Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешелекле кеше
Кешелекле кеше Ошо көндәрҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы, яуап­лы секретарь урынбаҫары, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Рәсих Лоҡманов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ул Һөйәрғол ауылында донъяға килгән. Урта мәктәпте Наурыҙ ауылында тамамлай. БДУ-ның тарих, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультеттарын тамамлай.

Оҙаҡ йылдар Белорет районы мәктәп­тәрендә уҡытыусы була, район хакимиәтенең мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәрендә эшләй. КПСС-тың ошо район комитетында полит­мәғариф кабинеттары мөдире вазифаһын башҡара, Ҡыйғы райкомы секретары була.
Һуңынан Учалы районында һәм ҡалаһында яңы сыға башлаған “Яйыҡ” башҡорт гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, берҙәм, көслө журналистар коллективы туплауға өлгәшә. “Яйыҡ” гәзите халыҡ араһында киң танылыу яулай.
Шағир күңелле Рәсих Сәләх улының “Китап” нәшриәтендә “Бәйге”, “Ямғыр көткәндә”, “Көҙгө ташҡын” йыйынтыҡтары донъя күрҙе. 2005 йылда Анкарала нәшер ителгән төрөк әҙәбиәттәре антология­һының 30-сы томына уның да шиғырҙары индерелгән.
Һуңғы йылдарҙа Рәсих Лоҡманов Учалы районы һәм ҡалаһы тарихына ҡағылышлы китаптар яҙыу менән мәшғүл. Ул кешеләргә ярҙамсыл, ихлас булыуы менән халыҡ күңелен яулай. Мин эш эҙләп йөрөгән саҡта яҙмыш Рәсих Сәләх улы менән осраштырҙы. Ул, Учалы станцияһында начальник булып эшләгән Зоя Нурулла ҡыҙы менән һөйләшеп, миңә станция ҡаҙанлығына эшкә урын­лашырға ярҙам итте. Аҙаҡ өлгөлө хеҙмәтем өсөн Златоуст ҡалаһына вагон ҡараусы-ремонтлаусы һөнәренә уҡырға ебәрҙеләр. Әлеге көнгә тиклем күңелемә ятҡан ошо урында эшләп йөрөйөм. Сабыр йөрәкле, киң күңелле кеше генә ят, билдәһеҙ әҙәмгә ышаныс күрһәтергә йөрьәт итәлер ул.
Рәсих Лоҡмановтың намыҫлы хеҙмәте дәүләт тарафынан да лайыҡлы баһа алған, ул ВЛКСМ Үҙәк Комитетының “Почет Билдәһе” ордены, СССР-ҙың юбилей миҙалы, СССР Тыныслыҡ фондының Почет Билдәһе һәм миҙалы менән бүләкләнгән. Райондың Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

Учалы районы.


Автор: Рамай ҠАҺИР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә