Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дим һәм уның мейесе
Дим һәм уның мейесе Ауылдарҙа эш юҡ тип саң ҡаҡҡанда, Миндәк ауылында 18 йыл почта хеҙмәткәре йөгөн тартҡан Дим Хәйбуллин бер ҙә аптырап ҡалмай, мейес сығарыуға тотона. Был шөғөлгә йәш сағында атаһынан өйрәнә ул. Ғәлим мәрхүмдең мейестәре 35 йыл хеҙмәт итә. Вафатына ун алты йыл үтһә лә, хеҙмәт емештәре әле булһа өйҙәрҙе йылыта, хужабикәләр кинәнеп икмәк бешерә. Атай кеше ошо һөнәре улының йәшәү мәғәнәһенә әйләнер тип уйламағандыр ҙа.


Беҙҙең оҫталарға тәбиғәт материалы – балсыҡ ярҙамға килә. Күңел йылыһын да өҫтәһәң, утта ҡыҙҙырылып сыныҡтырылған кирбестәр әҙәмде тәүлектәр буйына ла өшөтмәй.
Кирбес тигәндәй, беренсе класҡа барған йылда әсәйемдең мейес сығарғаны хәтерҙә. Ни эшләптер халыҡта уны йәшен ҡайтҡас эшләргә кәрәк тигән һынамыш бар. Сентябрҙә әсәйем яланаяҡлап таста балсыҡ баҫты, ҡалыптарға һалып киптерҙе. Аҙаҡ шул кирбестәрҙән өйөбөҙгә мейес сығарҙы. Бауырына һыуыҡ үткәреп, оҙаҡ ауырығаны иҫемдә. Хәҙер хәлдәр башҡасараҡ. Кирбестең йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин: ябайынан биҙәклеһенә тиклем.
Оҫтаға заказдар ифрат күп икән. Йәй башында уҡ саҡырһаҡ та, Учалы районы Батал ауылынан ике улы менән сентябрҙә генә килеп етте ул. Уландары атаһы сығарған өлгөләрҙе фотоһүрәткә төшөрә бара. Баҡтиһәң, оҫта меңгә яҡын төрлө мейес эшләгән икән. Фотоһүрәттәрен ҡарап, күңелеңә оҡшағанын һайларға мөмкин.
Уңғандарҙың эшен күҙәтәм. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Берәүһе болгарка менән кирбестәрҙе тигеҙләй, икенсеһе шул әҙер материалға балсыҡ һылап, йәбештерә бара. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа заманса кафель йәбештерелгән усаҡ кәйефеңде күтәрә бит. Етмәһә, йылылыҡты оҙаҡ һаҡлай.
Оҫта, кафель йәбештереүҙән тыш, каминдарҙы йылғаның төрлө төҫтәге таштары менән биҙәү, торбалар үткәреү, уны мейескә тоташтырыу, иретеп-йәбештереү, ҡаҙанлыҡ әҙерләү кеүек эштәрҙе лә башҡара. “Оҫта барҙа – ҡулың, сәсән барҙа телең тый” ти халыҡ. Ҡәләм менән һыҙып эшләнгән һүрәткә ҡарап: “Ошоғаса әллә күпме мейес сығартырға тура килде. Бындайын күргән юҡ ине әле”, – тип һоҡланып ҡуйҙым. Тәбиғәттән бирелгән һәләт. Талантлы кеше ҡайҙа ла талантлы инде. Һәр һөнәр эйәһе үҙ өлкәһендә эҙләнә, эш нескәлектәренә төшөнә. Араларында иң-иңдәре генә баһалана, мейес сығарыу оҫтаһы Дим Хәйбуллин кеүек абруй ҡаҙана. Уны тыуған Учалы яҡтарынан тыш, Әбйәлил тарафтарында, Силәбе өлкәһендә, Магнитогорскиҙа ла яҡшы беләләр.
Сәләмәт тормош алып барған ғаиләлә өс малай буй еткергән. Икәүһе мөғәллим һөнәрен үҙ итһә, берәүһе автослесарлыҡты һайлаған. Иң мөһиме – олатайҙарының таланты онотолмай: мейес сығарыу эше быуындан быуынға тапшырыла килә.
Бына мейес әҙер булды. Утынды тоҡандырыуыбыҙ булды, ул осҡондарын сәсрәтеп, дөрләп янып та китте. Тиҙҙән тәмле мейес еҫе бүлмәләргә таралды. Тимәк, тартыу көсө лә һәйбәт. Мейес беҙгә оҙаҡ хеҙмәт итһен!

Әбйәлил районы.


Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә