Икенсе йыл рәттән көҙҙөң беренсе айы районыбыҙ ауылдарында йәшәгән кескәйҙәр һәм ололар өсөн шатлыҡлы ваҡиғалар килтерә.
Ғүмәр ауылының күп йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр мәктәпкәсә төркөм асылды. – Былтыр күмәк көс менән Бәрҙәшле ауылында ошондай төркөм булдырҙыҡ. Һәм бына бер йылдан Ғүмәр ауылы кескәйҙәре һәм ата-әсәләре өсөн дә шундай уҡ ҡыуаныс кисерәбеҙ. Тимәк, йәштәр ауылда төпләнә, уларҙың балалары лайыҡлы тәрбиә аласаҡ тигән һүҙ был, – ти Петровский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова.
Бинаға капиталь ремонт эшләр өсөн район бюджетынан бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, тағы ла 940 мең һумға яҡыны заманса ҡорамалдар, йыһаздар һәм башҡа әйберҙәр һатып алыуға тотонолған. Ғүмәрҙәрҙең шатлығын уртаҡлашып, район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин был сығымдың иң ҡәҙерле кешеләребеҙ – балаларыбыҙ өсөн, киләсәгебеҙ өсөн киткәнен билдәләне.
– Был төркөмгә өс балам йөрөйәсәк. Алты йәшлек Булат улым, бер йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарым Гөлназ менән Гөлшат мәктәпкәсә белемде тулы кимәлдә алырҙар, уларға бында күңелле һәм уңайлы булыр, тип ышанам. Үҙемә лә хужалыҡ эше менән шөғөлләнергә ваҡыт күберәк ҡаласаҡ, бәлки, эш тә эҙләрмен, – тине Рәсимә Вәхитова.
Егерме бала тәрбиәләнәсәк мәктәпкәсә төркөм асылыу ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрам булды. Сараға йыйылған ауылдаштар араһында үҙҙәренең бүләктәре менән килгәндәр ҙә бар ине. Ғүмәр ауылы ветерандары ойошмаһы етәксеһе Юрий Ниғмәтуллин бәләкәстәргә туптар бүләк итте.
Һайран ауылында быйыл яҙ үткән хакимиәт көндәрендә ҡатнашыусыларҙың күбеһе мәктәп бинаһының икенсе яртыһында ремонт эше барғанына иғтибар иткәйне. Асыҡланыуынса, бында ла мәктәпкәсә төркөм асыу өсөн капиталь төҙөкләндереү башҡарылған. Уның өсөн урындағы бюджеттан бер миллион 140 мең һум аҡса бүленгән. 400 мең һумға балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алынған.
Подрядсы “Башжилкоммунстройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шулай уҡ үҙҙәренә ҡуйылған бурысты намыҫлы башҡарған. Мәктәпкәсә төркөм 15 балаға иҫәпләнгән. Байрам уңайынан Һайран ауылы кескәйҙәре ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләрҙе концерт сығыштары менән ҡыуандырҙы.
– Мәктәп бинаһында капиталь ремонт башланғас та, ихлас күңелдән ҡыуандым, сөнки кесе ҡыҙым Нәркәс ошо төркөмгә йөрөйәсәк. Уның менән тәжрибәле педагогтар, уҡытыусылар шөғөлләнәсәк, балам мәктәпкә тулы әҙерлек менән барасаҡ. Уға үҙ тиңдәштәре менән аралашыу, мәктәп предметтарын үҙләштереү еңел буласаҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты дүрт бала әсәһе Рәмилә Булатова.
Сәлих ауылы халҡы ла был көндә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Балалар баҡсаһы элекке бинанан мәктәп бинаһына күсерелеп, төҙөкләндерелеп, өр-яңы төҫ алып, кескәйҙәргә үҙ ишектәрен асты. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сафиуллин әйтеүенсә, элекке бина авария хәлендә булып, хәүефһеҙлек яғынан норма талаптарына яуап бирмәгән. Мәктәп бинаһында балаларға бөтә уңайлыҡтар, шарттар булдырылған, яңы йыһаздар, уйынсыҡтар алынған, йылылыҡ системаһы ла алмаштырылған. Урындағы бюджеттан капиталь ремонт өсөн 654 мең һумға яҡын, йыһаздар алыуға 251 мең һум тирәһе аҡса тотонолған.
– Ғөмүмән, балалар баҡсаһы булыу – ул ауылдың киләсәге өсөн ҙур файҙа. Йәш ғаиләләр ауылда күберәк төпләнер тигән өмөттәбеҙ, – тине Әмир Төхвәт улы.
Ата-әсәләр ҙә шатлыҡтары менән бүлешмәй ҡалманы.
– Балаларыбыҙҙың бөтә шарттар тыуҙырылған матур, яҡты баҡсаға йөрөйәсәгенә бик шатбыҙ. Тәрбиәселәребеҙ – үҙ һөнәрен яҡшы белгән, кескәйҙәрҙе яратҡан тәжрибәле белгестәр. Үҙ сиратыбыҙҙа, мөмкинлектән файҙаланып район хакимиәтенә, урындағы етәкселәргә ата-әсәләр исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Балаларыбыҙ баҡсаға һәр көн ҙур теләк менән йөрөрҙәр, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе күп балалы әсә Айгөл Ибраһимова.
Төрлө шарҙар менән биҙәлгән балалар баҡсаһы ихатаһы янында матур сара ла үткәрелде. Милли кейемдәге ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең хыялдары менән бүлеште. Сараның икенсе өлөшөндә мәктәп стадионында төрлө әкиәт геройҙары менән берлектә балалар һабантуйы уҙғарылды. Кескәйҙәр һәм ата-әсәләр милли уйындар уйнаны, йырланы, бейене.
Милә МӘЗИТОВА,
Наил РӘЖӘПОВ.Ишембай районы.