Аҙна тыныс булмаҡсы. Күпте вәғәҙә итмәй, мәгәр төптән уйлап, алдан планлаштырылған эштәрҙе уңышлы башҡарыу мөмкинлеге табыласаҡ. Карьераға бәйле мәсьәләләрҙе, фекерҙәштәр һайлауҙы логик фекерләүгә таянып хәл итеү фарыз. Алдан һиҙемләү тойғоһона ышанмағыҙ.
Финанс хәленә килгәндә, уны ни яҡшы, ни насар тип әйтеп булмаҫ. Ҡасандыр башҡарған эш өсөн аҡса алам тип өмөтләнһәгеҙ, ҡаршылыҡ тыуыр: бәлки, документтарҙа хата киткәндер, кемдер имзаһын ҡуймағандыр. Сабыр итегеҙ – барыһы ла яҡшы булыр.
Ғашиҡтарҙың төп ҡаршылығы – эш күплеге, осрашыуҙарға ваҡыт бик аҙ ҡалыр. Көнләшеүҙән йонсорһоғоҙ. Ваҡ-төйәк низағты ҙурайтып ебәреүҙән һаҡланығыҙ.
Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)Нимәлер эшләр алдынан конкуренттарҙың хәлен белешегеҙ: һеҙгә үҙегеҙҙе күрһәтеүҙән бигерәк уларҙы уҙып китеү фарыз.
Буға
(21.04 – 21.05)Аҙна етди үҙгәрештәр вәғәҙә итә. Бының ремонт йә иһә башҡа ғәмәл булыуы ихтимал. Көтөлмәгән ҡарарҙарҙан ҡурҡмағыҙ.
Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)Әлбиттә, һеҙ яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә өмөтләнәһегеҙ. Шулай ҙа башҡаларға, изге ниәт менән булһа ла, фекерегеҙҙе көсләп тағырға тырышмағыҙ.
Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)Карьера үҫеше борсой икән, бының менән етди шөғөлләнергә кәрәк. Тик яҡшы отчет төҙөү генә аҙ – проблеманы хәл итә белеүегеҙҙе иҫбатларға кәрәк.
Арыҫлан
(24.07 – 23.08)Барыһы ла план буйынса бара. Ниндәй ҡаршылыҡтар көткәнен һәм уларҙы нисек йырып сығырға икәнлеген дә беләһегеҙ.
Ҡыҙ
(24.08 – 23.09) Һүлпәнлеккә бирелерһегеҙ. Хәлегеҙгә бер ни янамай икән, үҙегеҙгә ял ойоштороу уңышлы.
Үлсәү
(24.09 – 23.10)Һөнәри йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асылыр. Етди проектта ҡатнашырға саҡырыуҙары ихтимал.
Саян
(24.10 –22.11)Запас туплағыҙ: матди ғәмәлдәр менән бер рәттән, мәғлүмәт, йылы һүҙ, көс-ҡеүәт тә урынлы. Киләсәктә быларҙың барыһы ла бик кәрәк буласаҡ.
Уҡсы
(23.11 – 21.12)Етди низағ килеп сығыуы һәм ҙур күңелһеҙлектәргә килтереүе ихтимал. Хәл итеү юлдарын эҙләгеҙ.
Ылаҡ
(22.12 – 20.01)Яңы заказ биреүселәрҙе эҙләргә түгел, ә элеккеләрен һаҡларға кәрәк. Бәлки, тауар төрлөлөгөн киңәйтеү хаҡында уйларһығыҙ.
Һыуғояр
(21.01 – 19.02)Был аҙнала һеҙҙән күпте талап итерҙәр, байтаҡ ваҡыт сарыфлаясаҡһығыҙ. Яҡындарығыҙ иһә аңламауы ихтимал.
Балыҡ
(20.02 – 20.03)Һеҙгә эш сәғәттәренән тыш та көс түгергә тура килер. Хәйер, бының бихисап яңы мөмкинлек асыуы ихтимал.
Өмөтбикә.