Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Марс Юлдашев: “Ҡартлыҡ тураһында уйланырға ваҡыт юҡ”
Марс Юлдашев: “Ҡартлыҡ тураһында уйланырға ваҡыт юҡ”Хирург хеҙмәтен донъялағы башҡа бихисап һөнәрҙең береһе менән дә сағыштырып булмай. Нервы, аҡыл, физик көсөргәнеш талап иткән профессияны иң көслө, үҙ-үҙенә ышанған һәм эшенә ижади ҡараған шәхестәр генә үҙ итә торғандыр. Һәр хәлдә тормош тәжрибәһе шуны раҫлай.
Хирург һәр саҡ йәшәү менән үлемдең йөҙгә-йөҙ осрашҡан, еңешкән сигендә. Әгәр ҙә маһирлығың, белемең һәм энергияңды эшкә егеп, Аллаға табынғандай, ҙур өмөт, ышаныс бағлаған ауырыуҙы үлем тырнағынан ҡотҡарып ҡалаһың икән, бөгөн һинән дә бәхетлерәк, яҡшы кәйефле кеше юҡ... Хирург хеҙмәте, нисек кенә ауыр, ҡатмарлы булмаһын, ул ысын мәғәнәһендә ижади, илһамлы эш, сөнки бер-береһенә һыу тамсыһындай оҡшаған сир ҙә, бер-береһен ҡабатлаған операция ла юҡ, тип иҫәпләй профессор Марс Юлдашев.
Ғүмеренең илле йылын табиплыҡ эшмәкәрлегенә арнаған медицина фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Марс Тимербулат улы Юлдашевты белмәгән кеше һирәктер. Кемдер уны медицина өлкәһендәге төрлө проблема тураһында радио һәм телевидениенан яңғыраған сығыштары аша белһә, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ватандаш”, “Йәшлек” һәм башҡа матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыусыларға арҙаҡлы шәхесебеҙҙең һаулыҡ һаҡлауға арналған етди, фәһемле мәҡәләләре менән таныш.
Башҡортостанда йәшәүсе күпме ата-әсәнең рәхмәт һүҙе алтын ҡуллы хирургты мең бәләнән ҡурсап ҡалғандыр ҙа ауыр сирлеләрҙе үлем тырнағынан ҡотҡарыу өсөн уйлап тапҡан ысулдары нисәмә сабыйға ғүмер бүләк иткәндер? Докторлыҡ диссертацияһын деструктив пневмонияға бағышлауы ла юҡҡа түгел. Эренле хирургия бүлексәһендә эшләү дәүерендә көн дә 4–5 баланың һәләк булыуын күреп йөрәге әрнегән табип идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн, башҡа белгестәрҙе лә йәлеп итеп, алтмышлап кролик менән эксперимент үткәрергә тотона. “Яңы ысул бик күп ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡалды”, — тип хәтерләй ул ауыр мәлдәрҙе ғалим-хирург.
Ни өсөн уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән, сәнғәткә ғашиҡ, физика һәм математиканы һыу кеүек эскән үҫмер, бала саҡ хыялдарын ҡалдырып, табип һөнәрен үҙ итмәксе була тигән һорау ҙа урынлы. Хирург булыу теләге урыҫ мәктәбендә VIII класта уҡыған саҡта нығына. “Апрель айында инәйем, ҡаты ауырып китеп, бөтәбеҙҙе ҡурҡыуға һалды. Стәрлебаш дауаханаһының хирургтары Рәшит Монасипов менән Вера Зотова, операция яһап, ҡәҙерле кешебеҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы. Ошо хәл аңыма, йөрәгемә иҫ киткес ҙур йоғонто яһаны — фәҡәт врач булырға ҡарар иттем. Хыялым 1956 йылдың июль айында мине Өфөгә, Башҡорт дәүләт медицина институтына алып килде”, — ти бөгөн профессор.
Барыһынан да элек егеткә анатомия дәрестәре оҡшай. Музейҙағы экспонат-препараттар уға сихри донъялай күренә. Уҡытыусылары Мәрйәм Мәғәсүм ҡыҙының анатомияны ентекләп аңлатып һөйләүе, студенттарҙы үҙ балаларылай күреп, ихлас аралашыуы фәнгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Башҡа дәрестәр тамамланғас, тамаҡ ялғап алғандан һуң егеттәрҙең йәнә “анатомка”ға инеп, дәресте үҙләштереүе лә бары файҙаға ғына. “Профессор Лоҡмановтың имтихан алғанда биргән өҫтәмә һорауҙары ла, яуаптарым да иҫемдә әле ярты быуат үтһә лә. Институтты тамамлап, Яҡутстанда хирург булып эшләгәндә анатомияны үҙләштерергә ярҙам иткән остаздарымды гел иҫкә төшөрә торғайным”. — Марс Тимербулат улы тормош юлында изгелек орлоҡтары өләшкән бер кемде лә онотмай. Институтта диссертация советы булмау сәбәпле, ғилми эште ҡайҙалыр яҡлау мәсьәләһе килеп баҫа. Силәбелә аспирантты ҡабул итмәйҙәр, Мәскәүҙә таныш-тонош юҡ, өҫтәүенә ғилми етәксеһе профессор Сабир Лоҡманов көтмәгәндә вафат була... Кәңәшсеһеҙ ҡалған өс егетте лә фән докторлығына диссертация яҙыусы Әхнәф Ғәббәсов үҙ ҡарамағына ала. Шулай итеп, Марс Юлдашев Ҡырғыҙ АССР-ының Фрунзе ҡалаһында тыуған көнө — 14 апрелдә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, ҡырғыҙ дуҫтарҙың бүләк иткән эшләпәһен кейеп, тыуған яҡҡа илтеүсе самолетҡа ултыра...
Институттың балалар хирургияһы кафедраһында тәжрибә туплау, студенттарҙың ғилми түңәрәген, 17-се ҡала дауаханаһында ун ете йыл хирургия һәм реабилитация бүлексәләрен етәкләү, ҡатмарлы операцияларҙы башҡарыу менән бер рәттән, докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә өҙлөкһөҙ эш алып бара. Юғары категорияға эйә балалар хирургы 35 йыл эсендә, баш ҡала дауаханаларынан тыш, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында һәм райондарҙа коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша.
Балаларҙа эренле үпкә шештәрен дауалау һәм интенсив терапия ысулдары тураһында докторлыҡ диссертацияһы ғалимдың оҙайлы хеҙмәтенә йомғаҡ булып тора. Клиник практикаға диагностиканың һәм дауалауҙың яңы ысулдарын индереү һөҙөмтәһендә күп ауырыуҙарҙы үлемдән ҡурсалау мөмкинлеге тыуа.
Тыумыштан алсаҡ, кеше менән тиҙ аралашыусан Марс Тимербулат улының төп шөғөлөнән тыш тарих, сәйәсәт, сәнғәт, мәҙәниәт тормошо менән ҡайнап йәшәүе — һоҡланғыс күренеш. Яҡташы, халыҡтың милли геройы, Пугачевтың яҡын кәңәшсеһе, полковник Ҡаранай Моратовтың яҙмышын асыҡлау өсөн тарихтағы “аҡ тап”тарҙы, ғалимдар И. Гвоздикова, Ғ. Хөсәйенов, Н. Ҡолбахтиндарҙың эҙләнеүҙәрен мөкиббән өйрәнеүе скальпель һәм һалҡын аҡыл менән эш иткән хирург өсөн ғәҙәти хәл тойолмаһа ла, тыуған яғының патриоты, Ҡоролтай хәрәкәтенең алдынғы сафында барыусы, халҡыбыҙҙың милли аңын уятыусы, рухын һәм сәләмәтлеген һаҡлаусы замандашыбыҙ өсөн был йәшәү маҡсатына тиң. Был һис тә яңғырауыҡлы, матур һүҙ түгел. Ғалим тарих серҙәрен гәзит биттәренә сығара, тыуған яғында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарын ойоштороуҙы башлап ебәрә. Уның полковник Ҡаранай Моратовҡа һәйкәл ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен яҡташтары ла хуплай, ҡултамғалар йыйыла, батырҙың нәҫел-нәсәбен, фотоһүрәттәрен өйрәнеп, халыҡ күңелендә һаҡланған хәтирәләрҙе яңыртҡандан һуң тарихи шәхес образы һынлана.
“Скульптор Рафаил Зинуров менән Ҡаранайға ҡайтып, халыҡ менән тығыҙ аралаштыҡ, кәңәш иттек. Бәһлеүән кәүҙәле, оҙон буйлы, ҡара һаҡаллы батырҙың һыны яйлап күҙ алдына баҫты, халыҡ һөйөүе менән һуғарылған “Ҡаранай” йырын да ҡат-ҡат тыңлап әҫәрләндек, — тип хәтерләй ул көндәрҙе ғалим. — Рафаил Нариман улы батыр һәйкәлен эштән буш ваҡытында, баҡсаһында ятып, ҙур энтузиазм менән эшләне. Бөгөн иҫтәлекле һәйкәл Стәрлебаш ауылының геройҙар аллеяһын йәмләп ултыра. Халыҡ үҙенең тарихи шәхестәрен белергә, онотмаҫҡа тейеш”.
Хирург, ғалим Марс Тимербулат улының Ҡоролтай хәрәкәтендәге эшмәкәрлеге — үҙе бер оло тарих, илһөйәрлек, көслө рух өлгөһө. Әле лә ул ошо мөһим ойошманың экология, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ проблемалары буйынса комиссияһына етәкселек итә.
Форсаттан файҙаланып, ярты быуат ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған, ошо көндәрҙә 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған, кеше ҡайғы-хәсрәте һәм нужаһы менән көн дә йөҙгә-йөҙ осрашҡан хирургка күңелде борсоған һорауҙарҙы бирмәй булдыра алманыҡ.
— Республика гәзиттәренең береһендә “Экология насарланған һайын, рак яҡыная бара” тигән мәҡәләгеҙҙе уҡып, бик тетрәндек. Күпме яңы технология ҡулланыуға ҡарамаҫтан, ни өсөн яман шеште ауыҙлыҡлау мөмкин түгел? Йыл һайын алты мең кешенең ошо ҡаты сирҙән һәләк булыуы менән һис килешеп булмай...
— Яман шеште иҫкәртеү һәм иртә диагноз ҡуйыу мәсьәләләрен Ҡоролтай комиссияһы ултырышына сығарыуыбыҙ ҙа юҡҡа түгел, сөнки сирлеләр онкология диспансерына ауырыу аҙғас ҡына мөрәжәғәт итә. Ҡағиҙә булараҡ, сирҙең III һәм IV стадияларында дауалау ысулдары файҙаһыҙ, ғүмерҙе бер нисә йылға оҙайтыу ғына мөмкин. Бөтә бәлә — дауалауҙың тәүге звеноһында пациенттарҙың сәләмәтлек торошона иғтибарһыҙлыҡта, квалификациялы белгестәрҙең һәм тейешле аппаратураның булмауында. Бөгөн республиканың 35 районында онколог юҡ! Республика онкология диспансерына һуңлап мөрәжәғәт иткән һәр дүртенсе ауырыуҙы дауалап, аяҡҡа баҫтырыу мөмкин түгел.
Экологияның йылдан-йыл насарланыуы, тау-байыҡтырыу, тау эшкәртеү, нефть һәм химия сәнәғәте үҫеше, химик ашламаларҙың самаһыҙ файҙаланыуы кеше сәләмәтлегенә емергес йоғонто яһай. Республика онкология диспансерында халыҡтың ифрат күплеге, оҙон сираттар, тынсыу һауа сирле кешеләрҙең былай ҙа төшөнкө кәйефен төшөрә, сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ошо хәлде яйға һалыу өсөн райондарҙа халыҡты диспансерлаштырыу, онкология хеҙмәтен камиллаштырыу буйынса реаль мөмкинлектәрҙе барлап, эшкә тотонмаҡсыбыҙ.
— Ҡартайырға ваҡыт юҡ, тимәксеһегеҙме?
— Ҡайҙа ти ул? Әле медицина университетының ИПО курсы менән оператив хирургия һәм хирургик анатомия кафедраһына етәкселек итеү барышында хеҙмәт тәжрибәмде шәкерттәремә тулыһынса бирергә тырышам. Уларҙың уңышы — минең дә уңышым.
Күҙ алдымда үҫеп килгән дүрт ейән-ейәнсәремдең киләсәгенә, ниндәй һөнәрҙәрҙе үҙ итеүенә, олаталарының юлын һайлау-һайламауына ла битараф ҡала алмайым, уйланам... Үҙемдең олпат йәштә булыуымды ла онотоп, кеше ғүмеренең үтә лә нескә, күҙ йомған аралай ғына мәл икәненә үкенесле тойғо кисерһәм дә, йәнә алдыма яңы үрҙәр билдәләйем, пландар ҡорам. Әйтерһең дә, барыһы ла алда әле: яуланасаҡ үрҙәр ҙә, иң яҡты өмөттәр ҙә...
Динә АРЫҪЛАНОВА


Белешмә

- Профессор Марс Юлдашев — 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 15 патент һәм 30 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының “Хирургия өлкәһендә фәнни мәктәпте нигеҙләүсе” тигән почетлы исеменә лайыҡ.
- Академик Вернадский исемендәге “Рәсәй Федерацияһында медицина фәнен үҫтергән өсөн” һәм А. Нобель исемендәге “Медицинала уйлап табыуҙы үҫтергән өсөн” миҙалдары —ғалимдың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарына юғары баһа.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн” йәмәғәтселек премияһы лауреаты ла ул.
- Ғалимдың шәкерттәре республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында табип булып эшләй, күптәре — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе отличниктары. Араларында Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған врачтары, медицина фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, вазифалы етәкселәр һәм депутаттар ҙа байтаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872