Олораҡ быуын вәкилдәренән “Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй”, “Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Уларҙы әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар йә иһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит яҡҡа сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.Хат эҙҙәренән...“Беҙ 90-сы йылдарҙа Оҙондар ауылында йәшәй инек. Ул саҡта ирем Рәшит Сәғитдин улы участка милиционеры булып эшләне, ә мин — Лилиә Нәжәр ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бер мәл иртән ике айлыҡ ҡыҙыбыҙ илап уянды һәм бер туҡтамай йүтәлләй башланы. Ирем мал ҡарарға сыҡҡайны, уны саҡырҙым. Килеп инеп, хәлде күргәс, сығып та йүгерҙе. “Тын алышы бик ауыр, рацияға барам”,— тине. Ауылда фельдшер юҡ, уҡыуҙа ине, хаҡлы ялдағы фельдшер Ләлә апай килеп етте. Ул да булмай электричканан ҡайтышлай Гөлсәсәк тә килеп инде... Уколдар ҡаҙанылар. Ҡайҙан алдылар уларҙы, хәтерләмәйем....
45 минуттан “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла килеп етте, ул саҡтағы юлдар менән бик тиҙ ине. Диагноз — пневмония (үпкә шеше). Кискә тиклем йәшәй алмаҫ, тинеләр. Ҡан бирергә кәрәк, ҡан юҡ... Рациянан, милиция аша, эҙләнеләр. Ҡайһылыр урман етештереү хужалығынан ике кеше атлап сыҡты, тинеләр.
Буран, ул яҡҡа юл таҙартылмаған. Киске сменаға эшкә сыҡҡан Динә Яҡшымбәтова ҡотҡарҙы ҡыҙыбыҙҙы. Төнгө сәғәт ун икегә Өфөгә барып еттек. Ай ярым дауаланып ҡайттыҡ. Әгәр шул көндө, Динә ҡан биреп, Әнүәр ағай, Оҙондар фельдшеры Гөлсәсәк беренсе ярҙам күрһәтмәһә, ни булыр ине, билдәһеҙ...”
Алыҫ Көнсығыштан редакция почтаһына ошондай йөкмәткеле хат килеп төшкәс, ғәҙәттәгесә, уны авторҙың рәхмәт белдереүе рәүешендә генә баҫтырырға ла булыр ине, әммә был ғаиләнең ни сәбәптән ул яҡтарға барып сығыуы, әлеге мәлдәге көнитмеше ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларға хат яҙҙым. Яуап көттөрмәне. Һеҙҙең алда, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ябай булмаған тарих. Был ҙур ғаиләлә — ысын мәғәнәһендә тормошто яратыу, һөйөү көсө.
Алыҫта ҡалған үткәндәрХәсәновтарҙың ғаиләһе Приморьеға уйламаҫтан барып төпләнә. Оҙондарҙа уларҙың йортонда янғын сыға, күҙ асып йомған арала бар мөлкәт көлгә әйләнә. Йорт-йыһаздан, кәртә тулы мал-тыуарҙан бер ни ҡалмай. Урындағы хакимиәт күрһәткән ярҙам — 20 мең һум — хөрт кенә йорт һатып алырға ла етмәй. Ауыр хәл кисерәләр: ғаиләне ашатырға, кейендерергә, башҡа мөһим нәмәләрҙе ҡайҙан табырға? Килеп тыуған ҡазанан сығыу юлдарын эҙләп күп баш вата улар. Ҡыйынлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә ине, сөнки ата-әсәһенә өмөт менән баҡҡан балалары бар бит.
— Интернет аша Владивостоктың коррекция мәктәбендә үҙебеҙ өсөн эш таптыҡ һәм телефондан һөйләшеп килештек. Ә юлға аҡса юҡ, — тип хәтерләй Лилиә Нәжәр ҡыҙы.
Ғаилә, юл ыңғай тура килгән транспортҡа ултырып, Башҡортостандан Приморьеға юллана.
Яңы тормош
— Килеп еттек. Мин Ришат улыбыҙ менән — 11 көн, ә ҡыҙыбыҙ Гөлфиә атаһы менән 15 көн юлда булдыҡ. Әле ул — үҫеп буй еткергән егет, ул саҡта бик бәләкәй ине, — тип һүҙен дауам итә ҡатын. — Ике-өс тәүлекте юлда уҙғандан һуң, коррекция мәктәбе етәкселеге поезға билет алыу өсөн аҡса ебәрергә тәҡдим иткәйне лә, тик беҙ үҙ яйыбыҙға барып етербеҙ, тип баш тарттыҡ. Шундай маҡсат ҡуйылғас, уға ирешергә кәрәк. Август айы ине. Беҙҙе Баҡсаҡалала (Садгород) ҡаршы алдылар һәм тәғәйен торлаҡҡа урынлаштырҙылар. Тәүге мәлгә етерлек кейем менән дә тәьмин иттеләр. Иртәгәһенә эшкә сыҡтыҡ. Мин — башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә тормош иптәшем Рәшит Сәғитдин улы — юрист һәм музыка белгесе.
Ете йылдан һуң...Был ваҡиғаларға ете йыл да булып киткән. Ошо арауыҡта Хәсәновтар ғаиләһе ниндәй үҙгәрештәр кисергән? Яңы урынға ерегеп киткәндәрме?
Өлкән ҡыҙҙары Гөлиәнән башлайыҡ. Ғаилә Алыҫ Көнсығыш тарафтарына юл алғанда, ул Башҡортостанда ҡала, сөнки тормошҡа сығып, үҙ донъяһын ҡорған була. Әммә аралар йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе, туғандары менән бәйләнеше өҙөлмәй. Хәләле, бәләкәстәре (икәү) менән йыш ҡына Приморьеға барып ҡайталар. Уларға ата-әсәһенең йортонда ял итеү бик оҡшай. Гөлиә — тегенсе, клиенттарына заказ буйынса әйбер тегә, яңы кейем моделдәрен ижад итә.
Уртансы бала — Гөлфиә, ваҡиғалар солғанышына тиклем Башҡортостанда нефть сәнәғәте колледжында белем ала. Тик Приморьеға китергә булғас, уны ташлай. Владивостокта беренсе йылда супермаркетта төрөүсе бурысын башҡара, һуңынан юридик колледжға уҡырға инә. Ата-әсәһе менән Вадимовка ауылына күсенгән мәлдә, яҡында педагогия колледжының булыуы асыҡлана. Ә Гөлфиә бәләкәйҙән физкультура уҡытыусыһы булырға хыяллана. Күп уйламаҫтан, шунда урынлаша. Әлеге мәлдә ҡыҙыл дипломлы белгес Владивосток мәктәптәренең береһендә балаларға дәрес бирә. Йәш белгес булараҡ, уны торлаҡ менән тәьмин итәләр. Һөнәрен ҡыҙ бик ярата, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Гөлфиәнең йәшәү рәүешенең бай программаһы хаҡында редакция почтаһына ебәрелгән фотолар һөйләй һәм беҙгә ебәрелгән хатта ла: “Бына ҡыҙыбыҙҙың фотолары. Бөгөн, шул тиклем йыраҡта йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының йөҙө булып торорлоҡ ҡыҙыбыҙҙың әүҙем тормошон күҙ алдына килтерерһегеҙ, тип уйлайым... Приморье крайы халыҡтары ассамблеяһында, Приморье халыҡтарының конгресында беҙ Башҡортостан халҡы һәм уның мәҙәниәтен сағылдырған вәкилдәр булып һаналабыҙ. Хәҙер был бурыс тулыһынса тиерлек Гөлфиәгә йөкмәтелгән. Алыҫ Көнсығыш һабантуйында йыл һайын башҡортса алып барыусы ла, Халыҡтар конгресында башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусы ла ул. Башҡортостандан уҡырға, хеҙмәткә килгән йәштәргә ярҙам итә. Башҡорт һәм татар театрында ла, спорт һәм фотоға төшөрөү менән дә шөғөлләнә”, — тигән юлдар бар.
Кесе улдары Ришат Чернигов ауылындағы С.М. Вәлиев исемендәге 2-се мәктәпте уңышлы тамамлай. Әлеге мәлдә Алыҫ Көнсығыштағы Советтар Союзы маршалы К.К. Рокоссовский исемендәге юғары дөйөм хәрби команда училищеһы курсанты. Бында уҡырға ингәндә үк иң яҡшы унау исемлегендә була ул. “Ришат — ғаиләбеҙҙең ғорурлығы. Беҙ улыбыҙҙың хәрби юлды һайларына һис икеләнмәнек”, — былар ата-әсә һүҙҙәре. Шулай уҡ фотоларҙа Почет таҡтаһы, миҙалдар, кубоктар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм лайыҡлы тәрбиә биргән ата-әсәгә Рәхмәт хаттары...
— Ришат мәктәптә бик яҡшы уҡыны. Уға лидерлыҡ сифаттары хас. Йәштәштәре араһында иң әүҙеме, “Шаяндар һәм отҡорҙар” клубы ағзаһы, спортсы, гитарала һәм фортепьянола уйнай. Йорт янындағы спорт майҙансығында көн һайын физик күнекмәләр эшләй, үҙенең ихтыяр көсөн нығыта. Ғаиләбеҙҙең яратҡан ризығы сәксәкте әҙерләгәндә Ришат һәр саҡ ярҙамлаша.
Бәләкәйҙән офицер булырға хыялланды һәм үҙендә батырлыҡ, ныҡлыҡ, аҡыл сифаттарын тәрбиәләп, маҡсатына табан барҙы. Бына бит, хыялы тормошҡа ашты. Ул — хәрби училище курсанты! — тип һөйләй Лилиә Нәжәр ҡыҙы. Уның тауышында ғорурлыҡ билдәләре сағыла.
Ғаилә башлығы Рәшит Сәғитдин улы әлеге ваҡытта мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. “Ситтә йәшәһәк тә, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы онотмайбыҙ. Өс балабыҙ үҫеп аяҡҡа баҫты, хәҙерге көндә сит яҡтарҙа етем ҡалған башҡорт балалары Гөлназ, Илнур һәм Ринатты тәрбиәләйбеҙ”, — тине Хәсәновтар.
Эргәбеҙҙә балаларҙың күплегенә өйрәнгәнбеҙЙорт-ҡураны булдырып, көнкүреште яйға һалып алған ата-әсә бер көн был ҙур хужалыҡта үҙҙәре генә ҡаласағын аңлай: ҡыҙҙары үҫеп башҡаланды, Ришат та үҙ юлын һайланы — ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөйҙәр. Һуңғы осорҙа телевизорҙан етем балаларҙы уллыҡҡа алыу, балалар йортонда ғаилә йылыһын көткән бәләкәстәр хаҡында күп күрһәтәләр. Балаларының, уларҙың дуҫ-иштәренең әйләнә-тирәһендә мәж килеп йөрөгән саҡтарына ныҡ өйрәнгәндәр. Таралып бөтһәләр, ни эшләрбеҙ, тип уйға ҡала улар.
Һәр яҡтан уйлап, ғаилә советында кәңәшләшкәндән һуң Лилиә Нәжәр ҡыҙы менән Рәшит Сәғитдин улы Уссурийскиҙағы балалар йортона бара. Башҡа парҙар менән бергә әҙерлек курсы үтәләр. Шунан ғына уларҙың алдарына тәрбиәгә бирә торған балаларҙың фотоларын теҙеп һалалар. Бүтәндәрҙән айырмалы рәүештә, Хәсәновтар тәҡдим ителгән фотоларҙа йөҙ оҡшашлыҡтары, таныш һыҙаттар эҙләп яфаланмай. Ҡулдарына эләккән тәүге өс фотолағы балаларҙы, ике Никитаны һәм Настяны һайлай. Улар өсөн иркен, яҡты бүлмә бирелә, һәр ҡайһыһының үҙенең мөйөшө бар. Хоҙай ҡушҡанмы ни, уларҙың өсөһөнөң дә туғанлыҡ тамырҙары башҡорттарға барып тоташа. Әйткәндәй, исемдәре лә хәҙер башҡортса. Малайҙарҙың өлкәненә — Ринат (көслө, ҡыйыу тигәнде аңлата), кесеһенә — Илнур, ә ҡыҙға Гөлназ тип исем ҡушҡандар.
Берҙәм хеҙмәт өлгөһөндәҒаиләлә тағы бер тәртип урынлашҡан — бөтөн хужалыҡ эштәре, йорт мәшәҡәттәре бергәләп башҡарыла. Нимәгә генә тотонһалар ҙа, берҙәм көс менән атҡарып ҡуялар. Әсәһе ярҙамында Ринат аш, былау бешерергә, салат әҙерләргә өйрәнгән. Хыялы — Ришат ағаһына оҡшап, хәрби хеҙмәткәр булыу. Бының өсөн әленән үк спорт менән шөғөлләнә.
— Башҡалар телендәге “ата-әсәгә ярҙам”ды беҙ эш тип һанайбыҙ. Бала килеп ярҙам итергә теләк белдерһә, мин уға: “Ярҙам ул мин башлаған эшкә һинең дә ҡушылып китеүең була. Ә инде үҙең ниҙер башҡарырға уйлаһаң, был һинең хеҙмәтең”, — тип аңлатам. Ауыл өйөндә эш бер ваҡытта ла бөтмәй, — тип Лилиә Нәжәр ҡыҙы тәрбиә серҙәре менән уртаҡлашты. — Беҙ донъябыҙҙың ҡайнап, шаулап торғанына күнеккәнбеҙ. Атайым әйтеүенсә, йорт тулы бала-саға, ихата тулы мал-тыуар булырға тейеш. Ошо ҡанундан тайпылмаҫҡа тырышабыҙ.
Балалар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныусан, яҡшы уҡырға ынтылыштары менән беҙҙе арбаны. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәсәкбеҙ. Минеңсә, балалар йортонан сыҡҡандар тормошҡа бик үк яраҡлашмаған була, шуға күрә үҙебеҙҙекеләрҙе ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, яҙмыштарының хужаһы булырға өйрәтәбеҙ. “Ни өсөн беҙҙең йортта бөтөн нәмә бар, сөнки шуны теләйбеҙ һәм булдырырға тырышып эшләйбеҙ, һеҙ ҙә бергә эшләйһегеҙ”, — тим.
Был яҡта ер уңдырышлы, нимә генә ултыртһаң да, гөрләп үҫә лә китә. Магазиндан һатып алмайбыҙ, бөтә ризыҡты үҙебеҙҙең хужалыҡта үҫтереп, етештерәбеҙ, шуға күрә илдәге көрсөк беҙгә янамай, тиһәм, хаталанмам.
Ғаилә сағыу биҙәкле башҡортса балалар журналын алдыра. Унда төрлө риүәйәттәр, әкиәттәр, шиғырҙар менән бер рәттән тәрбиәүи хикәйәләр ҙә баҫыла. Балаларҙа башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә. Атайҙары менән бергәләп төрлө ижади сараларҙа ҡатнашып, уңышлы сығыш яһайҙар.
Ғөмүмән, Хәсәновтар балаларға дөрөҫ тәрбиә бирә. Был яңғырауыҡлы һүҙҙәр генә түгел. Юғарыла әйтеп үткән ғаилә тарихы — үҙе дәлил. Уларҙа олоно — оло, кесене кесе тип хөрмәт итәләр. Лилиә Нәжәр ҡыҙы менән Рәшит Сәғитдин улы — бәхетле ата-әсә. Балаларын да улар тормошта бәхетле булырға, көтөлмәгән ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмаҫҡа өйрәтә.
Архангел районы.