Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Берҙәм эштә – бәрәкәт
Берҙәм эштә – бәрәкәт Баш ҡаланың Шота Руставели менән Адмирал Макаров урамдары араһында урман бар. Унда тәбиғәт ҡомарт­ҡыһы һаналған Непейцов дендропаркы урынлашҡан.


Биш йыл элек алтаҡталарын урман баҫып бөткәйне, ҡасандыр күркәм парк булған урын ҡараң­ғыланып, сүп-сарға тулғайны. Ҡоро­ған ағасты ла йыйыусы булманы. Урман араһында “ҡырын тейәргә” яратыусылар әле бер, әле икенсе урында ут яғып, байрам итергә йыйылыр ине.
Әле иһә хәл үҙгәргән. Парктарҙы төҙөкләндереү программаһына ярашлы, урында асфальт юл һалынған, иҫке ағастар киҫелгән. Бында йүгерергә сығыусылар, балалары менән уйнарға, саф һауала йөрөргә килгән өлкән йәштәгеләр бихисап.
Йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ – төрлө йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре паркты таҙартырға сыға. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән “Йәшел Рәсәй” экологик акцияһы барышында дендропаркты йәнә таҙартыу өсөн өс меңдән ашыу кеше йыйылды: төрлө ойошма вәкилдәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары... Сараны Башҡортостандың Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология ми­нистр­лығы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Парктың тарихына туҡталып үтәйек. Уға XIX быуатта нигеҙ һалынған. Непейцово дачаһына Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры Иван Базилев хужа булған. Уның вафатынан һуң милек улына күскән. Ауыл хужалығы белгесе Алексей Иванович берен­селәрҙән булып Башҡортостанда емеш-еләк питомнигы ойоштор­ған. Дендропаркта әле лә Алыҫ Көнсығыштан, Азиянан, Төньяҡ Американан килтерелгән, ботаниктар тарафынан ике йөҙ йыл самаһы элек сығарылған үҫемлектәр бар. Ҡасандыр селекционер-ғалимдар “америка” һәм “амур” винограды, “маньчжурия” сәтләүеге, “веймут” ҡарағайы, ҡыҙыл имән, башҡа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан. 1923 – 1924 йылдарҙа дендропарк өсөн Өфө урман хужалығы техникумы яуап биргән. Утыҙынсы йылдарҙа ул Башҡорт урман-тәжрибә станцияһы ҡарамағына күскән. Оҙаҡ ваҡыт Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институты, техникум һәм мәктәптәр өсөн уҡытыу-тәжрибә базаһы булып хеҙмәт иткән. Шул осорҙағы ғилми эштәрҙән күренеүенсә, бында 100-ҙән ашыу төр үҫемлек һаналған.
1965 йылда БАССР-ҙың Министр­ҙар Советы ҡарары менән дендропарк тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 90-сы йылдар башынан уға бөтөнләй ҡул һелтәгәндәр. Әле иһә паркты аяныслы хәленән сығарыу өсөн бөтөн ведомстволар ҙур тырышлыҡ һала. Башҡараһы эш байтаҡ, шул уҡ ваҡытта атҡарылғаны ла бихисап.
Ошо парктың эргәһендә йәшәгән Аида Ғәлиева ике йәшлек балаһы менән көн һайын саф һауа һуларға сыға икән.
– Йортобоҙ эргәһендә уңайлы балалар майҙансығы юҡ. Бәпесем менән күберәк ошо паркта йөрөйөм, – ти ул. – Асфальт юл һалынды, парк таҙарҙы. Экологик өмә үткәре­ләсәге тураһында ишеткәс, мотлаҡ килергә булдым. Бындай саранан ситтә ҡалырға ярамай. Бары тик күмәк көс менән генә паркты тағы ла күркәмерәк итә алабыҙ.
Ысынлап та, бер көс булып туп­ланып, паркты таҙарттыҡ. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр махсус техника ярҙа­мында ҡыуаҡлыҡтарҙы сапты, ҡороған ағастарҙы шунда уҡ бысып сығара торҙолар. Өс сәғәт тирәһе барған өмәнән һуң паркты танырлыҡ та түгел ине: таҙарҙы, иркенәйҙе, яҡтырҙы.



Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә