Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағинәйҙең нисек журналист булғаны
Педагогия ветераны, журналист Зөһрә Бәшәрованың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемлегенә индерелеүенә беҙ, яҡташтары, сикһеҙ шатландыҡ.

Һуңғы тиҫтә йылда Әбйәлилдең “Осҡон”, “Йондоҙ”, республиканың “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йән­шишмә”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат” баҫмаларында авторҙың яҡташтары тураһында оло бер йылылыҡ менән яҙылған мәҡәлә­ләре, шулай уҡ хикәйәләре, ши­ғыр­ҙары әленән-әле баҫылып килә.
Утыҙ йылдан ашыу Теләш башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас асылды уның ижади эшкә һәләте. З. Бәшәрованы ысын мәғәнәһендә ауыл хәбәрсеһе тип нарыҡланыҡ, сөнки ул яҡташтарыбыҙ араһынан заман геройҙарын эҙләй, улар менән уртаҡ тел таба, күләмле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙа. Быға ул бер нәмә лә йәлләмәй, ни тиһәң дә, райондың төрлө тарафтарында йәшәгән кешеләр менән осрашыу, тарихи дөрөҫлөктөң төбөнә төшөп аралашыу өсөн ваҡыты ла, аҡсаһы ла кәрәк.
Райондың “Йәйғор” әҙәби ойош­маһында иң әүҙем ағзаларҙың береһе булараҡ, Зөһрә Бәшәрова ижади тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша, уларҙы фәһемле, матур сығыштары менән биҙәй.
“Яҙыусылыҡ һөнәренә ҡайҙан өйрәндең?” тигән һорауға Зөһрә үҙе: “Бала саҡтан китап уҡырға ярат­тым, бигерәк тә Мәжит Ғафу­ри, Сыңғыҙ Айытматов, Зәйнәб Биишева, Талха Ғиниәтуллин, Рамаҙан Өмөтбаевтарҙың әҫәр­ҙәрен йотлоғоп уҡыным, улар минең уҡытыусыларым булды”, – тип яуапланы.
Зөһрә Бәшәрова 2013 йылда төрки телле әҙиптәр араһында үткәрелгән М. Ҡашғари исемен­дәге тәүге конкурстың лауреаты булды. 2015 йылда әхлаҡ һәм тәрбиә темаһына яҙылған мәҡәлә­ләре өсөн “Башҡортостан” гәзи­тенең йыл лауреаты итеп билдәләнеләр.
2016 йылда “Йәншишмә” гәзите уны балалар өсөн ижад ителгән мауыҡтырғыс хикәйәләре, шиғыр­ҙары өсөн ҙурланы. Ошо уҡ йылда “Осҡон” гәзите ойошторған “Аҫыл ир-уҙаман” мәҡәләләр бәйгеһенең дә дипломына лайыҡ булды ул. Быйыл “Йондоҙ” гәзите үткәргән “Йондоҙ балҡышы” хикәйәләр конкурсында ла Зөһрә Бәшәрова “Ҡарағас хәтере” тигән хикәйәһе менән беренсе урынды яуланы.
Ҡыҫҡаһы, арымай-талмай тыу­ған еренә, халҡына хеҙмәт итә Зөһрә Әхмәтшәриф ҡыҙы. Уны берәү ҙә ҡушмай. Хеҙмәте өсөн ул хаҡ та һорамай, ихласлығы, патриотлығы шулай ҡуша. Халыҡ хәбәрсеһе, хеҙмәт ветераны, әүҙем йәмәғәтсе, ғаиләлә тоғро тормош юлдашы, өлгөлө әсәй, өләсәй, хөрмәтле ағинәй Зөһрә Әхмәтшәриф ҡыҙы Бәшә­рова журналистика өлкәһендәге мәртәбәле премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Лениза СӘҒӘҘИЕВА, Рәхимә МУСИНА, Зәлифә ШАКИРОВА,
Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 5

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә