Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек29.09.2017
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 100-ҙән ашыу пенсионерҙы ғаиләләр үҙҙәренә аласаҡ. Әле 50 кеше опекундарға күсереү өсөн әҙерләнгән. Республикала оло йәштәгеләр декаднигына арналған матбуғат конференцияһында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо турала һөйләне.
Ленара Иванова әйтеүенсә, яңғыҙ кешеләрҙе ғаиләгә алырға теләгәндәр байтаҡ, әммә был йәһәттән сикләүҙәр ҙә бар. Өлкәндәр өсөн опекундарҙы һәм ғаилә ағзалығына кандидаттарҙы Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре һайлай. Ғәмәлдәге тәртипкә ярашлы, бер ғаиләгә иң күбе өс кеше урынлаштырыла ала. Шул уҡ ваҡытта пенсионер менән опекун бер-береһенә туған булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш стационар учреждениеларҙа йәшәгән граждандар ғына ғаиләгә тапшырыла. Тәрбиәгә алыусыларға 6 200 һумлыҡ айлыҡ аҡсалата пособие түләнә. Әгәр ғаилә 80 йәштән өлкәнерәк кешене йәки беренсе төркөм инвалидын ҡабул итә икән, пособие 30 процентҡа арта.
– Пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы интернатта ҡарау өсләтә ҡиммәткә төшә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә йәшәү уңайлыраҡ та, яҡшыраҡ та, – тине министр.
Аҫрауға алынған кешенең пенсияһының 75 проценты ғаилә бюджетына күсерелә, 25 процентын пенсионер үҙенә ҡалдыра ала. Тотонған аҡса өсөн опекундар ай һайын отчет бирергә тейеш.
Ленара Иванова шулай уҡ ҡарттар һәм инвалидтар өсөн шәхси пансионаттар, йорттар баҙарындағы проблемаларҙы билдәләне.
– Бөгөн теләге булған һәр кеше ҡарттар йорто аса ала. Был эш беҙҙең күҙәтеү даирәһенә инмәй. Бындай йорттарға прокуратура һәм янғындан һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре генә тикшереү менән барыу хоҡуғына эйә. Беҙҙең ведомстволағы ошондай берҙән-бер шәхси учреждение – өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн стационар социаль хеҙмәтләндереү пансионаты. Концессия шарттарында ойошторолған пансионат Мишкә районында урынлашҡан, – тине ул.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе йылдарҙа халыҡтың ҡартайыу тенденцияһы һаҡланып ҡаласаҡ. 2021 йылға илдәге эшкә һәләтле йәштәгеләрҙән өлкәнерәктәр 26,7 процентҡа тиклем артасаҡ. Әле был күрһәткес – 23,5 процент. Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштән олораҡтар өлөшө 22,8 процент (927 мең кеше) тәшкил итә. Был һан 2015 йылдан алып 3 процентҡа үҫкән.