Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәп балаһын ашатырлыҡ ил ҡайҙа?
Мәктәп балаһын ашатырлыҡ ил ҡайҙа?Бюджеттан бирелгән 1 һум 73 тин аҡсаға баланы туҡландырып буламы инде...
Беҙҙең балалар мәктәптә нисек туҡлана? Был мәсьәләнең мөһимлеге һәр кемгә яҡшы аңлашыла торғандыр, сөнки көндәлек аҙыҡта витаминдар һәм микроэлементтар етешмәү сәбәпле баланың физик үҫеше тотҡарланыуы ихтимал. Белгестәр ҙә уҡыусылар араһында таралған ҡайһы бер ауырыуҙарҙың туранан-тура туҡланыу режимына бәйле булыуы хаҡында һөйләй.
Ашаған белмәй, тураған белә
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн республика бюджетынан балаларҙы туҡландырыуға дотация аҙ бүленә. Һуңғы йылдарҙа уны арттырмауҙары ла мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, мәктәп директорҙарын борсоуға һалды. Дөрөҫ, айырым ҡала һәм райондарҙа урындағы ҡаҙнанан өҫтәүҙәр ҡаралған. Ләкин беҙҙә бит Шаран муниципаль районы кеүек финанс яғынан мөмкинлектәре сикләнгән, үҙҙәре нигеҙҙә дотация иҫәбенә йәшәгән төбәктәр ҙә бар. Шарандағы 2-се урта мәктәп районда алдынғы педагогик коллективтарҙан һанала. Инновацион белем йорто быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Белем усағы 380 егет һәм ҡыҙҙы оло тормош юлына сығарған, уларҙың 90-ы өлгөргәнлек аттестаты менән бергә миҙал алыу бәхетенә өлгәшкән.
— Бала төрлө яҡтан да яҡшы үҫеш алырға тейеш. Шуға беҙ уларҙың һаулығын нығытыуға, сәләмәт туҡланыуҙы ойоштороуға ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, — ти мәктәп директоры Лүзиә Зыязетдинова. — Күптән түгел медицина кабинетына 80 мең һумлыҡ яңы йыһаздар алдыҡ. Беҙҙә балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Газсылар мәктәпкә хоккей майҙансығы төҙөп, бер команданы кейендерерлек форма алып биргәйне. Хәҙер үҙебеҙҙең үҫмер малайҙар араһынан һәләтле уйынсылар үҫә.
Бында уҡыған бөтә 278 бала ла ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Заманса мәктәптә аш-һыу бүлмәһе лә яҡшы ғына йыһазландырылған. Санитар нормалар талап иткәнсә, ашханала һәр балаға икешәр ҡашығаяҡ булырға тейеш. Шул күҙлектән сығып, быйыл тағы 150 һауыт-һаба йыйылмаһы һатып алынған.
— Әлдә быйыл үҙебеҙҙең йәшелсә мул булды, — ти Лүзиә Рәшит ҡыҙы. — Юғиһә 1 һум 73 тин аҡсаға балаға нимә ашатырға була? Уға бит Шарандағы ашханала бер стакан ҡайнар һыу ҙа алып булмай. Барлы-юҡлы дотацияға үҙебеҙҙең аҡсаны ҡушабыҙ. Ата-әсәләрҙең иғәнәһен һәм менюҙағы мәктәп баҡсаһынан алынған витаминлы продукцияны иҫәпләһәң, бер баланы ашатыу көнөнә 17-18 һумға барып баҫа. Ә ашханала туҡланған 48 бала аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә индерелгән. Уларға инде дотация 23 һум 74 тин иҫәбенән бүленә. Дәрестәр тамамланғас, ул балалар итле аш, һут, алма, әфлисун менән һыйлана. Бынан тыш, күп кенә уҡыусылар беҙҙә оҙайтылған көн төркөмөнә йөрөй. Уларҙы ла ике тапҡыр ашатабыҙ, шуның өсөн ата-әсәләре көнөнә 10 һум түләй.
Һүҙ араһында мәктәп ашханаһына ла инеп сыҡтыҡ. II, IV класс уҡыусыларын иртәнге ашҡа саҡырғайнылар. Тик уларға тәҡдим ителгән меню артыҡ бай түгел, был көндә беҙ өҫтәлдә йәшелсә салатын да күрмәнек.
— Бөгөн балаларға макарон һалып итле аш бешерҙек, — ти ашнаҡсы Светлана Сергеева. — Шуның янына кеҫәл менән икмәк бирәбеҙ. Үҙебеҙсә менюҙы төрләндерергә тырышабыҙ. Шишәмбе көн ҡарабойҙай бутҡаһы, салат буласаҡ. Тик аҡсаның наҡыҫ булыуы ашханаға аҙыҡ-түлек алыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Элгәре аҡ күмәс бирә торғайныҡ. Хәҙер ундай мөмкинлегебеҙ ҙә юҡ.
“Бер биҙрә картуф алып кил...”
Салмалы урта мәктәбендә лә сәләмәт туҡланыуҙы ойоштороуҙа дотация аҡсаһының аҙ бүленеүенә зарландылар. Бында ашханаға йөрөгән балаларға шундай шарт ҡуйғандар: һәр кем көҙгө уңыштан мәктәпкә берәр биҙрә картуф алып килә. Ярай, аш-һыу әҙерләгәндә үҙҙәренең баҡсаһында үҫтерелгән продукция бик тә ярап ҡала. Ә бына ата-әсәләрҙән йылына 300-әр һум иғәнә йыйырға һөйләшкәндәр. Был инде ҙур сумма түгел, айына 33 һумдан да артмай. Шуны һәм бюджеттан бирелгән дотация аҡсаһын ҡушып иҫәпләгәндә, Салмалы мәктәбендә уҡыған бала көнөнә... ете һумға туҡлана.
— Дотация аҡсаһының аҙ бүленгәнен ата-әсәләр беләлер, моғайын. Ниңә иғәнәне шул тиклем аҙ йыяһығыҙ? — тип һораныҡ беҙ мәктәптең хужалыҡ эштәре мөдире Рәйлә Ғәлиеванан.
— Ауыл ерендә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыуы ла ауыр, — тине ул. — Күп кешенең даими эш урыны юҡ. Күмәк хужалыҡта ла халыҡҡа эш хаҡы аҡсалата эләкмәй тиерлек. Аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәрен алдан алып ҡуябыҙ, осһоҙораҡҡа төшһөн өсөн Туймазылағы күмәртәләп һатыусы базалар менән эш итергә тырышабыҙ. Ашнаҡсыбыҙ Әлфинә Миңнеәхмәтова тәмле бешерә. Тик ул да йәшелсә салаттарын көн һайын әҙерләп өлгөртә алмай.
Мәктәп ашханаһында аҙ тәьмин ителгән 18 бала туҡлана. Әйтеүҙәренсә, меню улар өсөн айырым төҙөлә. Беҙ килгән мәлдә улар өсөн билмән бешергәйнеләр, шулай уҡ әфлисун да биргәндәр. Мохтаж балалар тураһында Хөкүмәттең хәстәрлек күреүе һәйбәт, әлбиттә. Ләкин мәктәптә бүлеп ашатыуҙың кире яғы ла бар. Кемгәлер ашханала бутерброд, какао, алма бирәләр икән, быға башҡаларҙың күҙе ҡыҙа торғандыр. Улар бер мәктәптә, бер класта уҡый, тик айырым иптәштәрен дүрт дәрестән һуң бюджет аҡсаһы иҫәбенә ашатыуҙарын балаларға нисек аңлатаһың?
Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Нәзимә Әхмәҙиева ла шундайыраҡ фекерҙә икән.
— Был хаҡта ата-әсәләрҙең, күҙемә ҡарап әйткәне лә бар, беҙҙең балаларҙы ла аҙ тәьмин ителгәндәр төркөмөндәге кеүек ашатығыҙ, аҡсаһын түләргә лә ризабыҙ, тип. Хәҙер мәктәптә балаларҙы ике тапҡыр ашатыу талап ителә. Ә беҙ әлегә бер мәртәбә ҡайнар аш биреү, тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы төрләндереү хаҡында ғына һүҙ алып барабыҙ. Шул турала һуңынан район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Марат Әхмәҙуллин менән дә фекер алыштыҡ.
— Һеҙ телгә алған 1 һум 73 тин дотация — республика бюджетынан бирелгән аҡса. Байтаҡ йылдар инде шул нормативты арттырғандары юҡ, — тине ул. — Беҙ бөгөн шул маҡсатҡа район ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү тураһында һүҙ күтәрҙек. Алдағы йыл бер балаға 4 һум дотация биреү мәсьәләһенә хакимиәт башлығы ыңғай ҡарай. Тик проект 2012 йылдың бюджетында сағылыш табырмы, депутаттар беҙҙең тәҡдим менән ризалашырмы? Эйе, ауыл ерендә ата-әсәләр балаларын мәктәптә ашатыуға иғәнәне күп түләмәй. Бығаса беҙ “уҡыусылар мәктәптә бушлай туҡлана” тип ауыҙ тултырып һөйләргә яраттыҡ. Ләкин ниндәй заманда йәшәгәнебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Ә ҡасан норма ҡушҡанса, балаларҙы ике тапҡыр ашатыуға күсербеҙ — шул хаҡта өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Был инде әлеге лә баяғы финанслау мәсьәләһенә, бюджеттан дотация бүлеүҙе арттырыу-арттырмауҙарына ҡайтып ҡала.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә