Уҡытыусы... Белем тауҙарына алып менеүсе генә түгел, мөһим тормош һорауҙарына яуап табырға ярҙам итеүсе остаз да, яҡын дуҫ та, серҙәш тә, кәңәшсе лә булған был һөнәр эйәһе үҙенең күңелендә барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырҙай көс туплаған кеүек.Гөлгөнә Ҡолоҡаева Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә. Үҙенең яуаплы эшен барлыҡ күңел йылыһы һәм һөйөүе менән башҡара ул. Һәр балаға шәхес итеп ҡарап, холоҡ-ҡылығына, социаль хәленә баҫым яһамай ғына, уларҙы ысын күңелдән яратыуы уҡыусы менән әңгәмәһе барышында уҡ күренеп тора.
– Тәүҙә үҙемде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтермәй инем. Мәктәпте тамамлағас, социаль педагогия училищеһына юлландым. Бының менән генә туҡталмай, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға индем. Ошо ваҡыт эсендә үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным. Әйткәндәй, ҡулыма диплом алғас, “Хеҙмәт даны” гәзитенең башҡорт бүлегендә корректор булып эш башланым. Шул ваҡытта йыйған тәжрибәнең әле булһа файҙаһын күрәм. Бөгөнгө көндә бит уҡытыусы заман менән бергә атлай, уның аҙымдары ышаныслы, ә үҙе бар яҡтан да белемле, ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш. Район гәзитендә эшләүем дә шул аҙымдарҙың береһелер.
Артабан яҙмыш елдәре Иҫке Бәпес ауылына илтте. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башланғыс кластар факультетында белем туплағас, эш башланым. Яратҡан һөнәрем менән йылдарҙың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған, – тип йылмая Гөлгөнә Марат ҡыҙы. – Күрәһең, уҡытыусылыҡҡа мөхәббәт ғаиләлә тәрбиәләнгәндер, сөнки әсәйем Әлфиә Ирмәкова 35 йыл ғүмерен башланғыс кластарҙы уҡытыуға бағышланы. Яҡын кешем – кәңәшсем дә, уҡытыусым да, үҙемде һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә өйрәтте ул.
Гөлгөнә Марат ҡыҙы уҡыусылары менән бик күп интернет-олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. “Глобус”, “Гагарин кубогы”, “Пифагор”, Бөтә Рәсәй “Белем” олимпиадаһы, халыҡ-ара ярыштар, интернет-проекттар һәм башҡа күп конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе булғандар.
Заман талаптарынан ҡалышмау, яңылыҡтарҙы үҙләштереп барыу, компьютер, Интернетты оҫта файҙаланыу уйланырға, эҙләнергә ярҙам итә тигән фекерҙә ул. Бигерәк тә башланғыс кластарҙа белем биреү үтә яуаплы, минеңсә. Ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, шаян, күпте белергә теләгән сабыйҙарҙың киләсәгенә маяҡ булып тора уҡытыусы.
Гөлгөнә Марат ҡыҙы ла йөрәк түрендә балаларға ҡарата эскерһеҙ һөйөү, донъяға яҡты ҡараш йөрөтә. Ғаиләһендә хәстәрлекле хужабикә, һөйөклө ҡатын, ҡыҙы Камилла менән улы Искәндәргә хәстәрлекле әсәй ҙә ул.
Ҡырмыҫҡалы районы.