Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 100-ҙән ашыу пенсионерҙы ғаиләләр үҙҙәренә аласаҡ. Әле 50 кеше опекундарға күсереү өсөн әҙерләнгән. Республикала оло йәштәгеләр декаднигына арналған матбуғат конференцияһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо турала һөйләне.

Ленара Иванова әйтеүенсә, яңғыҙ кешеләрҙе ғаиләгә алырға теләгәндәр байтаҡ, әммә был йәһәттән сикләүҙәр ҙә бар. Өлкәндәр өсөн опекундарҙы һәм ғаилә ағзалығына кандидаттарҙы Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре һайлай. Ғәмәлдәге тәртипкә ярашлы, бер ғаиләгә иң күбе өс кеше урынлаштырыла ала. Шул уҡ ваҡытта пенсионер менән опекун бер-береһенә туған булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш стационар учреждениеларҙа йәшәгән граждандар ғына ғаиләгә тапшырыла. Тәрбиәгә алыусыларға 6 200 һумлыҡ айлыҡ аҡсалата пособие түләнә. Әгәр ғаилә 80 йәштән өлкәнерәк кешене йәки беренсе төркөм инвалидын ҡабул итә икән, пособие 30 процентҡа арта.
– Пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы интернатта ҡарау өсләтә ҡиммәткә төшә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә йәшәү уңайлыраҡ та, яҡшыраҡ та, – тине министр.
Аҫрауға алынған кешенең пенсияһының 75 проценты ғаилә бюджетына күсерелә, 25 процентын пенсионер үҙенә ҡалдыра ала. Тотонған аҡса өсөн опекундар ай һайын отчет бирергә тейеш.
Ленара Иванова шулай уҡ ҡарттар һәм инвалидтар өсөн шәхси пансионаттар, йорттар баҙарындағы проблемаларҙы билдәләне.
– Бөгөн теләге булған һәр кеше ҡарттар йорто аса ала. Был эш беҙҙең күҙәтеү даирәһенә инмәй. Бындай йорттарға прокуратура һәм янғындан һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре генә тикшереү менән барыу хоҡуғына эйә. Беҙҙең ведомстволағы ошондай берҙән-бер шәхси учреждение – өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн стационар социаль хеҙмәтләндереү пансионаты. Концессия шарттарында ойошторолған пансионат Мишкә районында урынлашҡан, – тине ул.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе йылдарҙа халыҡтың ҡартайыу тенденцияһы һаҡланып ҡаласаҡ. 2021 йылға илдәге эшкә һәләтле йәштәгеләрҙән өлкәнерәктәр 26,7 процентҡа тиклем артасаҡ. Әле был күрһәткес – 23,5 процент. Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштән олораҡтар өлөшө 22,8 процент (927 мең кеше) тәшкил итә. Был һан 2015 йылдан алып 3 процентҡа үҫкән.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 5

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә