Ауылдарҙа эш юҡ тип саң ҡаҡҡанда, Миндәк ауылында 18 йыл почта хеҙмәткәре йөгөн тартҡан Дим Хәйбуллин бер ҙә аптырап ҡалмай, мейес сығарыуға тотона. Был шөғөлгә йәш сағында атаһынан өйрәнә ул. Ғәлим мәрхүмдең мейестәре 35 йыл хеҙмәт итә. Вафатына ун алты йыл үтһә лә, хеҙмәт емештәре әле булһа өйҙәрҙе йылыта, хужабикәләр кинәнеп икмәк бешерә. Атай кеше ошо һөнәре улының йәшәү мәғәнәһенә әйләнер тип уйламағандыр ҙа. Беҙҙең оҫталарға тәбиғәт материалы – балсыҡ ярҙамға килә. Күңел йылыһын да өҫтәһәң, утта ҡыҙҙырылып сыныҡтырылған кирбестәр әҙәмде тәүлектәр буйына ла өшөтмәй.
Кирбес тигәндәй, беренсе класҡа барған йылда әсәйемдең мейес сығарғаны хәтерҙә. Ни эшләптер халыҡта уны йәшен ҡайтҡас эшләргә кәрәк тигән һынамыш бар. Сентябрҙә әсәйем яланаяҡлап таста балсыҡ баҫты, ҡалыптарға һалып киптерҙе. Аҙаҡ шул кирбестәрҙән өйөбөҙгә мейес сығарҙы. Бауырына һыуыҡ үткәреп, оҙаҡ ауырығаны иҫемдә. Хәҙер хәлдәр башҡасараҡ. Кирбестең йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин: ябайынан биҙәклеһенә тиклем.
Оҫтаға заказдар ифрат күп икән. Йәй башында уҡ саҡырһаҡ та, Учалы районы Батал ауылынан ике улы менән сентябрҙә генә килеп етте ул. Уландары атаһы сығарған өлгөләрҙе фотоһүрәткә төшөрә бара. Баҡтиһәң, оҫта меңгә яҡын төрлө мейес эшләгән икән. Фотоһүрәттәрен ҡарап, күңелеңә оҡшағанын һайларға мөмкин.
Уңғандарҙың эшен күҙәтәм. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Берәүһе болгарка менән кирбестәрҙе тигеҙләй, икенсеһе шул әҙер материалға балсыҡ һылап, йәбештерә бара. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа заманса кафель йәбештерелгән усаҡ кәйефеңде күтәрә бит. Етмәһә, йылылыҡты оҙаҡ һаҡлай.
Оҫта, кафель йәбештереүҙән тыш, каминдарҙы йылғаның төрлө төҫтәге таштары менән биҙәү, торбалар үткәреү, уны мейескә тоташтырыу, иретеп-йәбештереү, ҡаҙанлыҡ әҙерләү кеүек эштәрҙе лә башҡара. “Оҫта барҙа – ҡулың, сәсән барҙа телең тый” ти халыҡ. Ҡәләм менән һыҙып эшләнгән һүрәткә ҡарап: “Ошоғаса әллә күпме мейес сығартырға тура килде. Бындайын күргән юҡ ине әле”, – тип һоҡланып ҡуйҙым. Тәбиғәттән бирелгән һәләт. Талантлы кеше ҡайҙа ла талантлы инде. Һәр һөнәр эйәһе үҙ өлкәһендә эҙләнә, эш нескәлектәренә төшөнә. Араларында иң-иңдәре генә баһалана, мейес сығарыу оҫтаһы Дим Хәйбуллин кеүек абруй ҡаҙана. Уны тыуған Учалы яҡтарынан тыш, Әбйәлил тарафтарында, Силәбе өлкәһендә, Магнитогорскиҙа ла яҡшы беләләр.
Сәләмәт тормош алып барған ғаиләлә өс малай буй еткергән. Икәүһе мөғәллим һөнәрен үҙ итһә, берәүһе автослесарлыҡты һайлаған. Иң мөһиме – олатайҙарының таланты онотолмай: мейес сығарыу эше быуындан быуынға тапшырыла килә.
Бына мейес әҙер булды. Утынды тоҡандырыуыбыҙ булды, ул осҡондарын сәсрәтеп, дөрләп янып та китте. Тиҙҙән тәмле мейес еҫе бүлмәләргә таралды. Тимәк, тартыу көсө лә һәйбәт. Мейес беҙгә оҙаҡ хеҙмәт итһен!
Әбйәлил районы.