Ағинәйҙең нисек журналист булғаны29.09.2017
Педагогия ветераны, журналист Зөһрә Бәшәрованың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемлегенә индерелеүенә беҙ, яҡташтары, сикһеҙ шатландыҡ.
Һуңғы тиҫтә йылда Әбйәлилдең “Осҡон”, “Йондоҙ”, республиканың “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат” баҫмаларында авторҙың яҡташтары тураһында оло бер йылылыҡ менән яҙылған мәҡәләләре, шулай уҡ хикәйәләре, шиғырҙары әленән-әле баҫылып килә.
Утыҙ йылдан ашыу Теләш башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас асылды уның ижади эшкә һәләте. З. Бәшәрованы ысын мәғәнәһендә ауыл хәбәрсеһе тип нарыҡланыҡ, сөнки ул яҡташтарыбыҙ араһынан заман геройҙарын эҙләй, улар менән уртаҡ тел таба, күләмле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙа. Быға ул бер нәмә лә йәлләмәй, ни тиһәң дә, райондың төрлө тарафтарында йәшәгән кешеләр менән осрашыу, тарихи дөрөҫлөктөң төбөнә төшөп аралашыу өсөн ваҡыты ла, аҡсаһы ла кәрәк.
Райондың “Йәйғор” әҙәби ойошмаһында иң әүҙем ағзаларҙың береһе булараҡ, Зөһрә Бәшәрова ижади тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша, уларҙы фәһемле, матур сығыштары менән биҙәй.
“Яҙыусылыҡ һөнәренә ҡайҙан өйрәндең?” тигән һорауға Зөһрә үҙе: “Бала саҡтан китап уҡырға яраттым, бигерәк тә Мәжит Ғафури, Сыңғыҙ Айытматов, Зәйнәб Биишева, Талха Ғиниәтуллин, Рамаҙан Өмөтбаевтарҙың әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыным, улар минең уҡытыусыларым булды”, – тип яуапланы.
Зөһрә Бәшәрова 2013 йылда төрки телле әҙиптәр араһында үткәрелгән М. Ҡашғари исемендәге тәүге конкурстың лауреаты булды. 2015 йылда әхлаҡ һәм тәрбиә темаһына яҙылған мәҡәләләре өсөн “Башҡортостан” гәзитенең йыл лауреаты итеп билдәләнеләр.
2016 йылда “Йәншишмә” гәзите уны балалар өсөн ижад ителгән мауыҡтырғыс хикәйәләре, шиғырҙары өсөн ҙурланы. Ошо уҡ йылда “Осҡон” гәзите ойошторған “Аҫыл ир-уҙаман” мәҡәләләр бәйгеһенең дә дипломына лайыҡ булды ул. Быйыл “Йондоҙ” гәзите үткәргән “Йондоҙ балҡышы” хикәйәләр конкурсында ла Зөһрә Бәшәрова “Ҡарағас хәтере” тигән хикәйәһе менән беренсе урынды яуланы.
Ҡыҫҡаһы, арымай-талмай тыуған еренә, халҡына хеҙмәт итә Зөһрә Әхмәтшәриф ҡыҙы. Уны берәү ҙә ҡушмай. Хеҙмәте өсөн ул хаҡ та һорамай, ихласлығы, патриотлығы шулай ҡуша. Халыҡ хәбәрсеһе, хеҙмәт ветераны, әүҙем йәмәғәтсе, ғаиләлә тоғро тормош юлдашы, өлгөлө әсәй, өләсәй, хөрмәтле ағинәй Зөһрә Әхмәтшәриф ҡыҙы Бәшәрова журналистика өлкәһендәге мәртәбәле премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Лениза СӘҒӘҘИЕВА, Рәхимә МУСИНА, Зәлифә ШАКИРОВА,
Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре.