Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балалы кеше – емешле ағас
Балалы кеше – емешле ағасАуылды ҡатын-ҡыҙһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Шулай уҡ ҡала мөхитен алып ҡарағанда ла, һәр ҡайҙа ла гүзәл затты осратырға мөмкин. Улар мәғариф тармағында, мәҙәниәт өлкәһендә, производствола, ауыл хужалығында бихисап.

Хоҙай Тәғәлә ҡайһы бер кешегә бик күп ниғмәттәр биргән: зиһен дә, күп яҡлы һәләт тә, ихтыяр көсө лә, тырышлыҡ та, күңел сафлығын да, эске һәм тышҡы матурлыҡты ла. Шундай­ҙарҙың береһе – Инзирә Йоносова Балаҡатай районының Васйылға ауылында йәшәй, ғүмер йомғағын һүтеп үҙе түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— 1978 йылдың 10 июлендә Ҡыйғы районы­ның Абзай ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға ауаз һалғанмын. Урта мәктәптә белем алғас, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 147-се һөнәрселек училищеһында хисапсыға уҡыным. 14 йәшемдә ғаиләбеҙ менән Васйылғаға күсендек. Бында ике йыл ашнаҡсы бурысын үтәнем.
— Мөхәббәт ҡиссаһын да һөйләгеҙ әле.
Әңгәмәгә Рөстәм Таип улы ҡушылды.
— Мөхәббәте мин уның, бер-беребеҙҙе тәүге күреүҙән үк оҡшаттыҡ та һөйөү утында яна башланыҡ, ул һүрелергә уйламай ҙа, – тине ул. – Карсун районының Ноғайиле ауылында (Сембер өлкәһе) дүрт балалы ғаиләлә тыуғанмын. Мәктәптән һуң Карсундағы 21-се һөнәрселек училищеһында машинисҡа уҡығас, Томскиҙа армияла хеҙмәт иттем. Хәрби бурысымды үтәгәс, ауылға ҡайтып “Дөрөҫ юл” ширҡәтендә шофер булып эшләнем.
Рөстәм ағайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Инзирә апаһы Әлфиә янына ҡунаҡҡа килгән. Һоҡланыр­лыҡ бит, ябай һәм күңелендә даръя ҡәҙәр эскерһеҙ ихласлыҡ булған һылыуҡайға ғашиҡ булған, йөрәге көткән пар ҡанатын осратҡан. Бер йыл мөхәббәт утында янғас, ғаилә ҡорорға булғандар. Тәүҙә Васйылғаның муллаһы никах уҡыған, унан туй үткәргәндәр. Хәләл ефетенән ныҡ уңған, матуры телде йоторҙай итеп тәмле аштар бешерә, балаларға хәстәрлекле әсә, уны һәр саҡ аңлап, күңелен күтәреп тора. Һөйгәне менән Илфат, Рәнис, Рәниә исемле балалар тәрбиәләгән.
Ғүмер аҡҡан һыуҙай тиҙ үтә, Илфат — Х, Рәнис IV класта уҡый, ә Рәниәләре алты йәшен тултырған. Балалы кеше – емешле ағас, тибеҙ. Улдары, ҡыҙы улар өсөн ҡояш нуры кеүек, тормоштарына мәғәнә бирә. Балалары өйҙә бар яҡтан да булыша. Илфат, Рәнис йәй буйы мал көтә, аҙбарҙа ла эшләйҙәр, Рәниә – әсәһенең уң ҡулы, бергә аш-һыу бүлмәһендә булыша.
Әле ҙур булмаған йортта йәшәйҙәр. Тағы ла яңы йорт төҙөй башлағандар. Башланған эш — бөткән эш, тиҙәр бит. Тиҙҙән өй ҙә туйларҙар.
— Йәштәр ҡалаға китеү яғын ҡарай, ә һеҙ ауылды һайлағанһығыҙ?
— Ҡалала — дәүләт, ауылда — йәннәт, тибеҙ. Беҙ ҡасабала тыуып үҫкән кешеләр бит. Ҡаланың тауығы булғансы, ауылдың әтәсе бул, бында ла гөрләтеп йәшәп була.
— Шәхси хужалыҡ асҡанһығыҙ икән...
— Эҙләгән кеше таба, – тип дауам итә һүҙен Инзирә Радик ҡыҙы. – 2015 йылда эшҡыуарлыҡҡа тотондом, был шөғөлөмдө үҙ исемемә яҙҙырҙым. Ике йыл эшләп ҡараныҡ, шөкөр, әлегә барыһы ла яҡшы.
— Дәүләттән берәй төрлө ярҙам бармы?
— Хөкүмәт “Яңы эш башлаған эшҡыуарға” программаһы буйынса беҙгә 834 000 һум аҡса бирҙе. Был байлыҡҡа шунда уҡ тана, бесән сабыу һәм йыйыу ҡорамалдары булған МТЗ-82 тракторы һатып алдыҡ. Бөгөн 15 һыйыр, 15 бы­ҙау, 9 тана, 30 һарыҡ, күп итеп тауыҡ, ҡаҙ, өйрәктәр аҫрайбыҙ, 51 гектар еребеҙ бар.
— Үҙ эшегеҙҙе асырға нимә этәрҙе?
— Ҡайһы берәүҙәр кеүек: “Эш юҡ!” — тип зар­ланып ултырманыҡ. Шәреҡ әйтемендәге кеүек “хәлүә, хәлүә” тигәндән генә ауыҙ татланмай. Ысынлап та, ауылда эш юҡ. Тормош юлдашым менән уйлаштыҡ та малсылыҡ тармағында үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. “Кем ҡояш менән бергә тора, уға мул уңыш йылмая”, — ти өлкәндәр. Туғандар ҙа тәүәккәлләп ҡарарға кәңәш бирҙе. Кәңәш тигәндәй, Хужа Насретдин мәҙәге иҫкә төштө әле. Бер ваҡыт унан:
— Донъяла иң еңеле нимә? — тип һорағандар.
— Кәңәш биреү, — тигән Хужа.
— Ә иң ауыры нимә?
— Шул кәңәште үтәү...
“Шул тиклем мал аҫрау өсөн тирләргә, тәгәрмәстәге тейен кеүек әйләнергә тура килә, – тип дауам итте ул. – Шулай уҡ эшкә бөтә күңелде биргәндә генә юғары маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин. Таң һарыһынан торабыҙ, эңер төшкәнсе хужалыҡта тир түгәбеҙ. Һыйыр­ҙарҙы һауын аппараты менән һауабыҙ, һөттө, итте һатабыҙ. Йәйен бесән, һалам әҙерләйбеҙ, малдарҙы көн әйләнәһенә ашатырға, эсерергә кәрәк. Уларҙың һаны артыуға табан бара. Мал көткән ашҡа туйыр тигән әйтемде онотҡан юҡ. Һөҙөмтәһе лә һоҡланырлыҡ: һәр саҡ өҫтәлдә хәләл ит, һөт, ҡаймағы тигәндәй, йәшелсәһе лә үҙебеҙҙеке”.
Хис-тойғо ниндәйҙер теләктәргә, хыялдарға бәйле. Ныҡ итеп теләһәң, тормошҡа ашмаҫтай хыялға ла өлгәшәһең, йәғни яҙмыш үҙе әҙәм балаһының күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, хыялын ғәмәлгә ашырырға мөмкин булырҙай мөхиткә этәрә. Үҙҙәренең эштәрен асҡандар, Хоҙайға шөкөр, килеп сыҡҡан бит! Уңышҡа өлгәшкәндәр. Гөрләтеп йәшәйҙәр, уларға ҡарап ауылыбыҙҙа тағы ике ғаилә эшҡыуар булып китте. 62 хужалыҡлы ауылға йәм бит был!
Эшең алға китһә йәки бер яҡтан уңһаң, башҡаһы ла күркәм була икән. Йәш ҡыҙ менән егет һымаҡ, күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәй уңғандар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт әйткән бит: “Ир ҡатынына, ҡатын иренә мөхәббәт күҙе менән баҡһа, Аллаһы Тәғәлә уларға рәхмәт күҙе менән ҡарар”. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә кәрәк. Бергә булыуҙарҙың, бергә йәшәүҙәрҙең ҡәҙерен белеп, шөкөр ҡылайыҡ!


Автор: Айҙар ҒӘЗИЗОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә