Ҡаратал буйының матурлығы! Торғаны бер ожмах! Ата-баба йәшәү урынын һайлай белгән дә һуң. Ауылды уратып ике яҡтан бәләкәй йылға аға. Емеш-еләк йыйыр, малға бесән эшләр урындары етерлек. Элек ауылда өйҙәр бер урам булып ултырған. Башланғыс мәктәбе, бәләкәй генә клубы бар. Рәсилә бәләкәй саҡта уҡ кеше ике саҡрымда ятҡан күрше ауылға күсенеп бөтөп бара ине әле. Ата-әсәһе генә китергә уйламаны. “Ошо ожмах баҡсаһын бер ергә лә алыштырмам”, – тине атаһы. Шулайтып ауылда ҡарттар ғына торҙо ла ҡалды. Балалар ҙурайышып, уҡып сығып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып бөткәс, ата-әсәһе икәүһе генә донъя көттө. Тора-бара ауылда ике генә өй тороп ҡалды. Атаһы ҡартайып үлеп киткәс, әсәләрен үҙҙәренә алырға бик тырышһалар ҙа, тыңламаны, шул өйөндә йәшәп тик ятты.
Һуңынан, улар ҙа донъя ҡуйғас, ауыл тормошо бөтөнләй һүнеп ҡалғайны. Ҡайтып, нигеҙҙәрен ҡарап ҡына китәләр ине. Аҙаҡ Рәсиләнең ире Инсаф унда умарталыҡ асып ебәрҙе, өйҙө яңыртты, эргә-тирәне тәртипкә килтерҙе. Унан күрмәксе, тағы бер-ике ғаилә атай-олатай нигеҙен яңыртырға булып китте. Йәмле Ҡаратал буйҙары ҡайтанан шат тауыштарға күмелде. Элек бер генә ҡыйын яғы бар ине: бәләкәй генә йылғалар ҙа яуындарҙа ҡотороп таша ла ҡуя, оло юл менән бәйләнеш өҙөлә.
Рәсиләнең ғаиләһе ҡалала йәшәй. Йәй ауылдан, умарталыҡтан ҡайтышмайҙар. Ире Инсаф ун ике йәшлек ейәне Арыҫлан менән умарталыҡта бал ҡорто ҡарай. Бәләкәй булһа ла, малай эштең рәт-сиратына төшөнөп алды. Ҙур ярҙамсы. Олатаһына оҡшатып, битлек, аҡ халат кейеп ала. Инсаф уға бөркөткөстө ышанып тапшыра.
Рәсилә ҡорттарға магазин эшләй. Дүрт йәшлек ейәнсәре Ләләнең һөйләп хәбәре бөтмәй:
– Өләсәй, ағайым ҡорттарҙан ҡурҡмай, ивет. Улар бал ағыҙамы бөгөн?
– Әле иртәрәк шул.
– Нимәкәй эшләйһең ул?
– Ҡорттарға магазин.
– Һы, уларҙың да магазины буламы? – Ләлә ышанмай көлә, алдатты, йәнәһе. –Ағайымды һырып алып ҡуйһалар.
– Теймәҫтәр, уның ҡулында бөркөткөс, ҡорттар төтөндән ҡаса.
–Өләсәй, кисә Әнисә өләсәйем килде, әсәйемде әрләне...
– Нишләп?
– Һуң белмәйһеңме ни: атайым менән әсәйем айырылыша бит.
– Кит, юҡты һөйләмә. – Рәсилә, эшен ҡуйып, балаға ҡараны. – Йә, йә, һөйлә, ни булды?
– Берәүгә лә әйтмә, яраймы. Әсәйем әрләр, былай ҙа ул мине ошаҡсы, ләститсе ти. Әнисә өләсәйем әсәйемә, ҡулыңдағы бәхетеңде осорма, Айназ кеүек кейәүҙе башҡа ғүмерҙә лә осрата алмаҫһың, тине.
– Ә-ә, әсәйең ни тине? Атайың әллә эсеп ҡайттымы?
– Юҡ, ул эсмәй. Бер көн эштән һуң ҡайтҡайны, шуға әсәйем индермәне, ишекте бикләне лә ҡуйҙы.
– Атаҡ-атаҡ, бер нәмә лә белмәйемсе, Айназым ҡайҙа ғына йоҡланы икән? – Рәсилә ҡайғырып китте. – Мин бында бер нәмә лә белмәй ятам.
– Шым тороп тор. Иң тәүҙә миңә әйт әле: бәхет тигән ҡошто нисек тоталар, минеке бармы ул?
– Бар, һинеке лә бар. Әле иң бәхетле осороң. Китсәле, һуң ҡайтты тип өйҙән ҡыу, ә. Эй, хәҙерге йәштәр, себен теймәҫ сыр итәләр. Ҡоторғандыр ул.
– Аҙаҡтан яраштылар ул.
– Йә-йә, һөйлә?
– Әсәйем иреште лә иреште. Атайым тыңлап тик ултырҙы. Шунан, Арыҫланды үҙем менән алып китәм, тине.
– Хоҙайым, шуға тиклем барып еттеләрме ни? Һинең алда ирештеләрме?
– Йоҡлаған булып яттым, шунда ишетеп ҡалдым.
– Шунан?
– Атайым бер ҡайҙа ла китмәне, иртәнсәк көлөшөп тороп сәй эстеләр. Бөттө инде шунан, ирешмәнеләр бүтән.
– Бына һиңә мә, ә мин бер нәмә лә белмәйем. Әсәйеңде әйтәм, эштән һуңлап ҡайтҡан өсөн иреңде ҡыу әле, ә.
– Ә һеҙ олатай менән ирешәһегеҙме, өләсәй?
– Юҡсы.
– Элек тә шулай инеме?
Күңеленә бик ауыр булып китте Рәсиләнең. Берҙән-бер балаһы – Айназы – өсөн йөрәге әрнене. Кисә күргәйне, бер нәмә лә һиҙелмәне. Бала бушты һөйләмәҫ. Ҡашығаяҡ шалтырамаҫ ғаилә юҡ инде хәҙер. Рәсилә умарталыҡҡа күҙ һалды. Инсафы әле бер, әле икенсе ояны ҡарай, эйелеп Арыҫланға ниҙер һөйләй. “Һеҙ әрләштегеҙме, тип һорай бит әле Ләлә. Булды инде. Тәүҙәрәк төрлөһөн кисерелде. Мин дә ҡулымдағы бәхетемде осора яҙҙым бер заман. Шул килен һымаҡ ҡыҙыу сағым булғандыр, юҡҡа көнләшеп, Инсафты юғалта яҙҙым...”
***
Инсаф менән Рәсилә өйләнешергә һүҙ бирешеп, атай-әсәйҙәренә хәбәр итеп, никах көнөн билдәләп ҡуйған ине. Бер көн эш аҙағында ресторанда эшләгән класташы Әлиә шылтыратып, “Һеҙҙең туй ҡасан әле ул?” тип һораны. Ниңә, әле ун көн бар, тине Рәсилә. “Инсафың беҙгә һылыу ҡыҙ менән килде, әле генә үҙҙәренә салат, берәр бокал шарап алып барҙым. Бик күңелле ултыралар. Тиҙерәк килеп ет, икеһен ике яҡҡа туҙҙыр. Гел генә күҙәтеп тороп булмай, эш күп, бөгөн йома, үҙең беләһең, эштән һуң кеше күп килә. Такси тот та килә һалып ет, тик беҙҙең ресторанда тауыш ҡуптарма, директор тәртип ярата”, – Әлиә тиҙ-тиҙ генә хәбәрен һөйләне лә трубканы һалды.
Рәсилә шаңҡып торҙо ла ҡалды. Юҡты һөйләйҙер. Бер-береһенә оҡшаш кешеләр бар ҙа инде. Әллә ысынмы икән? Булыуы ла ихтимал. Инсафтың уға тиклем дә ҡыҙҙары булған.
Рәсилә аптырап урынынан ҡуҙғалмай ултырҙы ла ултырҙы. Йыйыштырыусы иҙәндәрҙе йыуып бөттө.
– Рәсилә һеңлем, ишекте бөгөн үҙең бикләйһеңме? – тип һорағас ҡына һиҫкәнеп китте.
– Сигнализацияны ҡуйырға кәрәк. Бына ошо номерға шылтырат.
– Юҡ, апай, мин хәҙер. Үҙегеҙ бикләгеҙ. – Рәсилә сумкаһын эләктерҙе лә кабинетынан сығып китте.
“Әллә ресторанға бармаҫҡамы, бәлки, туғанылыр, туй хаҡында һөйләшәләрҙер. Юҡтыр, был турала өйҙә лә кәңәшләшергә була... Әле үк артынан күҙәтеп йөрөй, тип уйларҙар... Ҡуй, барам, ситтән генә ҡарайым да китәм. Әлиәгә лә күренмәм. Ниндәй матур һүҙҙәр һөйләгән була бит әле үҙе, ярата, имеш. Ышан һин егеттәргә...”
Ресторан алдында Инсафтың машинаһын күргәс, йөрәге тағы ла нығыраҡ тибә башланы, сикәләре ҡыҫты. Ысын икән, күңеле ышанырға теләмәй ине. Шаяртмаған, алдамаған Әлиә. Рәсилә бер ситкә, күренмәҫ ергә барып тороуы булды, Инсаф таныш булмаған ҡыҙ менән килеп сыҡты. Күңелле һөйләшеп, машинаға ултырып китеп тә барҙылар. Рәсилә күҙ йәштәренә быуылып тороп ҡалды.
Аулаҡта, бүлмәләштәре күрмәгәндә туйғансы илап, тынысланып ҡайтты ятаҡҡа. Ә өҫтәлендә күңелһеҙ хат көтөп ята ине. Әсәһенең ауырып китеүен яҙған апайҙары. Бер үҙе йәшәп тик ятты бит ауылында. Бында алып килеп тә ҡаранылар. “Үҙ нигеҙемдә йомам күҙемде”, ти ҙә ҡайтырға йыйына башлай. Бер көндә ҡайғылар шаңҡыта һуҡты, түҙер әмәл юҡ. Илай-илай күҙҙәре шешеп сыҡты. Төндө шулай үткәргәс, Инсафҡа хат яҙып, ҡыҙҙарға тотторҙо ла, эшендә түләүһеҙ отпуск алып, ауылына ҡайтып китте.
***
Иртәнән бирле, ер менән күкте тоташтырып, ямғыр яуа ла яуа. Рәсилә өй башынан унда-бында туҙып ятҡан йәшниктәрҙе, иҫке ултырғыстарҙы төшөрөп, ут яҡты. Кәртә эсендә үтеп сыҡҡыһыҙ бысраҡ, күләүектәр аға. Кәртә-ҡура тиерлеге лә ҡалмаған инде, утынға яғып бөтөлгән.
Ни булды был күгенә?! Тымһасы ямғыр. Хәҙер ике генә өйҙән торған ауыл бөтөнләй етемһерәп ҡалды, һыу ташҡас, эргәләге ауылға үтерлек түгел. Ҡаланан алып килгән дарыуҙар ҙа бөттө. Үлем түшәгендә ятҡан әсәһендә ашау ҡайғыһы юҡ. Уға хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй. Ут юҡ, радио юҡ. Туғандары килеп етә алмай, теге ярҙа тороп ҡалғандарҙыр, бәлки. Ауырыу әсәләрен сиратлап ҡарайҙар.
...Рәсилә тәҙрәнән ҡарап тора ине. Үҙе лә аңғармай ҡалды, ниндәйҙер эске көс уны урамға этәрҙе. Ямғыр уғата көсәйгән төҫлө...
Күпме ваҡыт һыу ерҙә иҫһеҙ булып ятҡандыр, уныһын хәтерләмәй. Көс-хәл менән күҙен асһа, янында бер ат тора. Әллә ап-аҡ инде, Рәсиләнең битен ялап торған да кеүек. Шуға уянып киткәнме?
Ул, аптырап, тороп ултырҙы. Өҫ-башы лысма һыу. Дөм ҡараңғы. Ат уны өйөнә тиклем оҙата килде лә әллә ҡайҙа юҡ булды.
Сеү! Ҡолағына йыр ҙа салынған кеүек. Ҡайҙан килә моң? Кем йырлай? Ҡайҙан ишетелә? Китсе!
Рәсилә өйгә ингәс, ҡапыл тәне эҫеле-һыуыҡлы булып ҡурҡып китте. Өнмө был, төшмө? Ниндәй ат йөрөһөн бындай төндә? Ниндәй моң? Күҙенә генә күренәлер, ҡолағына салыналыр. Бер-бер артлы килеп тыуған күңелһеҙлектәрҙән аҡылымдан яҙам, ахыры, тип уйланы. Аңҡы-тиңке булып, әсәһе ятҡан карауат янына килде. Плитәнән алып, йылы сәй эсерҙе, түшәк-яҫтарын рәтләне лә ҡабат тәҙрә янына килеп баҫты. Ҡапыл тыштан үҙенә ҡарап торған кеше һыны сағылды. Рәсилә ҡурҡышынан күҙен сырт йомдо. Булмаҫ, бындай саҡта эт тә йөрөмәҫ. Әллә тағы күҙенә күренә? Бер ғауым тәҙрә яғына һөйәлеп торҙо. Унан ҡурҡа-ҡурҡа тағы күҙҙәрен асты. Кешесе! Тәҙрәгә яҡын уҡ килгән. Бәй! Инсаф таһа. Рәсилә урамға атылды:
– Инсаф, нисек килеп еттең ул? Нисек таптың ауылды?
– Рәсилә, һаумы, әсәйең нисек? Һеҙгә ризыҡ, дарыуҙар алып килдем. Машинам теге ярҙа батып ултыра.
Күшегеп бөткән егет ауыр сумкаһын соланға ултыртты.
– Быныһы – һиңә. Яратҡан сәскәләрең! – Ул ҡуйынынан ҡыңғырау сәскәһе сығарып, Рәсиләгә тотторҙо.
Ҡыҙҙың ҡапыл күҙ алды ҡараңғыланып китте. Иҫенә килгәндә өйҙә урындыҡта ята ине.
– Әсәйем, әсәйем, – тине ул, күҙен асып.
– Ул әле генә сәй эсте лә йоҡлап китте.
Инсаф өйҙө йылытҡан. Ҡайҙан утын тапҡандыр?
– Әйҙә, эҫе сәй эс. Ямғыр туҡтаны, Аллаға шөкөр.
– Ысынмы?
– Ана, ҡара.
– Ҡыҙым, был кем ул? – Һөйләшә алмай ятҡан әсәһе һүҙ ҡуша түгелме?
– Терелдеңме? Һөйләшәһең дәһә, – Рәсилә шатлығынан нимә эшләргә белмәй әсәһе янына килеп ултырҙы.
– Теге егет әллә нимә эсереп ебәрҙе, – тине әсәһе, йөҙөнә йылмайыу сығарып. – Әллә духтыр алып килдеңме, балам?
– Мин, Инсаф, буласаҡ кейәүегеҙ, инәй.
– Ай, Аллам, мин ятам түшәктән тора алмай, ҡалай оят булды. Рәхмәт, балалар, бәхетле булығыҙ. Бик инсафлы күренә, йөҙө нурлы. Бәхетле булырһығыҙ. Ризалығымды бирәм.
Әсәһе арыны, ахыры, күҙен йомоп, өнһөҙ ятты.
Иртәгәһен апалары, еҙнәләре килеп етте. Ямғыр туҡтап, ҡояш сыҡҡас, көн дә йылынды. Әсәләре кискә табан баҡыйлыҡҡа күсте.
Рәсилә менән Инсаф ерләү мәшәҡәттәре менән булышып, бер-береһе менән аңлашыу тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатманы. Мәрхүмәнең ҡырҡына тиклем өйҙө яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа булып, Рәсилә өлкән апаһы менән ауылда тороп ҡалды. “Отпускың бөтөү менән килеп алырмын”, – тип ҡайтып китте Инсаф.
Юлға сығыр саҡта ҡулына хат тотторҙо. “Рәсилә, был хаҡта башҡаса һүҙ сығарып тормаҫбыҙ. Былай ҙа ҡайғың ауыр. Бер уйлаһаң, әлдә үсегеп ҡайтып киткәнһең, юғиһә буласаҡ ҡәйнәмде иҫән сағында күреп, уның фатихаһын алып ҡала алмаҫ инем. Шуға һөйөнәм. Сибәр – минең элек йөрөгән ҡыҙым. Беҙ уның менән һуңғы тапҡыр осрашып, аңлашыр өсөн барғайныҡ ресторанға. Ул кейәүгә сыҡты. Яҡшы кешегә. Ирен беләм. Беҙ уның менән дуҫтар булып ҡалдыҡ. Юҡҡа көйәләнмә, миңә ышан. Ғүмерлек юлдашың булырмын. Ярай, осрашҡанға тиклем”.
Бер йылдан һуң Рәсилә менән Инсаф туй үткәрҙе. Һәйбәт ир, атай, олатай Инсафы. Рәсиләләрҙең ташландыҡ ауылын бик яратты. Ошонда умарталыҡ булдырам тигән хыялын яйлап тормошҡа ашырҙы. Ике ҡатлы өй һалды. Йәйҙәрен хәҙер ошонан ҡайтмайҙар. Айназды ошо шөғөлөнә ылыҡтырҙы, хәҙер ейәнен үҙе менән бергә йөрөтә. Уйҙарға сумып ултырған Рәсилә умарталыҡҡа күҙ һалды.
– Өләсәй, минең бәхет ҡошом бармы? – тип һорай ейәнсәре тағы ла.
– Бар, балам, бар.
– Ҡайҙа һуң ул?
– Ҙурайғас, осоп ҡуныр әле усыңа.
– Ә һинеке?
– Минеке ана йөрөй ҙәһә ағайың менән. – Ул умарталыҡҡа ымланы.
– Ҡорттармы? Улар ҙа оса шул, тик тешләшә, – тип аптырай Ләлә. – Әсәйемдең бәхет ҡошо осоп ҡуймаһа ярар ине, ивет, өләсәй.
– Эйе шул, – тине Рәсилә. Улын иҫенә төшөрөп, күңелһеҙләнеп китте.
– Һөйләшә һалыр кәрәк. Берәй нәмә сығарып ҡуймаһындар. Аллам һаҡлаһын.
Шул мәл кеҫә телефоны шылтыраны. Килене икән. “Ҡәйнәм, һауғынаһығыҙмы? Иртәгә килеп етербеҙ. Нимәләр алайыҡ? Балалар нисек?” “Арыу ғынабыҙ, бөтәһе лә бар. Көтәбеҙ”.
Рәсилә магазиндарын теҙеп ҡуйҙы ла, ейәнсәрен етәкләп, өйгә инде. Шөкөр, тауышы былай күңелле сыға, моғайын, ярашҡандарҙыр, иҫән-һау, татыу ғына йәшәһендәр, тигән уйҙар менән аш-һыу әҙерләргә тотондо.
Белорет ҡалаһы.