Ошо көндәрҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы, яуаплы секретарь урынбаҫары, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Рәсих Лоҡманов үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ул Һөйәрғол ауылында донъяға килгән. Урта мәктәпте Наурыҙ ауылында тамамлай. БДУ-ның тарих, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультеттарын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Белорет районы мәктәптәрендә уҡытыусы була, район хакимиәтенең мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәрендә эшләй. КПСС-тың ошо район комитетында политмәғариф кабинеттары мөдире вазифаһын башҡара, Ҡыйғы райкомы секретары була.
Һуңынан Учалы районында һәм ҡалаһында яңы сыға башлаған “Яйыҡ” башҡорт гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, берҙәм, көслө журналистар коллективы туплауға өлгәшә. “Яйыҡ” гәзите халыҡ араһында киң танылыу яулай.
Шағир күңелле Рәсих Сәләх улының “Китап” нәшриәтендә “Бәйге”, “Ямғыр көткәндә”, “Көҙгө ташҡын” йыйынтыҡтары донъя күрҙе. 2005 йылда Анкарала нәшер ителгән төрөк әҙәбиәттәре антологияһының 30-сы томына уның да шиғырҙары индерелгән.
Һуңғы йылдарҙа Рәсих Лоҡманов Учалы районы һәм ҡалаһы тарихына ҡағылышлы китаптар яҙыу менән мәшғүл. Ул кешеләргә ярҙамсыл, ихлас булыуы менән халыҡ күңелен яулай. Мин эш эҙләп йөрөгән саҡта яҙмыш Рәсих Сәләх улы менән осраштырҙы. Ул, Учалы станцияһында начальник булып эшләгән Зоя Нурулла ҡыҙы менән һөйләшеп, миңә станция ҡаҙанлығына эшкә урынлашырға ярҙам итте. Аҙаҡ өлгөлө хеҙмәтем өсөн Златоуст ҡалаһына вагон ҡараусы-ремонтлаусы һөнәренә уҡырға ебәрҙеләр. Әлеге көнгә тиклем күңелемә ятҡан ошо урында эшләп йөрөйөм. Сабыр йөрәкле, киң күңелле кеше генә ят, билдәһеҙ әҙәмгә ышаныс күрһәтергә йөрьәт итәлер ул.
Рәсих Лоҡмановтың намыҫлы хеҙмәте дәүләт тарафынан да лайыҡлы баһа алған, ул ВЛКСМ Үҙәк Комитетының “Почет Билдәһе” ордены, СССР-ҙың юбилей миҙалы, СССР Тыныслыҡ фондының Почет Билдәһе һәм миҙалы менән бүләкләнгән. Райондың Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
Учалы районы.