Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң-иң тәмле нимә ул?
Оҙайлы каникулдан һуң яңы тормошҡа өйрәнеп китеү ата-әсә, бигерәк тә уҡыусылар өсөн ауырға тура килә. Айырыуса иртән тороу бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Юҡҡамы ни барыһы ла “Донъяла иң тәмле нимә ул?” тигән һорауға: “Әлбиттә, йоҡо!” – тип яуап бирә.


Боронғо гректар татлы йоҡоно шул тиклем ныҡ ҙурлаған, хатта улар йоҡо аллаһы уйлап тапҡан, Гипнос тип атағандар уны.
Әҙәм балаһы һауа һуламай, һыу эсмәй, ашамай тора алмаған шикелле, йоҡоһоҙ ҙа йәшәй алмай. Яңы тыуған сабый тәүлектәр буйы йоҡлай тип әйтерлек. Бер йәшлек бала – 12-13 сәғәт, ә ете йәшкә ет­кәс, 9-10 сәғәт йоҡлай. 11 йәштәрҙә инде уға һигеҙ сәғәт йоҡо ла етә.
Йоҡо төрлө кешелә төрлөсә: ул сәләмәтлеккә, физик эшкә, туҡ­ланыуҙың сифатына, стрестарға, хатта йыл миҙгеленә лә бәйле.
Йоҡлағанда мускулдар, быуындар, ашҡаҙан-эсәктәр, йөрәк, үпкә, мейе ял итә. Ә йоҡоһоҙлоҡ бөтә организмға насар йоғонто яһай. Йоҡоһо туймаһа, баланың хәтере насарая, кәйефе булмай.
Әгәр ҙә йоҡоһоҙлоҡ ғәҙәткә инеп китһә, ул саҡта уның организмында инфекцияға, һалҡын тейеүгә ҡаршы тороу көсө лә ныҡ кәмей. Ундай балаға һәр төрлө сир йәбешергә генә тора.
Йоҡо татлы һәм тыныс булһын өсөн ошондай ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ. Беренсенән, балағыҙҙы көн һайын бер үк ваҡытта йоҡларға һалырға ғәҙәтләнегеҙ. Икенсенән, кис балағыҙҙы ашатмағыҙ, ашҡа­ҙаны тулы булһа, йоҡларға ауыр булыр. Өсөнсөнән, йоҡо алдынан ҡурҡыныс фильмдар ҡаратмағыҙ. Форточкаларҙы асып бүлмәләрҙе елләтергә, яҡшылап йыуынып алырға ла онотмағыҙ.
Ошо ҡағиҙәләрҙе аныҡ үтәһәгеҙ, балағыҙҙың йоҡоһо балдан да тәмлерәк булыр.


Автор: И. САФИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә