Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡала йөҙөн кемдәр үҙгәртә?
Ҡала йөҙөн кемдәр үҙгәртә?Ҡала йөҙөн яҡшыртыу, халыҡтың көнитмеше өсөн уңайлы шарттарҙы артабан киңәйтеүгә йүнәлтелгән саралар Нефтекамала бигерәк тә һуңғы йылдарҙа әүҙем тормошҡа ашырыла. Һәр ерҙә киң танылыу ала барған төрлө проект һәм программалар нәҡ ошо йүнәлештә уңышлы ҡулланыла. Шуларҙың береһе – “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан кимәлендә алдынғылар рәтендә тормошҡа ашырған “Ҡала мөхите” федераль проекты. Үҙ сиратында нәҡ Нефтекама, был йәһәттән ярайһы уҡ ыңғай тәжрибә туп­лап, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларына матур өлгө күрһәтә.

Биш йылға иҫәпләнгән был проекттың төп маҡсаты ҡалалар­ҙағы күп фатирлы йорт ихаталарын һәм йәмәғәт ҡулланылы­шындағы биләмәләрҙе төҙөк­ләндереү, уларҙы халыҡ өсөн ҡулайлы һәм бар яҡтан уңайлы итеүҙе күҙ уңында тота. Был иһә кешеләрҙең көнкүреш һәм ял шарттары бермә-бер яҡшыра тигән һүҙ. Илебеҙҙә “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыуға 41,5 миллиард һум аҡса бүленгән. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе, уның төбәк бүлексәләре етәкселегенең айырым контролендә торған сара урындарҙа ла киң яҡлау тапты.
Партияның Генераль советы секретары урынбаҫары Ольга Баталина билдәләүенсә, проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә. Бында иң элек халыҡ менән эшләү сифаты, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенең проектты ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән төплө ҡарарҙар ҡабул итеүе, уларҙың үтәлешенә контроль булдырыуға йәмәғәт­селекте йәлеп итеү дәрәжәһе баһалана. Граждандарҙың баш­лан­ғыстары нигеҙендә башҡарыл­ған эштәргә төбәктә федераль һәм республика ҡаҙналарынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Ҡала йөҙөн кемдәр үҙгәртә?Нефтекамала проектты финанслауға 58,1 миллион һум тотонолдо, уның 48,2 миллиондан артығырағы – федераль, ҡалған 9,9 миллион һумға яҡыны республика бюджетынан алынды. Йорт ихаталарын төҙөкләндереү буйынса 38,7 миллион һумлыҡ, ә йәмәғәт ҡулланылышындағы биләмәләрҙе тәртипкә килтереүҙә 19,4 миллион һумлыҡ эш башҡарылды.
Тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле объекттар һайлап алыуға арналған йыйылыштарҙа биш меңдән ашыу кеше, йәғни ҡалалағы хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың алты процентҡа яҡыны ҡатнашты. Ай буйы дауам иткән был сарала һәр кем үҙ тәҡдимен индерә алды. Ул ғына түгел, теге йәки был ихатаны төҙөкләндереү йүнәлештәре хаҡындағы ҡарарҙар шулай уҡ тәү сиратта унда йәшә­гәндәрҙең фекеренә нигеҙ­ләнде. Һөҙөмтәлә объекттарҙың барыһы ла ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм әүҙем граждан­дарҙан торған комиссия тарафынан һайлап алынды, ә эш төрҙәре асыҡ тыңлауҙарҙан сығып билдәләнде.
Проекттарҙы тормошҡа ашыр­ған подряд ойошмаһы асыҡлан­ғас, 19 ихата һәм “Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеге” аллея­һында төҙөкләндереү киң ҡолас менән йәйелдерелде. Уларҙа теге йәки был биҫтәлә йәшәгәндәр ҙә әүҙем ҡатнашты: махсус һөнәри әҙерлек талап ителмәгәнде бергәләшеп, күңелле шарттарҙа башҡарҙы. Граж­дандарҙың үҙҙәре билдәләгән проектты үтәүгә йәлеп итеү йәһәтенән Нефтекаманың күптәргә өлгө күрһәткәнен айырым билдәләргә кәрәк.
Программа үтәлешенә даими контроллек итеү ҙә тейешле кимәлдә. Хакимиәттең рәсми сайтында “Хәҙерге ҡала мөхите” тигән махсус бүлек булдырылған. Унда федераль проектҡа ҡағы­лышлы барлыҡ норматив-хоҡуҡи документтар, йәмәғәт тыңлауҙары протоколдары, теге йәки был күп фатирлы йорт алдындағы төҙөк­лән­дереү эштәренең графиктары, уларҙың үтәлешен сағылдырған видеоматериалдар һәм фотоһү­рәт­тәр урынлаштырыла. Һәр кем бындағы мәғлүмәт менән ирекле танышып ҡына ҡалмай, ниндәй­ҙер тәғәйен проектҡа, уны тор­мош­ҡа ашы­рыуға ҡағылышлы тәҡ­димен йә башҡа фекерен дә яҙа. Телә­гәндәр бар урындарҙа ла ҡуйылған видеокамералар аша эш барышын туранан-тура күҙәтә ала.
“Ҡала мөхите” маҡсатлы про­грам­маһына беҙҙең һөнәр­ҙәштәр ҙә битараф ҡалманы. Нефтекама­ның “Красное знамя” гәзитендә, урындағы телевидение һәм радио тапшырыуҙарында бигерәк тә “Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеге” аллеяһында, төрлө ихата­ларҙа йәйелдерелгән эштәр даими һәм йөкмәткеле яҡ­тыртыла.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партия­һының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Баш­ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Ниғ­мәтуллин етәкселе­гендәге мәртә­бәле комиссия, башҡарылғанды ҡарап сығып, “Ҡала мөхите” проекты буйынса быйылға ҡаралған сараларҙы Нефтекама республикала беренсе булып уңышлы теүәлләй тигән һығымта яһауы – әлбиттә, уртаҡ хәстәрҙәргә бергә­ләп һәм ныҡлап тотоноуҙың шат­лыҡлы һөҙөмтәһе. Был йәһәттән программаны тормошҡа ашырыу­ға төп өлөшөн индергән “Танып” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәт­кәрҙәрен маҡтап телгә алыу урынлы булыр. Улар һалған юл-тротуарҙарға, башҡа асфальт йәйеү эштәренә бер ниндәй ҙә дәғүә булманы. “Индустрия” йәм­ғиә­те иһә, “Бөйөк Ватан һуғы­шы иҫтәлеге” аллеяһын юғары сифат­лы итеп төҙөклән­дереп, нефтека­ма­ларға Ҡала көнөнә матур бүләк әҙерләне.
Бөгөн һүҙ барған проекттың 2018 йылда башҡарыласаҡ эштә­ренә нигеҙ һалына. Уларҙы тор­мош­ҡа ашырыуҙа ла Нефтекама әүҙемдәренә уңыш юлдаш булыр тигән ныҡлы ышаныс бар.

Нефтекама ҡалаһы.

Рәшит ДӘҮЛӘТОВ, ҡала хаки­миә­те башлығы:

– Илебеҙҙең моно-ҡалалары исемлегенә ингән Нефтекамала һуңғы ун йылда халыҡтың тәбиғи үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Был күрһәт­кесте артабан да һаҡлап ҡалыу өсөн кешеләргә уңайлы көнкүреш һәм ял шарттары булдырыу буйынса алып барылған маҡсатлы эштәрҙе алдағы йылдарҙа ла әүҙем дауам итәсәкбеҙ. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тәҡдим иткән федераль проекттар үҙен бар яҡтан да аҡлай.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә