Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыу буйҙары һары сәскә…
Һыу буйҙары һары сәскә…Ришат элек был йырҙың һүҙҙәренә, эстәлегенә һәм мәғәнәһенә иғтибар итмәй, уға ҡолаҡ та һалмай ине. Бәй, шулай булмайса: егет кеше ҡыҙҙар кеүек хисләнеп, хыялланып, йырҙың йыртығын тикшереп ултырмаҫ бит инде!.. Ә бөгөн килеп һәммәһен дә төшөндө ул. Башына күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы килгәс, япа-яңғыҙы тороп ҡалғас, барыһын да аңланы. “Шул йырҙы яҙған кеше лә минең кеүек аяныслы, әсе яҙмыш һынауы кисергәндер әле, ә шунан күңелендәге моң-зарҙы көйгә һалғандыр?” – тип уйланы. Кем белә, бәлки, ысындан да шулай булғандыр?.. Ришат Руфат улының үҙ тормошон шул “Һары сәскә” йыры менән бәйләүе һис осраҡлы түгел, сөнки хәтирәләр йомғағының осо бик йыраҡта, зәңгәр томандар артында аҙашып ҡалған ғәмһеҙ бала саҡҡа барып тоташа…

…Бынан бик күп йылдар элек, иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ябай ғына колхозсы ғаиләләрендә бер үк көндә Ришат исемле малай менән Зәлиә исемле ҡыҙ бала донъяға килә. Тыуған ауылда­рының тирә-яғындағы хозурлыҡ­ҡа, шау сәскәле иркен болондар­ҙың, таҫмалай һуҙылып, бормаланып аҡҡан шишмә­ләрҙең, көҙгөләй ялтырап ятҡан күлдәр­ҙең, быуаттар буйы шаулап ултырған ҡуйы, ҡалын урмандар­ҙың, мәғрур ҡая-тауҙарҙың сихри матурлығына һоҡланып үҫә сабыйҙар. Яҙын, йәйен ауылдағы башҡа балалар менән бергәләп, сыр-сыу килеп, хәтфәләй йәшел үлән өҫтөндә рәхәтләнеп аунай-тәгәрәй уйнайҙар.
Һиҙелмәй ҙә йылдар уҙа. Ришат менән Зәлиә араһындағы ныҡлы дуҫлыҡ тора-бара ҡайнар, саф мөхәббәткә әүерелә. Бөгөнгөләй хәтерендә әле Ришаттың: бер мәл ауылдары янындағы иң ҙур күлгә аҡҡоштар төшкәйне. Сәскәле май айының ҡояшлы матур көнөндә, мәктәптә дәрестәр тамамланғандан һуң, Зәлиәһе менән икәү­ләп шул аҡҡоштарҙы ҡарарға бар­ҙылар. Ул саҡта күл буйындағы ғәжәп матурлыҡҡа йәштәрҙең һушы китә: күктә ҡояш йылмая, күлдең әйләнә-тирәһе һап-һары туҙғанаҡ сәскәләре менән күмелгән, ә һыу өҫтө мамыҡтай ап-аҡ ҡоштар менән ҡапланған.
Ни ғәжәп: аҡҡоштар яр буйындағы кешеләрҙән һис ҡурҡмай, һалмаҡ ҡына ғорур йөҙөп йөрөй. Шул сихри күренеште Ришат менән Зәлиә һоҡланып, илһамланып күҙәтә, ә күңелдәрендә иһә хис-тойғо бураны бөтөрөлә… Ҡайтыр яҡҡа боролғас, егет, дәртләнеп китеп, алтынбаш сәскәләрен тиҙ-тиҙ генә йыя ла һөйгәненә һуҙа. Тик Зәлиәһе генә, ҡояштай балҡып торған сәскә гөлләмәһен алырғамы-юҡмы тигәндәй, бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– Эх, Ришат! Һинең “Һары сәскә” йырын бер ҙә тыңлағаның юҡмы ни?.. Шул йырҙа йырланғанса, һыу буйында үҫкән һары сәскәләрҙе йыйырға ла һәм бүләк итергә лә ярамай бит. Уларҙы өҙгән кеше тормошта яңғыҙ ҡала, – тип әйтеп ҡуя.
Ә Ришат, эске тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, ихлас йылмайып:
– Зәлиә, мин бит йырҙарҙы һинең кеүек күңел биреп тыңлай белмәйем, унан сәйер ырымдарға бөтөнләй ышанмайым! – тип яуаплай.
Тиҙҙән мәктәптә уҡыуҙар тамамлана. Егет менән ҡыҙ, сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты ала. Артабан Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алып, һөнәргә эйә булғандан һуң, хеҙмәт юлын башлап ебәрәләр. Зәлиә – мәктәптә уҡытыусы, Ришат заводта инженер булып эшкә урынлаша.
Бер аҙ эшләп, матди хәлде нығытҡас, йәштәр ғаилә ҡора, уларҙың тормошона йәм өҫтәп, бер-бер артлы ике улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. Күп балалы ғаилә заводтың дөйөм ятағында, бәләкәй бүлмәлә, көн күрә. Көнкүреш шарттарының уңайлы булмауы һәм йыш ҡына аҡса етмәүе һиҙелһә лә, йәш ғаилә тормош ауырлығына бирешмә­йенсә, күтәренке рухта, бик татыу ғүмер итә.
Донъялар шулай яй ғына барғанда, илдә үҙгәртеп ҡороу осоро башлана, ә унан сыуалышлы, ҡан ҡойошло, болғансыҡ 1990 йылдар етә. Ришат эшләп йөрөгән гөрләп торған заводты сәйер генә рәүештә ябып ҡуялар. Һөҙөмтәлә өс бала атаһы, ғаиләнең тотҡаһы һәм туйындырыусы, ышаныслы терәк-таянысы булған Ришат бөтөнләй эшһеҙ ҡала. Ләкин төшөнкөлөккә бирелеп, башҡалар кеүек эскегә һалышмай, юғалып ҡалмай ул: нисек итһә итә, юлында осраған бихисап ҡаршылыҡтарҙы үтеп, ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер сират күперен кисеп тигәндәй, үҙ эшен асып ебәрә. Тора-бара уның фатирҙарҙы ремонтлауҙа ҡул­ланыла торған тауарҙар һатыу нөктәһе төҙөлөш материалдары менән сауҙа итеүсе ҙур фирмаға әүерелә һәм тирә-яҡта киң танылыу яулай. Артабан эшсәнлек даирәһе тағы ла киңәйә: рес­публикалағы, Рәсәйҙәге төҙөлөш ойошмалары менән генә сикләнмәйенсә, хатта сит ил фирмалары һәм корпорациялары менән дә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәр төҙөй башлайҙар. Был дәрәжәгә өлгәшеү, ул бейеклекте яулау өсөн күпме көс һәм тырышлыҡ һалырға кәрәклеген, бихисап йоҡоһоҙ төндәр үткәреүен, әлбиттә, Ришат үҙе генә белә. Уның ҡарауы, ғаиләһе ожмахтың түрендә йәшәй башлай: заманса өс ҡатлы коттедж һалып инәләр, аҡсаға мохтажлыҡ бөтөнләй юғала, һәр йыл йәй балалары менән бергәләп, сит илдәрҙә ял итергә ғәҙәтләнәләр. Ҡулда мал булғас, Ришаттың һәр кемгә һүҙе үтә башлай. “Юғарылағы” ағайҙар менән һөйләшеп, ул һөйөклө тормош иптәше Зәлиәгә лә абруйлы, яҡшы эш урыны хәстәрләй: хәләле электән үҙе белем биргән мәктәптә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын ҡалдырып, тағы ла яуаплыраҡ урынға үрләтелә.
Шулай бер йылды, йәйге каникул осоронда, республика күләмендә үткәрелгән фән олимпиадаларында еңгән уҡыусылар өсөн сит илгә сәфәр ойошторола. Зәлиә Заһир ҡыҙы шул һәләтле балаларҙы сәйәхәттә йөрөтөп алып ҡайтыу буйынса яуаплы вәкил итеп билдәләнә…
Бәхеткә ҡаршы, сәйәхәт ҡылған самолет Германия күгендә ҡот осҡос авиаһәләкәткә юлыға. Әлеге аяныслы хәбәр Ришат Руфат улына йәшен тиҙле­гендә килеп етә һәм ул, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, шунда уҡ сит илгә юллана. Фажиғә урынына барып еткәс, самолетта бергә осҡан яҡындарының үле кәүҙәләрен ауырлыҡ менән генә таный. Уларҙы тыуған илгә алып ҡайтып, ауылдарындағы зыя­ратҡа, барыһын бер ҡәбергә хөрмәтләп ерләй. Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатырға Ришат менән Зәлиәнең туған-тыу­масаһы, хеҙмәттәштәре, барлыҡ ауыл халҡы йыйыла, йөрәктәрҙе тетрәндереп, күңелдәрҙе илатып матәм маршы уйнай.
Иң ҡәҙерле, иң ғәзиз кешеләрен мәңгелеккә юғалтҡас, Ришат Руфат улы өсөн ер йөҙө, гүйә, бөтөнләй бушап ҡалғандай була, күктәге ҡояш, әйтерһең дә, бер миҙгелгә һүнеп, бар донъя ҡараңғылыҡҡа сумғандай тойола… Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, төн сел­тәрендәй сөм-ҡара ҡайғы әзмәүер­ҙәй ир-уҙаманды тал сыбығындай бөгөп һала, төпһөҙ упҡынға тәгәрәргә бер аҙым йыраҡлыҡта ғына ҡала ул. Был яҡты донъялағы иң яҡын кешеләрен юғалтыу хәсрәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән дә әйтеп аңлатырлыҡ булмай. Йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалған ҡайғы уның ҡанын ағыулай, мәрхәмәтһеҙ, яуыз ҡорт һымаҡ көнө-төнө баш мейеһен быраулай, йәнен туҡтауһыҙ телгеләй.
Ошо ғазап-михнәттәрҙән ҡотолоу өсөн ул хәмергә үрелә, шул ҡәһәрле шайтан һыуы менән күңелендәге ҡайғы юшҡынын юйып төшөрөргә теләй. Лаяҡыл булып эсеп иҫерә лә йыш ҡына бер нөктәгә текә­леп уйланып ултыра. Әгәр әкиәттә­геләй сихри көскә эйә булған берәр тылсымсы уның яҡындарын ер йөҙөнә кире ҡайтара алһа, ул уға бар мөлкәтен биреп, үҙе әүәлгесә, һөйөклө йәмәғәте, ғәзиз балалары менән бергә гөрләшеп, шул заводтың һаҫып бөткән, ярым ташландыҡ дөйөм торлағындағы ҡыҫыҡ бүлмәлә ғүмере буйы йәшәргә лә риза булыр ине…
Ауыл зыяратының юлын тапай-тапай, сәскә гөлләмәләренә күмелгән ҡәбер өҫтөндә аунап илай-илай мең ғазаптар эсендә бер айға яҡын ваҡыт үтә. Көндәрҙән бер көн кеҫә телефоны “телгә килә”. Уны көс-хәл менән генә ҡулына алыуға, үҙенең секретары шылтыратҡанын аңлай, ә уныһы иһә:
– Һаумыһығыҙ, Ришат Руфатович! Һеҙ эшкә ҡасан киләһегеҙ инде? Тәрән хәсрәт утында яныуығыҙҙы аңлайбыҙ ҙа ул, тик бына сит илдәрҙәге партнерҙа­рыбыҙ ғына бер ҙә төшөнөргә теләмәй, килешеүҙәрҙе өҙөү менән янай башланылар хатта! – ти.
Ришат Руфат улы бер аҙ уйланып тора ла, һуңғы көсөн йыйып:
– Бер-ике көндән һуң эшкә сығырмын, аҙыраҡ сабыр итһен­дәр инде, – тип яуаплай.
Эйе, күңеленә әйтеп бөтөр­гөһөҙ ауыр булһа ла, упҡын ситендә сайҡалып баҫып торһа ла, үҙенең етәкселегендә хеҙмәт һалған, һөнәрҙәренең ысын оҫтаһы булған йөҙәрләгән белгестең, ябай эшсәндәрҙең яҙмышы тураһында ҡайғыртып, улар алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп: “Киләсәктә нисек тә булһа йәшәргә, кеше булып ҡала белергә кәрәк!” – тигән ҡарарға килә ул.
Ике көн уҙыуға, бер аҙ иҫен йыйып, уй-фекерҙәрен туплап, юлға йыйына башлай. Ихатаға сығып, күптәнге тоғро юлдашы булған ҡеүәтле “Джип” маши­наһын ҡабыҙып ебәрә. Әйбер­ҙәрен урынлаштырып, барлап бөткәс, яҡты донъяға ҡабат тыуғандай, тирә-йүнде күҙәтә. Йорттары янында ғына үҫкән ҡайынға һоҡланып ҡарап тора. Ағастағы беренсе һары япраҡ­тарҙы күреүгә инде йәй аҙағы яҡынлашыуын, тәбиғәттең ул кисергән тәрән һағышты хәтер­ләткән алтынһыу көҙгә аяҡ баҫырға йыйыныуын тойомлай. Китешләй бала саҡтарында Зәлиәһе менән бергәләп уйнап йөрөгән яландарҙы, тау битләү­ҙәрен, бихисап хәтирәләрҙе үҙендә сер итеп һаҡлаған “Аҡҡош күле”н тағы бер ҡат күҙҙән кисерергә була. Күл буйына яҡынлашыуға, унда бер малай менән ҡыҙсыҡтың сәскәләр йыйып, уйнап йөрөгәнен күрә.
Был ғәжәйеп күренеш Ришатты йәшен тиҙлегендә осортоп ғәмһеҙ бала сағына алып ҡайтҡандай була: машинаһын туҡтатып, уларға хәтһеҙ ҡарап тора, ирекһеҙҙән күңеле тула, күҙҙәрендә ҡайнар йәш тамсылары ялтырай. Бер аҙ тыныс­ланғандан һуң, машинаһынан төшә лә балаларҙы үҙ янына саҡыра. Сабыйҙар башта ҡурҡыуҙан һағайып ҡала, унан бер аҙ шикләнеп таныш булмаған ағай янына әкрен генә киләләр ҙә уға текәләләр. Ришат Руфат улы үҙен балаларса ябайлыҡ менән ғәжәпләнеп күҙәткән йылтыр күҙле малай менән ҡыҙҙың сәстәренән һыйпай, маңлайҙарынан үбеп ала һәм эйелеп уларҙың икеһен дә ҡуйынына ҡыҫа:
– Балалар, һыу буйында үҫкән һары сәскәләрҙе йыйырға ла һәм бер кемгә лә бүләк итергә ярамай. Уларҙы өҙөп һеҙҙең дә киләсәктә нәҡ минең кеүек япа-яңғыҙ тороп ҡалыуығыҙ бар, – ти.
Унан, илағанын һиҙҙермәҫкә тырышып, йәһәт кенә тороп баҫа ла кеҫәһенән берәр мең һум аҡса сығарып балаларға бирә. Малай менән ҡыҙ икеһе лә бышылдап ҡына рәхмәт әйтеп, баштарын түбән эйә, уларҙың ҡулдарын­дағы сәскәләр ергә һибелә, оялыу һәм ҡыйынһыныуҙан бит остары ҡыҙара.
– Йә, ишеттегеҙме инде, һары сәскәләрҙе башҡаса бер ҡасан да өҙмәгеҙ. Яраймы?! – тип ул балаларға йәнә бер яғымлы йылмайып ҡарай ҙа машинаһына йүнәлә. Сабыйҙар бығаса бер ҡайҙа ла күрмәгән бойоҡ йөҙлө, әммә шундай мөләйем ҡарашлы был бик сибәр һәм ыҫпай ағайҙың кем булыуын да белмәйенсә һәм уларға ни өсөн шулай күп итеп аҡса биреүен һис аңламайынса, үҙ артынан туҙан туҙҙырып, ҡом юл буйлап елдергән машина күҙҙән юғалғансы ҡарап, күл буйында аптырап баҫып ҡалалар…


Дүртөйлө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 707

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 833

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 115

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 807

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 052

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 182

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 789

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 831

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 625

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 881