Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нур бөркөлә сабый күҙенән
Нур бөркөлә сабый күҙенәнИкенсе йыл рәттән көҙҙөң беренсе айы районыбыҙ ауылдарында йәшәгән кескәйҙәр һәм ололар өсөн шатлыҡлы ваҡиғалар килтерә.
Ғүмәр ауылының күп йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр мәктәпкәсә төркөм асылды.



– Былтыр күмәк көс менән Бәрҙәшле ауылында ошондай төркөм булдырҙыҡ. Һәм бына бер йылдан Ғүмәр ауылы кескәйҙәре һәм ата-әсәләре өсөн дә шундай уҡ ҡыуаныс кисерәбеҙ. Тимәк, йәштәр ауылда төпләнә, уларҙың балалары лайыҡлы тәрбиә аласаҡ тигән һүҙ был, – ти Петровский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова.
Бинаға капиталь ремонт эшләр өсөн район бюджетынан бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, тағы ла 940 мең һумға яҡыны заманса ҡорамалдар, йыһаздар һәм башҡа әйберҙәр һатып алыуға тотонолған. Ғүмәр­ҙәрҙең шатлығын уртаҡлашып, район хаки­миәте башлығы Марат Ғайсин был сығымдың иң ҡәҙерле кешеләребеҙ – балала­ры­быҙ өсөн, киләсәгебеҙ өсөн киткәнен билдәләне.
– Был төркөмгә өс балам йөрөйәсәк. Алты йәшлек Булат улым, бер йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарым Гөлназ менән Гөлшат мәктәпкәсә белемде тулы кимәлдә алырҙар, уларға бында күңелле һәм уңайлы булыр, тип ышанам. Үҙемә лә хужалыҡ эше менән шөғөлләнергә ваҡыт күберәк ҡаласаҡ, бәлки, эш тә эҙләрмен, – тине Рәсимә Вәхитова.
Егерме бала тәрбиәләнәсәк мәк­тәпкәсә төркөм асылыу ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрам булды. Сараға йыйылған ауылдаштар араһында үҙҙәренең бүләктәре менән килгәндәр ҙә бар ине. Ғүмәр ауылы ветерандары ойошмаһы етәксеһе Юрий Ниғмәтуллин бәләкәстәргә туптар бүләк итте.
Һайран ауылында быйыл яҙ үткән хакимиәт көндәрендә ҡатнашыу­сыларҙың күбеһе мәктәп бинаһының икенсе яртыһында ремонт эше барғанына иғтибар иткәйне. Асыҡ­ланыуынса, бында ла мәктәп­кәсә төркөм асыу өсөн капиталь төҙөк­ләндереү башҡарылған. Уның өсөн урындағы бюджеттан бер миллион 140 мең һум аҡса бүленгән. 400 мең һумға балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алынған.
Подрядсы “Башжилкоммунстройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шулай уҡ үҙҙәренә ҡуйыл­ған бурысты намыҫлы башҡарған. Мәктәпкәсә төркөм 15 балаға иҫәп­лән­гән. Байрам уңайы­нан Һайран ауылы кескәйҙәре ҡунаҡтар­ҙы, ата-әсәләрҙе концерт сығыш­тары менән ҡыуандырҙы.
– Мәктәп бинаһында капиталь ремонт башланғас та, ихлас күңелдән ҡыуандым, сөнки кесе ҡыҙым Нәркәс ошо төркөмгә йөрөйәсәк. Уның менән тәжрибәле педагогтар, уҡытыусылар шөғөл­ләнәсәк, балам мәктәпкә тулы әҙерлек менән барасаҡ. Уға үҙ тиңдәштәре менән аралашыу, мәктәп предметтарын үҙләштереү еңел буласаҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты дүрт бала әсәһе Рәмилә Булатова.
Сәлих ауылы халҡы ла был көндә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Балалар баҡсаһы элекке бинанан мәктәп бинаһына күсерелеп, төҙөклән­дерелеп, өр-яңы төҫ алып, кескәй­ҙәргә үҙ ишектәрен асты. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сафиуллин әйте­үенсә, элекке бина авария хәлендә булып, хәүефһеҙлек яғынан норма талаптарына яуап бирмәгән. Мәктәп бинаһында балаларға бөтә уңайлыҡтар, шарттар булдырылған, яңы йыһаздар, уйынсыҡтар алын­ған, йылылыҡ системаһы ла алмашты­рылған. Урындағы бюджеттан капиталь ремонт өсөн 654 мең һумға яҡын, йыһаздар алыуға 251 мең һум тирәһе аҡса тотонол­ған.
– Ғөмүмән, балалар баҡсаһы булыу – ул ауылдың киләсәге өсөн ҙур файҙа. Йәш ғаиләләр ауылда күберәк төпләнер тигән өмөттәбеҙ, – тине Әмир Төхвәт улы.
Ата-әсәләр ҙә шатлыҡтары менән бүлешмәй ҡалманы.
– Балаларыбыҙҙың бөтә шарттар тыуҙырыл­ған матур, яҡты баҡсаға йөрөйәсәгенә бик шатбыҙ. Тәрбиә­селәребеҙ – үҙ һөнәрен яҡшы бел­гән, кескәйҙәрҙе яратҡан тәжри­бәле белгестәр. Үҙ сиратыбыҙҙа, мөмкин­лектән файҙаланып район хакимиә­тенә, урындағы етәкселәргә ата-әсәләр исеменән оло рәхмә­темде белдерәм. Балаларыбыҙ баҡсаға һәр көн ҙур теләк менән йөрөрҙәр, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе күп балалы әсә Айгөл Ибраһимова.
Төрлө шарҙар менән биҙәлгән балалар баҡсаһы ихатаһы янында матур сара ла үткәрелде. Милли кейемдәге ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең хыялдары менән бүлеште. Сараның икенсе өлөшөндә мәктәп стадионында төрлө әкиәт геройҙары менән берлектә балалар һабантуйы уҙғарылды. Кескәйҙәр һәм ата-әсәләр милли уйындар уйнаны, йырланы, бейене.

Милә МӘЗИТОВА,
Наил РӘЖӘПОВ.


Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә