнөң ҡорбан булыуы һәм башҡа урындан кадрҙар килтерергә мөмкинлек булмау сәбәпле, редакцияның со­ставы ул йылдарҙа алты-ете кешенән артманы.
Партияның Башҡортостан Өлкә Комитеты өр-яңынан төҙөлгән Башревком гәзите алдында Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съезын саҡырыуға әҙерлек алып барыу, фронт өсөн Башҡортостандан Ҡыҙыл Армия частарын ойоштороу, буржуаз милләтселек һәм бөйөк рус шовинизмы менән көрәшеү, Мәскәү, Петроград ҡалаларын иген менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн редакцияның яңы сос­тавына бик күп ауырлыҡтар менән көрәшергә тура килде.
Башҡортостан хөкүмәтенә РСФСР хөкүмәте нәшриәте (Огиз) “Башкиропомощь” етәксеһе, РСФСР хөкүмәтенең Башҡортостан­дағы вәкиле Артемдың (Сергеев) үтенесе буйынса күп һанда поли­графия йыһаздары бирҙе. Петроград Советының ҡарары менән ре­волюцияға тиклем был ҡалала шәреҡ халыҡтары телдәрендә төрлө әҙәбиәт баҫтырылған Брагинский типографияһы Стәрлетамаҡҡа күсерелде. Петроград эшселәре бер йәлпәш машина, ике “амери­канка” маши­наһы бүләк итте. Үҙҙәренең оҫталарын ебәреп, ул ма­шиналарҙы көйләп тә бирҙеләр. Буржуаз милләтселәр тарафынан Темәскә, Арғаяшҡа илтеп ташланған хәрефтәр ҙә ҡайтарылды. Шу­лай итеп, партия, хөкүмәттең хәстәрлеге һәм урыҫ халҡының ал­дынғы отряды – Петроград пролетариатының булышлығы менән йыйнаҡ ҡына типография ойошторолдо. Был типография, Башҡорт АССР-ы Дәүләт нәшриәте ҡарамағында булып, 1921 – 1922 йыл­дарға табан унда “Башҡортостан хәбәр­ҙәре”нән башҡа “Ҡыҙыл ба­тыр”, “Йәш йөрәк” тигән гәзиттәр һәм йылына бер нисә китап та баҫыла ине.
“Башҡортостан хәбәрҙәре” аҙнаһына өс тапҡыр дүрт битле булып сығырға тейеш ине, ләкин гәзит аҙнаға бер, ә ҡайһы бер ваҡыттарҙа 10-13 көнгә бер тапҡыр сығып ҡуя ине. Формат мәсьәләһендә лә тотанаҡлыҡ булманы. Башҡорт дәүләт нәшриәтен ҡағыҙ менән тәьмин иткән “Белый ключ” ҡағыҙ фабрикаһы (хәҙерге “Красный ключ”) төрлө форматтағы һәм төрлө төҫтәге ҡағыҙ ебәрә ине. Ул осорҙа ҡағыҙға ҡытлыҡ ҙур булғанлыҡтан, редакция, бары менән ҡәнәғәтләнеп, гәзитте төрлө форматта, төрлө төҫтәге ҡағыҙҙа сығарҙы.
Гәзитте биҙәү эштәрендә Баһау ҡарт Мәҡсүтов ныҡ ярҙам итте. Биҙәү тигәс тә, уҡыусылар хәҙерге осор гәзиттәрҙәге һүрәттәрҙе, төрлө художество эскиздарын күҙ алдына килтермәһен. Бындай сәнғәтте башҡарырлыҡ “Башҡортостан хәбәрҙәре” редакцияһында художник та, цинкография һәм литография ла юҡ ине, гәзиткә байрам, тантана уңайынан бирелә торған юлбашсыларҙың портреттарын, ара-тирә баҫылып торған ҡала, ауыл, тәбиғәт күренештәрен Баһау ҡарт линолеумдан киҫеп эшләй торғайны. Был иҫ киткес ауыр һәм нескә эш булһа ла, Мәҡсүтов уны үҙенә күрә бер тәм менән, һис бер иренмәйенсә, күтәренке рухта башҡара ине.
Журналистика эшендә ул саҡта милли кадрҙарҙың етешмәүе арҡаһында башҡа иптәштәргә лә күп төрлө эш башҡарырға тура килде. Мәҫәлән, Ярлы Кәрим менән Мөхәммәт Бикбулат, әҙәби сотрудник булараҡ, мәҡәләләрҙе аҡҡа күсереп яҙа. Шул уҡ ваҡытта улар – корректор ҙа. Ул саҡта редакцияла хәҙерге шикелле бүлектәрҙең булмауын әйтеп тә тормайым инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзите партияның Өлкә ко­митеты һәм Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ҡуйылған бурысты һәр саҡ еренә еткереп үтәргә тырышты.
1920 йылдың 25 июнендә Стәрлетамаҡта Советтарҙың Беренсе Бөтә Башҡортостан съезы саҡырылды. Был съезд Башҡорт АССР-ының юғарғы етәкселеген – Үҙәк Башҡарма Комитетын һәм Халыҡ Комиссарҙары Советын һайланы. Шулай итеп, яулап алынған Башҡорт Совет Автономиялы Республикаһын Кесе Баш­ҡортостан территорияһында ойоштороу тамамланды.
Башҡорт хеҙмәтсәндәре ошо ауыр йылдарҙа Польша фронтына бер бригада, Петроградтағы башҡорт бригадаһы һәм дивизияһына өҫтәмә частар ойоштороп ебәрҙе. Петроград һәм Мәскәү ҡалаларына ике эшелон иген оҙатылды. Был мөһим сәйәси бурыстарҙы үтәүҙә “Башҡортостан хәбәрҙәре”нең хеҙмәте лә ҙур булды. Баш­ҡортостан хеҙмәтсәндәре, гәзиттең өҙлөкһөҙ сыға алмауына, йөкмәткеһендә лә ҡайһы бер кәмселектәр булыуға ҡарамаҫтан, уны үҙҙәренең матбуғаты итеп ҡаршыланы, яратып уҡыны. Башҡорт халҡының революция эшенә бирелгән тоғро улдары “Башҡортостан хәбәрҙәре”нең даими яҙышыу­сылары, беренсе хәбәрселәре булды.
Башҡорт совет матбуғаты бына шулай бик ҡатмарлы, ауыр тари­хи шарттарҙа барлыҡҡа килде. Хәҙер инде беҙҙең республикабыҙҙа тиҫтәнән ашыу республика гәзите һәм журналы сыға, шуның өҫтөнә һәр райондың үҙ гәзите бар.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1949 йыл).


Автор: Заһит ШӘРҠИ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә