Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 16 — 22 апрелгә йондоҙнамә
Аҙна тыныс булмаҡсы. Күпте вәғәҙә итмәй, мәгәр төптән уйлап, алдан планлаштырылған эштәрҙе уңышлы башҡарыу мөмкинлеге табыласаҡ. Карьераға бәйле мәсьәләләрҙе, фекерҙәштәр һайлауҙы логик фекерләүгә таянып хәл итеү фарыз. Алдан һиҙемләү тойғоһона ышанмағыҙ.
Финанс хәленә килгәндә, уны ни яҡшы, ни насар тип әйтеп булмаҫ. Ҡасандыр башҡарған эш өсөн аҡса алам тип өмөтләнһәгеҙ, ҡаршылыҡ тыуыр: бәлки, документтарҙа хата киткәндер, кемдер имзаһын ҡуймағандыр. Сабыр итегеҙ – барыһы ла яҡшы булыр.
Ғашиҡтарҙың төп ҡаршылығы – эш күплеге, осрашыуҙарға ваҡыт бик аҙ ҡалыр. Көнләшеүҙән йонсорһоғоҙ. Ваҡ-төйәк низағты ҙурайтып ебәреүҙән һаҡланығыҙ.

Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)

Нимәлер эшләр алдынан конкуренттарҙың хәлен белешегеҙ: һеҙгә үҙегеҙҙе күрһәтеүҙән бигерәк уларҙы уҙып китеү фарыз.

Буға
(21.04 – 21.05)

Аҙна етди үҙгәрештәр вәғәҙә итә. Бының ремонт йә иһә башҡа ғәмәл булыуы ихтимал. Көтөлмәгән ҡарарҙарҙан ҡурҡмағыҙ.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)

Әлбиттә, һеҙ яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә өмөтләнәһегеҙ. Шулай ҙа башҡаларға, изге ниәт менән булһа ла, фекерегеҙҙе көсләп тағырға тырышмағыҙ.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)

Карьера үҫеше борсой икән, бының менән етди шөғөлләнергә кәрәк. Тик яҡшы отчет төҙөү генә аҙ – проблеманы хәл итә белеүегеҙҙе иҫбатларға кәрәк.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)

Барыһы ла план буйынса бара. Ниндәй ҡаршылыҡтар көткәнен һәм уларҙы нисек йырып сығырға икәнлеген дә беләһегеҙ.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)

Һүлпәнлеккә бирелерһегеҙ. Хәлегеҙгә бер ни янамай икән, үҙегеҙгә ял ойоштороу уңышлы.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)

Һөнәри йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асылыр. Етди проектта ҡатнашырға саҡырыуҙары ихтимал.

Саян
(24.10 –22.11)

Запас туплағыҙ: матди ғәмәлдәр менән бер рәттән, мәғлүмәт, йылы һүҙ, көс-ҡеүәт тә урынлы. Киләсәктә быларҙың барыһы ла бик кәрәк буласаҡ.

Уҡсы
(23.11 – 21.12)

Етди низағ килеп сығыуы һәм ҙур күңелһеҙлектәргә килтереүе ихтимал. Хәл итеү юлдарын эҙләгеҙ.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)

Яңы заказ биреүселәрҙе эҙләргә түгел, ә элеккеләрен һаҡларға кәрәк. Бәлки, тауар төрлөлөгөн киңәйтеү хаҡында уйларһығыҙ.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)

Был аҙнала һеҙҙән күпте талап итерҙәр, байтаҡ ваҡыт сарыфлаясаҡһығыҙ. Яҡындарығыҙ иһә аңламауы ихтимал.

Балыҡ
(20.02 – 20.03)

Һеҙгә эш сәғәттәренән тыш та көс түгергә тура килер. Хәйер, бының бихисап яңы мөмкинлек асыуы ихтимал.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә