Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гүзәл заттар ҙа юл һала
Гүзәл заттар ҙа юл һала Автотранспорт техникумын тамамлаған Венера Пестованы Лебяжий юл төҙөү-ремонтлау идаралығына техник итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Ул саҡта предприятиела ошо яуаплы вазифаны башҡарыусы берҙән-бер белгес була ул. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уның производство үҙенсәлектәренә тиҙ төшөнөп, техник документация менән оҫта эш итеүенә хатта тәжрибәле белгестәр ҙә һоҡлана. Күп тә үтмәй һәләтле ҡыҙҙы инженер итеп үрләтәләр. Предприятиеның производство-техник бүлеген ойоштороуҙы ла Венера Пестоваға йөкмәтәләр. Уның әүҙемлеге менән тиҙ арала яңы бүлек барлыҡҡа килә. Венера Наил ҡыҙын бүлек начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.


Производство-техник бүлекте предприятиеның үҙәге тип әйтергә кәрәк. Сөнки башҡарасаҡ бөтә эштәрҙең технологик документацияһы ошонда әҙерләнә. Бүлек белгестәре сметанан башлап теге йәки был объектты тапшырғанға тиклем бөтә технологик сылбырҙы тикшереп бара. Йәғни эштең үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыуы уларҙың һөнәри оҫталығына һәм яуаплылығына бәйле.
Хәйер, ошолай булмаһа, ул бер предприятиела 39 йыл эшләй алыр инеме һуң?! Ә бит юл хеҙмәткәрҙәренең эше еңелдән түгел. Бындағы инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә лә ял һәм байрамдар юҡ. Бында эш сәғәте, ғәҙәттә, иртәнге етелә башлана. Таң менән тигәндәй, үткән көндә башҡарылған эштәр тураһында мастерҙарҙан мәғлүмәт туплайҙар, технологик карталар өләшәләр. Былары – көндәлек бурыстар. Һәр объекттың техник документацияһын әҙерләп, технологияның эҙмә-эҙлеклелеген тәьмин итеү өсөн юл төҙөлөшөнөң бөтә нескәлектәрен белергә кәрәк. Тәбиғәт шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡыр шарттарында ла эшләргә тура килә.Тәү ҡарашҡа был ҡатын-ҡыҙ һөнәре лә түгел кеүек. Әммә Венера Наил ҡыҙында гүзәл заттарға хас нәзәкәтлелек менән бергә ир-егеттәрсә сыҙамлылыҡ та бар.
– Яратҡан һөнәрҙең ауырлығы һиҙелмәй. Хеҙмәт йылдарымдың елеп үткәнен тойманым да, – тип йылмая ул. – Йәнә шул, предприятиебыҙ тармаҡта һәр саҡ алдынғы булды. Бер мин генә түгел, хеҙмәттәштәрем дә шундай предприятиела эшләүебеҙҙе ҙур бәхеткә һанай. Бигерәк тә үҙебеҙ төҙөгән юлдарҙан үткәндә күңелде оло ғорурлыҡ хисе биләп ала.
Эйе, ғорурланырға хаҡтары бар. Лебяжий юл төҙөү-ремонтлау идаралығы республиканың юл төҙөлөшөнә ҙур өлөш керетә. Әйтәйек, баш ҡаланың Ленин райо­нында Затон биҫтәһен төньяҡтан урап үтеү юлы төҙөлөшөндә генподрядсы булараҡ ҡатнашалар. Был төҙөлөш әле лә дауам итә. Дим биҫтәһендәге юл киҫелешендә яңы күпергә инеү юлындағы полотноны күтәрткәндәр. Быйыл да мөһим заказдарҙы башҡарҙылар. Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу буйынса төҙөлөш һәм реконструкциялау эштәрендә генподрядсы булараҡ ҡатнаштылар. Өфө ҡалаһынан Шишмә районы сигенә, шулай уҡ Дим – Затон биҫтәләре, Өфө районында Мокроусов – Ольховка юлдарын ремонтлауҙа генподрядсы булдылар. Ғөмүмән, Өфө районында улар ҡатнашлығынан башҡа төҙөлгән юл юҡтыр, моғайын. Шул уҡ ва­ҡытта предприятие район биләмәһендәге 181 километр төбәк һәм муниципаль-ара, 167 километрҙан артығыраҡ урындағы юлдарҙы хеҙмәтләндерә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн юлдарҙы һәр саҡ ҡараулы тоталар.
Юлдарҙың яҡшы сифатын тәьмин итеү өсөн төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәрен киләсәктә лә дауам итәсәктәр. Был эштәрҙең һәр ҡайһыһы производство-техник бүлектә башланғыс ала тип әйтергә мөмкин. Уларға бүлек белгестәренең тырыш хеҙмәте һәм күңел йылыһы һалынған. Венера Наил ҡыҙы байтаҡ йылдар бүлекте етәкләгәндән һуң, йәштәргә юл биреп, бүлектә инженер вазифаһын башҡа­ра.Үҙенең хеҙмәт осоронда ул күп йәш­тәрҙе һөнәр серҙәренә өйрәтте. Мәҫәлән, бүлек начальнигы Илнар Ямашев, инженер Урал Ямалов йәш белгес булараҡ Венера Пестова етәкселегендә эшләй башлаған. Ә ҡасандыр бүлектә мастер булған Динар Вәлиев – хәҙер Благовещен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы.
Әгәр бөгөнгө ваҡытта эш кешеһен ҙурлаған һәм хәстәрләгән, иң күркәм йолаларҙы һаҡлаған хеҙмәт коллективы ҡайҙа тип һораһалар, һис һүҙһеҙ Лебяжий юл төҙөү-ремонтлау идаралығы тиергә мөмкин. Һуңғы ун биш йылда коллективҡа үҙенә лә һәм хеҙмәттәштәренә лә бик талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм кеселекле Рәйес Мандибаев етәкселек итә. Рәйес Кокимбай улы производство мәсьәләләрен тейешенсә талап иткән бер үк ваҡытта, эшселәр тураһында ҙур хәстәрлек күрә. Күптәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, ер алып йорт төҙөргә булыш­лыҡ иткән, шәхси хужалыҡ мәшәҡәттәре өсөн техника бирә, матди ярҙам күрһәтә. Хеҙмәткәрҙәргә әлегәсә льготалы путевкалар буйынса Ассы шифаханаһында ял итеп ҡайта. Хәстәрлекле етәксегә коллектив рәхмәтле.
Венера Пестова оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн РФ Төбәк үҫеше министр­лығының Маҡтау грамотаһы, шулай ук БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
– Берҙәм, татыу коллективта эшләү үҙе ҙур бәхет. Үҙемде ысынлап та бәхетле һанайым, – ти ул, көләс йылмайып.

Өфө районы.


Автор: М. ШӘЙМӘРҘӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә