Һуңғы арала Рәсәйҙең оло йәштәге граждандары араһында бер яңылыҡ көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде: бала тәрбиәләп үҫтергәндәргә пенсияға өҫтәмә түләйҙәр икән. Киң мәғлүмәт сараларында был аҡсаға “пенсионер балаһы” тип исем таҡтылар. Төбәктәрҙәге пенсия бүлексәләренә оҙон сираттар барлыҡҡа килде. Кемдәргә һәм күпме өҫтәмә бирәсәктәр?
Пенсия бүлексәләренә ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт иткән һәм тейешле документтарын әҙерләп тапшырған ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ, ысынлап та, пенсияһына өҫтәмә ала башланы. Был иһә ошо аҡса тирәһендәге ығы-зығыны, ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра ғына төштө, сират оҙонайҙы. 1990 йылға хәтлем тыуған балалары булған әсәләргә һәр балаһы өсөн хатта бер нисәшәр йөҙ тәңкә бирәләр, балалар күберәк булған һайын, өҫтәмә лә ҙурыраҡ була, имеш... Ғәмәлдә эш нисек тора?
Балалар өсөн пенсияға өҫтәмә түләүҙең сәбәбе – ҡануниәткә 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индерелгән үҙгәрештәр нигеҙендә пенсияны яңыса иҫәпләй башлауҙа. Был ҡағиҙәгә ҡартлыҡ буйынса пенсия ла, инвалидлыҡ буйынса бирелгәне лә инә. Хәҙер ошо түләүҙең күләменә хеҙмәт стажының ҙурлығы ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең береһенең (ҡағиҙә булараҡ, әсәйҙең) баланы ул йәш ярымға еткәнсе тәрбиәләү осоро ла йоғонто яһай (2013 йылдың 28 декабрендәге 400-сө Федераль закондың 12-се статьяһы).
Хаҡлы ялға 2015 йылдың 1 ғинуарынан һуң сыҡҡандарға был яңылыҡтың кәрәге юҡ – уларҙың пенсия күләмен билдәләгәндә барыһы ла, шул иҫәптән бала ҡарау осоро ла, бер үк формулаға индерелә. Ошо мәлгә саҡлы булған һәм ниндәйҙер сәбәп менән иҫәпкә алынмаған страховка осоро булһа йәки пенсия иҫке ҡануниәт буйынса билдәләнгәндә генә һеҙҙең пенсия күләмен ҡабаттан ҡараясаҡтар. Ул саҡта ошо сумманы, пенсия балдарына нигеҙләнеп яңынан иҫәпләйәсәктәр.
Ә пенсияны шуға саҡлы ала башлаған әсәйҙәргә нимә эшләргә?
Ҡабаттан иҫәпләгәндән һуң һәр кемдең пенсияһына өҫтәмә була икән тип уйлау – яңылыш фекер. Ул барыһына ла гарантияланмай, сөнки хеҙмәт стажының бер өлөшөн бала ҡарау осорона алмаштырыу ҡайһы берәүҙәр өсөн отошло түгел.
Әлеге көнгәсә булған тәжрибә күрһәтеүенсә, 20-30 процент осраҡта ғына түләнгән пенсияның күләме артырға мөмкин. Өҫтәмә сумманың бер нисә һумдан бер нисә йөҙгә етеүе ихтимал. Әгәр ҙә иҫәпләп ҡарағандан һуң “минус” сыға, йәғни пенсия суммаһы элеккеһенә ҡарағанда ла аҙыраҡ була икән, әле түләнеп килгән күләм һаҡлана (сөнки пенсияны кәметеүҙе ҡануниәт тыя). Бындай хәлдә Пенсия фонды белгестәре ошо тәғәйен эште туҡтата.
Балалар өсөн пенсияға өҫтәмә алыуға кемдәр өмөт итә ала? Тәүҙә үк шуныһын билдәләргә кәрәк: баланың тыуған йылы бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел. Дөрөҫ, ҡайһы бер сығанаҡтар, 1990 йылға хәтлем тыуған балалар ғына иҫәпкә алына, тип хәбәр итә. Ғәмәлдә ул ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Ә яңылыш фекер шул нигеҙҙә тыуған: пенсияға хоҡуҡ буйынса 2015 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡҡа килгән яңы иҫәп-хисап яһау ҡағиҙәләре, нигеҙҙә, “совет стажы”на эйә булған пенсионерҙарға бала тәрбиәләп үҫтергән өсөн һиҙелерлек өҫтәмә бирә. Был стаж, мәғлүм булыуынса, пенсияның ҙурлығына бик үк йоғонто яһамай һәм пенсионер өсөн отошлораҡ шарттарҙа, йәғни пенсия балдары рәүешендә иҫәпкә алынырға мөмкин. Уларға ошондай иҫәпләп ҡарауҙы тәүге сиратта тәҡдим итәләр. Бындай әсәләр, ҡағиҙә булараҡ, пенсияға 2015 йылдың 1 ғинуарына саҡлы уҡ сыҡҡан.
Ләкин был хәл балаһы СССР тарҡалғандан һуң ғына тыуған әсә пенсияны ҡабаттан иҫәпләп ҡарауҙан мәхрүм ителә тигәнде аңлатмай. Был уға фәҡәт ниндәйҙер сәбәп арҡаһында отошло булмауы ихтимал (мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт стажы күбеһенсә 1990 йылдан аҙағыраҡ, йәғни пенсия буйынса яңы ҡануниәт ғәмәлгә ингәс тупланһа).
Шуны аңлау мөһим: бала тәрбиәләү осоро үҙе генә пенсияның артасағына сәбәпсе була алмай, сөнки уға тиклем үк иҫәпкә алынған ҡайһы бер шарттарҙың һәр баланы ҡарауға киткән йыл ярым ваҡытҡа ҡарағанда өҫтөнөрәк булып сығыуы бар. Пенсия иҫәпләү тәжрибәһе уны ҡабаттан иҫәпләтеүҙең отошло булыу-булмауын раҫлаған айырым осраҡтарға бай. Улар түбәндәгеләр:
Шулай итеп, ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән, эш хаҡы аҙ булған, хеҙмәт стажы бәләкәй пенсионер ҡатын-ҡыҙ ғына өҫтәмәгә өмөт итә ала. Пенсияһы ташламалы шарттарҙа тәғәйенләнгән граждандарға бындай иҫәп-хисап яһалмаясаҡ. Хаҡлы ялға алдан, йәше еткәнсе үк сыҡҡандарға хеҙмәт осороноң бер өлөшөн бала ҡарау буйынса “страховкаһыҙ” йыл ярым ваҡытҡа алмаштырыу маҡсатҡа ярашһыҙ – пенсияға алдан сығыу хоҡуғы юғаласаҡ.
Ҡабат иҫәп-хисап яһағанда бер балаға күпме балл бирәләр? 2015 йылдың башынан алып пенсия күләменә йоғонто яһаған төп күрһәткес – пенсия балдары (ҡануниәткә ярашлы атағанда, “индивидуаль пенсия коэффициенты”). Улар Пенсия фонды тарафынан пенсионерҙың шәхси иҫәбендә сағылдырыла бара. Тимәк, кешенең страховка (хеҙмәт) пенсияһына хоҡуҡ күләме элекке кеүек һумдарҙа түгел, ә сағыштырма берәмектәрҙә билдәләнә.
Был шәхси иҫәптә пенсия балдары ике төп юл менән барлыҡҡа килә:
* эш биреүсенең страховка иғәнәһе түләүе аша (быйыл ул хеҙмәткә түләү фондының 22 процентын тәшкил итә, шуның алты проценты үҙгәрмәгән түләүҙе хасил итә, ә 16 проценты шәхси иҫәптә пенсия балдары рәүешендә теркәлә);
* социаль яҡтан әһәмиәтле эшмәкәрлектең “страховкаһыҙ осор” тип аталған дәүерен балдар менән иҫәпләү ярҙамында. Был ваҡыт буласаҡ пенсионерҙың эшләмәгән һәм уның өсөн иғәнә түләнмәгән дәүерен үҙ эсенә ала. Тимәк, пенсияға хоҡуҡ дәүләт иҫәбенә туплана (бындай осор исемлеге 400-сө Федераль закондың 12-се статьяһында күрһәтелгән – армияла хеҙмәт итеү, балаға йәш ярым тулғансы декрет ялында булыу һәм башҡалар).
Билдәле булыуынса, хәҙер бала ҡарау буйынса отпуск сабыйға өс йәш тулғанға тиклем бирелә. Әммә пенсия тәғәйенләү өсөн кәрәк булған страховка стажына уның яртыһы – йыл ярым ғына – индерелә. Бала ҡарау буйынса пособие ла шул осорға ғына түләнә, һәм күптәр быны ғәҙелһеҙлек тип тә ҡабул итә, ошо хаҡта бәхәс һаман тынмай. Етмәһә, балалар баҡсаларында хәҙер ясле төркөмдәре юҡ, шул сәбәпле балаһы йәш ярымдан уҙған әсәләр эшкә сығыу мөмкинлегенән мәхрүм.
Пенсия тәғәйенләгәндә пенсионерҙың шәхси иҫәбендәге бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге буйынса йыйылған балдары дәүләт һумдарҙа билдәләгән бер коэффициент хаҡына ҡабатлана, йәғни страховка пенсияһының күләме барлыҡҡа килә. Быйылғы 1 апрелдән алып бер пенсия балының хаҡы – 78 һум 58 тин.
Яңы ҡануниәткә ярашлы, хеҙмәт эшмәкәрлеге осоро менән бер рәттән атай-әсәйҙең береһенең страховка стажына баланы йәш ярымға саҡлы ҡараған ваҡыт та индерелә, ләкин был ваҡыт алты йылдан да ашмаҫҡа тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, бер атай йәки әсәйҙең пенсияға хоҡуғына дүрт баланан да күберәк сабый индерелмәй. Был осраҡта, яңы закондың 15-се статьяһының 12-се пунктына ярашлы, балдар күләме баланың ошо ғаиләлә нисәнсе булып тыуыуына ҡарай – өсөнсө һәм дүртенсе балалар өсөн иң күп балл бирелә.
Пенсияны страховкаһыҙ осорҙо ла индереп ҡабат иҫәпләтеү өсөн хаҡлы ялға 2015 йылға тиклем сыҡҡан кешегә (баланы йәш ярымға тиклем ҡараған атай йәки әсәйгә) генә ошо турала ғариза бирергә рөхсәт ителә. Бының өсөн ниндәй документтар кәрәклеген Пенсия фондының урындағы бүлексәләрендә белешергә мөмкин.
Шулай итеп, пенсия реформаһы бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Зиһене йәштәрҙеке менән ярыша алмаған оло быуын түгел, пенсия бүлексәләрендәге белгестәр ҙә яңы үҙгәрештәрҙең асылын һәм тәғәйен пенсионерға ҡарата уның йоғонтоһо ниндәй булырын аныҡ ҡына аңлата алмай. Әйткәндәй, быйылдан һуң Рәсәйҙә пенсионерҙар күпме буласағы тураһындағы һорау барыһын да ҡыҙыҡһындыра, сөнки түләү күләме шуға бәйле бит. Демография һиҙелерлек яҡшырмай, шуға күрә 2018 – 2019 йылдарҙа ла беҙҙең йәмғиәттең пенсионерҙар өлөшө арта барасаҡ. Ә 2023 йылда уның хатта ҡырҡа артып китәсәге көтөлә.
Федераль дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1979 йылда СССР-ҙа 22 миллиондан ашыу пенсионер булған – тимәк, улар ил халҡының – 16 һәм хеҙмәткә яраҡлы булғандарҙың 26 процентын тәшкил иткән. Пенсияның уртаса күләме ул осорҙа 59 һум булған. 2020 йылға ҡарата күрәҙәлек шуны күрһәтә: хаҡлы ялдағылар Рәсәй кешеләренең хеҙмәткә яраҡлы өлөшөнөң 45 процентын тәшкил итеүе мөмкин.
1994 йылға Рәсәйҙә пенсионерҙар һаны 50 процентҡа арта төшкән. Әгәр ҙә Советтар Союзында хаҡлы ялдағыларҙың күпме өлөшөнөң эшләгәне тураһында мәғлүмәт бөтөнләй булмаһа, 15 йыл үтеүгә, һигеҙ миллиондан ашыу пенсионерҙың үҙ хеҙмәтен дауам итеүе асыҡлана. Ул йылда пенсияның уртаса күләме 242 һум булған икән. Ләкин инфляцияның бик тиҙ үҫә барыуын иҫәпкә алһаҡ, был сумманың бик аҙ икәнлеген аңларбыҙ.
Артабанғы йылдарҙа пенсионерҙар һаны тотороҡлана төшә – улар 30 миллиондан ашыуыраҡ булып, ун йыл самаһы бер кимәлдә һаҡлана. Ә 2006 йылдан алып йәмғиәтебеҙҙең ҡартайған һәм пенсия алырға хоҡуҡлы булған өлөшө һаны тайпылышһыҙ үҫә бара. Белгестәр пенсия күләмен һиҙелерлек арттырып булмауҙың төп сәбәбен ошо демографик проблемала күрә. Әлбиттә, донъяла әленән-әле ҡабатланып торған иҡтисади көрсөк тә быға ғәйепле.