Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡын кешем – уҡытыусым
Яҡын кешем – уҡытыусымУҡытыусы... Белем тауҙарына алып менеүсе генә түгел, мөһим тормош һорауҙарына яуап табырға ярҙам итеүсе остаз да, яҡын дуҫ та, серҙәш тә, кәңәшсе лә булған был һөнәр эйәһе үҙенең күңелендә барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырҙай көс туплаған кеүек.

Гөлгөнә Ҡолоҡаева Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә. Үҙенең яуаплы эшен барлыҡ күңел йылыһы һәм һөйөүе менән башҡара ул. Һәр балаға шәхес итеп ҡарап, холоҡ-ҡылығына, социаль хәленә баҫым яһамай ғына, уларҙы ысын күңелдән яратыуы уҡыусы менән әңгәмәһе барышында уҡ күренеп тора.
– Тәүҙә үҙемде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтермәй инем. Мәктәпте тамамлағас, социаль педагогия училищеһына юлландым. Бының менән генә туҡталмай, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға индем. Ошо ваҡыт эсендә үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным. Әйткәндәй, ҡулыма диплом алғас, “Хеҙмәт даны” гәзитенең башҡорт бүлегендә корректор булып эш башланым. Шул ваҡытта йыйған тәжрибәнең әле булһа файҙаһын күрәм. Бөгөнгө көндә бит уҡытыусы заман менән бергә атлай, уның аҙымдары ышаныслы, ә үҙе бар яҡтан да белемле, ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш. Район гәзитендә эшләүем дә шул аҙымдарҙың береһелер.
Артабан яҙмыш елдәре Иҫке Бәпес ауылына илтте. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башланғыс кластар факультетында белем туплағас, эш башланым. Яратҡан һөнәрем менән йылдарҙың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған, – тип йылмая Гөлгөнә Марат ҡыҙы. – Күрәһең, уҡытыусылыҡҡа мөхәббәт ғаиләлә тәрбиәләнгәндер, сөнки әсәйем Әлфиә Ирмәкова 35 йыл ғүмерен башланғыс кластарҙы уҡытыуға бағышланы. Яҡын кешем – кәңәшсем дә, уҡытыусым да, үҙемде һәм баш­ҡаларҙы хөрмәт итергә өйрәтте ул.
Гөлгөнә Марат ҡыҙы уҡыусылары менән бик күп интернет-олимпиа­даларҙа призлы урындар яулай. “Глобус”, “Гагарин кубогы”, “Пифагор”, Бөтә Рәсәй “Белем” олимпиадаһы, халыҡ-ара ярыштар, интернет-проекттар һәм башҡа күп конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе булғандар.
Заман талаптарынан ҡалышмау, яңылыҡтарҙы үҙләштереп барыу, компьютер, Интернетты оҫта файҙаланыу уйланырға, эҙләнергә ярҙам итә тигән фекерҙә ул. Бигерәк тә башланғыс кластарҙа белем биреү үтә яуаплы, минеңсә. Ҡыҙыҡһыныу­сан, шуҡ, шаян, күпте белергә телә­гән сабыйҙарҙың киләсәгенә маяҡ булып тора уҡытыусы.
Гөлгөнә Марат ҡыҙы ла йөрәк түрендә бала­ларға ҡарата эскерһеҙ һөйөү, донъя­ға яҡты ҡараш йөрөтә. Ғаиләһендә хәстәрлекле хужабикә, һөйөклө ҡатын, ҡыҙы Камилла менән улы Искәндәргә хәстәрлекле әсәй ҙә ул.

Ҡырмыҫҡалы районы.


Автор: Зәлиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә