Иң-иң тәмле нимә ул?18.10.2017
Оҙайлы каникулдан һуң яңы тормошҡа өйрәнеп китеү ата-әсә, бигерәк тә уҡыусылар өсөн ауырға тура килә. Айырыуса иртән тороу бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Юҡҡамы ни барыһы ла “Донъяла иң тәмле нимә ул?” тигән һорауға: “Әлбиттә, йоҡо!” – тип яуап бирә.
Боронғо гректар татлы йоҡоно шул тиклем ныҡ ҙурлаған, хатта улар йоҡо аллаһы уйлап тапҡан, Гипнос тип атағандар уны.
Әҙәм балаһы һауа һуламай, һыу эсмәй, ашамай тора алмаған шикелле, йоҡоһоҙ ҙа йәшәй алмай. Яңы тыуған сабый тәүлектәр буйы йоҡлай тип әйтерлек. Бер йәшлек бала – 12-13 сәғәт, ә ете йәшкә еткәс, 9-10 сәғәт йоҡлай. 11 йәштәрҙә инде уға һигеҙ сәғәт йоҡо ла етә.
Йоҡо төрлө кешелә төрлөсә: ул сәләмәтлеккә, физик эшкә, туҡланыуҙың сифатына, стрестарға, хатта йыл миҙгеленә лә бәйле.
Йоҡлағанда мускулдар, быуындар, ашҡаҙан-эсәктәр, йөрәк, үпкә, мейе ял итә. Ә йоҡоһоҙлоҡ бөтә организмға насар йоғонто яһай. Йоҡоһо туймаһа, баланың хәтере насарая, кәйефе булмай.
Әгәр ҙә йоҡоһоҙлоҡ ғәҙәткә инеп китһә, ул саҡта уның организмында инфекцияға, һалҡын тейеүгә ҡаршы тороу көсө лә ныҡ кәмей. Ундай балаға һәр төрлө сир йәбешергә генә тора.
Йоҡо татлы һәм тыныс булһын өсөн ошондай ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ. Беренсенән, балағыҙҙы көн һайын бер үк ваҡытта йоҡларға һалырға ғәҙәтләнегеҙ. Икенсенән, кис балағыҙҙы ашатмағыҙ, ашҡаҙаны тулы булһа, йоҡларға ауыр булыр. Өсөнсөнән, йоҡо алдынан ҡурҡыныс фильмдар ҡаратмағыҙ. Форточкаларҙы асып бүлмәләрҙе елләтергә, яҡшылап йыуынып алырға ла онотмағыҙ.
Ошо ҡағиҙәләрҙе аныҡ үтәһәгеҙ, балағыҙҙың йоҡоһо балдан да тәмлерәк булыр.